Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
билеты для 9а кл 2.doc
Скачиваний:
1
Добавлен:
01.05.2025
Размер:
141.82 Кб
Скачать

1. XX быуат башындағы башҡорт әҙәбиәте.

20-cе быуат башында халыҡ мәғрифәткә ынтыла. Башҡорттар араһында М.Өмөтбаев, М. Ғафури халыҡты мәғрифәткә саҡыра. 1905 йылдағы революциянан һуң милли телдәрҙә гәзит-журналдар сыға. Улар милли азатлыҡ идеялары менән һуғарылған.

М.Ғафури, Закир Һаҙый, Афзал Таһиров, Дауыт Юлтый хеҙмәтсән халыҡтың мәнфәғәтен яҡлаған, тормошто реаль һүрәтләгән әҫәрҙәр күберәк күренә башлай. Башҡорт прозаһы мәғрифәтселек реализмынан әкренләп тәнҡитле реализмға күсә. Хикәйә, парса, художестволы очекрк, повесть кеүек жанрҙар үҫешә.

М.Ғафури, Закир Һаҙый, Афзал Таһиров, Дауыт Юлтый- берәр шәхестең тормош һәм ижад юлы менән таныштырыу.

2. “Урал батыр” эпосының идея-тематик йөкмәткеһе.

“Урал батыр” эпосы үҙәгндә торған мөһим идеяларҙың береһе- кешене тәбиғәттең иң көслө бөйөк заты, төрлө яуыз көстәрҙе еңеп сығыр, донъяла ғәҙеллек, ирек, иркенлек урынлаштырыр ҡеүәт эйәһе итеп күреүҙә. Шул идея Урал батыр образында күренә. Урал батырҙың Ҡатил батшаны, йылан батшалығын ҡыйратыуы, төрлө аждаһаларҙы, дейеүҙәрҙе еңеп сығыуы кешегә дошман заттарҙы бөтөрөп, илгә, халыҡҡа ирек, донъяға именлек алып килеүгә йүнәлтелгән.

Кешенең бөйөклөгөн күрһәтеү был ҡобайырҙа батырлыҡ һәм ҡурҡаҡлыҡ, яҡшылыҡ һәм яманлыҡ, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәсьәләләргә тығыҙ бәйләп яҡтыртыла. Изгелекте, яҡшылыҡты халыҡ данлай ҙа, ололой ҙа белә. Батыр улдары меән, изге күңелле кешеләре менән ғорурдана. Шуларҙан халыҡ өлгө ала, шулар өлгөһөндә йәштәрҙе тәрбиәләй, яҡшылыҡҡа өйрәтә.

Ҡобайыр Урал батыр кеүек улдарын маҡтай, яҡшылыҡҡа өндәй. Кеше үҙе өсөн генә түгел, ә тыуған иле, тыуған ере өсөн дә йәшәргә тейеш. Илгә дошман килгәндә, илгә яуыздар янағандә бар халыҡ тыуған илде һаҡлау өсөн күтәрелергә тейеш.

4- се билет

1. Ҡобайыр тураһында төшөнсә. Урал батыр һәм Шүлгән образдарына характеристика.

Ҡобайыр- ҡоба һәм йыр һүҙҙәренән алынған, маҡтау, данлау йыры тигән мәғәнә аңлатыусы термин.

Ҡобайыр- башҡорт эпосының милли атамаһы. Ошо мәғәнәһендә рустар үҙ эпосын “былина”, украиндар “дума”, яҡуттар “олонхо” , башҡорттар “ҡобайыр” тип йөрөтә. Тимәк ҡобайыр һәм эпос синонимдар.

Ҡобайыр- ул башҡорт эпосының тыуған ил матурлығын данлаған, уның азатлығы өсөн көрәшеүсе батырҙарҙы ололаған шиғри төҙөлөшлө формаһы. Ҡобайырҙа батырҙарҙы, тыуған илде маҡтайҙар, өгөт-нәсихәт, аҡыл-кәңәш бирәләр.

Мәҫәлән: “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Иҙеүкәй менән Мораҙым”, “Мәргән менән Маянһылыу”, “Ҡараһаҡал”, “Юлай менән Салауат”.

Халыҡ Урал батыр образында үҙенең идеаль батырын күрергә теләгән. Урал- физик яҡтан бик көслө батыр. Уға ҡаршы бер ниндәй ҙә аждаһалар, дейеүҙәр тора алмайҙар. Урал батыр- тәрбиәле, аҡыллы егет. Ул ата-әсә һүҙен тота, аҡһаҡалдар кәңәшен тыңлап эш итә. Урал ғәҙеллекте, дөрөҫлөктө яҡлай. Батыр кешеләргә ирек, бәхет, үлемһеҙлек килтерергә уйлай. Күҙгә күренмәгән үлемде үлтерер өсөн, әллә күпме ер үтә. Ер-һыуҙың, кешеләрҙең үлемһеҙлеге өсөн үҙен ҡорбан итә, Йәншишәмә һыуын тирә-яҡҡа сәсә. Уның бөтә эше, кешеләргә яҡшылыҡ, изгелек эшләүгә йүнәлтелгән.

Шүлгән- Урал батырға ҡапма-ҡаршы образ. Ата-әсә һүҙен тотмай, йәнлектәргә, ҡош-ҡорттарға, кешелеккә яманлыҡ, насарлыҡ эшләргә генә тора. Ул энеһе Уралдың һәр бер эшенә көнләшеп ҡарай. Энеһенә, халыҡҡа ҡаршы яу аса.