Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
билеты для 9а кл 2.doc
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.05.2025
Размер:
141.82 Кб
Скачать

1. Р.Фәхретдиндең “Әсмә” әҫәренең идея-тематик йөкмәткеһе. Әсмә образына характеристика.

1903 йылда Р.Фәхретдиндың “Әсмә” тигән романы донъя күрә. Тулы исеме “Әсмә, йәкми ғәмәл вә яза”.Революцияға тиклем милли башҡорт романы.

Сюжеты: Бер башҡорт ауылында Ғәббәс мулла тигән имам мәҙрәсәлә яңы ыҫул менән шәкерттәрҙе уҡыта. Уның Ғәйшә тигән ҡатыны һәм Әсмә тигән ҡыҙы була. Уларҙы ауылда бик хөрмәт итәләр. Хатта ауылдың серегән байы Хикмәт хажи ҙа үҙенең бер ҡыҙын Ғаббас муллаға бирмәксе. Ғаббас кире ҡаға. Хажи уның дошманыны әйләнә. Хажи Муса тигән яһилде ҡотортоп ялған ялалар яҡтырып Ғаббасты төрмәгә ултыртмаҡсы була. Ғаббас мулла үҙенең дөрөҫлөгөн иҫбатлар урынына ул хажға китә. Үлгән тигән хәбәре килә. Ғәйшә ҡатыны ла оҙаҡ тормай үлә. 9 йәшлек Әсмә етем ҡала. Ғаилә тарҡала. Ауыл аҡһаҡалы Йософ менән ҡатыны тәрбиәгә ала. Ҡарттар наҙан булһаларҙа Әсмәне эш һөйәр итеп тәрбиәләйҙәр, Ҡыҙға әкиәттәр, ҡиссалар һөйләйҙәр. Бер көндә Йософтарға Ғәйшәнең әхирәте тип Хәмиҙә исемле ҡатын килә. Әсмәне үҙе менән алып китә. Аҙаҡ Әсмә тифтан үлде тип алдап яҙа. Хәмиҙә Әсмәне Зәйнүш тигән ҡатынға тапшыра. Зәйнүш етем ҡыҙҙарҙы йыйып теләнселек иткән. Аҡсаһына үҙе йәшәгән. Зәйнүш уны фәхешханаға һата. Әсмә унда хеҙмәтсе була. Аяғын һындырып хәстәханаға эләгә. Етем балалар өсөн тәрбиәханаға эләгә. Уны бөтөрөп шунда бик мөхәрәмә мөғәллимәгә әйләнә. Ғәли хәлфәгә кейәүгә сыҡмаҡсы. Ғәли бала сағынан яратып йөргән егет булып сыға. Тәрбиәхәнала эшләгән Юныс ҡарт атаһы булып сыға.

Әсмә образы: идеаль образ, тәрбиәле, матур, белемле, эш һөйәрсабыр, ауыр һынауҙарҙа һынып ҡалмай.

Ғаббас мулла: Уҡымышлы, динле.

Романдың идеяһы: Тәрбиәле кеше, ниндәй генә ауырлыҡтар күрмәһен, сабыр холҡо, сыҙамлығы менән бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығасаҡ.

11-се билет

1. “Урал батыр” эпосында үлем һәм үлемһеҙлек темаһының сағылышы.

“Урал батыр” эпосында йәшәү һәм үлем, үлемһеҙлек тураһында уйланыуҙар ҙур урын ала. Бында халыҡтың боронораҡ донъяны, үлемде нисегерәк аңлау дәрәжәһен күрәбеҙ.

Урал батырҙың атаһы- Йәнбирҙе, әсәһе- Йәнбикә исемле. Уларҙың исемдәре “Йән биреү” тигәнде аңлата. Улар үлемдең нимә икәнен дә күрмәй йәшәйҙәр. Тик үҙҙәре ҡош-ҡорттарҙы, йәнлектәрҙе ашар өсөн үлтереүҙә сәбәпсе улар. Урал батыр ҡуянды-төлкө, көсһөҙҙө-көслө үлтергәнен күреп үҫә. Һәм донъяла иң көслөһө- үлем була бит, тип уйлай Урал батыр. Йәнлектәрҙе, ҡош-ҡорттарҙы йыйып үлем тураһында һораша. Улар үлем кәрәк, йыртҡыстарға аҙыҡ кәрәк, үлем булмаһа донъяла йәшәр ер, ашар аҙыҡ ҡалмаҫ ине тип әйтәләр. Урал батыр үлемде тотоп алып, башына етмәксе бела. Атаһы “үлем- күҙгә күренмәҫ үтә яуыз, килгәне һис беленмәй йәшәй торған януар ул” тип яуап бирә. Уға ҡаршы бер генә сара бар, Йәншишмә һыуын эскән кеше үлемгә бирешмәй. Урал Йәншишмәне эҙләп сығып китә. Урал батыр ҡан эсеүсе батшаларҙы, кеше ашаусы дейеүҙәрҙе ер йөҙөндә ҡыйратып, күптәрҙе үлемдән алып ҡала, яуыздарҙы бөтөрә.

Йәншишмәгә барғанда Урал батыр бик ҡарт, үлем һорап йөргән ҡартты күрә. Ул Йәншишмәнән һыу эскән, шуға үлә алмай. Ҡарт Уралға Тәбиғәт ҡанундарына (закондарына) ҡаршы килергә ярамай. Кеше мәңге йәшәргә тейеш түгел. Кешелек тә, йәнлектәр, үҫемлектәр, ҡш орттар алмашынып торорға тейеш. Быуындар, иҫкергән яңаһы менән алмашынып торорға тейеш тип әйтә. Әгәр ҙә алмашыныу була икән, тимәе тереклек мәңге йәшәйәсәк. Донъяла мәңге бер генә әйбер мәңгелек булырға тейеш –яҡшылыҡ. Кеше үлә, тик уның яҡшы эштәре, даны-мәңгелек, үлемһеҙ.

12-се билет