Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
11кл.doc
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
164.35 Кб
Скачать

Уҡыу планында предметының урыны.

Өфө ҡалаһы ҡала округы Октябрь районы 130 – сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә бирелгән эш прогаммаһы 34 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт), шул иҫәптән контроль эштәр өсөн: Диктант – 3, ижади эш – 1, картина буйынса 1 эш үткәреү ҡарала.

Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

1. Ҙур булмаған эпик әҫәрҙәрҙе йәки уның өҙөктәрен һөйләп биреү. Художество әҫәрҙе инсценировкалау.

2. Тәҡдим ителгән ситуация буйынса һорауҙар бирә белеү, уҡытыусының (йәки башҡаларҙың) һорауҙарына яуап бирә белеү; яуаптарҙы дөрөҫ интонация менән асыҡ, аңлайышлы итеп әйтеү, һөйләү, бирелгән һорауҙарға тулы итеп яуап биреү, күренекле яҙыусыларҙың биографияһы , ижады өҫтөндә ентекле эш алып барыу. Проблемалы һорау ярҙамында геройға характеристика биреү.

3. Ишеткәнде, күргәнде 8-10 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү.

4. Ҡысҡырып, шыма, ролләп, сәхнәләштереп һәм тасури уҡыу. 10-12 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;эпик, логик, лироэпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.

5. Һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. Һүҙлек менән файҙалана белеү.

6. Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.

7. 110- 115 һүҙ күләмендә диктант яҙыу; 80-90 һүҙ изложение һәм 90-110 һүҙ инша яҙа белеү; ҡотлау хаты (открытка) яҙа белеү.

8. Башҡортостан, уның үткәне, бөгөнгөһө хаҡында әңгәмә үткәреү. Республикабыҙҙың күренекле урындары менән таныштырыу. 9. Йәйге тәбиғәтте күҙәтеү, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре тураһында диолог һәм монологтар төҙөү. 10- сы класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

10. Телмәр ағышында өндәрҙең үҙгәреүен айыра һәм аңлата белеү;

    • диалогтарҙа башҡа кешеләрҙең телмәрендәге орфоэпик хаталарҙы күҙәтә һәм төркөмләй белеү;

    • һүҙлектәр менән файҙалана белеү;

    • диктант, изложение һәм иншалар яҙыу;

    • өндәш һүҙҙәр, улар эргәһендә тыныш билдәләренең ҡуйылышы;

    • һүҙҙәрҙе яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙың килеү тәртибе (рус теле менән сағыштырыу).

    • үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙең телмәрҙәге роле.

Уҡыу һәләтлектәрен баһалау:

  • 160-200 һүҙ 350-400 билдә 250-300 һүҙ-эстән уҡыу.

  • Алда ҡуйылған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн уҡытыуҙың түбәндәге методтарын һәм формаларын ҡулланырға кәрәк:

  • информацион технологиялар;

  • уҡыу-уҡытыуҙы шәхсиләштереү технологияһы;

  • проблемалы уҡытыу;

  • проекттарҙы һәм ижади эштәрҙе презентациялау;

  • уйын алымдары;

  • тестар эшләү;

  • төркөмләп эшләү һ.б.

Уҡыусыларҙың белемдәрен һәм күнекмәләрен,ҡаҙаныштарын контролләү формалары:

  • тестар

  • ижади эштәр(тематик яҡтан,жанр йәһәтенән төрлө иншалар һ.б.)

  • докладтар.

  • яҙма эштәр(диктант,изложение)

11. Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; 3-4 башҡорт йырын башҡара белеү, мәктәптең үҙешмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау. Бөтә был эштәр тураһында бәйләнешле һөйләй белеү. Данлыҡлы кешеләр менән кисәләр, осрашыуҙар ойоштороу уларға ҡарала ихтирам, ғорурланыу тойғоһо уятыу, кешелеклелек тәрбиәләү.

Лексик темалар

Грамматик темалар

Сәғ.

һаны

1.

Тыуған илем-Башҡортостан

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

11

2.

Башҡортостан сәнғәте.

Бер составлы һөйләм төрҙәре.

4

3.

Кемдәр улар сәсәндәр?

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр.Баш һөйләм һәм эйәрсән һөйләмдәр.эйәрсән һөйләм төрҙәре.

5

4.

Башҡорт ырыуҙары,шәжәрәләре.

Ҡушма һөйләмдәр.Ҡабатлау.

4

5.

Башҡорт халыҡ шағирҙары,яҙыусылары.

Эйәрсән һөйләмдәр.

11