
- •2. Ш.Бабичтың шиғырын яттан һөйләгеҙ.
- •2. Ш.Бабичтың шиғырын яттан һөйләгеҙ.
- •2. Ш.Бабичтың бер шиғырына анализ.
- •1. Башҡорт халыҡ ижады. Традицион жанрҙары.
- •2. Халыҡ ижадында, әҙәбиәттә һәм сәнғәттә Салауат образы.
- •1. XX быуат башындағы башҡорт әҙәбиәте.
- •2. “Урал батыр” эпосының идея-тематик йөкмәткеһе.
- •1. Ҡобайыр тураһында төшөнсә. Урал батыр һәм Шүлгән образдарына характеристика.
- •2. Ш.Бабичтың шиғырын яттан һөйләгеҙ.
- •1. Шағир, мәғрифәтсе м.Аҡмулланың тормош һәм ижад юлын һөйләгеҙ.
- •2. Ш.Бабичтың тормош юлын һөйләгеҙ.
- •1. XIX быуат әҙәбиәте.
- •1. Салауат Юлаевтың тормош юлын һөйләгеҙ.
- •1. Ш.Бабичтың ижад юлын һөйләгеҙ.
- •1910-1913 Й. Башланғыс ижады.
- •1. М.Өмөтбаевтың тормош һәм ижад юлы.
- •1. Р.Фәхретдиндең “Әсмә” әҫәренең идея-тематик йөкмәткеһе. Әсмә образына характеристика.
- •1. “Урал батыр” эпосында үлем һәм үлемһеҙлек темаһының сағылышы.
- •1. XIX быуаттағы башҡорт мәғрифәтселәре һәм уларҙың эшмәкәрлеге.
- •1. М.Ғафуриҙың тормош юлы.
- •2. Йырауҙар һәм сәсәндәр ижады.
1 –се билет
Башҡорт халыҡ ижады. Традицион жанрҙары.
2. Халыҡ ижадында, әҙәбиәттә һәм сәнғәттә Салауат образы.
2-cе билет
1. Боронғо һәм урта быуаттар әҙәбиәте.
2. Салауат Юлаевтың ижад юлын һөйләгеҙ.
3- се билет
1. XX быуат башындағы башҡорт әҙәбиәте.
2. “Урал батыр” эпосының идея-тематик йөкмәткеһе.
4- се билет
1. Ҡобайыр тураһында төшөнсә. Урал батыр һәм Шүлгән образдарына характеристика.
2. Ш.Бабичтың шиғырын яттан һөйләгеҙ.
5- се билет
1. Шағир, мәғрифәтсе М.Аҡмулланың тормош һәм ижад юлын һөйләгеҙ.
2. Ш.Бабичтың бер шиғырына анализ.
6- се билет
1. XIX быуат әҙәбиәте.
2. Ш.Бабичтың тормош юлын һөйләгеҙ.
7- се билет
1. Салауат Юлаевтың тормош юлын һөйләгеҙ.
2. Ш.Бабичтың шиғырын яттан һөйләгеҙ.
8- се билет
1. Ш.Бабичтың ижад юлын һөйләгеҙ.
2. Ҡол Ғәлиҙең “Ҡисса-и Йософ” поэмаһының идея-тематик йөкмәткеһе. Йософ һәм Зөләйха образына характеристика.
9- се билет
1. М.Өмөтбаевтың тормош һәм ижад юлы.
2. Ш.Бабичтың шиғырын яттан һөйләгеҙ.
10-сы билет
1. Р.Фәхретдиндең “Әсмә” әҫәренең идея-тематик йөкмәткеһе. Әсмә образына характеристика.
2. М.Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырын яттан һөйләгеҙ.
11-се билет
1. “Урал батыр” эпосында үлем һәм үлемһеҙлек темаһының сағылышы.
2. С.Юлаевтың шиғырын яттан һөйләгеҙ.
12-се билет
1. XIX быуаттағы башҡорт мәғрифәтселәре һәм уларҙың эшмәкәрлеге.
2. Ш.Бабичтың бер шиғырына анализ.
13-сө билет
1. М.Ғафуриҙың тормош юлы.
2. Йырауҙар һәм сәсәндәр ижады.
14-се билет
1. М.Ғафуриҙың ижадына байҡау.
2. Яҡташ яҙыусылар һәм шағирҙар.
15-се билет
1. Башҡорт әҙәбиәте тарихының осорҙары.
2. Халыҡ ижадының сәсмә формалары (әкиәт, легенда, риүәйәт, көләмәс)
16-сы билет
1. М.Ғафуриҙың “Шағирҙың алтын приискаһында” әҫәрендәге геройҙарға характеристика.
2. Сюжет элементтары турыһында төшөнсә.
17-се билет
1. Тарихи шәхес һәм әҙәби герой. Тарихи ваҡиға һәм художестволы әҫәр.
2. Башҡорт халыҡ эпосы һәм ҡобайыры.
18-се билет
1. М.Ғафуриҙың “Шағирҙың алтын приискаһында” повесының идея-тематик йөкмәткеһе.
2. Комедия, трагедия, драмаға төшөнсә бирегеҙ. Миҫалдар килтерегеҙ.
19-сы билет
1. Ғ.Соҡоройҙоң тормош һәм ижад юлын байҡау.
2. Һүрәтләү саралары: эпитет, гипербола, аллегория, йәнләндереү.
20-се билет
1. Художество методы. Реализм һәм тәнҡитле реализм.
2. Һүрәтләү саралары: метафора, литота, сағыштырыу, метонимия һәм синекдоха.
1 –се билет
1. Башҡорт халыҡ ижады. Традицион жанрҙары.
Халыҡ ижады төшөнсәһенең киң һәм тар мәғәнәләре бар.
Халыҡ борон-борондан бик күп һөнәрҙәргә эйә булған. Йорт һалған, кейем теккән, ҡорал яһаған. Матур итеп тәҙрәләрҙе эшләгән, семәрләп күлдәк теккән, уйын ҡоралдары эшләгән. Халыҡтың төрлө һөнәр сәнғәте барлыҡҡа килгән: ағас эше, биҙәкләү сәнғәте, кейем тегеү, сигеү, ҡорал яһау. Былар бөтәһе лә матди мәҙәниәт байлығын киң мәғәнәһендә халыҡ ижады тип йөрөтөлә.
Халыҡ ижадының тарыраҡ мәғәнәһе – һүҙ сәнғәте. Халыҡ күңел асыу өсөн йырҙар йырлаған, әкиәттәр һөйләгән, ҡобайырҙар сығарған, таҡмаҡтар әйткән, йомаҡтар ҡойған. Халыҡ ижады= һүҙ сәнғәте = ауыҙ тел ижады.
Традийион жанрҙарҙы бер нисә төркөмгә бүлеп ҡарарға мөмкин:
Ҡарыһүҙҙәр (мифтар). Халыҡтың донъяға боронғо ҡараштары, ышаныстары.
Йола поэзияһы. Уға төрлө им-том, ваҡыт-миҙгел, туй, йола поэзияһы өлгөләре ҡарай.
Әкиәт эпосы. Хайуандар, батырҙар тураһындағы һәм тылсымлы әкиәттәр, тормош-көнкүреш әкиәттәре. Дегендалар, риүәйәттәр, көләмәстәр ҙә ошо төркөмгә инәләр.
Йыр поэзияһы.
Бәйеттәр.
Афористик ижад: мәҡәлдәр, һынамыштар, әйтемдәр, йомаҡтар инә.
Халыҡ театры: уйындар.
2. Халыҡ ижадында, әҙәбиәттә һәм сәнғәттә Салауат образы.
Башҡорт батыры Салауат Юлаев халҡыбыҙ тарафынан ҙур ихтирамға лайыҡ. Батырҙың һуңғы «Юҡ, мин үлмәнем, башҡорттарым!» тигән ораны дөрөҫкә сыҡты, Салауат Юлаев әле һаман башҡорт халҡы менән бергә йәшәй. Салауат Юлаевтың исеме башҡорт, урыҫ, татар һәм башҡа милләт ғалимдары, яҙыусылары, шағирҙары, рәссәмдәре, скульпторҙары, композиторҙары әҫәрҙәрендә мәңгеләштерелгән. Башҡортостанда Салауат ҡалаһы, Салауат районы, Өфө ҡалаһында Салауат Юлаев проспекты, спорт һарайы, «Салауат Юлаев» хоккей клубы, башҡа ҡала һәм ауылдарҙа урамдар, ойошмалар Салауат Юлаев исемен йөрөтә. Батырҙың тыуған яғында, Малаяҙ ауылында Салауат Юлаев музейы, Әлкә ауылында (элекке Юлай ауылы) музей бүлексәһе эшләй. 1967 йылдың 17 нояберендә Өфө ҡалаһында Салауат Юлаевҡа (скулпьтор Тавасиев) беренсе һәйкәл ҡуйылған. Һәйкәлдең рәсеме Башҡортостан гербында урын алған. Бөгөнгө көндә башҡорт батырына һәйкәлдәр бик күп. 1967 йылда БАССР Хөкөмәте әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәрҙе билдәлеү өсөн Салауат Юлаев исемендәге премия булдырҙы. Был премия 1992 йылдан Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы тип атала. 1999 йылда Башҡортостан Республикаһының иң юғары бүләге – Салауат Юлаев ордены булдырылған. 2005 йылдан башлап, июнь айының икенсе яртыһында, республика күләмендәге халыҡ байрамы – «Салауат йыйыны» үткәрелә. Халыҡ хәтере уның үҙе һәм исеме менән бәйле бик күп иҫтәлекле, тарихи урындарҙы һаҡлай.
2-cе билет
1. Боронғо һәм урта быуаттар әҙәбиәте.
Башҡорт әҙәбиәтенең тамырҙары боронғо һәм урта быуаттарҙан уҡ килә.
Башҡорт халҡының әҙәбиәтен түбәндәге осорҙарға бүлеп өйрәнеп була:
Боронғо һәм урта быуаттар әҙәбиәте.
18 быуат әҙәбиәте.
19 быуат әҙәбиәте.
20 быуат башы әҙәбиәте.
Октябрь революцияһынан һуңғы әҙәбиәт.
Хәҙерге заман әҙәбиәте.
Хәҙерге төрки милләттәренең боронғо төркиҙәр менән ырыуҡан ҡәрҙәшлеге, тел яҡынлығы, боронғо тарих уртаҡлығы уларҙың боронғо мәҙәни һәм әҙәби мираҫтарында уртаҡ итеп таныта.
Мәхмүт Ҡашғари исемле ғалим 11 быуатта “Диуану лөғәт әт-төрк” тигән төрки телдәр һүҙлеге төҙөгән.
Ғәрәпсә яҙылған был һүҙлегендә ул туғыҙ мең тирәһе төрки һүҙгә һәм фразеологизмға аңлатма биргән. Был һүҙлек буйынса борон замандағы төрки телдәрҙең лексикаһын, грамматик, синтаксик үҙенсәлектәрен белергә була.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, болғар осоро әҙәбиәтенең күпселек өлөшө беҙҙең замандарға килеп етә алмаған. Был осорҙоң һаҡланып ҡалған әҫәре- Ҡол Ғәлиҙең “Ҡиссаи Йософ” поэмаһы.
Ҡисса- ғәрәп һүҙе, хикәйә, тарихи эпизод, ваҡиға, хәбәр мәғәнәләрен белдерә. Ҡисса тип романтик мөхәббәт хаҡында хикәйә иткән эпик әҫәргә әйтәләр.
“Ҡиссаи Йософ” поэмаһының ҡырҡҡа яҡын варианты бар. Автор был ҡиссаға тәрән идея-эстетик йөкмәтке һалған: ата һәм балалар, туған-тумасалар, ил башлығы һәм халыҡ, яҡшылыҡ һәм яманлыҡ. Поэмала Йософ образында халыҡ ғүмерҙәр буйы хыял иткән ғәҙел батша, ғәҙеллек һәм татыулыҡ иле идеяһы ла сағыла.
Йософ-үҙе идеаль образ. Ул гүзәлдәрҙең гүзәле, матурлыҡтың идеалы. Ул сабыр, ниндәй генә ауырлыҡ кисермәй ул еңеп сыға.
Зөләйха образы иһә ҡайнар мөхәббәт, тоғро һөйөү символы.
2. Салауат Юлаевтың ижад юлын һөйләгеҙ. Башҡорт халҡының Салауат Юлаевҡа ҡарата булған мөнәсәбәте, уны шағир – сәсән итеп таныуында, шиғри әҫәрҙәрен быуындан-быуынға тапшырып һаҡлыуында яҡты сағыла. Салауат Юлаевтың 500-ҙән ашыу шиғыр юлдары билдәле. Башҡорт халҡын кәмһетеүселергә ҡаршы көрәшкә саҡырыу «Яу», «Уҡ», «Егеткә» исемле шиғырҙарында яңғырай. «Уралым», «Тыуған ил», «Һандуғас» исемле шиғырҙары тыуған ергә ҡарата изге тойғолар менән һуғарылған. Ҡатын-ҡыҙға булған мөхәбәте «Зөләйха» исемле шиғырында яҡты сағыла.
3- сө билет