Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
unos_pred.doc
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.05.2025
Размер:
440.32 Кб
Скачать

Харисова икеләнә.

Ҡудашев. Әйт, тартынма.

Харисова. Беҙ, тракторсылар, машиналарға йүгерҙек. Моторҙарҙы тоҡандырып, колонна менән ҡалаға барырға сыҡтыҡ.

Икенсе заседатель. Ә шунан?

Харисова. Морат Гәрәевич юл уртаһына баҫты. «Ташлағыҙ!» — тип ҡысҡырҙы ла ары китте.

Ҡудашев ҙалдына). Бөтәһе дөрөҫ.

Харисова (Рахмановтың үҙенә генә, Яҡупов яғына ымлап). Ә быныһы өс йыл элек ауылға ҡайтты — подполковник чинында, ҙур пенсия менән. Үҙенә бер төрлө өй һалып, тотош ҡойма менән уратты ла эт бәйләп ҡуйҙы. Бер ҡасан да беҙҙә бындай хәл булғаны юҡ ине әле. Тәүҙә, эшһеҙ һемтәңләп, Сәғәҙиевте шелтәләй ине: ниңә ул промыслылар, сит йәтимдәр өсөн интернат, ниңә колхозсыларға шәшке тиреһе һатаһың? Ә шәшкеләр... ете мең тире тапшыра инек йыл һайын. Шул етмәгән. Шәшке — экспорт, валюта, биреп кенә ҡара колхозсыға. (Кинәт ғорур.) Беҙҙең бөтәбеҙҙә шәшке бүрек, шәшке яға ине. Сәғәҙиевте туҡмайҙар бының өсөн, ә ул, минең ҡатын-ҡыҙҙарым инглиз принцессаларынан кәм түгел, әйҙә ҡыуанһындар үҙҙәренең хеҙмәтенә, тип яуап бирә ине. Ул беҙгә, ҡатындарға, таяна ине. «Ирҙәрҙең хәллелеге ҡатындар менән килешеп йәшәй алыуына бәйләнгән!» — ти торғайны. (Йылмайып ҡуя.)

Вьюгин. Һай, дөрөҫ был.

Харисова. Һәм кинәт бынау ҡуповҡа) йәнлектәр фермаһына ынтыла башланы. Районда дуҫтары күп — унда ул ҡуштанланып ҡына йөрөй...

Яҡупов (ҡомһарып китеп, судҡа). Мин судтан быны туҡтатыуҙы...

Харисова (унан уҙҙыра ҡысҡырып). Ҡайтыр инеңме һин, колхоз яңғырамаған булһа?!

Улин. Иптәш председатель...

Харисова (ашығып). Сәғәҙиевтең районда, колхозда ла, дошмандары бар ине. Яйын көтә ине улар. Шулар баш ҡалҡытты ла ҡуповҡа төбәп) — бына ул һәм әлеге председатель, Хеҙмәт Геройы. Үҙҙәре һүҙгә оҫталар, ә фекерҙәре — ташҡа үлсәйем. (Сәғәҙиевкә күҙ һирпеп.)

Ә ул, бахыр, өмөтөн өҙҙө, төңөлдө. Уны эшенән төшөрөү менән, колхозсыларҙың дөйөм йыйылышын да көтмәйенсә, кабинетынан ҡыуып сығарҙылар.

Ҡәҙриә урынынан тора, бер кемгә лә ҡарамайынса, усын, теше ауыртҡандай, яңағына ҡуйып, ултырғысы алдында әйләнеп сыға ла кире ултыра. Барсаһы уға аптырашып ҡарап ҡуя.

(Бер нөктәгә төбәлеп.) Шул көндәрҙең береһендә уны зыяратта... ҡатынының ҡәбере янында илап ятҡанын күргәндәр... (Тауышы өҙөлә.)

Тоноҡ ҡына күк күкрәй.

Районда беҙгә: «Ул түгел, һеҙ күтәрҙегеҙ колхозды! Һеҙ!» — тиҙәр ине.

Беренсе заседатель. Һеҙҙеңсә, бөтәһе киреһенсә инеме?

Байымов. Халыҡһыҙ, яңғыҙы, ул ни ҡыйрата ала ине?

Харисова ҙ ғына уйлап). Бер ваҡыт беҙҙең уҡытыусы... яҙыусы Максим Горькийҙың легендаһын уҡыны беҙгә. Данко тураһында. Ул ике ҡат уҡып сыҡты ошо һөйләмде: «Һәм ҡапыл урман уның алдында ике яҡҡа айырылды... һәм артта ҡалды». Шунан уҡытыусы һорай беҙҙән: «Ниңә уның алдында, ә уларҙың алдында түгел? Данко бит яңғыҙ булмай, халыҡ менән килә...» Бына ошо һүҙҙә, тине уҡытыусы, легенданың бөтә мәғәнәһе...

Вьюгин башын сайҡап ҡуя.

(Гүйә үҙалдына) Төрлөсә була ине Сәғәҙиев. Ул Алла түгел, ул — кеше. Ләкин көс етмәҫлек хәл алдында беҙ ҡаушап ҡалған саҡта, ул алға сыға, юл аса ине беҙгә. (Тын ғына.) Бына шул. (Ултыра)

Вьюгин шунда уҡ урынынан тора. Төпкө ишектән таныш ҡыҙ башын һона.

Ҡыҙ. ...рис ...лманович.

Улин тертләй биреп, йөҙөн бора.

Телефонға. (Юғала.)

Рахмановтың баш ҡағыуын күреп, Улин тиҙ генә китә.

Вьюгин. Иптәш председатель. Бында беҙҙең истец колхоз идараһы исеменән суд арҡыры талап ҡуйҙы. Ул талап буйынса, Сәғәҙиев колхозға туғыҙ мең һум түләргә тейеш. Ғәйепләү актында, хөкөм ителеүсе был сумманы үҙенә файҙа алыу уйы менән туҙҙырған, тиелә. (Ҡулын күкрәгенә ҡуйып.) Ике генә һүҙ әйтергә рөхсәт итегеҙ.

Рахманов. Тик ҡыҫҡа һәм эш буйынса ғына.

Вьюгин. Сәғәҙиевтең мөлкәтенә опись яһағанда... Яҡупов, мөлкәте нисә һумлыҡ ине?

Яҡупов турһайып ултыра.

(Асыҡ итеп.) Туғыҙ йөҙ етмеш өс һум. Холодильник, телевизор, сервант һәм стена коверы... Һаҡлыҡ кассаһында аҡсаһы булмай... Һинең алдыңда, Яҡупов, ул торғаны ярлы...

Икенсе заседатель (Вьюгиндан күҙен алмай). Кем менән йәшәй ине һуң ул?

Вьюгин. Ҡыҙы менән бергә. Ул әле кейәүҙә түгел. (Протезын шығырлатып, йәнә һау аяғына таяна.)

Бер кем уның һүҙен бүлдерергә баҙнат итмәй.

Икенсе факт. Алтмышынсы йылда беҙгә дүрт ҡыҙыҡай килде. Комсомол саҡырыуы буйынса. Сәғәҙиев ошо уңай менән митинг йыйҙы. «Иптәштәр, — тине ул, хәтеремдә, — улар — тәүге ҡарлуғастар. Шуға күрә сәскәләр менән ҡаршылайбыҙ. Үҙ туғандарыбыҙ итеп ҡараясаҡбыҙ уларға. Әммә бер ете йылдан, беҙгә килергә йә ҡайтырға теләүселәр булһа, ҡабул итә алмаҫбыҙ, урын булмаясаҡ». Оҙа-аҡ көлдөк беҙ унан... Һәм теүәл ете йылдан, беҙгә халыҡ баҫып килә башлағас, правление ишегенә: «Колхоз эш көсөнә мохтаж түгел», тип яҙып ҡуйҙыҡ.

Рахманов, быға ышанып етмәгән төҫлө, тәүҙә — Байымовҡа, унан Закировҡа ҡарай.

Закиров. Эйе, был ысын. Әлегә беҙҙә берҙән-бер колхоз.

Вьюгин (кинәт болоҡһоп). Ғөмүмән, ул шундай эштәр атҡарҙы... тик яттар файҙаһына булды.

Ҡудашев (асыуы килә биреп). Беҙ яттар түгел уға, Назар ағай!

Ямғыр баҫыла. Тәҙрәләрҙән ҡояш залға нур һирпә лә йәнә юғала.

Вьюгин (быны әле генә аңлағандай, уйсан). Эйе, һүҙең хаҡ, Ильяс. ҙенә-үҙе баш ҡағып, ултыра.)

Яңынан түңәрәк өҫтәл, телефон яҡтыра.

Рахманов. Сәғәҙиев... Һүҙ әйтергә теләйһегеҙме?

Улин (трубкаға). Нимә? (Шаҡ ҡатып.) Бәпесләне?..

Сәғәҙиев урынынан тора.

Һигеҙ айлыҡ?.. (Тауышы ҡалтырап.) Һигеҙ айлыҡтар йәшәмәй, шикелле... (Тыйнаҡ ҡына.) Ярай... эйе... ярай. (Трубканы һала һәм арҡаһы менән стенаға һөйәлеп көрһөнә.)

Уға төшкән ут һүнә.

Рахманов (өнһөҙ торған Сәғәҙиевкә). Тыңлайбыҙ һеҙҙе.

Улин инеп, үҙ урынына ултыра.

Сәғәҙиев (тыныс йөҙ менән). Тәүтормош заманында, үҙегеҙ белеүегеҙсә, ғаилә булмай... Әммә атайҙар була. Нисек барлыҡҡа килә һуң улар? Берәй ҡатын, тулғаҡ тотоп, ыңғыраша башлаһа, берәй ир, йәнәш ятып, уфтана торған була. Бала тыуа, һәм теге ир йораты атайға әйләнә: ул бит ҡатын ғазабын уртаҡлашты...

Ҡудашев уға, үңәсен һуҙып, төбәлеп ултыра.

Беҙҙең менән дә шулай була ине ҡайһы саҡ. Беҙ ыңғырашабыҙ, тиргә батабыҙ, ә ҡайһы берәүҙәр, йәнәш тороп, уфтана ине. Әгәр һәйбәт тыуҙырһаҡ, улар: «беҙ — атаһы, беҙ ойошторҙоҡ!» — ти торғайнылар.

Колхозсыларҙың йөҙҙәренә көләслек сыға.

Әммә тормошта ғәриптәр ҙә... йә етлекмәй ҙә тыуып ҡуя.

Улин, тынын ҡыҫып, ҡатып ҡалған төҫлө.

Бына шул саҡ улар, баш тартып: «Юҡ, атаһы — ул, ул ғәйепле!» — тиҙәр ине.

Беренсе заседатель (шунда уҡ һүҙҙе икенсе тарафҡа йүнәлтергә итеп), һеҙҙә колхозсылар айға өс йөҙ һум ала ине, тиҙәр.

Сәғәҙиев (һөрлөккәндәй). Ала ине.

Беренсе заседатель. Был нисек инде? Беҙ, юристар, мәҫәлән, хатта йыш ҡына урта белемдәре лә булмаған колхозсыларҙан шаҡтай кәм алабыҙ...

Сәғәҙиев ҙәпле рәүештә). Ғәфү итегеҙ, һеҙ коммунисмы?

Беренсе заседатель. Эйе.

Сәғәҙиев. Улайһа, ниңә бындай провокацион һорау? (Күҙ ҡарашы менән заседателгә төбәлә.)

Беренсе заседатель. Ниңә провокацион? Мин бит уҡыным, университет тамамланым.

Сәғәҙиев (кеселекле төҫ менән). Әгәр һеҙ уҡыған, университет тамамлаған икәнһегеҙ, бәхетем тип иҫәпләгеҙ быны. (Колхозсыларға күҙ һирпеп.) Уларҙың ундай мөмкинлеге юҡ ине. Аҡылға һай булғанлыҡтан түгел. Бына — Ҡәҙриә. Врач булырға хыялланды. Ул тәбиғәте менән врач. Мәктәпте көмөш миҙал менән тамамланы. Ә институтҡа керә алманы. Бары ярты балл хәл итте... Ҡайғыһынан саҡ-саҡ үҙен һәләк итмәй ҡалды.

Һаубан апай ҙ алдына баш ҡағып). Эйе.

Сәғәҙиев. Миңә йыш ҡына, бына һиңә сик һәм шунан юғары түләмә, тиҙәр ине. Ә аңлаталар былай тип: беҙ һинең менән дүрт йөҙ һум алһаҡ та яҙыҡ түгел, ә ҡайһы берәүҙәр быға үҫеп етмәгән әле. Күп аҡса, йәнәһе, колхозсыларҙы боҙоуы, аҙҙырыуы мөмкин. Ватан һуғышы ауырлығын үҙ иңенә алған, һуғыштан һуң беҙҙе туйҙырған, үҙ ауыҙынан өҙөп, беҙгә икмәк биргән колхозсыларҙымы?

Һәммәһе уға төбәлгән.

Белмәйем, был хаҡта экономистар, ғалимдар нисек уйлайҙыр, мин үҙем шулай уйлайым: хәләл көс менән табылған байлыҡ беҙҙе аҙҙырыуы мөмкин түгел. Көс-тир түкмәй, йәиһә хәйләләшеп табылғанда аҙҙыра ул кешене!

Урамдан кемделер туҡтатҡан һыҙғыртҡыс тауышы ишетелә.

Эш хаҡы тигеҙһеҙлеге осраҡлы түгел. Ауыл хужалығы шом-шөбһә менән тулы. Һеҙ, юристар, ямғыр күктән яуа, тип уйлайһығыҙ, ахырыһы...

Беренсе заседатель. Ә нимә, күктән түгелме ни?

Сәғәҙиев (уға, көлөмһөрәй биреп). Ямғыр болоттан яуа. Ә болот — кире холоҡло әйбер. Тегендә ҡоя, ә бында юҡ. Тимәк, колхозсыларға ла юҡ. Ә һеҙҙең эш хаҡығыҙ тотороҡло.

Вьюгин. М-да...

Улин. Мин протест белдерәм; быларҙың төп мәсьәләгә бер ни ҡатнашы юҡ.

Яҡупов. Протесҡа ҡушылам.

Рахманов (тиҙ генә кәңәшләшеп һәм Беренсе заседателдән ыңғай, ә Икенсе заседателдән кире яуап алып, үҙ алдына ҡараған килеш). Протест ҡабул ителмәй.

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]