Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Тамйан иле гүзәл .doc
Скачиваний:
1
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
423.94 Кб
Скачать

1700-1753Йй,1753-1830йй,көнбайыш Башҡортостандың төнгәуыр-тамйан-

дары,төнъяҡтан;Миәс,Силәбе,Перым,Пелымдың тамйан-туңғауырҙары,

рус карательдәре тарафынан эҙәрлекләнеп,үлтерелеп бөтөүҙән ҡасҡан,

ҡыуылған,типтәр сифатында,ошо мәрхәмәтле ерҙәргә килеп төпләнгән

тамырҙарыбыҙ йәшәй.

Шулай ҙа,үлем уларҙы.яңы күсенгән урындарҙа ла килеп тапҡан,сөнки,

Батша әмере буйынса,Уралды башҡорттарҙан таҙартыу бурысы ҡуйылған.

Тамйан-төнгәуырҙарҙың Янсәйет түбәһе тармағы,пермь яҡтарына,красно-

Уфимск,яғына юллана,ҡайһы берҙәре хәҙерге Ҡариҙел,Краснокама,

Ҡалтасы,Балтас райондары биләмәләрендә килмешәк булып китә,суҡына.

Тиҙҙән,Шаһғәли Шаһмандың бүләһе Сыуашбайҙың тоҡомо,милләте буйынса сыуаш булып.документтәргә инеп китә,аҙаҡ,шул уҡ кешеләр башта типтәр(припущенник),унан татар милләтенән итеп күрһәтеләләр.

Мәҫәлән;Ҡариҙел районының Үрге Ҡаҙмаш ауылы тураһында материал.

Караидельский район-деревня Верхний Казмаш.из Байкибашевской волости,была основана чувашами на месте отнятой у башкир,земле которые в 1917году исчислялись в количестве 270-человек при 50 дворах,из

Которых 20 были беспосевными.30-сеяли от 1 до 4 десятин пашин.Не все двора имели рабочий скот.Название деревни:Байкибаш,происходит от

Старотамъянского,топонимическое,состоит из слов Бай(Полный),

Ык(Вода),Баш(Исток),-означает:Исток полноводной реки,колодца

(Койо,Коток)у которых живут копатели,рывшие колодцев люди,по башкирски,так называемые казмаш,соксон.(Ҡойо,Ҡоҙоҡ ҡаҙыусы)

В последствие в деревне стало преобладать татарское население.

Все остальное татарское поселения в районе возникли после 1917года.

Ер-һыу атамаларын,ҡәҙерләп,үҙҙәрен тормош һынауҙары ҡайҙа ғына

ташламаһын юғалтмаҫҡа тырышып,яңы төпләнгән ерҙәргә ҡушып баралар.

Тағы бер миҫал,Краснокамский район,-река Казмаш.(Уразай Тюкаев 1674

года рождения.Гарейской волости,Янзигитовой тюбе в 1721году разграничил свою вотчину от владения вотчинников Старо-Иланской волости по рекам:Калтасы,Казмаш.

(М.И.Баш АССР.т.3.с.134.)

Тағы бер документ;№-160,1784г.29 января.

Купчая башкир Ногайской дороги Исли –Минской волости Кадыргула Макаева и Я.Хлебниковой.

На земли по р.Изяку.Команда старшин Башира Таймасова(отец Таймас Кутлин внучатый внук князя Буралы Шагалина,прямой потомок Шагали

Шакмана) Ибрагим Мрясева.Поверенные Юлумбетя Аблаева и Ахмера Атяшева-с вершины Козмышлы-речки,вниз по правою сторону до устья впадающую в Изяк реку по течению от Изяка реченного Благовещенского

Завода.

(М.И.Баш.АССР.Изд-во АН.СССР.М-1960.Т-5.

Карателдәрҙән ҡасҡан көнбайыш(төнгәуыр)тамйандары,тарихи

материалдарҙан күренеүенсә 1738-39 йылдары.Ямантау,Янғантау,

Ирәмәлтау һырттарында йәшенә,ул йылдары Уралда ҡар күп яуа,юлдар өҙөлә,миктәгән халыҡ Карателдәргә мөрәжәғәт итеп мәрхәмәткә өмөт итә,беҙ тиҙәр,астан үләбеҙ,беҙ бер ваҡытта ла аҡ батшаға хилафлыҡ

эшләмәнек,беҙ антыбыҙға тоғро ҡалабыҙ тиҙәр.

Ас халыҡ,эт-бесәйҙе ашап бөттө,балаларын рустарға һаталар,тип яҙа,

донесениеларҙа карателдәр.1739-40-сы йылдарҙағы халыҡты карателдәр тарафынан ҡырыуҙан һуң,тамйандарҙың Ябалаҡты,Янйегет түбәһенә ҡараған

Ҡаҙмаш йорто,Күсем йорто,Мәсәғүттәр,Ҡолоштар,Иҙел башына күсеп

тынысланып йәшәргә ниәтләй.әммә.Уралда заводтар төҙөлә башлай,инде

үлемдән саҡ имен ҡалған халыҡты көсләп тағы ла урындарынан күсереү башлана.Хәҙерге Белорет ҡалаһы урынын Твердышевға һатҡас Ябалаҡты,

Янйегет түбәһенә ҡараған,ҡыуылған халыҡ Ҡаҙмаш,Бағарашты,Мәнйәк,

Мәтә,Инйәр йылғалары буйына.Елдмерҙәкте аша төшөп Ташбүкән

ауылын нигеҙләйҙәр.Ҡайһылары Ағиҙел түбәнендә,төҙөлә башлаған Ҡағы,

Әүжән заводтары өсөн ерҙәрен көсләп һатыуға мәжбүр ителәләр,

көсләшеп.ерҙәрендә һаманда.ныҡышҡан тамйандар һәм заводчиктар араһында низағтар башлана,сөнки,был ерҙәрҙең аҫабалары ҡатайҙар,1760 йылдың 1 июлендә И.Твердышевҡа һәм И.Мясниковҡа,1761 йылдың 13 мартында ҡатай старшинаһы Дауыт Йәналин командаһы кешеләре Тамйандар йәшәгән заводчик Демидовҡа.Инйәр буйындағы биләмәләрен

оброкка бирә.1769 йылда оброк срогы үткәс,28 июлдә уның ваҡытын тағы ла утыҙ йылға оҙайта.Аренда өсөн йылына 25-һум алырға килешәләр.Әммә,Демидов был ерҙәрҙе ҡулына ала алмай, бәхәскә

.И.Твердышев инә,ул бындағы мәғдәнде миңә Тамйан кешеһе,күпкә алдан

күрһәтте тип белдерә.бәхәс һуҙыла.Инйәр дачаһына ҡараған ерҙәрҙә барлығы,тамйандарҙың 11-ауыл,24-утары барлығын,урындағы башҡорттоң ерҙәрен ҡалдырып күсенеү буйынса талапты үтәмәүҙәре тураһында Ырымбурға властарға хәбәр итәләр,тамйандарҙы заводҡа бирелгән ерҙәрҙән сығарыуҙы,икенсе яҡҡа күсереүҙе һорайҙар.

Ә,1830 йылда,был Инйәр заводы ерҙәре законлаштырылып Пашковтарға

Беркетелә,тамйандарҙы власҡа бойһонмауҙа ғәйепләп,Ырымбур хәрби губернаторы генерал-майор Циалковский ауылдарын ташларға теләмәгән халыҡты ҡорал менән баҫтыра,хәрби командалар ауылдар буйлап ҡасып китеп өлгөрмәгән кешеләрҙе тәләфләй.Х1Х-сы быуат башындағы тамйан халҡын үҙ ерҙәренән көс ҡулланып күсереү,дөрөҫөн әйткәндә,заводтар төҙөү һылтауы менән халыҡты, ҡырыу бара,ғәсҡәр тамйан халҡын туҙҙырып.Елмерҙәктән башлап,Уралтауы һырты буйлап көнъяҡҡа

Ирәндек тауҙарына ,бөгөнгәсә атамалары һаҡланған; Яманйылға.

Үлмәһәк буйҙарына ҡарай ҡыуып алып китә.Имен ҡотолғандары унда-

Бында таралып,тарлауыҡтар араһында йәшеренеп йәшәйҙәр,күп кенә

төнгәуыр-тамйандары,үҙҙәренән алда,бында йәшәгән урындағы тамйан-таңғауырҙарға-(Ҡусҡарҙар) һыйынған Ҡолоштарға,Мәсәғүттәрғә күршеләш булып ултыралар.

Бөгөнгө көндә,Әбйәлил районында көн иткән Ҡаҙмаш,Тупаҡ,Таштимер

(Ҡотлогилде),Дауыт,Исхаҡ,Ҡаҙмаш йорто,һәм Белорет районындағы;

Тоҡан(Тоҡан Балтачев ауылы)Үҙәнбаш,Үткәл,Рысыҡай,Суйыр-Айыс,Айыс,Арышпар,Ноҡат,Лапышты,Илмәш,Уҫманғәле(Сарайса) ауылдары барыһы ла Ҡаҙмаш йорто ауылдары.Инйәр дачаһына ҡараған ауылдарҙан Борнағол йортоноң урынында бөгөн Инйәр ҡасабаһы урынлашҡан.Мәләүез районына ҡараған Илкенәй,Смаҡ,һ.б., бер нисә ауыл Ҡаҙмаш йортонан.Белорет районы Исмаҡай ауылы,Әбйәлил районы Ҡужан ауылы маңҡалар аралары,Белорет районы мәндейҙәре Ҡәҙмаш йортонан.Был тарихта,булған ысынбарлыҡ,тик нилектәндер ҡайһы бер,авторҙарҙа үҙ ырыу-ҡәбиләһенең тарихын яҙғанда,күҙ йомоп,башҡа ҡәбилә,ырыуҙарҙың яҙмышынан күсереү бара,ә бит бәләкәй генә яңылыш төйнәлгән төйөн өсөндә,уны сисеү өсөн күпме кеше -ғүмер уҙа.

Хәтергә төшөрәйек,хәҙерге Татарстанға ҡараған,элекке Минзәлә өйәҙенән ҡыуылған көнбайыш тамйандар,ҡәһәрле.мәхшәр йылдарҙа 1682-се йылдан Башлап,1740й,унан һуң 1753-64йй,Урал тауҙарында карателдәр-

ҙән,батшаға тоғро булған.ҡалмыҡ,татар,мишәр,ҡыпсаҡтарҙан оло фажиғә

кисерә.Бөйөк.Шаһғәли Шаһмандың,үҙ халҡын ирекле итергә ҡорған

изге маҡсатын,уның үлеменә(үлтерелеүенә)йөҙ йылдан ашыу ваҡыт үткәс шул уҡ,Ҡалмыҡ.Татар.Ҡыпсаҡ,Ноғай(Татар-монгол)был юлы Рус батшаһы менән берлектә,Уралтауҙың аборигены уғыр тамырлы Тамйандарҙы

Ҡырып,үлтереп бөтә яҙа ,теленән яҙҙыра,илен бөтөнләйгә баҫып ала.

Уралтауҙың ян-яғында,көн күргән Остәк.ИстӘк.ВотӘк халыҡтарын бөгөн

Илебеҙ ғалимдары ла,үҙебеҙҙең башҡорт уҡымышлылары ла күҙгә элмәйҙәр,сөнки был тема,улар өсөн ябыҡ тема.Әлегә беҙ,ошо изге ерҙең

Автохондары,башҡорт тарихы аҫтында,Даланың,шунан килгән Ҡыпсаҡтын,телен,мәҙәниәтен өйрәнәбеҙ,үҫтерәбеҙ.хатта,ваҡытында Һаҡмар казагы исеме аҫтында суҡынған,башҡортто ҡырғанда иң алдан йөрөгән джүнгәр ҡалмыҡтары ла,үҙҙәрен башҡорттоң түңгәүер ырыуынан

Тип күрһәтеп,мәшәҡәтләнәләр.Юҡ,ул Башҡортта түнгәүер тигән ырыу,

Уралтау илендә тамйандарҙың Урал Тауының Төнгә ауыр(ауыш)яғында көн иткән көнбайыш Тамйандары ғына бар.

Ҡараһаҡал восстаниеһы,аҫтында рус империяһы үҙенең төп мәкерле планын тормошҡа ашыра,Уралдың төп халҡы,уғырҙарҙы ҡырып бөтөрә яҙа.Хәҙерге Әбйәлил районына ҡараған,ике Ҡыҙыл,Яйыҡ,Һаҡмар йылғалары буйындағы 100-ҙән ашыу ауыл яндырыла,ер менән тигеҙләнә,

Балаларҙы ла йәлләмәй,йыртҡыстарса язалап үлтерәләр,Әбйәлил шул,ҡәһәрле йылдарҙың ҡара иҫтәлеген,үҙенең атамаһында тота,һаҡлай.

Карателдәр,мауығып китеп,үҙәренә тоғролоҡ тотҡан,бергәләп тамйандарҙы ҡырыуҙа ҡатнашҡан,тоғро башҡорттарҙы ла арыуыҡ һәләк итә,сөнки,уларҙың башҡаса кәрәге бөтә,сиратта.Ҡыпсаҡ ханы Әбелхәйер

тора.Уралда,ҡыпсаҡ этносы башҡаларҙан өҫтөнлөк ала,урындарҙа власты ла шул даирә тотҡан,хәрби һәм граждан губернат орҙарға бойһонған ерле

колония барлыҡҡа килә.

Шаһғәле Шаһман

Һин бит батыр ир инең

Ил ҡашында бер инең

Күктә шоңҡар һин инең

Ерҙә,толпар һин инең

(һыҡтау).

Шаһғәле Шаһман 16-сы быуатта 1519-сы йылдың көҙ айында тыуған.

Тамйан ҡәбиләһе башлығы,Ҡыпсаҡ,Үҫәргән башҡорттары башлыҡтары

Ҡараҡужаҡ бей,Иҫке бей менән бергәләшеп көнбайыш,көнъяҡ көнбайыш,

көнъяҡ-көнсығыш,көнъяҡ Урал башҡорттарын Урыҫ дәүләтенә ҡушылыу инициаторҙарының һәм етәкселәренең береһе.Тамйан башҡорттарынынң нуғай мырҙаларына ҡаршы көрәшенең башында тора.

Халыҡ та,ул Шәғәле Шаҡман тип кенә йөрөтөлгән Шәғәленең олатайы,

Дәмин(Дәүман)бей яҡынса 1468-79 йылдар арауығында йәшәй,Дәүман бейҙең улы,Шәғәленең атаһы Шаһман бей ,яҡынса -1490-95 йылда тыуған.

Бөйөк тамйандарҙың һуңғы вариҫы Шаһман бей үҙенең малайына ла.мәжүсии ерлектәге исемде һайлай.Шаһғәле тәржемәһендә бөйөк аҡыл эйәһе,уҡымышлы,ғалим сифатында ҡулланыла.Ысынында,Шаһғәле Шаһман ил ағаһы,ил батыры,иленең азатлығы өсөн көрәшеүсе булып китә.Алтын Урҙа осоронда уҡ,урыҫлашҡан Шаһбан тамыры менән рәттән, монгол ханы Аҡһаҡ Тимерҙең,монголдарҙың икенсе бер ханы Туҡтамышҡа ҡаршы походынан һуң тамйандарҙың Шаһран тамыры ла ныҡ ҡына туҙҙыры ла.Көнъяҡ-көнбайыш,көнбайыш тамйандарының аҫаба ерҙәренә,

әлегә үҙҙәрен,апаруҡ көслө тотҡан Шаһман тамырҙары; Шаһғәле

Шаһмандың,тарихта билдәле булыуынса,шәжәрәләрҙә күренеүенсә; бер-нисә ҡатындан тыуған улдары-Ағиҙелдең түбәнге ағымынан Сыуаҡ,

Буралы,Йәтсә,Ямантау,Ирәмәл,Янғантау шырлыҡтпарына,Бураш,

Килдейәр исемле улдары Урта Уралдан,Урал аръяғынан күсенеп

ултыралар.әлегә был тарихи факттар,архив материалдары аҙ булыуы

сәбәпле,ентекләп өйрәнеү өҫтөндә.

Рустарҙың Ҡазан ханлығын ҡолатҡан осорҙа,тамйандарҙың Шаһғәле

Шаһман тамырҙары,Ағиҙелдең түбәнге ағымында Камаға ҡойған ерҙә,уның бар ҡушылдыҡтарында ла йәшәй.Тамйандарҙан еңелгән ҡалмыҡтар,Торатау ноғайҙары улар менән инде иҫәпләшмәй булдыра алмай.

Шаһғәле Шаһман үҙенең ҡәбиләләштәре кеүек үк,башҡорт халҡының

Таянысы,ҡалҡаны булырға ынтылып йәшәгән мөһабәт кәүҙәле,баһадир,физик яҡтан таҙа кеше булған.Ул ,тамйандарҙан торған, үҙенең төҙөгән дружинаһына таянған.

Ул ваҡыттарҙа, Тамйандар татар-монгол хандары менән үҙ-ара килешеү

нигеҙендә йәшәгәндәр.Шул килешеү буйынса,баҫҡаҡтар башҡорт илендә

яһаҡты үҙаллы йыйырға хоҡуҡһыҙ булғандар.Шуның арҡаһында,

Тамйандар һәм Татар-Ҡалмыҡ-Ноғай баҫҡаҡтары араһында йыш ҡына

сиреүгә-сиреү килгән ҡан ҡойоштар булып торған.

Олатайҙарҙың,һөйләүенсә Тамйан ҡәбиләһенең башлыҡтары Дәүман

(Дәмин)бейҙән башлап,Шаһғәле Шаһманға тиклем барыһы ла бей булып,

үҙаллы ғәсҡәр-сиреү тотҡан.Шул килешеү буйынса тамйандар татар

ханлығының йөрәге,Ҡазан ҡәлғәһен,тышҡы яҡтан тороп,дошмандан

һаҡлау хеҙмәтен үтәгән,Яу килһә,беренселәрҙән үлемгә ташланғандар,

яуҙан һуң яраларын төҙәтергә Уралға ҡайтҡандар,шулай күп йылдар дауам

иткән.

Ул,16-сы быуат урталарында,хатта 17-се быуаттың тәүге яртыһында ла Тамйандар,көнбайышта Минзәлә,Ыҡ,Бир,Менәүәҙ, Ҡаҙмаш йылғалары,Дим,Ҡариҙел йылғалары,Ағиҙелдең үрге,урта,түбәнге ағымында,Ямантау,Ирәмәл тауҙарынан башлап аҡҡан Йөрүҙән,Әй,Уй,йылғалары буйында йәшәгәндәр,үҙ ерҙәренә,әҙмә-күпме

хужа булғандар әле.Татар менән Ноғайҙан,Ҡалмыҡ тайшаларынан миктәгән Тамйандар,һүҙ беректергән,һуңғы йылдары Мәскәү тарафынан

Ҡазанға көслө һөжүмдәр булып,башҡорттар бик күп юғалтыуҙарға дусар

булып ҡыйратылдылар.Рус ғәсҡәре лә,хәлһеҙләнгән,сафтары ныҡ һирәгән

булып,ҡәлғәне ала алмай,яңынан көс тупларға ҡайтып китте.

Һәр,ваҡыттағыса татар ханы башҡорт ғәсҡәрен яуҙан һуң,ял алырға ҡәлғә

эсенә индермәй,сөнки улар Башҡорттарҙан ҡурҡалар.Тарихтан билдәле

булыуынса,рус ғәсғәре 1547йылдан,1552йылдың октябренә тиклем өс тапҡыр Ҡазан ҡәлғәһен һуғышып алырға маташып ҡарай,әммә уңышһыҙ була. Был юлы,рус ғәсҡәренең юлында торған,Шаһғәле Шаһман етәкселек иткән башҡорт ғәсҡәре рус батшаһы Иван Грозный яғына сыға.

Олатайҙарҙың хәтерләүенсә,ҡасандыр,хәҙергә Яңауыл районы Байғужа ауылын нигеҙләгән Байғужа,шул ваҡытта Тамйандарҙың Шаһғәле Шаһман ғәсҡәре сафында һуғыша,Шаһғәле Шаһман Иван батшаның командиры була,яуҙаштары уны башҡорттарҙың ханы тип йөрөтә.

Байғужа рус командирын үлемдән ҡотҡара һәм батшанан ҙур бүләктәр

ала.ер биләү өсөн аҫабалыҡ хоҡуғына ҡағыҙ ала.

Ҡазан ханлығын,тар-мар итҡәс тамйан ғәсҡәре Башҡортостанға ҡайта,ноғай мырҙаларын,ҡалмыҡ тайшаларын туҙҙыра.Ҡалмыҡтың тайшаһы Аҡтөлөщтө ,ноғайҙың Аҡмырҙа мырҙаһын тотоп алып аманат итеп Ҡазан наместнигына тапшыралар.

Әлбиттә,Шаһғәле Шаһмандың роле башҡорт халҡының үҙаллыҡ яулауында әйтеп,һөйләп бөткөһөҙ,ләкин уның да,уның йөҙөндә Тамйан

Башҡортоноңда битен йыртыусылар бар.Шулай булмаһа,халҡыбыҙҙың ҡабатланмаҫ тарихында билдәле өлөшө булған,ерле Тау халҡын,Ур Алдың

Осто тауҙары,Сусаҡ тауҙары,Ҡара тауҙарында һ.б. бик борондан йәшәгән

Уғыр-тамйандарҙы ҡайһы бер ғалим сифаттары,күптән түгел генә донъя күргән Башҡортостан энциклопедияһында,монголға сығарып яҙмаҫтар ине.(Башҡорт энциклопедияһы.Өфө ҡалаһы.)

Тағы ла,шуны өҫтәргә кәрәктер,әүәлге ваҡытта,Башҡорттарҙың Рус дәүләтенә үҙ ирке менән инеү тураһындағы документкә;мәҫәлән(Үҫәргән

Ҡыпсаҡ,Тамйан ырыуҙары )1552-се йылда –Ҡазанға: Өс ырыуҙан вәкилдәр барып алған грамотаның копияһына,был хәл 1864-се йылда 5-се-мартта

булып,6-сы кантондың Кантонный начальнигы сотник Хәсән Биишев

(Биишоф яҙылған),копияла Бөрйән ырыуынан кенәз Иҫкебей өҫтәп яҙылған.

Ысынында иһә:Тәү,документта,961-че йылдан,йәнә өч йылдан суң 964-че йылда үктәбернең 2-че көнөндә өч оруғдан,йәғни Тамъян иләүенән

Шағәли Шағман-кенәз,Үсәргән иләүендән Бикбау-кенәз,Ҡыпчаҡ иләүендән Мәсәүәвәли Ҡараҡужаҡ,-кенәз чаҡырмаҡы илән Ҡазанға солтани бадишаһи олуға кенәз Иван Василискә.Һәмишә ул бадишаһҡа оруғлар илән баш салмаҡлыҡ хаҡында ерләрне үлчәп,межалар илән бирергә,һәм ер алдуй тиелгән.

Шулай итеп,Һакмар ҡалмыҡтарының-башҡортлашҡан джүнгәрҙәре (Дүнгәүер)тайсындары,Тамйандың,көнбайыш тармағы булған төнгәуыр

ырыуы исеме аҫтында),Бөрйән менән үҫәргәндәр,үҙҙәренә,Айҙа болан

туғайында ҡаҙыҡ ҡағып Өс ырыу араһында,асубенной ер алғандар,йәғни

үҙҙәрен ошо ерҙең хужалары итеп законлаштырғандар.

Өс ырыуҙан,йәғни

Тамъян иләүенән Шағәли Шағман- кенәз,Үсәргән иләүенән Бикбау-кенәз,Ҡыпчаҡ иләүенән Месәвәли Ҡараҡужаҡ-кенәз чаҡырмаҡы илән Ҡазанға солтани баадишаһ олуға кенәз Василискә.Һәмишә ул бадишаһҡа оруғлар илән баш салмаҡлыҡ хаҡында ерләрне үлчәп,межалар бирергә,һәм ер алдуй..-төп нөсхәһендәге ,подлиннойҙан-бер копия;1745-нче йылда ясалған хужа булыуға хоҡуҡ биргән указ һәм уға ҡушып бергә иҫке грамота кагызы шаһиналыҡ дәфтәрендә нығытылған-Ыстепан Атаев.Шундай указ бөтә Рәсәй йортон таныған башҡа,бүтәндәргә лә бирелде.

Императрица Елизавета Петровнаның указы,Оренбург губернияһының кәнсәләренән Өфө өйәҙенең Ҡазан юлының ыстарейшиналарына,Тамъян иләүендән-Ишҡыуат Мирзай уғлына.Бу хосуста,губерайский кәнсәләрҙән

Кәжүннәй бичать бош(л)инасы бер сум да бер тин аҡча салынды.Ошбу вдинной указны берикләнде(өҫтәлмә менән) памяты берлән Нуғай юлы Тамъян иләүе башҡортлары Өфө өйәҙенең архибынан эҙләп алдуйлар.Үткән 1798-че йылда июннең 15-нче көнендә мөғин грамоталары гуаһландырылған Өфөнең гражданоской палат мәхкәмәсендән.Хөкөм ҡул

Ҡуйған Ыстепан Балавшин дип,сикиритарь Райбалинский дип,архиварич

Крикорий Бабаев дип,вә һәм палатның шаһиналыҡ мөһөрө ҡуйылып бош(л)ина салынған һәм архиварич архибындан номер ҡуйылған бу рәүешле пъ 351 ХИ 44к.Ошбу копия язылды 1820 йылда мартның 22көне.

Ҡыҫҡаһы,1864-се йылдың 5 мартында тамйандың төнгәуыр тармағы исеменән,Һаҡмар казактары исеме аҫтында суҡынған,аҙаҡ башҡортҡа күскән джунгәр(дүнгәүер) ҡалмыҡтары(русса,зюнгары),үҙҙәре йәшәгән

ерҙәрен ошо сифатта законлаштырғандар.Һаҡмар,Ҡыҙыл йылғалары

башынан Кәмәлек буйҙарына тиклем ерҙе асубенной итеп бүлеп алғандар.

Был ялған документты төҙөүҙә,конкретно Тамъяндар ҡатнашлығынан тыш эшләнгән икәне күренеп тора.

Ысын Тамъяндар-Ҡазан юлынан;Тамъян-төнгәуырҙар-старшинаһы Шаһғәли Шаһмандың улы Буралының ейәнсәре Ишҡыуат Мирзай улына-

1745-се йылда 24 авгусында копия һәм юғары ла күрһәткәнсә,Нуғай юлы Тамъян-Танғауырҙары -1798се йылда 15 се июнендә раҫландырылған копия-1820-се йылда 22 мартта,алдағы копиялары 53 йыл ,эсендә ике тапҡыр алынғандан һуң,өсөнсөгә-1820 йылда тағы ла ошо бер үк Ҡазан һәм Нуғай юлы кешеләре тарафынан алына.

Дүртенсе тапҡыр ошо 1820 йыл копияһының күсермәһен,ҡулланып;-Иван Баброф дип,Ыстепан Сокалоф,алмавер Ыстепан Благушин дип сәркәтип Михаил Билинский дип,Подлиннойдан копиядыр.-тигән күсермәне 1864-йылда 5-мартта булып узган 6-сы кантонның(сходмы,йыйынмы билдәһеҙ-күренеүенсә,ер бүлеү сараһы уҙған-бәлки Айҙа Болан болононда)(автор)

Кантонный начальник сотник Хәсән Байназар улы Биишоф.аҙағында нарыҡланған,документ.Башында,Подлиннойның копиясындан(Үҫәргән,

Бөрйән,Ҡыпсаҡ һәм Тамъян ырыуҙары тарихынан)тип аталып.араларында

Тамъяндарҙың еҫе лә,эҙе лә булмаған тарихи документ барлыҡҡа килә.

Иҫкәрмә;Тамйандар: Уралтауҙың дүрт тарафында көн күрә.

Тамйандар: Дүрт тарафты дүрт яҡҡа(тау бите)бүлә.

Тамйандар; Ҡояштың торошона ҡарап тауҙың яғын билдәләй. Шуға ярашлы;-Тауҙың,Ҡояшҡа ҡаршы яғы-бите-ул, Таңатар яғы,йәғни

Тауҙың Таңға ауыр,ауыш-Танғауыр яғы.

-Тауҙың ,Ҡояшҡа ҡараңғы,Ҡояш байышы бите,йәғни

Тауҙың Төнгә ауыр,бите-Төнгәуыр яғы.

-Тауҙың,өҫтөнән Ҡояштың һыуыҡ яҡҡа китеүе,

Тауҙың Туң яҡ бите тип,йәғни Тауҙың Туңға ауыр бите-

Туңғауыр яғы-Туңғатар.

-Тауҙың,өҫтөнән Ҡояштың йылы яҡ биткә күсеүе,

Тауҙың Йылы яҡ бите тип,йәғни Тауҙың Йылыға ауыр бите-

Йылауыр яғы-Йылайыр.

Башҡорт

Милләт,кеше исеме ул йәшәгән Ареал-территория менән тығыҙ бәйләнгән.Тауҙар,Ҡаялар араһында,таштар ерлегендә йәшәгән башҡорттоң атамаһы ла уның Тау.кешеһе икәнлеген күрһәтеп тора.Башҡорт ул Баш Ҡор Тау.руссаһында;Главный горный хребет,йәки,

Свод главных,высоких гор.,йәғни Төп йыйын урыны,Ҡор йыйыла торған

Баштау.Ҡор йыйылып кәңәш ҡорған Тау.Бында килгән,ҡорҙа ҡатнашҡан кешеләр-делегаттар үҙҙәре үк һайланма-элита Башҡорт.Икенсенән,

әйтергә,көнбайыш башҡорттары араһында был атама Башҡырт,Басҡырт

булараҡ ҡулланыла,һәм ошолай аталыу ҙа дөрөҫлөккә тура килә.

Башҡорт -Иштәк -Тамйан атамалары.

Милләт,кеше исеме ул йәшәгән Ареал-территория менән тығыҙ бәйләнгән.

Тауҙар,Ҡаялар араһында,таштар ерлегендә йәшәгән башҡорттоң атамаһы ла

уның Тау кешеһе икәнлеген күрһәтеп тора.Башҡорт ул Баш ҠорТау..йәғни Ҡор йыйыла торған Тау-Баш Тау.

Борон-борондан халыҡтар ,үҙҙәренең сәйәси,мәҙәни,хәрби һәм дә башҡа доньяүи хәлдәрен оло-кесе йыйындарға,ҡорҙарға йыйылып хәл иткәндәр.шунда йыйын-ҡор исеменән кәрәкле ҡарарҙар ҡабул иткәндәр,аҙаҡтан йыйын-ҡор исеменән шул ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырғандар.Күренеүенсә,Баш Ҡор Тау төп

Ҡор йыйылып ,кәңәш ҡорған Тау.Бында килгән,ҡорҙа ҡатнашҡан кешеләр-делегаттар үҙҙәре үк һайланған-элита Башҡорт.Икенсенән.әйтергә кәрәк,көнбайыш башҡорттары араһында был атама Башҡырт,Басҡырт булараҡ

ҡулланыла һәм ошолай аталыу ҙа дөрөҫлөккә тура килә.Бында:-Баш Ҡыр Тау,йәғни руссаға әйләндерһәк,ул саҡта-Главный/Головный/ Горный Хребет,ә ул беҙҙә Уралтау һырты тип атала,йәки тағы ла руссаға япһарһаҡ –Каменный Пояс тип аталасаҡ.Ошо тауҙа йәшәүсе,көн итеүсе кеше Башҡырт тип аталасаҡ.

Боронғоса.иҫке төркиҙә лә,ғәрәпсә лә Оло Тау ул-Дағ атала.Дағ Тау Европа-Азия сигендә тигеҙлектә иң күркәм бейеклек булып тора,йәғни шул ерҙең бейеге-Тамы-Ур Ал.Был осраҡта Ур янында йәшәгән Башҡорт,Башҡырт Там

Янында йәшәүсе тип атала ла инде.Шулай итеп,Тамйан атамаһы ла Оло Тау менән тығыҙ бәйле икәнлеген күрһәтә.

Шулай итеп -Баш-русса главный,головный,

Ҡыр –Армыт,тау теҙмәһе,руссаһы –хребет,горный кряжь,гряда,горная коса,пояс,

Тау(Тағ),Оло Тау(Дағ)-руссаһы гора,высокая,большая гора,бынан күренеүенсә Башҡырт йәки Башҡорт атамаһының географик аталышы башҡорттоң ғүмер-ғүмер ҡанында булған изгеләрҙән-изге Уралтауы,руссаһы-Главный,головный горный хребет-Уралтово Гора-Каменный пояс.икенсенән шул уҡ Уралтауҙы Оло,Дәү БейекТау тип алһаҡ,ул сағында уның русса яңғырашы:Самая высокая Гора,ә Уралтауҙа иң бейек Тау-Ямантау.Башҡорт-Башҡырт Уралда Ямантауҙа көн итә.Тау кешеһе Баштауҙа көн күреүсе.

Шәжәрә буйынса Иштәкте лә Тау аша ҡарайыҡ.Төрлө халыҡтарҙа был атама

Иштәк-Истәк формаһында йөрөй.әммә Бас-Баш формаһы кеүек үк Ис-Иш тә

бер үк мәғәнәғә эйә.ИшТағ-Ис Тағ,йәғни Иш Тау.Беренсенән,Иш ул нимәнеңдер ише тип ҡарайыҡ,был осраҡта бер-береһенә тиң,оҡшаш.иш Тау тураһында һүҙ бара.Башҡырт Тамды беҙ УРАЛ тауҙың иң бейеге,текәһе Ямантау тип алһаҡ, ул ваҡытта уға торошло,иш була алғандай тау Янғантау,сөнки был Тауҙарҙың боронғо аталышы ла бер

береһенән айырылмай.ЯманТауҙың иҫке атамаһы-ҠараТау,ә Янған Тауҙың иҫкеһе-Ҡарағош Тауы.һәм был тауҙар бер-береһенә яҡын ғына түгел үҙҙәренең

атамаларының эске мәғәнәһе менән дә бер үк тамырҙан икәнлектәрен күрһәтә.

Мәҫәлән.Тауҙар ҙың икәүһелә -Ҡара,йәғни иҫкесә Ҙур.Бейек Тауҙар,Ҡаялар.

тағы-Ҡара, ул Яман,Ҡара,ул Янған/Ҡарайған/тауҙар оҡшаштар тик бында ЯманТау-Ҡара Тау,ә Янған Тау /Ған-Ҡан нигеҙендә Ҡай-Ҡая ята.йәғни Дағ-Дан,

Тағ-Таң.Шағ-Шан.Сағ-Сан кеүек үк Ҡағ-Ҡан Ҡаяларҙың ҡаяһы мәғәнәһендә.-Ян Ҡая Тау-был осраҡта Ҡара Ҡая тауы Яман тау булып.Янғантау тик Ҡара Ҡош

Тауы буласаҡ.Әлбиттә.был тауҙар иштәр,игеҙәктәр.оҡшаштар-Иш Тағ/йомшаҡ

формала Иш Тәк/.Был тауҙарҙа,уларҙың янында көн иткән башҡырттар,барыһы ла Иштағтар,Истәктәр.

Шулай итеп Иштәк башҡорттары Уралтауҙа ЯМАН/Ҡаратау/Ҡара Ҡая һәм ЯНҒАН/Ҡарағоштау/янында йәшәйҙәр.

Тамйан башҡорто тураһында һүҙ алып барғанда был атаманың нигеҙендә лә әлеге шул Тау ятыуын күрәбеҙ.Телсе-ғалим Ф.Ғ.Хисаметдинова иҫбатлауынса Тамйан сығышы менән уғыр нигеҙле.Там-тауҙың Осо/Купол.Острие,Крыша/.

Йан-ул эргә/тирә(около,возле) йәғни Тамйан башҡорто Ҙур,Ҡара Тауҙың янында йәшәй.Тамйан атамаһы шулай итеп ТАМ һәм ЙАН/ЯН/ ҡушылып яһала.

Йан-Ян (эргә-тирә йүн)тағы ла Йән,шулай уҡ Йәнде ҡыйыусы Йан/Ян/-әҙернә.

Башҡаса әйткәндә Тамйан,ул Тау йәне(Тауйән) тағы ла Тау яны(Тауйан)

Тамйандар Уралтауының ян-яғына,уның-4-тарафына таралып йәшәйҙәр.һәр тарафтың үҙ ТАМ-дары булып,бары Тамдар ҙа ҠАРА-ТАУ/ТАШ/,һәмдә һәр тамйан йорто,ауылдары янында үҙҙәренең бәләкәй таштары-ҡаялары булып, матурлап,яратып Ҡыҙыл /Матур/АҠ Таш йөрөйәсәктер.

Тамйан йорттары.ауылдары, йәйләүе эргәһендә мотлаҡ сифатта Ҡара,Ҡыҙыл,Аҡ Ҡая-ТашТау булыуы,йылға-шишмәһе булыуы,ҡоҙоҡ һыуы булыуы кәрәк шуларға ярашлы йорт-ауыл атамалары бирелә.Мәҫәлән:Сағмағош,ул-3-ҡушымтанан тора. 1.Сағ-Сусаҡ тау.2.Мағ-түбәнлек.3.Ош-Ыш-шишмә һыуы.йәки Әбйәлил районындағы Ҡаҙмаш ауылы атамаһын алайыҡ:ул 1.Ҡаҙ-копать,рыть,2.Мау-низина,3.Ыш(аш)-шишмә башы,3-ҡушымтанан тора.йәғни Ҡаҙып сығарылған һыу,Ҡоҙоҡ һыуы-урындағы Тамйан телендә Ҡотоҡай тип атала.һ.б.

.

Тамйандарҙың тамғалары

Тамйандарҙың ырыу-ҡәбилә символдары тураһында һүҙ алып барғанда,әлбиттә,беренсе сиратта Тамғаларҙы күҙ уңында тоторға кәрәк.Дөйөм ҠәбиләТамғаһы булып Даға билдәһе тора,йәғни Дәү,Оло

ТАУ Уралтауҙы күрһәткән билдә,мәжүси Дәүләттең гербы,ошонда йәшәгән кешеләрҙең Баш Ҡыр Тау,Баш Ҡор Тау,Иш Тау, Там Янында йәшәүҙәрен, ареал сиктәрен билдәләүсе тамға(креп).Был Тамға Урал иле Дәү Иш Тау(ДәшТе) Тамйандарының Төп тамғаһы булһа,ҡалған тамғалар:Ирәк(мөйөш),Ырғаҡ,Сыбыҡ-Уралтауҙың көньяҡ-йылауыр,

төньяҡ-туңғауыр,көнсығыш-таңғауыр,көнбайыш-төнгәүер ян-яҡ

тарафтарында көн иткән ырыуҙарҙың билдәләре булып тора һәм мәжүси ДәшТе-Башҡортостан иленең Дәүләте гербы Соляр (Свастика)билдәһенең нигеҙен тәшкил итә, өлөштәре,киҫәктәре булып торалар.Шулай итеп:-Даға, Оло Тау(Дағ)УралТауын.Ирәк(Мөйөш)УралТауының,4тарафын,

Ырғаҡ(шөшлө)тамғаһы-Тауҙарҙың түбәһен(Тамын),Сыбыҡ тамғаһы-

Йылға-һыуҙар сиктәрен билдәләүсе тамғалар булып сығыш яһайҙар.

Заманында Башҡорт ҡәүеме мәжүсиҙәре (Ай)Хоҙайға һәм (Ал)Тәңрегә табынып Тамйан аталып Уралда,тауҙар-ҡаялар аралығында көн иткән,ошо тау-ҡаяларҙан ағып төшөп,уларҙы урап-урап ағып ятҡан Ыҡ-йылға,һыуҙарын һыулаған.

Был осраҡта УР-АЛ тауы үҙе үк башҡа ян-яҡ өсөн ТАМ(бейеклек)-булып тора ла инде.Сөнки тамға ДАҒА-үҙе үк мин Оло Тау (Дағ)тип ҡысҡырып тора.Даға ат тояғының аҫҡы табан өлөшөнә тимер металлдан эшләнгән һәм металл сөйҙәр менән нығытылған ярым ҡулса,ярым дуға формаһындағы табанлыҡ.Һәм дә Ат тояғын Тауға сағыштырып,оҡшатып тамғаларында- Даға (ОлоТау)тип атағандар.Шулай итеп,был тамға Башҡорттарҙың Оло Тау янында йәшәгән Тамйандар икәнен раҫлаусы билдә.Икенсенән,Баш Ҡыр Тауҙың УР-АЛ тауы һәм шуның ян-яғында йәшәгән кешеләрҙең Там Ян икәнен билдәләүсе.Бәлки Мәжүси илдең географик урынын күрһәтеүсе билдә.Баш Ҡор йыйылған Тау урынын билдәләүсе лә.Мәжүси Тамйандарҙың АЙ-УР-АЛ ,йәғни Хоҙай менән Тәңрегә табыныу,ижтиһат урыны.Әлбиттә,ундай урындарҙың береһе Уралтауҙаиң бейек түбә -Ямантау(Боронғо атамаһы-Ҡара Тау),Янғантау(Боронғо атамаһы Ҡара Ҡош Тау) тип уйларға урын бар.Шулай уҡ һәр тарафтың да үҙҙәренең бейеклектәре-табыныу

урындары Тамдары бар.Мәҫәлән:Әбйәлил районындағы Таңғауыр тамйандары өсөн был-Там,-Ҡараташ Тауы,ә Учалы районы шул тирәләге Уралтау өҫтө һәм уның тирә-яғында көн иткән туңғауыр тамйандар өсөн был Там,-Ирәмәл тауы.Тағы ла бөтөн бар Уралтау башҡорттары өсөн был

Там,-Уралтауҙың иң бейек түбәһе Ямантау.Әлбиттә,барлыҡ мәжүси башҡорт доньяһы өсөн ул Там-мәшһүр.Бөйөк Урал тауы үҙе.

Тамйандарҙың эскән һыуы-Ыҡ-(Һыу)

Әйткәндәй,бөгөнгө Башҡортостандың бөтөн тарафтарында ла ЫҠ-(Һыу) исеме аҫтында күп райондар биләмәләрендә ошолай йылға-һыуҙар аталып,ағып яталар.Миҫал өсөн генә:1.Мәшһүр Яйыҡ йылғаһы-Учалы районы биләмәһе,2.Оло Ыҡтамаҡ,Ыҡ йылғаһы-Мәсетле районы биләмәһе,3.Һай Ыҡ Мары(үҙән)Һаҡмар йылғаһы-Баймаҡ районы биләмәһе,4.Бай Ыҡ-Баймаҡ ҡалаһы атамаһы.5.Ыҡ-йылғаһы –Йәрмәкәй районы биләмәһе,6.Эйек(Ый-Ыҡ)йылғаһы-Ишембай районы биләмәһе.7.Шалты Ыҡ йылғаһы-Шаран районы биләмәһе.8.Ыҡ-йылғаһы Туймазы районы биләмәһе,9. Оло һәм Кесе Ыҡ-йылғалары-Күгәрсен районы биләмәһе.10.Ыҡ-йылғаһы Ҡыйғы район биләмәһе. 11.Оло Ыҡ-йылғаһы Йылайыр районы биләмәһе.12.Ыҡ-йылғаһы Бишбүләк районы биләмәһе.13.Ҙур һәм кесе Ыҡ,тағы бер Ыҡ йылғалары Балаҡатай районы биләмәһе.14.Һай Ыҡ мары(Һаҡмар)-Әбйәлил районы биләмәһе-барлығы 14-район биләмәһе сиктәрендә Ыҡ йылғалары үҙҙәренең тулҡындарын сайҡайҙар.

Әгәрҙә беҙ,уларҙы 4-тарафҡа бүлеп һалһаҡ,ул сағында,мәҫәлән:

1.Таңғауыр(Таңатар) яҡ(көнсығыш)-Әбйәлил,Баймаҡ райондары биләмәләрендә аҡҡан Ыҡ-йылғалары.

2.Төнгәүер яҡ(көнбайыш)-Шаран,Бишбүләк,Йәрмәкәй,Туймаҙы райондары биләмәләрендә аҡҡан Ыҡ-йылғалдары.

3.Туңғауыр яҡ(төньяҡ)-Учалы,Мәсетле,Балаҡатай Ҡыйғы райондары биләмәләрендә аҡҡан Ыҡ-йылғалары.

4.Йылауыр яҡ(көньяҡ)-Ишембай.Йылайыр,Күгәрсен райондары биләмәләрендә аҡҡан Ыҡ –йылғалары.Шулай итеп Уралтауҙың өҫтөнән,тарлауыҡтарҙан,аралдарҙан,үҙәктәрҙән башланып тауҙарҙан ағып-ығып һәмдә ошо уҡ тауҙарҙы урап-уралып ҙур Ыҡтар хасил иткән

һыуҙар,зурайып бер-береһен тулыландыра барып Йылғаға,Яйыҡҡа,Тубылға улары үҙ сиратында диңгеҙҙәргә ҡоялар.

Ыҡ-һыуҙары бассейыны Тамйандар һыулаған Тамйандарҙың йәшәү ареалы сиктәрен хасил итәләр.Ыҡ-тың аңлатмаһы ябай ғына,ул Һыу-мәғәнәһендә йөрөй.Мәҫәлән:Йылға.ул Тауҙан төшкән Ый-Һыуы,Тау үҙәненән аҡҡан Ыл-Һыуы һәм дөйөмләштереүсе атама-Ыҡ менән ҡушылма исем –ЫЙ-ЫЛ- ЫҠ-трансформацияһы-Йылыҡ,Йылығ.йәки Йылыҡа,Йылыға-

Йылға.(Йылыу,йылышыу,йылығыу-ағыу.ағып килеү мәғәнәһендә).Юл ыңғайы шулай уҡ Йылҡы,Йылан,Йыла,Йыл,атамалары нигеҙендә лә урын алып тора.Шулай итеп,Тамйандарҙың эскән һыуҙары-Ыҡ тип аталыр,ә иң ҙур һыуҙарҙы( йылға,күлдәрҙе)-Урал тауҙарынан ағып-ығып төшкән инеш-шишмә-йылғалар ҡушылмалары барлыҡҡа килтерәләр.

Бынан:Йылҡа-Йылға тигеҙлектән йылышҡан (ыҡҡан)аҡҡан һыу.Тамйандарҙың иң ҙур Ыҡ-тар,Ыл-дар һыуҙары аралығы Тамйандарҙың йәшәү ареалы сиге лә булып тора.Тамйандарҙа һыу-йылға-күл атамалары юғары ла күрһәтелгәнсә Тауҙар,Ҡаялар,Убалар,Түбәләр,үҙәндәр,уйһыулыҡтар,тарлауыҡтар,тау аралыҡтары,үҙәктәр һ.б.ерҙәрҙән аҡҡан һыуҙар бер-береһенә ҡушыла –ҡушыла барып ҙураялар,шул ерҙәрҙең атамалары менән берләшеп дөйөм мәғәнәләге аталыш барлыҡҡа килтерәләр.

Ый-Тәү сығанаҡ һыуы.

Ын-Инеш һыуы.

Ыл-Бәләкәй һыу.

Ыш-Шишмә һыуы.

Ыҙ-ҡоҙоҡ,йәки йыйылған(күләүек,күл)

Әлбиттә,был һыуҙар тик тауҙар,тик тауҙар ерлегендә генә ағып сығып,тауҙарҙан,таштар аралығынан түбәнлектәргә ҡарап бер-береһенә ҡушыла-ҡушыла бара ҙурайып Урал Тау һыу бассейынын барлыҡҡа килтерәләр,шул ареалда йәшәгән халыҡҡа билдәле,аңлайышлы атамалар менән аталып ағалар.Тәбиғи эреле-ваҡлы Һыуҙарҙың Тамйан ерлегендәге борондан килгән атамаһы-Ыҡ.

Миҫал өсөн:Ағиҙел атамаһын алайыҡ-Аҡ(саф)-Ыҡ(һыу)-Ыҙ(йыйылған һыу)-Ыл(тигеҙлектән аҡҡан үҙән һыуы)дөйөм-Аҡ Ыҡ Ыҙ Ыл ды бирә,трансформацияһы Аҡҡыҙыл-Ағғыҙыл,йомшаҡ формала Ағиҙел килеп сыға.

Шул уҡ Ҡыҙыл атамаһы менәндә.Ыҡ-Ыҙ-Ыл,тик был осраҡта ҡатылыҡ формаһы һаҡлана,сөнки саф-Аҡ юҡ һәмдә Дөйөм Ҡыҙыл һүҙе үҙе үк матурлыҡ һүҙе булып тора. Шулай уҡ Шарлыҡ.Таналыҡ,Быҙаулыҡ,Ҡаралыҡ(Кәрәлек),Ҡамалыҡ(Кәмәлек),Тубыл, Эйек, Ҡойылға, Ыҡтамаҡ, Ҡариҙел йылғалары атамалары ла ҡушылмаларҙан тора.

Терек(Тере Ыҡ)-Байкал(Бай Ыҡ Ал)-Атауҙы(Атау Ыҙ)-Мауыҙы(Мау Ыҙ)-Яйыҡ(Яй Ыҡ)-Танып(Таң Ып/б/)-Инйәр(Ын йар)-Тубыл(Туб Ыл) һ.б.

Йәки,Кама йылғаһының аталышына ихтибар итәйек,беҙ уны ла Ыҡ тип ҡарайбыҙ.Сөнки Кама йылғаһының тағы бер атамаһы бар,ул Сулман.йәғни Ҫу-Ыл-Ман ҡушылмаларынан тора.Был осраҡта Ҫу(Ыҡ)-һыу,Ыл-тигеҙ ерҙән аҡҡан һыу,Ман-түбән яҡ ергә аҡҡан йылға һис шикһеҙ ҙур –Ыҡ,һәм дә Инә мышы исеме аҫтында тын ғына ағып ятҡан Ҡамау-йылғаһы(Кама).

Тамйандарҙың төҫтәре-Ҡара

Баштан уҡ шуны әйтергә кәрәк,Тамйандарҙың шәжәрә буйынса Тауҙары-Ҡара,йәғни ҙур-оло.мәҫәлән:Янғантау-Ҡарағоштау,Ямантау-Ҡаратау.Ҡараташ,

Ҡара Ҡая,ошоларға өҫтәп шуны әйтергә кәрәк уларҙың ҡоштары ла ни хикмәт Ҡара,йәғни шул уҡ Ҙур мәғәнәһендә.мәҫәлән:Ҡара Ҡош-ул (Ҡарағош,Ҡоҙғон,Ҡарға,Сәүкә).Тағы ла Тамйандарҙың ошо Ҡара тау-таштарҙа көн иткән Ҡара Ҡоштарҙың ҡунған,оя ҡорған ағастары ла Ҡара.мәҫәлән:Ҡара Ағас-ул Ҡарағай ,Ҡарағас,Ҡарама,Ҡара Тал,Тирәк бынан шул күренә,Тамйандарҙың йәшәү ареалы әлбиттә ошо Ҡара(Ҙур-Оло-Бейек) Тауҙар янында булып,Уралтау ерлегендә йәшәйҙәр,уларҙың хәҙерге тел менән әйткәндә,Дәүләт гербы ла ошо Ҡара Тау(Дәү Тау –Дағ)-төп тамғаһы-Даға.Ошо Дәү(Ҡара)тауҙарҙың тарафтарын,аралыҡтарын,йүнәлештәрен күрһәтеүсе тамғалар-Ирәк(Мөйөш),Сыбыҡ,Ырғаҡ.Тамйандар үҙҙәренең ареалын Ҙур,Ҡара Тауҙарға,шунда үҫкән Ҡара ағастарға оя ҡорған Ҡара ҡоштарға ҡарап,йәшәү сиктәрендә билдәләйҙәр,улар

Ҡара Ағастары,Ҡара Ҡоштары рәтендә,Ҡара-Ҙур Тауҙарында, мәҫәлән:Ирйәндекте(Ирәндек),Ирмалды(Ирәмәл)Айғыр Тауҙары,Ҡарағоштауҙы(Янғантау),Ҡаратауҙы(Ямантау),Ҡараташтарҙы илаһилаштыра,шулар аша Хоҙайына,Тәңреһенә һыйынған Һәм дә Тамйандың ораны ла-Тутыя(күҙ ташы-Орлец)ошо Ҡара Тау-Таштар менән бәйле,сығышлы.Мәжүси Тамйан үҙенең Хоҙайына һәм Тәңреһенә инаныуын.табыныуын Ҡара Тау-Таштар,шунда үҫкән Ҡара Ағастар,Ҡара Ҡоштары,шуларға бәйле ораны аша белдергән,күрһәткән.

Башҡорт халҡының Тамйан ҡәбиләһе төркөмөнөң Хоҙайға һәм Тәңрегә табыныу осоро,бөтә төрки ҡәүеме тарихына ауаздаш һәм 1-П-бб башына ҡайтып ҡалалыр ахырыһы,тик ул дин зороастризм элементтәрен нығыраҡ һаҡлай алған.Бөйөк УР АЛ ДАН Ҡара диңгеҙгәсә,Аҡ Янға,Бай ЫК АЛға тиклем аралыҡта Хоҙай менән Тәңрегә табыныу нығына үҫә,ошо нигеҙҙә төрки халыҡтары араһында яҙма тел,дөйөм дини аҡыл барлыҡҡа килә.Шул осорҙарҙа Башҡорт- Ҡыпсаҡ ҡәүемдәре берләшеп ҙур дәүләт барлыҡҡа

килтерәләр. Тамйансылыҡ рухы мәжүсиҙәрҙә Һис шикһеҙ Хоҙайға,Тәңрегә табыныу Дин булараҡ берләштереүсе көс булып сығыш яһай.аралышыу,аңлашыу мөмкинселеге,сараһы булып киткәндерҙә.

Тамйандарҙың изге ҡошо Ҡара Ҡош.

Тамйан ҡәбиләһенең изге Ҡошо,Ҡара Ҡош(Ҡарағош-бөркөт,Ҡарға,Сәүкә,Ҡоҙғон) һанала.Әлбиттә,Тауҙар араһында йәшәгән мәжүси ҡәбиләнең ағасы,ҡошо ла шул атамаға бәйле була.Мәҫәлән: хәҙерге Әбйәлил районы территорияһындағы иң бейек тау-түбә,ул Ҡараташ тауы һәм был тау ошо урындағы ырыу өсөн-алыҫтан күренгән Там-ориентирҙа,аллаларына табыныу урыны ла,әгәрҙә беҙ алдағы аңлатып киткәнсә,был бейек тауҙа ниндәй ағас үҫеүен билдәләһәк,ә Урал арьяғында күпләп бейек,ҡая-тауҙарҙа Ҡарағас үҫеүен күрәрбеҙ,ошонан сығып Ҡарағасҡа ниндәй ҡош ҡуныуын,оя ҡороуын асыҡлауы ҡыйын түгел,ул ҡош,Ҡарағош-бөркөт,йәғни көнсығыш Тамйандарының-Тамы,Ҡараташ тауы,Ағасы-Ҡарағас,Ҡошо шул ағасҡа оя ҡорған-Ҡарағош-Бөркөт,ә ораны-Тутыя(күҙ ташы-Орлец).төньяҡ Тамйандарының Тамы моғайын Ямантау тауы,уларҙың Уралтауҙа үҫкән ағасы- Ҡарағай,Ҡошо-(Ҡарағош,Ҡоҙғон).Ораны-Тутыя.көнбайыш Тамйандарының ағасы ҡарама.ҡошо-ҡарға.көнбайыш Тамйандарының Тамы булып, хәҙерге Бөрө ҡалаһына яҡын ерҙәге яһалма тау-ҡәлғәне атарға булалыр,бәлки.Сөнки борон, башҡорттар сит дошмандан һаҡланыу саралары күргәндәр,тирә-яҡты күҙәтеп торор өсөн,ялан яҡтары яһалма тауҙар,убалар төҙөгән,өйгәндәр.Тау яҡтары кеүек үк яландар үҙҙәренең ҡарауылдарын,бейек ҡалҡыулыҡтарға яһалма убаларға, түбәләргә ҡуйыр булғандар.Улар,дошман килә ҡалһа шунда уҡ алдан әҙерләнгән,туҙға,сайырға ут төртөп ебәргән.Күҙ күреме ерҙә торған башҡа ҡарауылдар үҙҙәре лә ҡолға башына ут күтәргән.шулай уҡ,көньяҡ тамйандарының Тамы-Шахтау булып,ағасы Ҡара тал булыр,ҡошо-Сәүкә.Борон тамйандар,ғөмүмән,мәжүси башҡорттар кеше үлгәндән һуң уның йәне тәнен ташлап,ҡош ҡиәфәтенә инә тип уйлағандар,йәғни башҡорттар үҙҙәренең әрүәхтарын ҡоштарҙа күргәндәр.Шуға күрә лә башҡорттар ҡоштарҙы изгеләштергәндәр,уларға арнап байрамдар ойошторғандар,ҡоштарҙың исеменән әрүәхтарға,Хоҙайға,Тәңрегә

мөрәжәғәт иткәндәр,мәрхәмәт,ярлыҡау,ярҙам һорағандар,һ.б.ҡоштары ҡунған,оя ҡорған ағастарын ҡәҙерләп һаҡлағандар,байрамдарҙа биҙәгәндәр,тирәһендә уйын-көлкө,төрлө йола саралары уҙғарғандар.

Ағастарҙы биҙәгәндәр,хөрмәтләгәндәр,бейек ҠАРА Тауҙарында йыйындар,йыйғандар,йолалар,байрамдар,уҙғарғандар.Ҡыҫҡаһы,мәжүсилек осоронда Тамйансылыҡ үҙе үк,Дини атама булараҡ милләт араһында сығыш яһай һәм ХШ-быуаттарҙан башлап,татар-монгол баҫып алыуы,шулай уҡ,Х1Ү-ХҮШбыуаттарҙағы Башҡортостанды Рәсәй тарафынан колонизациялау,империяның башҡорттарҙы юҡ итеү сәйәсәтенә таянған татарлаштырыуға йүнәлтелгән ислам экспанцияһы һөҙөмтәһендә,башта ҡәбилә,унан ырыу сиктәренә тиклем төшөп юғалыу сигенә етә.Тамйан башҡорттоң тарихын өйрәнгәндә,тотошлайы менән боронғо башҡорт иле Дәште Ҡыпсаҡ ҡағанатының беҙҙең эраның 1-1Ү бб.аралығына күҙ һалыуҙа етәлер,бигерәктә был башҡорттарҙың союзына ингән халыҡтарҙың рухи доньяһына мөрәжәғәт иткәндә,сөнки шул осорҙа Волга-Урал ерлегендә Рухи-Көс-Мәжүсилек сәскә атҡан ваҡыт.Халыҡтар Хоҙайға-Тәңрегә табынғандар.Ғөмүмән,Тамйан, Башҡортта Мәжүсилектең төп атрибуты.символы,идеяһы булып сығыш яһай.Ә кешене үҙ сиратында,ниндәй генә Дин булмаһын,уны ғүмере буйы оҙатып бара.Ул кешенең үткәнендә,хәҙергеһендә,киләсәгендә үҙ дәүерендә сағылдырған берҙән-бер идеология ла.

Шулай итеп,Баш ҡор тау,Баш Ҡыр тау,Ур Ал тау үҙҙәре үк,башҡа тәпәш тауҙар,түбәнлектәр өсөн ТАМ-ролен үтәй тип әйтәйек.Ошо ареалда йәшәгән башҡырт,башҡорт атамаларын үҙенә алған халыҡ,шул уҡ ТАМ янында йәшәп,шул тау,бейеклек аша үҙҙәренең Хоҙайына,Тәңреһенә инанып,ҡорбандар килтереп,өмөт ышаныуҙарын белдергәндәр.Башҡорт башҡа шул осорҙағы,мәжүси халыҡтарҙан айырмалы рәүештә КҮК хакиме ТӘҢРЕгә(Таң-Эңер)-АЛ,һәм Күккә- Хоҙайға(һауа-Тау)-Ай.Ябай тел менән әйткәндә,Ҡояшҡа һәм Айға табынғандар,бында,тауҙарҙың тауы,яҡын тирә-яҡта бар түбәнлектәрҙән бейек Уралтауы үҙе-Там булып тора һәм башҡорттарҙың, уларҙың бейек УРАЛ(Там)янында,шулай уҡ Уралдағы Бейек ТАУҙар,ТҮБӘләр,ҠАЯлар.ТАШтар-Тамдары янында йәшәгәндәре барыһы ла Тамйандар тип йөрөтөләләр,йәғни,улар эске Тауҙарҙа йәшәгән

Баш ҡыр Тау Тамйандарына һәм тышҡы,Уралтауының тирә-яғынан урап-урап аҡҡан Ыҡ-йылғалары буйындағы Сусаҡ(Сағ) Тауҙары Баш ҡор Тау Тамйандарына бүленәләр.Йәки,Дәү Иш Тау(ДӘШТе) Ыҡ Ып(б) Сағ(Ҡыпсаҡ)-Дәште Ҡыпсаҡ иле.Күреүебеҙсә,бөтөн башҡорт,йәки башҡырт тарихы төптән уйлап ҡараһаң,тотошлайы менән уның йәшәгән урыны,ареалы менән айырылғыһыҙ бәйле.Халыҡтың исем-атамаһы ла ошо ерлектән икәне билдәле факт.Шулай итеп,боронғо һәм хәҙерге башҡорт исемен йөрөткән аҫаба халыҡ,бик тарихи ерле булыуы өҫтөнә,бик тә оҙайлы ваҡыттар тәрән мәжүси рухлылығын һаҡлап йәшәгән,ислам дине менән рәттән аллаһына ла,Хоҙайға ла һыйынып,һығынып көн итә.