- •Баш һүҙ урынына
- •Өҫтәл артында ултырған көйө ҡоҙаларҙы уйнатыу
- •Киленгә һыу юлын күрһәтеү йолаһы
- •Туй буласаҡ залды биҙәү өсөн телеграммалар
- •Төрлө ойошмаларҙан телеграммалар (плакаттарға яҙып элергә мөмкин)
- •(Айырым плакатҡа яҙырға йәки туй гәзите өсөн)
- •Туйға саҡырыу (1-се вариант) (шаярыу ҡатыш)
- •Йондоҙнамә
- •Никах, туй тураһында аҡыллы фекерҙәр (афоризмдар)
- •Ғаилә тураһында афоризмдар
Баш һүҙ урынына
БАШҠОРТ ТУЙЫНЫҢ тарихына байҡау яһаһаҡ, республикабыҙҙың һәр төбәгендә туйҙың төрлөсә үтеүен, шулай ҙа төп йолаларҙың бер булыуын күрәбеҙ. Ата-бабаларыбыҙ йәштәрҙең өйләнешеүенә ҙур мәғәнә һалған, һәр аҙымдың үҙенә күрә нескәлектәре, тәрбиәүи әһәмиәте бар. Шуныһы ҡыҙыҡ, райондар, хатта ауылдар араһында ла улар ҡырҡа айырыла. Мәҫәлән, ҡайһы бер ерҙә “кейәү һандығы” тигән төшөнсә бар, йәки сәк-сәк һатыу йолаһы йәшәй, кемдәрҙер мәһәрҙән тыш ҡалымын да түләй. Ҡайһы яҡтарҙа киленде ата йортонан ҡайны йортона оҙатҡанда һандыҡ һатыу йолаһы бар, ә икенселәрҙә бындай сауҙа ойошторолмай. Килен һөйөү, кейәү ҡоймағы, килен сәйе кеүек матур ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ бөгөн дә йәшәп килә. Ғөмүмән, йолаларҙың байлығына, төрлөлөгөнә иҫең китер!
Бер кемдең дә ТУЙЫНА оҡшамаған, оригиналь байрам тураһында уйлағанда... уны БӨТӨНЛӘЙ ХӘМЕРҺЕҘ үткәреү вариантында туҡталығыҙ! Эйе, айыҡ туйҙы үткәреүгә күберәк көс кәрәк. Ҡунаҡтарҙың: “Алкоголь урынына нимә тәҡдим итерҙәр икән?” − һорауы алдында аптырап ҡалмаҫ өсөн тырышырға тура киләсәк. Тәү сиратта яҡшы ойоштороусылар командаһын йәлеп итергә кәрәк. Улар йыр-бейеү, уйын-мәҙәктәр менән ҡунаҡтарҙың “оялсанлығын” ҡыуып, матур мөхит тыуҙырасаҡ. Мәҙәк тигәндән, хәмерһеҙ туйҙа билдән түбән юмор булмауы хәйерле. “Әсе” тип ҡысҡырыу − беҙҙең милләткә бөтөнләй ят күренеш. Ата-әсәләр, оло ҡунаҡтар, апай-ағайҙар алдында үбешеп тороу – әхлаҡһыҙлыҡ. Уңайһыҙ хәлгә ҡалмаҫ өсөн көрәгәсене, табынды алып барыусыны, алдан киҫәтергә мөмкин. “Әсе” тип һөрәнләүсегә, мәҫәлән, берәр ҡалаҡ бал йә тоҙ ҡаптырып, мәрәкәгә әйләндерергә була.
НИКАХ. Никахлашыу йолаһы ҡыҙ тыуып-үҫкән йортта үткәрелә. Йәштәргә никах уҡыу өсөн мулла саҡырыла, ул мәсеттәге кеүек официаль рәүештә никахты теркәү өсөн, үҙе менән махсус китап (метрическая книга) алып килә. Мулла никахҡа ризалыҡты йәштәрҙең үҙҙәренән түгел, уларҙың ата-әсәләренән һорай. Мәһәр хаҡын да ошо урында һөйләшеп килешәләр. Мәһәр һорауҙан тартынырға ярамай, ләкин саманы ла юғалтыу килешкән эш түгел. Ҡыҙҙың ата-әсәһе хаҡлы рәүештә мәһәрҙең суммаһын әйтеп һорай ала. Сөнки баланы табып, тәрбиәләп үҫтереү, уҡытыу тулыһынса улар иңендә. Мәһәр тураһында һөйләшеп килешкәс, кейәүҙең ата-әсәһе кәләшкә әҙерләнгән бүләкте, мәһәр аҡсаһын, ҡоҙа-ҡоҙағыйға тигән бүләктәрен өҫтәл уртаһында торған ҙур батмусҡа һала. Таныҡлыҡты мулла тапшыра. Унан йәштәр балдаҡтар менән алмашына (йыш ҡына осраҡта көмөш балдаҡ).
Шунан һуң ғына мулла никах уҡый, йәштәргә фатиха биреп доға ҡылына. Артабан, ҡоҙалар менән танышыу никах табыны артында дауам итә.
ИҪЕГЕҘҘӘ ТОТОҒОҘ! Мәһәр – мосолман ғаилә хоҡуғы буйынса ирҙең ҡатынына түләй торған милке. Ул – никах уҡытҡанда мотлаҡ булған шарт. Ҡалым менән бутарға ярамай. Ҡалымды борон кәләштең ғаиләһенә түләгәндәр, ә мәһәр ҡатын милке була. Мәһәр аҡса, ҡиммәтле таштар, башҡа берәй мөлкәт рәүешендә лә була ала. Уның иң түбән күләме 33,6 грамм көмөш йәки 4,8 грамм алтын хаҡына тиң (исламдың Хәнәфи мәҙхәбе буйынса). Максималь күләме сикләнмәгән. Мәҫәлән, бай Көнсығыш илдәрендә кәләш фатир, машина йә банкта “түңәрәк” иҫәп тә һорауы ихтимал. Барыһы ла ирҙең мөмкинлегенә бәйле.
Мәһәр менән ҡалымдан тыш бирнә, тигән төшөнсә лә бар. Бирнәлекте ҡыҙҙар үҫмер саҡтан уҡ, йәшереп кенә ҡулъяулыҡ сигеп, селтәр бәйләп, мендәр тыштарын, таҫтамалдар сигеп әҙерләй башлағандар. Әсәйҙәр ҡыҙҙарының йәше етеүгә урын ҡаралтылар йыйып, юрғандар, мендәрҙәр әҙерләгәндәр.
Ҡөрьәндең “Ҡатындар” (“Ән-Ниса”) сүрәһендәге дүртенсе аятта әйтелеүенсә, “Һәм йәш кәләштәргә бирнәләрен бүләк итеп бирегеҙ. Әгәр улар бирнәләренән нимәне булһа ла үҙ ирке менән һеҙҙең файҙаға бүлһә, ул саҡта иҫәнлектә-байлыҡта ҡулланығыҙ”.
Хәҙер һәр ауылда тигәндәй мәсет бар. Никахты мәсеттә уҡытыу ҙа матур йолаға әүерелеп бара. Кейәү менән кәләшкә тәғәйен никах кейемдәре лә бик зауыҡлы итеп тегелә.
Мәсеткә кейәү, кәләш, ата-әсә һәм шаһиттар, яҡын туғандар барырға мөмкин. Шаһиттар иһә, ир-егеттәр, йә бер ир-егет һәм ике ҡатын ҡыҙ була. Мәсеткә барғанда барыһының да шәриғәт ҡанундарына ярашлы кейенеүе мотлаҡ булып тора. Был тәртип ир-егеттәргә лә ҡағыла. Ҡатын-ҡыҙҙарға иһә, ғәүрәтле урындар күренеп торған кейемдәр кейеү тыйыла.
Унан һуң, йәрәшеү юридик яҡтан нығытыла. Бының өсөн йәштәр ЗАГС ҡа бара.
Ҡыҙ һатыу
Хәҙер йәш-елкенсәк, кейәү менән кәләштең никахын законлаштырыу өсөн ЗАГС-ҡа бырыр алдынан, ҡыҙ һатыу (выкуп) өсөн төрлө мәҙәктәр уйлап сығара. Никах һарайында никахлашҡандан, балдаҡтар менән алмашҡандан һуң, заман йәштәре машиналарҙа ҡаланың йә ауылдың иҫтәлекле урындарына, һәйкәлдәргә, мәңгелек ут янына барып сәсәкәләр һалалар. Күп кенә райондарҙа “бәхет шишмә”һенә барыу ҙа һәйбәт йолаға әүерелгән. Ошо урындарҙа фотоға төшөү традицияға ингән. Һыуға гөлләмәләр, тәңкәләр ташлайҙар.
Гөлнара Яҡупова тәҡдим итә (интернеттан алынды):
Беҙ кейәүҙе ҡршы алғанда ҡапҡанан алып аяҡ эҙҙәрен ҡағыҙҙан ҡырҡып һалып сыҡтыҡ, ул, һәр бер эҙгә баҫып, кәләшенә матур һүҙҙәр әйтте (матурым, аҡыллым, бәхетем...). Ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле һорауҙар бирҙек. Мәҫәлән, кәләшеңдең аяҡ кейеменең размеры, ҡәйнәңдең иң оҫта, тәмле итеп бешергән ашы ("сәй" тип яуаплағайны))) ), ҡайныңа нисә йәш, балдыҙың уҡыу йылын нисек тамамлаған, һыйырҙарының исемдәре нисек? һ.б. аҡсанан кәләшенең исемен яҙҙы, һәр бер һынауҙан һуң "Мин һине яратам!"- тип ҡысҡырҙы. Аҙаҡ 3 литрлы банканы һатып алды, сөнки унда ҡыҙ бикләнгән йорттоң асҡысы ята ине. Шундағы ҡымыҙҙы дуҫтары менән эсеп бөтөп, асҡысты алып, асып инде. Тәүге бүлмәлә Мәсекәй булып кейенеп, бер егет ултыра ине, ул: "Килдеңме ни, һөйгәнем, мин һине шундай көттөм! Хәҙер үк ЗАГС-ҡа барайыҡ,"- тип муйынына аҫылынды. Кейәү: "Мин һине алмайым, үҙемдең яратҡаным бар,"-тигәс, ул үпкәләп, кәләштең туфлийын һатмайым, тип ҡырталашҡан булып, тағы бер аҙ аҡса "һыҡты". Шулай ҙа кейәү туфлиҙы һатып алып, икенсе бүлмәгә инде, унда уны кәләше көтә ине, кейәү, туфлиҙарын кейҙереп, тышҡа күтәреп алып сыҡты.
Көрәгә асыу
Туйҙы асыу өсөн ҡаршы яҡтан килгән ҡоҙалар күстәнәстәрен оло батмустарҙа сәксәк, батман тулы ҡымыҙ кеүек һый-хөрмәттәрен уртаға сығарып ҡуялар ҙа өҫтөнә ҡиммәтле әйбер ябалар. Ул “көрәгә ябыуы” тип атала. Көрәгә ябыуы күлдәклек, йәки юрған, постель кәрәк-ярағы булыуы мөмкин. Уны ҡоҙалар ҙур хаҡҡа (аҡсаға, һарыҡҡа, йәки кейәү менән кәләшкә күлдәклек әйтеп) һатып алалар. Был көрәгә асыу, тип атала. Көрәгә асҡандан һуң ҡыҙыл туй башлана. Хәҙер туйҙарҙы тамадалар алып бара, ә элек туйҙы алып барыусыны “аяҡсы”, “көрәгәсе” тип атағандар. Сөнки ул туйҙың башынан аҙағына тиклем аяғөҫтө ҡоҙаларҙы һыйлаған. Туйҙы, әлбиттә, бер аяҡсы ғына алып бармаған уға йәш ҡоҙа-ҡоҙасалар ҙа ярҙам иткән.
Башта ике яҡтан да ҡоҙалар менән танышыу, унан һуң йәштәргә теләктәр теләп бүләктәр биреү ашап-эсеү менән аралаштырып алып барыла. Ҡунаҡтарҙың күңелен асыр өсөн йыр-бейеү, уйындар ойошторола.
“Сәрмә төбө”н алыу
Туй ҡыҙып, ҡоҙалар алып килгән күстәнәстәр бер аҙ бүҫкәргәс, “сәрмә төбө”н алыу ойошторола. Ул килтерелгән күстәнәстәр төбөнә йәшерелгән була. Аяҡсы уны күстәнәстең төбөнән һәрмәнеп табып ала. Уны ла ҡоҙалар һатып ала. Ә “сәрмә төбө”нә сигеүле таҫтамал, ебәк шәл, өҫтәл ябыуы кеүек нәмәләр һалырға мөмкин. Уны һатып алыусыны хуплап, маҡтау һүҙҙәре әйтеп бейетеп, йә йырлатып алырға мөмкин.
Ҡыҙыл туйҙан һуң төп ҡоҙағый ҡаршы яҡтан ҡоҙа булып килгән ҡунаҡтарға күлдәк кейҙерә. Бына шулай итеп, ҡоҙа булышып туғанлыҡ ептәре нығытыла. Иң затлы күлдәктәр төп ҡоҙа менән ҡоҙағыйға, артабан һәр кемдең статусына (йәғни йәшенә) ҡарап, йәшерәк ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарға (килендең йә кейәүҙең ҡайнаға-ҡайынбикәләре) бүләктәр таратыла. Күлдәк кейҙерешеп ҡоҙа булышыу оло мәртәбәгә эйә. Артабанғы тормошта ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар алдында яуаплылыҡ өҫтәй, бер-береңде ҙурлап, ихтирам итеп йәшәү мотлаҡ булып тора.
Ҡыҙ ҡушыу
Ҡыҙ менән егетте, никахтан һуң, айырым йортҡа йоҡларға ҡалдыралар. Был “ҡыҙ ҡушыу” тип атала. Ҡыҙҙың еңгәләре бик әүҙем эшләйҙәр был кистә, сөнки кейәүҙән мул ғына бүләк төшәсәк. Улар ҡыҙҙы йәшереп, кейәүҙе кәләшен юғалтыуҙа ғәйепләп бер булалар. Аҡса бирһә ҡыҙҙың ҡайҙалығын күрһәтәсәктәрен әйтәләр. Күмәкләп ҡыҙҙы эҙләп тапҡас, йәштәр тартҡылашып ҡыҙҙы бирмәҫкә тырышалар. Тартҡылаш ваҡытында өҙөлгән төймәләрҙең, йыртылған кейемдәрҙең хаҡын кейәү түләһен тигән талаптар ҙа булырға мөмкин. (Ғөмүмән, кейәүҙең кеҫәһендә тинлектәрҙең күп булыуы хәйерле. Сөнки ҡоҙасалар, балдыҙҙары унан аҙым һайын мәрәкә итеп, аҡса һораясаҡтар. Уңайһыҙ хәлгә ҡалмаҫ, йәки “һаран еҙнә” исеме алмаҫ өсөн тинлек биреп тә ҡотолорға мөмкин.) Йола, әлбиттә, кейәүҙең еңеүе менән тамамлана.
Артабан, алдан әҙерләнгән йортҡа йәштәрҙе алып киләләр. Ике еңгәй ишектең ике яғына баҫып ҡыҙҙың әсәһе әҙерләгән тауарҙы, ишекте ҡаплап, тоталар. Егет уны аяғы менән баҫып урталай йыртып, өйгә инеп китә. Ике өлөшкә бүленгән туҡыма йыртыш тотоп торған еңгәйҙәргә бүләк ителә. Шунан һуң ғына, егет һөйгәнен ҡулынан тотоп эскә тартып ала. Ә эстә матур итеп йоҡлар урын йәйелгән, яҫтыҡ аҫтына кәләшкә тигән һырға һабағы йәшерелгән була. Уны буласаҡ ҡәйнә әҙерләп алып килә. Ул ебәк яулыҡҡа ҡаҙалған затлы алҡалар, брошка һ.б. биҙәү әйбере булырға мөмкин. Борон, төҫлө ептәр ҡиммәтле һаналған саҡтарҙа, бер аяҡ епкә көмөш тәңкә, йәки беләҙек, балдаҡ тағып та һырға һабағы әҙерләгәндәр. Бәлки шуға ла уны “һырға һабағы” тип атағандарҙыр. Һырға һабағын кәләш иртәнсәк урын ерен йыйыштырғанда табып ала. Иртәнсәк йыуыныр өсөн һыулы ҡомған менән тас та алдан әҙерләнә. Иртән йыуынғас кейәү, хәстәрлекле еңгәләргә рәхмәт йөҙөнән, ҡомғанға ҡағыҙ аҡса ҡыҫтырып ҡуя.
Ҡоҙаларҙы “сыбыртҡылау”
Ҡоҙаларҙы “сыбыртҡылау” бик борондан килгән йола. Сөнки элек туйҙар аҙна буйы дауам иткән. Туйҙа ҡатнашҡан һәр бер кеше ҡоҙаларҙы өйөнә саҡырып һыйлаған. Шуғалыр ҙа, ҡоҙалар ғүмер буйы бер-береһен яҡын күреп, оло хөрмәт күрһәтеп йәшәгәндәр.
Ҡоҙаларҙы “хуш итеү” өсөн дә ныҡлы әҙерлек алып барыла. Ҡоҙалар ҡайта торған көндә төп йортта ҡаҙан тултырып ит бешерелә, уны “сыбыртҡы ашы” тиҙәр. “Сыбыртҡы ашы”на өҫтәл әҙерләнә, мул итеп табын ҡорола. Нисек тә ҡоҙалар алдында йөҙ ҡыҙармаҫлыҡ булһын, тип тырышалар. Ҡоҙалар өҫтәл тирәләй ултырғас, ҡунаҡ итеүсе яҡтан шаян, үткер телле йәш ҡоҙа, йәки ҡоҙаса үҙенсәлекле итеп кейенеп, матур төҫлө таҫмаларҙан үрелгән сыбыртҡыһын болғай-болғай бейеп килеп инә. Үҙенсәлекле кейенеүҙе дөрөҫ аңларға кәрәк: ир кешенең ҡатын, йәки ҡатындың ир булып кейенеп, үҙендә булмағанды яһалма ағзалар итеп тағып йөрөүе бер ҙә килешкән эш түгел. Һыбайлы, көтөүсе, шаян хужабикә һ.б. булып кейенергә мөмкин.
Итте ашап бөттөгөҙ,
Сәйҙе эсеп бөттөгөҙ,
Хәҙер инде үҙегеҙгә
Кире ҡайтып китегеҙ.
Эй, ҡоҙағый, килмәйһең,
Килһәң ҡайта белмәйһең!
Сыбыртҡыны күрҙениһәң,
Ятып тороп илайһың!
Ҡоҙа ултыра ҡуҡырайып,
Ҡорһаҡтары кәпәйеп,
Һеҙҙе һыйлай торғас инде,
Бөтөп китте әпәйем.
Әәә-әәйй!
Ҡайтмаһағыҙ ҡайтмағыҙ,
Көбө төбөн ҡағайым!
Кикрүктәгән әтәсемде
Сығайым да салайым!
Алай икән тимәгеҙ,
Былай икән тимәгеҙ,
Сыбыртҡыбыҙ әсе тейһә,
Ғәйеп итә күрмәгеҙ!
... ... ... ...
Шулай таҡмаҡлап, сыбыртҡыһын уйнатып, ҡоҙаларға һелтәнеп-һелтәнеп ала. Ә ҡоҙалар сыбыртҡылағы таҫмаларға аҡса бәйләйҙәр. Шунан һуң, аҡсаны иҫәпләп, шул хаҡҡа тағы һый өҫтәп сығаралар. Йәнәһе, башҡаса һыйҙы һатып ҡына бирәләр.
Элек, туй бер яҡта ғына үткән осраҡта, килгән ҡоҙалар хатта утындың, һыуҙың да хаҡын түләр булғандар. Гармунсы бер яҡта ғына булһа, уны ла ҡаршы яҡ ҡоҙалар һатып алғандар. Былар бөтәһе лә уйын, мәрәкә өсөн эшләнелә. Һәр нәмәлә сама белеү, күңел һаҡлау мотлаҡ булып тора. Уйындан уймаҡ сығарырға ярамай.
Уйындар:
“Ҡалпаҡ” уйыны. Был күптәргә билдәле уйын. Уның өсөн алдан уҡ ҡалпаҡ (шапка), ҡыҙыҡлы фразалар йә йырҙан ҡыҙыҡлы өҙөктәр әҙерләп ҡуйырға кәрәк. Алып барыусы кемдеңдер башы өҫтөнә, “Был ҡунағыбыҙҙың башында ниндәй уй икән”- тигән һүҙ менән ҡунаҡтарҙың башы өҫтөнә алып килгән саҡта ҡалпаҡ “һөйләшә”. Был уйындан һуң яҡшы кәйеф вәғәҙә ителә!
Был уйын өсөн бер тапҡыр ҡулланылған стакандар, маркер һәм сок кәрәк буласаҡ. Тик төбө үтә күренеп торорға тейеш түгел. Стакан төбөндә маркер менән берәй әйтемдән хәрефтәр яҙыла. (Мәҫәлән, буйҙаҡтың тамыры ҡорор, буйҙаҡтан аҡыл һорамайҙар, туйға барһаң туйып бар, туй үткәс дөмбөр ҡаҡмайҙар, мөхәббәт тешкә ҡарамай һ.б) Унан һуң, ике коммандаға бүленгән ҡатнашыусылар эсемлекте бушатып, хәрефтәрҙән әйтемдәр төҙөй. Ҡайһы команда беренсе бөтә, шул еңеүсе.
