
- •2. Ш.Бабичтың шиғырын яттан һөйләгеҙ.
- •2. Ш.Бабичтың шиғырын яттан һөйләгеҙ.
- •2. Ш.Бабичтың бер шиғырына анализ.
- •1. Башҡорт халыҡ ижады. Традицион жанрҙары.
- •2. Халыҡ ижадында, әҙәбиәттә һәм сәнғәттә Салауат образы.
- •1. XX быуат башындағы башҡорт әҙәбиәте.
- •2. “Урал батыр” эпосының идея-тематик йөкмәткеһе.
- •1. Ҡобайыр тураһында төшөнсә. Урал батыр һәм Шүлгән образдарына характеристика.
- •2. Ш.Бабичтың шиғырын яттан һөйләгеҙ.
- •1. Шағир, мәғрифәтсе м.Аҡмулланың тормош һәм ижад юлын һөйләгеҙ.
- •2. Ш.Бабичтың тормош юлын һөйләгеҙ.
- •1. XIX быуат әҙәбиәте.
- •1. Салауат Юлаевтың тормош юлын һөйләгеҙ.
- •1. Ш.Бабичтың ижад юлын һөйләгеҙ.
- •1910-1913 Й. Башланғыс ижады.
- •1. М.Өмөтбаевтың тормош һәм ижад юлы.
- •1. Р.Фәхретдиндең “Әсмә” әҫәренең идея-тематик йөкмәткеһе. Әсмә образына характеристика.
- •1. “Урал батыр” эпосында үлем һәм үлемһеҙлек темаһының сағылышы.
- •1. XIX быуаттағы башҡорт мәғрифәтселәре һәм уларҙың эшмәкәрлеге.
- •1. М.Ғафуриҙың тормош юлы.
- •2. Йырауҙар һәм сәсәндәр ижады.
1. Ш.Бабичтың ижад юлын һөйләгеҙ.
Ш.Бабичтың ижадын өс осорға бүлеп була:
1910-1913 й. башланғыс ижады,
1914-1916 йылдарҙағы өлгөрөп етеү осоро,
1917 й. Февраль революцияһынан һүңғы осор.
1910-1913 Й. Башланғыс ижады.
Бабич, ҡаҙаҡ далаларында уҡытып йөрөгәндә һәм “Ғәлиә” мәҙрәсәһенә и
9- се билет
1. М.Өмөтбаевтың тормош һәм ижад юлы.
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев – мәғрифәтсе-шағир, ғалим, башҡорттарҙан беренсе булып илде өйрәнеүсе, тиелә Башҡортостандың ҡыҫҡаса эциклопедияһында. Анығыраҡ әйткәндә, ул – ХIХ быуаттың бөйөк мәғрифәтсе-демократы, ғалим һәм шағир. Уға тиклем йәшәгән бөтә ғалимдарҙан айырмалы рәүештә, ул фарсы һәм ғәрәп телдәрен яҡшы белеү менән бер рәттән, рус теленә лә камил эйә булған; донъя мәҙәниәтенең иң яҡшы өлгөләре менән таныш кеше.
Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы Өмөтбаев 1841 йылдың 21 авгусында кантон начальнигы ғаиләһендә тыуған. Башланғыс белемде мәҙрәсәлә алып, 1852 йылда Ырымбур кадет корпусына уҡырға инә, унда, урыҫ, фарсы, төрки телдәрҙе, математика, география, тарих, архитектура, сәнғәт, каллиграфия һәм хәрби эште өйрәнә. Әммә офицер булмай – атаһының ҡушыуы буйынса һигеҙ йыл уҡығандан һуң кадет корпусын ҡалдырып, Йомран да Ҡырмыҫҡалы улусының мировой посреднигы, писары итеп тәғәйенләнә, ә 1869 йылдан алып 10 йыл буйына улус старшинаһы булып хеҙмәт итә.
Һуңынан ике йыл тирәһе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһендә урыҫ теле уҡытыусыһы булып эшләй. Ошо ваҡытта ул үҙенең тәүге ҙур эшен тамамлай – фарсы-татар-урыҫ һүҙлеген төҙөй. 1880 йылда Өмөтбаев Өфөгә күсә һәм Ырымбур Диниә назаратында эшләй башлай.
1883 йылда уҡ Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев Урыҫ география йәмғиәтенең Ырымбур бүлеге ағзаһы итеп һайлана. Өфөнөң 300 йыллығын, А.С. Пушкиндың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы байрам итеү комиссияһында ағза була. Ул мосолман закондарын, татар теле грамматикаһын, Ырымбур дини йыйылышы тарихын өйрәнеүгә арналған китаптар баҫтыра, Пушкиндың “Баҡсаһарай фонтаны”н тәржемә итә.
Өмөтбаевтың төп китабы – “Йәдкәр”, уға шиғырҙары, тарихи һәм публицистик, тарихи очерктары, лингвистика, фольклор, этнография буйынса хеҙмәттәре ингән. Үҙ шиғырҙарында автор, ғәҙәттә, шағир-тарихсы, шағир-этнограф булараҡ сығыш яһай. Поэтик әҫәрҙәренең күпселеге тыуған яҡҡа, башҡорт халҡының тормошона һәм көнкүрешенә арналған. Ғилми хеҙмәттәрендә, публицистик мәҡәләләрендә үҙ заманының актуаль проблемаларын күтәрә: социаль, ер мәсьәләләре, башҡорт халҡының хоҡуҡи хәле, мәғариф, мәҙәниәт, матбуғат һәм китап баҫтырыу. Өмөтбаев башҡорттарҙың үҙ туған телендә уҡыу хоҡуғын яҡлай. Ул башҡорттарҙың көнкүреше, йолалары, ғәҙәттәре, педагогикаһы һәм халыҡ медицинаһы тураһында бай материал йыя. Тарихи очерктарында ил тарихы, башҡорт һәм урыҫ халыҡтарының бәйләнештәре һәм мәҙәниәттәренең бер-береһенә йоғонтоһо яҡтыртыла.
Лев Толстойҙың замандашы булараҡ, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев үҙенең педагогик, фәлсәфәүи һәм этнографик яҙмаларында күп тапҡырҙар бөйөк гуманист мираҫына мөрәжәғәт итә.
Ғөмүмән, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, башҡорттар араһында белем, мәҙәнилек таратыу яҡлы булған Ризаитдин Фәхретдин һәм Мифтахетдин Аҡмулла менән бер рәттән, Башҡортостандың күренекле мәғрифәтселек вәкилдәренең береһе була.
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев 65 йәшендә, 1907 йылдың 28 июнендә, тыуған ауылы Ибраһимда, (Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы) вафат була. Бында танылған башҡорт мәғрифәтсеһе, ғалимы һәм яҙыусыһының мемориал музейы урынлашҡан.
10-сы билет