
- •Учебно-методический комплекс
- •Место дисциплины в структуре ооп бакалавриата
- •Цели освоения дисциплины
- •5. Образовательные технологии
- •.“Әҙәбиәт ғилеменең актуаль проблемалары” курсы буйынса контроль эш һорауҙары
- •Рабочая программа
- •Рабочая программа
- •3. “Әҙәбиәт ғилеменең актуаль проблемалары” курсының программаһы
- •Инеш лекция. Курстың предметы, маҡсаты, бурыстары, актуаллеге. Төрки телле әҙәбиәтенең төп үҫеш этаптары һәм үҙенсәлектәре.
- •3. Төрки телле классик әҙәбиәттең формалашыуы.
- •4.Милли әҙәбиәттең актуаль проблемалары: әҙәби мираҫ.
- •5. Башҡорт әҙәбиәте тарихы һәм уның боронғо нигеҙ сығанаҡтары (Урал һәм Авеста, Арҡайым һәм Авеста)
- •6. Башҡорт әҙәбиәтендә тарих һәм хәҙерге осор
- •7.Тема һәм художестволы проблемалар.
- •Образовательные технологии.
- •Учебно-методическое и информационное обеспечение дисциплины (модуля)
- •Методические рекомендации (материалы) для преподавателя
- •7) Методические указания для студентов
- •Контрольно-оценочные материалы.
- •7.“Әҙәбиәт ғилеменең актуаль проблемалары” курсы буйынса контроль эш һорауҙары
- •9. Технологическая карта
3. “Әҙәбиәт ғилеменең актуаль проблемалары” курсының программаһы
Инеш лекция. Курстың предметы, маҡсаты, бурыстары, актуаллеге. Төрки телле әҙәбиәтенең төп үҫеш этаптары һәм үҙенсәлектәре.
Төрки телле әҙәбиәттең төп үҫеш этаптары һәм үҙенсәлектәре. Ҙур үҫеш кисергән башҡорт әҙәбиәте тарихы, уның буйынса яҙылған хеҙмәттәр. А.Таһиров, Ғ.Амантай, Ә.Харисов, Ғ.Әмири, Заһит Шәрҡи, Ғ.Рамазанов, һ.б. башлап ебәргән фән юлдарының Ғ.Хөсәйенов, М.Ғәйнуллин, Р.Байымов һ.б. тарафынан дауам ителеүе. XX быуаттың икенсе яртыһында рус һәм башҡорт телдәрендә “История башкирской литературы”, “История башкирской советской литературы” хеҙмәттәре сығыуы. 1991-97 йылдарҙа донъя күргән “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” хеҙмәтенең башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙә ҙур роль уйнауы. Был хеҙмәтте яҙыу өсөн белгестәрҙең әҙәбиәтте конкрет тарихи ерлегендә, осор һәм башҡа әҙәбиәттәр менән тығыҙ берлектә өйрәнеүҙәре. Әҙәбиәтселәрҙең алдында торған бурыстары.
VI – XII быуаттар боронғо төрки әҙәбиәте һәм уның әҙәби бәйләнештәре
Руник ҡомартҡылар. Уларҙың Е. Е. Малов, А.Н. Кононов тарафынан өйрәнелеүе. Был ҡомартҡыларҙы өйрәнеүҙә И.В. Стеблеваның роле, уның хеҙмәттәре: “Поэзия тюрков VI – VIII в.в.”, “Развитие тюрков в XI в.”, “Поэтика древнетюркской литературы и ее трансформация в раннеклассический период”, “Позия древних тюрков VI – XIIв.в.”. Был хеҙмәттәрҙең яҡынса эстәлеге. Төнъюҡуҡ, Күлтәгин иҫтәлегенә ҡуйылған яҙмаларҙың структураһы. VI – XIIбыуаттар боронғо төрки поэзияһының үҙенсәлектәре. Аллитерацион шиғыр.
3. Төрки телле классик әҙәбиәттең формалашыуы.
Й. Баласағуни, М.Ҡашғари китаптары
Төрки телле классик әҙәбиәттең формалашыу сәбәптәре. Төрки телле классик әҙәбиәттең тәүге әҫәрҙәре: Й.Баласағуниҙың “Ҡотаҙғу белек”, М.Ҡашғари “Диуане лөғәт әт-төрк” мәҫнәүиҙәре. Был китаптарҙың яҡынса эстәлеге. “Мәҫнәүи”терминының ике төрлө мәғәнәһе.
4.Милли әҙәбиәттең актуаль проблемалары: әҙәби мираҫ.
Әҙәбиәт ғилеме һәм уның формалашыуы. Башҡорт әҙәбиәт ғилемен өйрәнеү проблемалары. Бөгөнгө көндә башҡорт әҙәбиәт ғилеменең актуаль проблемалары. Башҡорт әҙәбиәт ғилемен формалаштырыуҙа әҙәбиәтсе-ғалимдарҙың роле. Бөгөнгө башҡорт әҙәбиәт ғилеменең актуаль проблемалары. Башҡорт әҙәбиәт ғилеменең эволюцияһы һәм ҡаҙаныштары. Башҡорт әҙәбиәтенең башланғыстары тураһындағы проблемаларҙы һәм уның үҫешендәге айырым мәлдәр, “аҡ таптарҙы” асыҡлау мәсьәләләре.
5. Башҡорт әҙәбиәте тарихы һәм уның боронғо нигеҙ сығанаҡтары (Урал һәм Авеста, Арҡайым һәм Авеста)
Башҡорт әҙәбиәтен боронғо иран әҙәбиәте менән сағыштырып өйрәнеү. Зороастризмдың изге китабы Авесталағы “Видеват” тигән өлөшөндә тасуирланған нығытма-ҡаласыҡ менән башҡорт Арҡайымы араһындағы уртаҡлыҡтар. “Авеста” менән “Урал батыр”эпосының сюжетындағы һәм концепцияларындағы уртаҡ яҡтар.
6. Башҡорт әҙәбиәтендә тарих һәм хәҙерге осор
Башҡорт прозаһының тарихы. Башҡорт тарихи прозаһының етешһеҙ яҡтары һәм проблемалары. Хәҙерге осор әҙәбиәте һәм уның проблемалары. Ыңғай һәм етешһеҙ яҡтары.
7.Тема һәм художестволы проблемалар.
Башҡорт прозаһында “ауыл прозаһының” барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше. Ул өлкәлә эшләүсе яҙыусылар. Ауыл темаһы һәм уға бәйле проблемалар, етешһеҙлектәр. Башҡорт прозаһында эшселәр тематикаһына арналған әҫәрҙәр. Уларҙың барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше, был өлкәлә эшләүсе яҙыусылар. Был өлкәлә башҡорт әҙәбиәтенең ҡытлыҡ кисереүе. Ғаилә-көнкүреш, мораль-этик проблемаларға бәйле әҫәрҙәр. Уларҙыңүһенсәлектәре.
8. Башҡорт әҙәбиәтендә герой мәсьәләһе.
Башҡорт әҙәбиәтендә 50-се йылдарға тиклем герой проблемаһы. 60-70-се йылдарҙа заман геройының социаль-әхлаҡи йөҙө һәм рухи донъяһы үҫтерелеше. Һуңғы йылдарҙа геройҙы һүрәтләүҙәге етешһеҙлектәр һәм ҡуйылған бурыстар.
9. Әҙәбиәт тарихында кафедра тарихы
Башҡорт әҙәбиәтен һәм әҙәбиәт ғилемен үҫтереүҙә БДУ-ның башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһының роле. Уның башланғыстары, кафедра мөдирҙәре, эшләгән йүнәлештәре. Кафедра уҡытыусылары. Кафедра эргәһендә эшләп килеүсе “Шоңҡар” әҙәби-ижади берекмәһе, уның тарихы. Берекмә әҙерләп сығарған билдәле яҙыусы, шағир, ғалимдар.
10. Билдәле прозаик - Ә. Хәкимов һәм уның ижад үҙенсәлектәре
Ә. Хәкимовтың башҡорт әҙәбиәтенә тәнҡитсе булараҡ килеп инеүе. Ижад тематикаһының киң офоҡло булыуы. Яҙыусының үҙ повестары аша башҡорт әҙәбиәтенә индергән яңылыҡтары. Әҫәрҙәренең тематик, сюжет-композицион үҙенсәлектәре.
11.С. Агиш һәм уның башҡорт әҙәбиәтенә индергән яңылыҡтары
С.Агиштың милли әҙәбиәт үҙенсәлеген билдәләүҙәге роле, уның новаторлығы. Уның ижад эволюцияһы. Геройҙың эске психологияһын дөрөҫ һәм еңел яҡтырта алыуы, сатирик, юмористик алымдар менән еңел эш итә алыуы.
12. Әҙәбиәт ғилемендә әҙәби тәнҡитселәр һәм уларҙың роле.
Башҡорт һәм рус әҙәбиәтселәренең милли әҙәбиәтте үҫтереүҙәге роле. Хәҙерге осор башҡорт әҙәбиәтселәре, уларҙың эшләгән өлкәләре, әҙәбиәтте алға ебәреүҙә уларҙың роле. Рус әҙәбиәтсеһе В. Дементьев һәм уның милли әҙәбиәттәрҙе яҡтыртыуы.
13.Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙә ваҡытлы матбуғаттың роле (“Ағиҙел”, “Бельские просторы” журналдары)
“Ағиҙел”, “Бельские просторы” журналдарының башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙәге роле. Был журналдарҙың тарихы һәм үҫеше. Журналдарҙың баш мөхәррирҙәре. Яҡтыртҡан проблемалары “Бельские просторы” журналында башҡорт әҙәби әҫәрҙәрен тәржемәләү проблемаһы. Был проблеманың башҡорт әҙәбиәтендә актуаль булыуы.
14.“Хәтирәләр” китабы. Вәлидовсылар яҙмышы.
“Хәтирәләр” китабының яҙылыу тарихы. Китаптың башҡорт тарихы өсөн әһәмиәте. Китапта авторҙың үҙ шәжәрәһе, тарихынан тыш бөтә башҡорт халҡы өсөн мөһим булған мәғлүмәттәрҙең булыуы. Башҡорттарҙың тарихы яҡтыртылыуы. Ул осорҙа билдәле булған шәхестәрҙең яҙмышы яҡтыртылыуы.
15. “Хәтирәләр” китабы. Вәлидовсылар яҙмышы (дауамы)
Китапта Зәки Вәлиди менән бергә көрәшкән яуҙаштарының яҙмышы яҡтыртылыуы. З.Вәлидиҙең сит илдәге яҙмышы. Фән өлкәһендәге, башҡорт тарихы өсөн әһәмиәтле булған асыштары.
Семинар дәрестәр планы һәм үҙ аллы эштәр
Семинар № 1
Тема:VI – XII быуаттар боронғо төрки әҙәбиәте
Төнъюҡуҡ, Ҡол-Тәгин, Билге ҡаған иҫтәлегенә бағышланған Оло һәм Кесе яҙмаларҙың үҙенсәлеге, структураһы, йөкмәткеһе. Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтенә мөнәсәбәте.
Аллитерацион шиғыр. Уның үҙенсәлеге. Боронғо төрки ҡомартҡыларында һәм хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә аллитерация күренеше. Миҫалдар.
“Күрәҙәлек китабы” (“Гадательная книга”). Уның йөкмәткеһе,төҙөлөшө һәм үҙенсәлектәре.
Й.Баласағуниҙың “Ҡотоҙғу белек” китабы, структураһы, йөкмәткеһе. Иран-һинд-ғәрәп әҙәбиәте әҫәрҙәре менән оҡшаш һәм айырмалы яҡтары.
М.Ҡашғари “Диуане лөғәт әт-төрк” китабының төҙөлөшө һәм үҙенсәлектәре.
Боронғо һәм урта быуаттар төрки әҙәбиәтенең үҫеү һәм формалашыу үҙенсәлектәре.
Үҙ аллы эш:
Бирелгән һорауҙар буйынса конспекттар эшләргә.
Реферат: “И.В. Стеблеваның хеҙмәттәре”.
Төп әҙәбиәт:
Баимов Р. Н. Гармония многообразия. Сборник литературоведческих статей.Уфа: ГУП РБ “Уфимскийполиграфкомбинат”, 2007. – 125 с.
Байымов Р.Н. Төрлө йылдарҙа тыуған уйҙар: Һайланма мәҡәләләр / Р.Н. Байымов. - Өфө: Ғилем, 2007. - 384 б.
Семинар № 2
Тема: Башҡорт әҙәбиәте тарихы һәм уның боронғо нигеҙ сығанаҡтары (Урал һәм Авеста, Арҡайым һәм Авеста)
Башҡорт әҙәбиәте тарихы һәм уның боронғо сығанаҡтары.
Арҡайым һәм Авеста
“Урал” һәм Авеста.
“Урал батыр” эпосының атамаһы буйынса уйланыуҙар.
Ҡатил батша һәм Авесталағы уға оҡшаш образ.
“Урал”дың тарихи нигеҙҙәре.
Үҙ аллы эш:
Реферат: “Урал” батыр һәм Авестаның сюжетындағы һәм концепцияһындағы уртаҡ яҡтар”, “Арҡайым һәм Авеста. Уларҙың уртаҡ яҡтары”.
Бирелгән һорауҙар буйынса конспекттар эшләргә.
Әҙәбиәт
Баимов Р. Н. Гармония многообразия. Сборник литературоведческих статей.Уфа: ГУП РБ “Уфимскийполиграфкомбинат”, 2007. – 125 с.
Байымов Р.Н. Төрлө йылдарҙа тыуған уйҙар: Һайланма мәҡәләләр / Р.Н. Байымов. - Өфө: Ғилем, 2007. - 384 б.
Юлдыбаева Г. “Урал батыр” эпосының сюжеты һәм стиле. Уфа, 2007.
Шакуров Ш.Р. Башкирский народный эпос. “Урал батыр”. Архивный источник и его текстологический анализ. Уфа, 2007.
Семинар № 3
Тема: Башҡорт әҙәбиәтендә тарих һәм хәҙерге заман
М. Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесында психологизм мәсьәләләре.
Т. Ғарипованың “Бөйрәкәй” романында образдарҙың рухи үҫеше мәсьәләһе.
Башҡорт әҙәбиәтенә Көнсәығыш әҙәбиәте йоғонтоһо.
Хәҙерге “производство романдарының” етешһеҙ яҡтары.
Үҙ аллы эш.
Реферат: “М. Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесында психологизм мәсьәләләре”, “Т. Ғарипованың “Бөйрәкәй” романында образдарҙың рухи үҫеше мәсьәләһе”
Конспект: “Импульсы идут с Востока” из книги Баимова Р. Н. Гармония многообразия. Сборник литературоведческих статей.Уфа: ГУП РБ “Уфимскийполиграфкомбинат”, 2007. – С. 78-87.
Семинар № 4
Тема: Тема һәм художестволы проблемалар.
Ауыл тормошо һәм әҙәбиәт.
Әкрәм Вәлиҙең “Гөлйемеш сәскәһе” романында колхозсылар тормошо яҡтыртылышы.
Башҡорт әҙәбиәтендә эшселәр тематикаһы
Фәрит Иҫәнғоловтың “Аҡҡошом минең” повесында эшселәр һәм колхозсыларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте сағылышы.
Үҙ аллы эш.
Реферат: “Ярулла Вәлиевтың “Бөркөттәр оя ташламай” романында колхозсыларҙың рухи донъяһы мәсьәләһе”, “Әнүәр Бикчәнтәевтың “Ожмах вәғәҙә итмәйем” романында герой эволюцияһы мәсьәләһе”
Бирелгән һорауҙар буйынса конспекттар, рецензиялар яҙырға.
Әҙәбиәт
Баимов Р. Н. Гармония многообразия. Сборник литературоведческих статей. Уфа: ГУП РБ “Уфимскийполиграфкомбинат”, 2007. – 125 с.
Байымов Р.Н. Төрлө йылдарҙа тыуған уйҙар: Һайланма мәҡәләләр / Р.Н. Байымов. - Өфө: Ғилем, 2007. - 384 б.
Хөсәйенов Ғ.Б. Быуаттар тауышы. Башҡорт әҙәбиәте тарихы, теорияһы һәмтарихи поэтика буйынса очерктар. - Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, - 1984. - 304
Семинар № 5
Тема: Азат Абдуллиндың “Ун өсөнсө председатель” драмаһында герой проблемаһы
Семинар дәрес-суд формаһында үтә. Группа ике бәләкәй төркөмгә бүленә бер төркөмгә төп герой Сәғәҙиевты яҡларға, икенсе төркөмгә ғәйепләргә ҡушыла. Студенттар факттарҙы драманың үҙенән алырға, шулай уҡ “Хеҙмәт кодексына”, законға таянып эш итергә тейеш. Сәғәҙиев дөрөҫ эшләгәнме? Дәрес буйына ҡыҙыу бәхәстәр бара. Һәр төркөм үҙенең дәлилдәрен килтерә. Дәрес аҙағында ҡарар сығарыла. Сәғәҙиевты хөкөм итергәме, әллә ярлыҡарғамы?
Дәрес барышында ҡараласаҡ һорауҙар:
- драманың беренсе тапҡыр Мәскәүҙә, Вахтангов исемендәге театрҙа, ҡуйылыуы, уның төрлө ҡаршылыҡтар аша үтеүе. Мәскәү тамашасыһының был драманы ихлас ҡабул итеүе. Был еңеүҙән һуң драманың төрлө илдәрҙә һәм Башҡортостанда ҡуйылыуы.
- драманың идея-тематик йөкмәткеһе;
- сюжет-композицион үҙенсәлектәре;
- тел-стиль үҙенсәлектәре;
- драмалағы кеше исемдәре һәм уларҙың төп идеяны асыуҙа роле;
- төп геройға характеристика;
- колхозсыларға, хөкөм сығарыусыларҙа характеристика
- драмалағы мораль-этик проблемалар.
Үҙ аллы эш.
Драманы уҡырға һәм үрҙәге схема буйынса анализларға
Төп геройға характеристика бирергә
Әҙәбиәт
Баимов Р. Н. Гармония многообразия. Сборник литературоведческих статей. Уфа: ГУП РБ “Уфимскийполиграфкомбинат”, 2007. – 125 с.
Абдуллин А. Тринадцатый председатель. Последний патриах. Уфа, 1982.
Семинар № 6
Тема: Ә. Хәкимовтың Бөйөк Ватан һуғышы тураһында яҙған повестары һәм уларҙың үҙенсәлеге
Ә. Хәкимовтың “Бәйге” повесының сюжет-композицион үҙенсәлектәре. Уларҙың әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен асыуҙа роле.
“Туй” повесында һуғыш осорондағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың уй-кисерештәре, яҙмыштары сағылдырылыуы. Авторҙың быны оҫта итеп бирә алыуы.
“Аҡһаҡ бүре” повесының идея-тематик, сюжет-композицион үҙенсәлектәре.
Үҙ аллы эш.
Бирелгән повестар буйынса рецензиялар яҙырға.
Бирелгән таблицаны тултырырға (Илишева Р. Хәҙерге башҡорт прозаһының дөйөм һыҙаттарын билдәләү// Башҡортостан уҡытыусыһы, №6, 2006, 30-33-сө б.б.)
Әҙәбиәт
Баимов Р. Н. Гармония многообразия. Сборник литературоведческих статей.Уфа: ГУП РБ “Уфимскийполиграфкомбинат”, 2007. – 125 с.
Байымов Р.Н. Төрлө йылдарҙа тыуған уйҙар: Һайланма мәҡәләләр / Р.Н. Байымов. - Өфө: Ғилем, 2007. - 384 б.
Илишева Р. Хәҙерге башҡорт прозаһының дөйөм һыҙаттарын билдәләү// Башҡортостан уҡытыусыһы, №6, 2006, 30-33-сө б.б.
Башҡорт әҙәбиәте тарихы. Алтынсы том, Өфө: Китап, 1996.
Семинар № 7
Тема: С. Агиш һәм уның башҡорт әҙәбиәтенә индергән яңылыҡтары
С. Агиштың “Егеттәр” повесының идея-тематик, сюжет-композицион, тел-стиль үҙенсәлектәре, конфликты, образдар системаһы. Повестың Сюжет-композицион яғынан етешһеҙ яҡтары. Башҡорт әҙәбиәтенә индергән яңылыҡтар.
С. Агиштың “Мәхмүтов” идея-тематик, сюжет-композицион, тел-стиль үҙенсәлектәре, конфликты, образдар системаһы. “Егеттәр” повесы менән сағыштырғанда ыңғайыраҡ яҡтары. Башҡорт әҙәбиәтенә индергән яңылыҡтар.
Үҙ аллы эш:
Ике повесҡа ла рецензия яҙырға.
Сюжет, композиция, тел, стиль үҙенсәлектәрен ентекләп, нигеҙләп яҙырға. “Әҙәбиәт теорияһы” нан алған белемде конкрет әҫәр нигеҙендә ҡулланып яҙырға. Әҙәби тәнҡитсе күҙлегенән эш итергә.
Әҙәбиәт
Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге / Төҙөүсеһе: К. Әхмәтйәнов. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1965. - 258 с.
Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. - Өфө: Китап, 2006. - 245 б.
Әхмәтйәнов К. Әҙәбиәт теорияһы. - 3-сө баҫма. - Өфө: Китап, 2004. - 389 б.
Семинар № 8
Тема: Әҙәби әт ғилемендә әҙәби тәнҡитселәр һәм уларҙың роле.
Бөгөнгө башҡорт әҙәбиәт ғилеме тәнҡитселәре һәм уларҙың фәнни эштәре, ҡыҙыҡһыныуҙары. (Ғ. Хөсәйенов, Р.Байымов, З.Шәрипова, Г.Гәрәева, Р.Илишева, З.Әлибаев һ.б.)
Үҙ аллы эш
Һәр студентҡа бер әҙәбиәтсе тураһында реферат әҙерләп алып килергә.
Әҙәбиәт
“Ағиҙел”, “Ватандаш”, “Башҡортостан уҡытыусыһы”, “Бельские просторы”журналдары.
Республика гәзиттәре: “Йәшлек”, “Башҡортостан”, “Истоки” һ.б.
Төрлө ғилми конференцияларҙың йыйынтыҡтар материалдары.
Әҙәбиәтселәрҙең биобиблиографиялары.
Хөсәйенов Ғ.Б. Автобиографиям. - Өфө: Китап, 2008.- 552 б.
Семинар № 9
Тема: Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙә ваҡытлы матбуғаттың роле (“Ағиҙел”, “Бельские просторы” журналдары)
“Ағиҙел” журналының тарихы.
Хәҙерге көндә “Ағиҙел” журналының торошо, уның әҙәби процесты үҫтереүҙәге роле.
“Бельские просторы” журналының тарихы һәм редакторҙары.
“Бельские просторы” журналының башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙәге роле.
Башҡорт әҙәби әҫәрҙәрен тәржемәләү проблемаһы.
Үҙ аллы эш
Реферат: “Ағиҙел” журналы һәм уның тарихы”, “Бельские просторы” журналы уның тарихы, бөгөнгө торошо”, “Башҡорт әҫәрҙәрен тәржемәләү проблемаһы”.
Әҙәбиәт
Баимов Р. Н. Гармония многообразия. Сборник литературоведческих статей.Уфа: ГУП РБ “Уфимскийполиграфкомбинат”, 2007. – 125 с.
Байымов Р.Н. Төрлө йылдарҙа тыуған уйҙар: Һайланма мәҡәләләр / Р.Н. Байымов. - Өфө: Ғилем, 2007. - 384 б.
“Ағиҙел”, “Бельские просторы” журналдары.
Семинар № 10
Тема: “Хәтирәләр” китабы. Вәлидовсылар яҙмышы.
“Хәтирәләр” китабында З. Вәлидиҙең ата-әсәһе.
Авторҙың башҡорттарҙың этник составын, тарихын һүрәтләүе.
З.Вәлидиҙең “Ғосмания” мәҙрәсәһендәге эшмәкәрлеге.
З. Вәлидиҙең Башҡортостандың автономияһы өсөн көрәшеүе.
“Хәтирәләр” китабында Вәлидиҙең төрлө билдәле шәхестәрҙе яҡтыртыуы.
З.Вәлиди – бөтә донъяға билдәле ғалим. Уның ғилми хеҙмәттәре, асыштары.
Кем ул вәлидовсылар? Улар тураһында тарих ни һөйләй? Уларҙың яҙмышы.
Үҙ аллы эш
Бирелгән һорауҙар буйынса сығыштар әҙерләргә
Әҙәбиәт
Байымов Р.Н. Төрлө йылдарҙа тыуған уйҙар: Һайланма мәҡәләләр / Р.Н. Байымов. - Өфө: Ғилем, 2007. - 384 б.
Туған Ә.В. Хәтирәләр, Өфө
Туған Ә.В. Башҡорттарҙың тарихы. Төрки һәм татар тарихы, Өфө, 1994.
Шәкүр Р. Арҙаҡлы башҡорттар.