- •Баш һүҙ урынына
- •Өҫтәл артында ултырған көйө ҡоҙаларҙы уйнатыу
- •Киленгә һыу юлын күрһәтеү йолаһы
- •Туй буласаҡ залды биҙәү өсөн телеграммалар
- •Төрлө ойошмаларҙан телеграммалар (плакаттарға яҙып элергә мөмкин)
- •(Айырым плакатҡа яҙырға йәки туй гәзите өсөн)
- •Туйға саҡырыу (1-се вариант) (шаярыу ҡатыш)
- •Йондоҙнамә
- •Никах, туй тураһында аҡыллы фекерҙәр (афоризмдар)
- •Ғаилә тураһында афоризмдар
Никах, туй тураһында аҡыллы фекерҙәр (афоризмдар)
Төндә йөрөп, көндөҙ һөйөнөр, йәшлектә өйләнеп, олоғайғас һөйөнөр. Мәхмүт Ҡашғари
Һөйөү иҫертә, өйләнеү айныта. Ғәбит Садиҡов
Уттай ҡыҙҙы – уттан ҡурҡмағандар ала,
Ҡурҡаҡ өсөн ҡарт ҡыҙ – туң боҙ ҡала. Рәшит Назаров
Ҡатын алыу – костюм, сәғәт алыу түгел, механизмдары ҡатмарлы. Ғәлимов Сәләм
Ағас ҡурпыламаһа, урман ҡорой, кеше ҡурпыламаһа, тоҡом ҡорой. Мостай Кәрим
Таш йөрәкле иргә сыҡһа, һарғая зифа ҡыҙ ҙа. Яҡуп Ҡолмой
Туй ул тормош, тормошто туҡтатып буламы ни? Бер кем дә туҡтата алмай уны... Әсғәт Мирзаһитов
Атаҡайға – туй. Әсәкәйгә – уй. Йәштәргә – уйын. Ҡоҙаларға – һый.
Рәмзилә Хисаметдинова
Өйләнешеү, күңелле туй үткәреү – бәхетле кешенең ғүмеренә бер генә килә торған зауыҡ нәмә бит ул.
Баязит Бикбай
Туй, туй, туй! Нимәң бар – сығарып ҡуй. Тамара Ғәниева
Туйҙан һуң ҡаты-ҡото ҡалмай булмай. Ғәбит Садиҡов
Ғаилә тураһында афоризмдар
Һәр ғаилә – үҙенә күрә бер карап ул... Уның да һәйбәт капитаны булырға тейеш!.. Нәжиб Асанбаев
Мөхәббәтле өйҙә сәңгелдәк ҡояш булып эленеп торор алтын сөйҙә. Динә Талхина
Ғаилә ебе – нәҙек, нескә еп,
Ел ҡалҡһа ла ҡай саҡ өҙөлә.
Өҙөлгәнде ауыр ялғауы,
Ә ялғанһа йөйө һиҙелә. Риф Мифтахов
Ғаилә гөл үҫтерә торған һауытҡа оҡшаш, гөлдө гел генә ҡарап-ҡурсалап тормаһаң, уға йә ҡырау төшә, йә күҙ тейә... Тайфур Сәғитов
Ир-ат булған өйҙөң йәме бар,
Ашар аштарының тәме бар.
Рауил Шаммас
Ғаилә үҙенә бер дәүләт. Динис Исламов
Ирҙең ҡатыны – уның яртыһы. Рауил Бикбаев
Иркә бисәнең ире иртә ҡайтыр. Ғәбит Садиҡов
Алтын балдаҡҡа алданып кейәүгә сыҡма. Ғәбит Садиҡов.
Һөйгәнде - күккә сөйәләр,
Һөймәгәнде – ерҙә төйәләр.
Ҡадир Әлибаев
Йыйған малың ятҡа китһә лә, һөйгән йәрең ятҡа китмәһен! Абдулхаҡ Игебаев
Мөхәббәт... Һин сир кеүек икәнһең – саҡырғанда, килмәйһең, ҡыуғанда – китмәйһең. Ибраһим Абдуллин
Мөхәббәт – мәңгелек сир,
Мөхәббәт – мәңгелек сер.
Сәрүәр Ғәләүетдинов
Мөхәббәтте һорап алмайҙар – йөрәк менән генә яулайҙар. Риф Мифтахов
Мөхәббәтте ялбарып түгел, яратышып табалар.
Ғайса Хөсәйенов
Мөхәббәттә – кеше бәхете,
Бәхеттәрҙең алтын тәхете.
Рәшит Шәкүр
Ни мәғәнә йәшәүеңдән, мөхәббәт татымаһаң?!
Һөйгәнеңден ҡосағына аҡҡоштай атылмаһаң?
Ҡадир Әлибаев
