
- •2. Ш.Бабичтың шиғырын яттан һөйләгеҙ.
- •2. Ш.Бабичтың шиғырын яттан һөйләгеҙ.
- •2. Ш.Бабичтың бер шиғырына анализ.
- •1. Башҡорт халыҡ ижады. Традицион жанрҙары.
- •2. Халыҡ ижадында, әҙәбиәттә һәм сәнғәттә Салауат образы.
- •1. XX быуат башындағы башҡорт әҙәбиәте.
- •2. “Урал батыр” эпосының идея-тематик йөкмәткеһе.
- •1. Ҡобайыр тураһында төшөнсә. Урал батыр һәм Шүлгән образдарына характеристика.
- •2. Ш.Бабичтың шиғырын яттан һөйләгеҙ.
- •1. Шағир, мәғрифәтсе м.Аҡмулланың тормош һәм ижад юлын һөйләгеҙ.
- •2. Ш.Бабичтың тормош юлын һөйләгеҙ.
- •1. XIX быуат әҙәбиәте.
- •1. Салауат Юлаевтың тормош юлын һөйләгеҙ.
- •1. Ш.Бабичтың ижад юлын һөйләгеҙ.
- •1910-1913 Й. Башланғыс ижады.
- •1. М.Өмөтбаевтың тормош һәм ижад юлы.
- •1. Р.Фәхретдиндең “Әсмә” әҫәренең идея-тематик йөкмәткеһе. Әсмә образына характеристика.
- •1. “Урал батыр” эпосында үлем һәм үлемһеҙлек темаһының сағылышы.
- •1. XIX быуаттағы башҡорт мәғрифәтселәре һәм уларҙың эшмәкәрлеге.
- •1. М.Ғафуриҙың тормош юлы.
- •2. Йырауҙар һәм сәсәндәр ижады.
1. XIX быуаттағы башҡорт мәғрифәтселәре һәм уларҙың эшмәкәрлеге.
М.Аҡмулла, М.Өмөтбаев, Р.Фәхретдин- халыҡты мәғрифәткә, ғилемгә өндәгән әҙиптәр.
Шағир Мифтахетдин Аҡмулла XIX быуаттың икенсе яртыһындағы башҡорт әҙәбиәтенең иң күренекле вәкиле. Шиғырҙарында наҙан муллаларҙан, байҙарҙан көлә.
Аҡмулла, үҙ заманының улы һәм шағиры булараҡ, үҙе йәшәгән заманда халыҡтың ауыр тормошон, белемгә эйә булмауын күреп, бар михнәттәр наҙанлыҡтан тип уйлап, халыҡты уҡырға, белемле булырға саҡыра. Белем, мәғрифәт юлы менән яҡтылыҡҡа, бәхеткә ирешеп булыр тип уйлай. Шул яғы менән ул мәғрифәтсе шағир.
Ул иң беренсе башлап туған халҡына “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” тип мөрәжәғәт итә. Ошо исем менән йөрөгән шиғыр Аҡмулла поэзияһының ғына түгел, бәлки мәғрифәтсе башҡорт әҙәбиәтенең иң характерлы әҫәрҙәренәң береһе.
Аҡмулла кешене яҡшылыҡ өлгөһөндә тәрбиә итеү, әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләрен ҡуя. Яҡшы холоҡ, әҙәплелек, аҡыллылыҡ ҡына кешене кеше итә, һәйбәт, бәхетле йәшәүгә илтә ала тип ҡарай. Ул әле кешеләрҙең бәхете, тигеҙ йәшәүе бары кеше тәбиғәтенең үҙенән килә тип уйлай, бының ижтимағи тормош, социаль хәлдәр менәнг туранан-тура бәйле икәнен төшөнөп бөтмәй.
Р.Фәхретдин халыҡтың аң-белемен, мәҙәниәтен күтәреү өсөн мәктәп-мәҙрәсәләрҙә уҡыу-уҡытыу системаһын, методтарын үҙгәртергә, дини дәрестәр менән бергә донъяуи фәндәр уҡытыуҙы- алгебра, геометрия, астрономия, химия, физика, ботаника буйынса дәрестәр -индере
13-сө билет
1. М.Ғафуриҙың тормош юлы.
Мәжит Нурғәни улы Ғәфүров (Мәжит Ғафури) 1880 йылдың 20 июлендә (иҫке стиль буйынса 2 августа) Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең (Башҡортостандың хәҙерге Ғафури районы) Еҙем-Ҡаран ауылында тыуған. Иртә етем ҡала. 1898 йылда данлыҡлы Зәйнулла ишан мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Уҡыуҙан буш ваҡытында эшҡыуар Рәлиевтарҙың алтын приискыһында эшләй, унда старателдәрҙең тормошо менән таныша. Был тормош тәжрибәһе һуңынан уның әҫәрҙәрендә сағылыш таба. Бынан һуң М. Ғафури ҡаҙаҡ далаларында уҡытыусы булып эшләй, халыҡ ижады өлгөләрен йыя, рус әҙәбиәте менән дә ҡыҙыҡһына. 1904 йылдан Ҡазандағы «Мөхәммәҙиә» мәҙрәсәһендә уҡый. Әммә 1906 йылда Өфөгә әйләнеп ҡайтып, бөтә Көнсығышҡа билдәле «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡыуын дауам итә. Башҡортостан автономиялы республикаһының ваҡытлы матбуғатын ойоштороуға күп көс һала.
М.Ғафуриҙың тәүге әҫәрҙәре беренсе рус революцияһы алдынан күренә, улар мәғрифәтселек реализмы принциптарында ижад ителә. Әммә тиҙҙән М.Ғафуриҙың батшаның колониаль сәйәсәтен тәнҡитләүсе социаль, сәйәси шиғырҙары барлыҡҡа килә, быуат башында халыҡтарҙың милли-азатлыҡ көрәше көсәйеү менән уның ижадында тәнҡит реализмы идеялары асыҡ сағыла. «Фәҡирлектә үткән тереклек» хикәйәһендә авторҙың синфи позицияһы сағыла.
Шағир ваҡыт ҡапма-ҡаршылыҡтарын асып биреүсе, синфи тигеҙһеҙлекте, һәр төрлө иҙеүҙе аяуһыҙ тәнҡитләүсе («Мин баҙарға сыҡтым») әҫәрҙәр ижад итә. «Беҙҙең көндәр» (1907), «Ике ҡош» (1906), «Бай» (1907), «Үҙем һәм халҡым» (1912), «Мин ҡайҙа…» (1912) шиғырҙарында шағир азатлыҡ идеяларын яҡлап сыға, халыҡты тормошто үҙгәртеү өсөн көрәшкә өндәй. 1917 йылғы революциянан һуң Ғафури бөтә көсөн башҡорт әҙәбиәтен һәм уның жанрҙарын аяҡҡа баҫтырыуға һәм үҫтереүгә бирә.
20-се йылдар уртаһында Ғафури ижадында гражданлыҡ мотивтары көсәйә, сәйәси лирика ҙур урын биләй. Шағир Ленин, коммунистар партияһы тураһында публицистик шиғырҙар яҙа.
20-се йылдарҙың икенсе яртыһында һәм 30-сы йылдар башында Ғафури совет осоро башҡорт прозаһына нигеҙ һалыусы «Ҡара йөҙҙәр» (1927), «Тормош баҫҡыстары» (1928), «Шағирҙың алтын приискыһында» (1930) повестарын ижад итә.
М.Ғафуриҙың «Ҡыҙыл йондоҙ» драмаһы (1925) башҡорт драматургияһында граждандар һуғышы йылдарында крәҫтиәндәр образын күрһәтеүсе тәүге әҫәр була.
Мәжит Ғафури 1934 йылдың 28 октябрендә вафат була. Уның исемен хәҙер урамдар, Өфөнөң төп ҡала мәҙәниәт һәм ял паркы, Башҡорт академия драма театры йөрөтә.