Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Заманса башҡорт туйы.docx
Скачиваний:
1
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
82.95 Кб
Скачать

Өҫтәл артында ултырған көйө ҡоҙаларҙы уйнатыу

1-се уйын. Тапҡырлыҡҡа һынау: ғаилә, бала тураһындағы мәҡәл- әйтемдәрҙең тәүге яртыһын ғына әйтәһең, икенсе яртыһын ҡоҙалар әйтергә тейеш, дөрөҫ әйткән кешегә приз:

  • Ир–баш, (ҡатын - муйын).

  • Ҡатын-ҡыҙҙың аяҡ аҫтында нимә? (Ожмах)

  • “Яңы ҡоҙа” барҙа, (“иҫке ҡоҙа” ятып илаған).

  • Улым, һиңә әйтәм, (киленем, һин тыңла).

  • Яҡшы бала һөйҙөрөр, (яман бала көйҙөрөр).

  • Ирҙе ир иткән – ҡатын, (ҡатынды ҡатын иткән - утын).

  • Балалы йорт, (баҙарлы йорт).

  • Бала бала була белһә, бауыр ите, (бала була белмәһә, бауырыңды ыу итер).

  • Ауылсы ҡатын ни эшләр? (Өйөнә еткәс йүгерер).

  • Көтөүсе бисәһе ни эшләй? (Кис биҙәнә).

  • Силәгенә күрә, (ҡапҡасы).

  • Ирмен тигән ир эсендә, (эйәрле-йүгәнле ат ятыр).

  • Атанан күргән уҡ юнған, (әсәнән күргән тун бескән).

  • Көтөүсенең таяғынан, (килендең аяғынан).

  • Алты йәшәр юлдан ҡайтһа, (алтмыш йәшәр хәл белешер).

  • Бишектәге бала (бишкә төрләнер).

  • Ҡыҙлы кеше ҡыҫып ятыр, (уллы кеше гөбөрнатор). (Бында бик ҡыҙыҡ яуаптар булды, үҙегеҙ һиҙәһегеҙҙер)))))

  • Ҡатын алһаң ҡотон ал. (Аңлатма бирергә. Был әйтемгә лә варианттар бик ҡыҙыҡ булды. Ә һүҙ ҡотло килен тураһында). Һәм башҡалар.

Иҫкәрмә: Үҙ ерлегеңдән сығып бик күп әйтемдәр, уй йомолған фекерҙәр әйтергә мөмкин.

2-се уйын: Көй уйнаған ваҡытта ҡоҙалар бер сәскәне ҡулдан-ҡулға йөрөтәләр. Көй ҡапыл туҡтай, сәскә кемдең ҡулында ҡала шул наказ үтәй. Ә наказдар ошолайыраҡ булырға мөмкин: йырлай, бейей, таҡмаҡ әйтә, көләмәс һөйләй, ҡунаҡтарға бишбармаҡ һоғондороп сыға, киленгә, йә кейәүгә характеристика бирә, төп ҡоҙаға (ҡоҙағыйға) маҡтау һүҙҙәре яуҙыра һ.б. һ.б. Билдәле, приздар биреп дәртләндереү мотлаҡ булып тора. 

Иҫкәрмә: туй икәнде онотоп ситкә китергә ярамай.

3-сө уйын. Төп ҡоҙағыйҙар бәйләм бәйләп ярыша.  Энәгә 10-ар күҙ йыялар ҙа бәйләйҙәр, ә был ваҡытта башҡалар күмәкләп өс йыр йырлайҙар. Тәүҙә бергәләп “Беренсе мөхәббәт”, шунан һуң егеттәр генә йырлай “Дәү аҡтаныҡ”, шунан ҡыҙҙар “Күбәләгем-түңәрәгем”. Үҙенә күрә, егеттәр менән ҡатын-ҡыҙҙар араһында ярыш килеп сыға. Башҡа йырҙар менән алмаштырырға ла мөмкин. Алып барыусы мотлаҡ һығымта яһап, яҡшы йырлағандарға маҡтау һүҙе әйтеп ҡуя.

Һуңынан инде ҡоҙағыйҙарҙың эше баһалана: кем күберәк һыр бәйләгән, шул еңеүсе. Еңеүсене оҫталыҡта маҡтап, бәпәй тыуһа кофта бәйләп бирергә, икенсе ҡоҙағыйҙы ла дәртләндереп уға башлыҡ бәйләргә ҡушыла. Уларға ла приздар эләгә.

4-се уйын: Төп ҡоҙалар ярышы.  А4 форматтағы ҡағыҙға балалар коляскаһы һүрәтенең һыҙмаһы бирелә. Команда бирелгәс, ике ҡоҙа ҡайсы менән коляска һүрәтен ҡырҡа башлай. Кем алда ҡырҡып бөтә, шул еңеүсе. Артта ҡалыусыға яза бирелә: тыуасаҡ бәпәйгә коляска һатып алып бирергә.

5-се уйын: Ҡоҙалар-ҡоҙасалар ярышы. Ике ҡоҙа сыға, уртала ултырғыста ултыралар. Ҡаршы яҡтан ике ҡоҙаса сыға. Уларға медиктарҙың резинка перчаткаларын кейҙерәләр, сөнки, беренсенән, сит иргә ҡағылалар, икенсенән, перчатка менән эш итеү еңел түгел. Ҡоҙасаларҙың бурысы: ҡоҙаның рубашкаһы төймәләрен ысҡындырып кире элеп сығырға тейеш. Кем беренсе, шул еңеүсе.

6-сы уйын. Кем ауыҙына күпме кәнфит һыйҙыра ала (уйын өсөн ҡағыҙлы ваҡ ҡына кәнфиттәр алына).

Ике йәш ҡоҙаны ярыштырырға мөмкин: сиратлап ҡоҙалар уртына бер кәнфитте тыға ла йырлай. Ауыҙҙары тулып, йырлай алмай туҡтағансы, шулай дауам итә. Иң аҙаҡ йырлаған ҡоҙа еңеүсе була.

7-се уйын. Һәр ҡатнашыусыға бер ҡағыҙ бите тапшырыла. Бында улар башына беренсе килгән һүрәтте төшөрә (әйберҙе). Унан, бар һүрәттәрҙе буташтырғас, икенсе өйөмдән әҙер яуаптарҙы алып уҡый.(Һүрәт һәм һорау бер юлы алына) Мәҫәлән: йәштәр туй аҡсаһына нимә һатып ала? Бәхетле тормоштарының символы нимә була? Һ.б.

Музыкаль УЙЫН. Көй аҫтына кем иң дәртле, ихлас бейей, шуға приз, әммә бер-берегеҙҙең бейеүен урламаҫ өсөн күҙҙәрегеҙҙе бәйләйбеҙ тигән һүҙ аҫтында барыһының да күҙҙәре бәйләнә. Көй уйнай башлағас бермәмләп һәр береһенең күҙендәге бәйләмдәре алына һәм иң ихлас бейеп йөрөгән кеше генә ҡала (ул үҙе генә икәнен, әлбиттә, белмәй) һәм барыһы ла дәртләндергән һайын ҙур ихласлыҡ менән бейей. Һәм, әлбиттә, приз уға. (Был ситтән ҡарағанда бик ҡыҙыҡ күренеш).

Ҡыҙ оҙатыу

Кейәү кәләшен үҙ йортона оҙатып алып китеү өсөн кейәүңәре һәм берәй ирле-ҡатынлы оло туғаны менән килә. Уларҙы кәләш янына йыйылған әхирәттәре, йәш- елкенсәк ҡаршылай. Табын янында төрлө мәрәкә, уйын-көлкө, йыр-бейеү булырға мөмкин. Ололар килендең бирнәлеген, һандығын әҙерләйҙәр. Һандыҡҡа ҡәйнеш-бикәстәренә бүләктәр, олораҡ ҡатын-ҡыҙҙар өсөн түшелдеректәр, килен сәйе өсөн күстәнәстәр, ҡыҙҙың кейем-һалымы, туалет кәрәк-ярағы, постелдәре һалына. Һандыҡҡа һыйып бөтмәгән әйберҙәре лә булырға мөмкин: биҙрә-көйәнтә, һауыт-һаба, мендәрҙәр һ.б., һ.б.

Түшелдерек - башҡорт ҡатын-ҡыҙының биҙәнеү әйбере һаналһа ла, кеҫә ролен дә үтәгән. Уны күлдәк эсенән кейгәндәр, төҫлө матур туҡыма киҫәктәрен ҡорап, ике ҡатлы итеп тегелгән. Өҫ яғынан муйынға кеймәле бау, аҫтан билгә тартып бәйләргә бау тағыла. Унда ҡатын-ҡыҙ аҡса, биҙәнгестәрен, һөрмә һ.б. әйберҙәрен һалған, йәш ҡыҙҙар хаттарын да һаҡлаған.

Һандыҡты кейәү дуҫы менән алып сығырға булһа, балдыҙҙары өҫтөнә ултырып унан хаҡ һорайҙар. Һатыулашыу, мәрәкәләшеү башлана. Кейәү нисек тә һандыҡты һатып алыуға өлгәшә. Шунан һуң, йола буйынса, һандыҡты ишек яңағына тейҙермәй, йәғни төкөтмәй генә сығарып, машинаға тейәйҙәр. Ҡыҙ оҙатҡанда бер кем дә үпкәләп, рәнйеп ҡалырға тейеш түгел, хатта ишек яңағы ла. Ә ишек алдына ҡыҙ оҙатырға тип бала-саға, күрше-күлән йыйыла. Ҡыҙға ололар ҡайны йортонда таштай-ҡомдай батып тороп кит, тип аҡ һөт эсереп, аҡ юл теләйҙәр. Кейәү кәләшен етәкләп машинаға ултырта, ә ҡәйнеш-балдыҙҙары, бала-сағалар уларға төрлөсә ҡамасау итеп ебәрмәҫкә тырышалар. Борон ат менән оҙатып алырға килгән кейәүҙе бигерәк ыҙалатҡандар: йә сыбыртҡыһын йәшергәндәр, йә атының тамаҡ бауын бушатҡандар, йә һиҙҙермәй генә арбаның тәгәрмәсен ысҡындырғандар. Инде ҡуҙғалып киттем тигәндә генә аты туғарылып киткән. Шуға ла, бала-сағаны әүрәтеп ҡалдырыу өсөн кейәү ергә кәнфит, йә тинлек аҡсалар һипкән. Хәҙер ҙә ул йола һаҡланып килә. Шаяныраҡ кейәүҙәр машина йырағыраҡ киткәнсе кәнфит, йә аҡса һибә. Юл буйы тулып аҡса сүпләгән йәштәрҙе, балаларҙы йыш күҙәтергә мөмкин.

Килендең ниндәй ғаиләнән төшөүен, халыҡ оҙатылып килгәндәге бирнәлегенә ҡарап баһалаған. Шуға ла, борон киленде малы менән бергә (һыйыр, йылҡы, ҡуйҙары менән) оҙатып алғандар.

Килен төшөрөү

Киленде ҡайны йортона оҙатып ағаһы менән еңгәһе йәки апайы менән еҙнәһе килергә мөмкин. Аяҡ аҫтына аҡ кейеҙ, мендәр һалып киленде ҡәйнәһе төшөрөп ала. Ауыҙына бал-май ҡаптыра:

Әйҙә, килен, төклө аяғың менән.

Телең балдай татлы,

Күңелең майҙай йомшаҡ булһын!

Хәҙер был йортта, минән ҡала

һин дә хужабикә булаһың.

Уйҙарыбыҙ ҙа, хәстәребеҙ ҙә

уртаҡ булһын!

Рәхим ит, килен!

Йәштәр киленгә һыу юлы күрһәтеп килгәнсе, ололар өйҙә уның бирнәлектәрен урынлаштырып, түшелдерек һатыу ойошторғандар. Матур итеп тегелгән түшелдеректәрҙе епкә теҙеп элгәндәр. Олораҡ ҡатын-ҡыҙҙар, ҡайынбикәләре, ҡайынеңгәләре уның матурлығына һоҡланып, маҡтай-маҡтай һатып алғандар.