Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
unos_pred.doc
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.05.2025
Размер:
440.32 Кб
Скачать

Икенсе бүлек

Хәл-ваҡиға өҙөлөп тормай дауам итә.

Рахманов. Бөтә шаһиттарҙан яуап алынды. Суд коллегияһы хөкөм ителеүсенән һорау алыуға күсә.

Сәғәҙиев урынынан тора.

Ҡәҙриә (шунда уҡ аяҡ үрә баҫа). Иптәш председатель... беҙ әйтәһен әйтеп бөтмәнек әле.

Улин уға күтәрелеп ҡарай.

Рахманов. Ғәфү итегеҙ, тикшерелгән эш буйынса һеҙҙең барығыҙға ла һүҙ бирелде.

Харисова (урынынан ҡалҡынып). Һеҙ үҙегеҙ ишетергә теләгәнде генә ишеттегеҙ.

Вьюгин. Аңлашылды. Өс йөҙ саҡрым ер тапап, ваҡыт әрәм итеү генә булды...

Ҡудашев (аяҡ өҫтө баҫып). Беҙгә район судында ла һөйләргә бирмәнеләр: һорауға ғына яуап бир!..

Ҡәҙриә (бер ҡатлыраҡ тонда). Ә республика Верховный суды, эште яңынан ҡарағанда ныҡлабыраҡ тикшерергә, тип иҫкәртмәнеме ни?.. Мин судтан мине тағы бер тыңлауын һорайым.

Улин Рахмановтың ниндәй яуап биреүен көтә.

Рахманов (заседателдәр менән аҙ ғына кәңәшеп). Һеҙ нимә әйтергә итәһегеҙ?

Ҡәҙриә. Мин Сәғәҙиевтең колхоздағы бөтә тормошон һөйләр инем, һөйләй генә алмайым... Эйе, ул киҫкен кеше, бер кем көтмәгән ҡарарҙарға килә ине; һәм шуға күрә ғәйепләүселәрҙең күбеһе, уның менән бергә күп йылдар эшләһәләр ҙә, уны ныҡлап аңлап еткермәйҙәр ине. (Ҡыҙып.) Ә ул беҙҙең һәммәбеҙҙе белә — кем ауырый, кем хәйләкәр, кем изге, кем яуыз, кемдә нужа, ә кемдә нәфсе — барыһын белә ине! (Байымовҡа ҡараш ташлап.) «Тартынмай ҙа һыйыр бүләк итә...» Ул һыйырҙы (күрһәтеп) бына уға, Юнысова Хәлиҙәгә, бирҙе: йәшлеген, ғүмерен һыйыр аҫтында үткәргәне өсөн, ирһеҙ, яңғыҙ, дүрт бала үҫтергәне өсөн! Нимә күрҙе ул үҙ ғүмерендә? Ниндәй бәхет? Ниндәй шатлыҡ? Ул ике һыйыр һораһын— Сәғәҙиев уға йәлләп тормаҫ ине!

Харисова ҙ алдына) Эйе.

Хәлиҙә башын түбән эйә.

Ҡәҙриә. «Бер кемде һанға һуҡмай ине...» Ә кемде һанға һуҡмай, кем ун ете йыл, һуңғы көнгә тиклем, беҙҙең эгоистик холҡобоҙҙо күреп ҡатып ҡала ине? Халыҡ алдында үҙ өҫтөнән үҙе көлә, һәр үлгән колхозсыны илап оҙата, уҡыған-белгәнен беҙгә бирә, яна һәм алйый, берсә балҡый, берсә ағарына ине? Һәм быларҙың бөтәһенең хаҡы — эштән ҡыуылыу, партиянан сығарылыу, суд һәм дүрт йыл төрмә. (Тамағы ҡыҫылып.) Ниңә шундай рәхимһеҙ беҙ? Ҡайҙа намыҫ? Кем ғәйепле бында?

Яҡупов (уға текәлеп ҡарап). Уны ҡыҙарғаны, ағарғаны өсөн хөкөм итмәйҙәр. Хәҡиҡәт...

Ҡәҙриә (уға). Үлеү һәйбәтерәк — бына ниҙә хәҡиҡәт!

Йыраҡта күк күкрәй. Рахмановтың йөҙө тартышып ҡуя. Һаубан апай йәшкәҙәгән күҙен яҡ-яғына йөрөтөп ала.

Яҡупов. Ғәфү ит, Ҡәҙриә, һин бында ғәҙел була алмайһың.

Ҡәҙриә. Ниңә?

Яҡупов. Үҙең беләһең.

Ҡәҙриә. Нимә, һөйәркәһе инемме?

Яҡупов. Һиңә билдәлерәк.

Рахманов ҡуповҡа күҙ һирпеп, бармағы менән өҫтәлгә туҡылдата, Ҡәҙриәгә). Зинһар, эш буйынса ғына һөйләгеҙ.

Ҡәҙриә. Мин эш буйынса.

Алыҫтан, күңелде ҡуҙғатып, моң ишетелеп ҡуя.

ҙалдына ҡарап, баҫалҡы.) Морат Гәрәевич, хәтерегеҙҙәме, мин, һуңғы курсҡа күсеп, йәйге сессиянан ҡайтҡас, беҙҙең исем күп телгә күсте. Мин бөтәһенә әҙер инем. Бына-бына бөтәһе хәл ителә, тип мин көтә, ышана инем. Ә бер аҙнанан һеҙ миңә: «Былай итәйек: һуңғы курсты очно тамамлайһың», — тинегеҙ һәм, Һаубан апай менән мине алып барып, институтҡа урынлаштырғас, вокзалда һуңғы минутта: «Ҡәҙриә...—тинегеҙ, — һинең атайың мәрхүм минең дуҫым, иң яҡын дуҫым ине, был һәр саҡ иҫемдә. Беҙ һинең менән күпкә түҙҙек, быныһын да күтәрәйек... (Тын да алмай.) Бәхетле бул, туғаным. Хуш». Минең күҙ алдым томаланды, һеҙ киттегеҙ, ә мин, нисек торһам, шул килеш тороп ҡалдым... (Тамағындағы төйөрҙө йотоп ебәрә.)

Һаубан апай (тоноҡ тауыш менән). Шулай, бөтәһе лә шулай.

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]