Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
unos_pred.doc
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.05.2025
Размер:
440.32 Кб
Скачать

Зал бер мәлгә тынып ҡала. Һәммәһе бер-береһенә күҙ ташлашып, һәр кем үҙ күңелендәген уйлап ҡуя.

Улин (тауышы йомшарып). Был сәйәхәттә һеҙҙең ниҙәр кисереүегеҙҙе аңлайым мин. Ихтирам итәм уй-тойғоларығыҙҙы. Ләкин һүҙ башҡа әйбер хаҡында, бер төркөм халыҡтың законһыҙ, ялған документтар буйынса эш хаҡы алыуы тураһында бара. (Кире ҡаҡҡыһыҙ.) Һеҙ бит һеҙгә тейеш булмаған, алдашып алған аҡса иҫәбенә барғанһығыҙ. Ниңә был турала бер кем уйланмай? (Һаубан апайға.) Айырата һеҙ, ҡарт коммунист.

Харисова (урынынан тора. Һирәк кешегә генә ул буй бирәлер төҫлө). Бирегеҙ әле миңә һүҙ.

Рахманов (заседателдәргә ҡарап алып, шәфҡәтле ныҡышлыҡ менән). Шаһит Харисова... беҙҙең ваҡытыбыҙ сикләнгән. Эш буйынса әйтер һүҙегеҙ булһа, мөмкин, юҡ икән...

Харисова. Бына егерме туғыҙ йыл инде мин тракторист, бер үк колхозда. Ун ете йәшемдә тракторға ултырғайным, шунан бирле төшмәйем. Хәлдән килә әле, биргәненә шөкөр. Тәү тапҡыр күрҙек беҙ шул йылы Ҡара дингеҙҙе. Аптырашымдан мин аһылдап бер булдым; ҡайҙа ҡарһма — уйын-көлкө... Егерме ете йыл мин ял итмәнем. Ишәктәй эшләүемде белдем. Биш баланы бит ашатырға, үҫтерергә кәрәк; ирем һуғыш инвалиды ине. Тиҙҙән уны ла юғалттым. Ял көнөнөң ни икәнен мин белмәй инем... Әле бында, завод директоры, эш хаҡтары түләп, эшселәрҙе ялға ебәрә аламы, тинеләр. Ә ул эшселәрҙе егерме ете йыл отпускыһыҙ эшләтә аламы?!

Рахманов ҡашын төйөп, уға ҡарап-ҡарап ҡуя. Икенсе заседатель иренен ҡымтып ултырыуында. Яҡупов, алдында ятҡан томдарҙың береһен ҡулына алып, ниҙер эҙләгәндәй, уны тиҙ-тиҙ аҡтара башлай.

Күптән түгел бухгалтер миңә: «Әгәр һиңә отпускылар, ял көндәре өсөн тейеш аҡсаларҙы йыйһаҡ, һин биш йыл, ҡыл да ҡыбырлатмай, эш хаҡын ала алаһың», — ти... Бына бит нисек эштәр. Ә һеҙ колхоз миңә ялға биргән йөҙ егерме һумды ғына күргәнһегеҙ... Гражданин прокурор бында беҙҙе кәмһетергә итә. (Ҡапыл асыуы тоҡанып.) Беҙ рвачтар түгел, меҫкен йорт ҡуяндары ла түгел. Беҙ — колхозсылар! Колхоз — тормош ул. Һәр хәлдә беҙҙең өсөн. (Ҡуҙғалған еренән туҡтап, судьяларға йөҙөн бора.) Һеҙҙең өсөн дә түгелме икән?..

Вьюгин. Инәңдең хикмәте...

Харисова (ултырырға итә лә, ниҙер хәтерләп). Йәнә бер һүҙ... «Либерал ине...» (Сәғәҙиевкә табан ымлап.) Ул эштә алдашҡан, күҙ буяған кешене иҙеп ташлай ине! Беҙҙе бала-саға тип уйлайһығыҙмы әллә? (Ултыра.)

Яҡупов. Бер документты уҡып ишеттерергә, унан һорау бирергә мөмкинме?

Рахманов, уға ҡарап, баш ҡаға.

Колхоздың баш бухгалтеры бына ни ти. Әлеге көндә ул ауырый. ҡый.) «Ҡара диңгеҙҙә ял ваҡыты өсөн колхозсыларға эш хаҡы түләүгә мин ҡаршы килдем. Сәғәҙиев миңә: «Колхозда эшләүеңә бары ике йыл, һин бындағы хәлдәрҙе белмәйһең», — тине. Мин уға: «Хәлдәр бар ерҙә лә бер үк, законһыҙлыҡҡа этмә мине», — тинем. Әммә Сәғәҙиев ҡыҫымға алғас, уның менән бергә документтарға ҡул ҡуйҙым, һуңынан, быға үкенеп, суд тикшеренеүенә ярҙам иттем». Харисова, күрәһең, үҙе лә һиҙмәҫтән, Сәғәҙиев иҙеп ташлай ине кешене, тип ысҡындырҙы. Ҡудашев, кем имгәтте һине? Бәлки, әйтерһең судҡа?

Ҡудашев ҙ ғына уйлап алғас). Ә унда һинең ни эшең бар?

Рахманов (йомшаҡ тонда). Ҡуйылған һорауға яуап бирергә кәрәк.

Ҡудашев урынынан тора. Колхозсылар һағая.

Закиров. Нисек булғанса һөйлә.

Ҡудашев ҫтәл ҡырында туҡтап). Мин ул саҡта әле прораб инем. Төҙөүселәр, йәллә беҙҙе, балалар хаҡына, тип өгөтләгәс, эш күләмен арттырып күрһәттем; бер кем бәйләнмәҫлек ине. Иртәгеһен киләм баҫыу буйлап— ҡаршыға Сәғәҙиев. «Йә, нисек, тура йөрөйһөңмө, ҡыямы?» — ти. «Тура», — тим. «Турамы?..» — Килтереп ҡолаҡ төбөнә тондорҙо. Мин осоп барып төштөм. Ятам, танауҙан һулҡылдап ҡан аға, башты ҡалҡыта алмайым. Ә ул эргәмдә ултыра. «Мин һине, — тиеүен ишетәм, — донъяға килгән сәғәтеңдән үк беләм, һин яланда тыуҙың — беҙ атайың мәрхүм менән бесән саба инек. Мин һине ауылға күтәреп алып ҡайттым. Унан уҡыттыҡ, колхоз стипендияһы түләнек, кеше иттек. Ә хәҙер арттан бысаҡ ҡаҙайһыңмы? Аҙмы ундайҙар? Һуң, һин ни өсөн? Үткәндәр хаҡына булһа ла...» Ҡарайым — ағарынған, бите буйлап йәш аға... Төҙөүселәргә йүгереп барҙым да, сволочтар, тип аҡырҙым, аҡсаны — өҫтәлгә, йә инәгеҙ...

Рахманов өҫтәлгә туҡылдата.

(Уйсанланып). Ошонан һуң ярты йыл башым тартышты, сак төҙәлдем.

Беренсе заседатель (башын сайҡап). Ну и ну...

Яҡупов. Бына шул-шул...

Ҡудашев. Күптән түгел мин Маркстың бер фекерен уҡыным. Ул: «Бөтәһен шик аҫтына ҡуй», — ти. (Ултыра).

Улин, нимәлер әйтергә йыйынып, Рахмановҡа йөҙөн ҡалҡыта, ләкин өлгөрә алмай.

Икенсе заседатель. Минең Закировҡа һорауым бар.

Улиндың йөҙөндә ҡәнәғәтһеҙлек билдәһе сағылып үтә.

Колхоздың партком секретары итеп һайлағанда һеҙгә нисә йәш ине?

Закиров. Егерме ике.

Икенсе заседатель. Уға тиклем кем инегеҙ?

Закиров. Тимирязев академияһы студенты.

Икенсе заседатель. Хәҙер шул уҡ колхозда... инженер-механикмы?

Закиров. Әлегә эйе.

Вьюгин. Белгегеҙ килһә, ул диссертация яҙҙы. (Һүҙ ҡыҫтыра ла, йәнә шыма.)

Икенсе заседатель. Нимә тураһында?

Закиров. Тракторҙың яғыу аппаратураһын камиллаштырыу тураһында. Ҡыҫҡаһы, мотор буйынса.

Икенсе заседатель. Яҡланығыҙҙамы?

Закиров. Әле тәҡдим иттеләр.

Икенсе заседатель. Кем тәҡдим итте?

Закиров. Тимирязев академияһының кафедраһы.

Икенсе заседатель. Сәғәҙиев тураһында һөйләгәндә, һеҙ: «Атайымдың яҙмышын хәл иткәйне», — тип әйтеп ҡуйҙығыҙ. Нисек «хәл итте»?

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]