Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
unos_pred.doc
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.05.2025
Размер:
440.32 Кб
Скачать

Рахмановтың ҡашы ҡапыл күҙенә һалынып төшкән төҫлө.

Хәлиҙә (уянғандай, башын ҡалҡыта һәм урынынан тора, баҫалҡы тауыш менән). Мөмкинме миңә? (Уның башы күҙгә күренер-күренмәҫ кенә ҡалтырана.)

Рахманов. Ғәфү итегеҙ...

Хәлиҙә (бер кемгә лә ҡарамайынса). Юнысова Хәлиҙә... һауынсы...

Ҡудашев. Әлеге, бүләккә һыйыр алған һауынсы.

Улин. Иптәш председатель, мин үҙем судҡа саҡырылмаған кешенең һөйләүенә ҡаршымын.

Хәлиҙә ул арала Сәғәҙиевтең янындараҡ туҡтай ҙа, алышҡа йыйынған кеше һымаҡ, аҡрын ғына сикә сәсен һыйпап, көтөп тора.

Икенсе заседатель (Улинға). Беҙ кемгәлер һүҙ бирмәгән өсөн генә залда ултырыусылар хатта ғәҙел хөкөмдө лә шик аҫтына ҡуйһа, ғәжәп түгел. Мин быны теләмәҫ инем. Әйтер һүҙе бар икән, мин һауынсыны тыңлауҙы һорайым.

Рахманов (Беренсе заседателгә, унан Сәғәҙиевкә күҙ һирпеп, икеһенең дә, аҫҡа ҡарап, өнһөҙ ултырыуын күргәс). Һорау ҡәнәғәтләндерелә.

Хәлиҙә (уны ишетмәгән төҫлө). Мин дә ғәйепле... Сәғәҙиев беҙҙең линияға ҡаршы, енәйәтсе, тип теңкәне ҡороттолар, беҙҙе шуға ышандырҙылар... мин дә бирелдем. Нимә аңлай инем мин?.. (Ҡарашын бер кемгә төбәмәйенсә дауам итә.) Күҙем минең үткән көҙ асылды; яңы председатель йыйылышта, колхоз кәбеҫтәнән бығаса булмаған уңыш алды, тип һөйләне. Ә Байымов, уны маҡтап, колхоз — бүтән хужалыҡтар өсөн мәктәп, үрнәк, колхоз Сәғәҙиевтән һуң алға бара, ә ҡайһы берәүҙәр ҡурҡытҡанса, артҡа түгел, тине. Шул саҡ минең түҙемем бөттө, һүҙ алдым: ниндәй бығаса булмаған уңыш ул? Йөҙ ҡырҡ гектар ултыртып, йөҙ тип күрһәттегеҙ бит, уңышты аштырыу өсөн. Ниндәй үрнәк? Һөттөң үҙҡиммәте утыҙ тин, ә егерме биш тингә һатабыҙ бит. Колхоз Морат Гәрәевич барҙа үрнәк — һөт ун туғыҙ тингә төшә ине. Шунан Байымов, мине ситкә тартып: «Һин ни эшләйһең? — ти. — Беҙ һине депутат иттек, ә һин?..» — «Ҡараны аҡ тип әйтә алмайым, бына шул, — тинем мин. — Сәғәҙиев эшләгәндәр тота беҙҙе. Алға китеш юҡ».

Һаубан апай (үҙалдына). Эй, Хоҙайым!..

Хәлиҙә (бер мәлгә генә ҡатып торғас). Морат Гәрәевичте ҡулға алған көндө мин депутат инем. Депутаттарҙың яртыһы инде яңы, ситтән килеүселәр ине. Тауышҡа ҡуйғас... (бышылдап тиерлек) мин ҡул күтәрҙем, һәм ошо хәл итте бөтәһен, һуңынан мин йоҡлай алмайым, төн буйы илап сыҡтым... Иртәгеһен өлкән ҡыҙым... минең йөҙөмә төкөрҙө... (Быуылғандай, тамағынан ниндәйҙер өн ишетелеп ҡуя, күҙенә йәш эркелеп, ауыҙы ҡыйшая.) Нимә өсөн... (һулҡылдап, һүҙ әйтә алмай) төрмәгә... биш айға?.. ҡылдан шашыу сигенә етеп, Яҡуповҡа, Байымовҡа ҡараш ташлай, йән әрнеүе менән.) Ҡәһәр һуҡһын һеҙҙе! (Бөгөлөп төшкәндәй, Сәғәҙиев яурынына йығылып, үкереп илай.) Мин... мин һәләк итте-е-ем...

Колхозсылар ҡуҙғалышып, көрһөнөшә. Конвойсы йәнә аптырап ҡала.

Кисер... кисер мине.... (Үкереп илай.) Үлем... үлем һәйбәт...

Ямғыр шаулай башлай.

Сәғәҙиев (Хәлиҙәнең башынан һыйпап). Тыныслан, Хәлиҙә, тыныслан. (Ҡәҙриәгә йөҙөн бороп.) Һыу!

Икенсе заседатель, графиндан тиҙ генә һыу алып, стаканды Ҡәҙриәгә һона. Ҡәҙриә йүгерә-атлай Хәлиҙә янына килә, тегеһе стаканды ситкә этә.

Ҡәҙриә (уны ҡосаҡлап). Зинһар, Хәлиҙә, ҡәҙерлем, тыныслан... үтенәм һинән, зинһар... (Ниһайәт, Хәлиҙәне аяғына баҫтырып, ары алып китә, уның сәсен төҙәткеләй ҙә, йәнәшәләй ултыра.)

Ошо ваҡиға ваҡытында Байымов бер кемгә күтәрелеп ҡарамай. Улин уға ҡаш араһынан ҡарап ҡуя. Һаубан апай күҙен һөртөштөрә. Икенсе заседатель урынынан тора, ҡулдарын күкрәгенә асамай ҡуйып, аллы-артлы йөрөй. Рахманов башын баҫып ултыра. Тышта ҡойоп ямғыр яуа.

Харисова (аяҡ үрә баҫып, үҙҙенә). Тағы нимә?.. Бер уй-тойғо икенсеһен саҡыра...

Вьюгин (уйсан). «Ике икең — дүрт» кеүек түгел шул...

Улин. Шаштырмағыҙ.

Икенсе заседатель (ултырып). Әйтегеҙ әле, Сәғәҙиевте эшенән сығарыуға колхозсылар нисек ҡарай ине?

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]