Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Тамйан иле гүзәл .doc
Скачиваний:
1
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
423.94 Кб
Скачать

(Башҡорт),Остяк(Хант-Манси),-ҡәбиләләре урындарында ҡала,улар

бөгөндә үҙ ерҙәрендә,үҙ Уралында,үҙ тыуған ареалында йәшәй.

1242-Се йылда,Уралға Рим папаһы тарафынан,монгол ханы урҙаһына,

Ҡараҡором иленә дипломатик миссия менән католик динен йәйелдереү

маҡсатында монах Рубрук ебәрелә. Рубрук милләте буйынса Венгр була һәм Уралда,үҙҙәренең тәү илендә ҡан-ҡәрҙәштәрен эҙләй һәм әйтергә кәрәк,таба,шул телдә аралаша.Рубрук,үҙенең яҙмаларында бына нимә тип

яҙа,венгр теле урындағы ҡандаштарға аңлайышлы,бер ниндәй ҙә тәржемә-

һеҙ ҙә аралышып була тигән ул.Ә бит,венгр милләтле католик монах

Рубрук йөрөгән,аралашҡан милләттәштәренең йәшәгән ере,һис шикһеҙ,

беҙҙең,хәҙерге Башҡортостаныбыҙҙың территориһы.Шулай булыуға ҡарамаҫтан,башҡорт халҡының сығышы уғыр ҡанлы икәнлеген һәр яҡлап,инҡар иткән(белепме,белмәйме) ҡайһы бер ғалимдар,сәйәсмәндәр ҡаршы сыға.Улар,Уралда башҡорттарҙан алда рустар,татарҙар йәшәгән тип,юҡтан сый сығарып,нисектә башҡортто автохонлыҡтан төшөрөп,Ҙур Уралдың төп халҡы уғырҙарҙың тарихын күсереп,үҙҙәренсә яҙырға ла күп һорамайҙар.Миҫал өсөн,(Вотяк)вогулдарҙы,мансиҙәрҙе бөгөнгө көндә,

себер татарҙары тип атайҙар,татар этносына күсерәләр,суҡындырылған

остяк,рустар тарафынан ассимиляцияланған,юҡҡа сыҡҡан иҫәпләнә.

Ә бит улар,беҙҙең ҡан тамырҙаштарыбыҙ,боронғо бөйөк халҡыбыҙҙың айырылғыһыҙ өлөштәре.Арал-Урал-Ямал иле халыҡтары.Беҙ,айырым түгел,беҙ бер бөтөн Халыҡбыҙ,беҙҙең тарихыбыҙҙа ошо юҫыҡтан тороп өйрәнелергә тейеш.Башҡорт халҡының тарихын далала эҙләү,оло хата,ул юл төптө яңылыш,һәм дә автоматик рәүештә Ҡыпсаҡ тарихын,башҡортҡа күсереү енәйәт.

Күп кенә,Рәсәй ғалимдары П.И.Рычков,Руденко С.И,совет ғалимы Кузеев Р.Г. шулар иҫәбендә,интернет аша ялған ташлаусылар башҡортто

Даланан Уралға күсеп килгән төрки этнос итеп ҡарай,был төптө дөрөҫ түгел,ә бит был киреһенсә,Башҡорт уғыр ҡанлы автохон.абориген халыҡ.Башҡорттар,Уралға бер ҡайҙанда күсеп килмәгән,төп компоненты

Бынан бер ҡайҙа ла күсеп китмәгән,үҙ ерендә бәгәнгәсә һаҡланғанын инҡар итеп булмай.Тағы ла,Урал уғырҙары составына иң беренсе төрки ҡыпсаҡ ҡәбиләләре(Табын,Мең.Ҡырғыҙ,Ҡыуаҡан,Ҡыпсаҡ,һ.б),10-11-се.быуаттар,татар-монголдарҙың Алтын Урҙа дәүерендә ҡыпсаҡ теленә күсеп төркиләшҡән ноғайҙары,14-15 се быуаттар.Шулар иҫәбенән

һуңыраҡ,18- се быуаттың икенсе яртыһында ғына башҡорттар араһына килеп ингән,ҡалмыҡтарҙың джүнгәр,торғауыт сарпыуҙары бергә ҡушылып,башҡорт атамаһы аҫтында субэтнос булараҡ ойошҡан халыҡтың,нигеҙен,тик;Уғыр;-Тамйан(Тамъян),Ҡатай(Ҡатау),Танып,Ҡүҙәй,

Айлы,Ҡошсо,Таулы,Ғайнә,Уран,Юрматы компоненты биләй.

Бөтә,Уғыр халҡының яҙмышы,билдәле булыуынса 15-быуатта,Бөйөк Новгород,кенәздәренең Урта Уралдағы,яулап алыуҙары менән бәйле була.1465-се йылда,Мәскәү воеводаһы Василий Скряба Уралтауҙан үтеп китә һәм Югра кенәзенән яһаҡ ала,ә 1472-се йылда,Мәскәү воеводаһы Федор Пестрый бөйөк Перымды(Пермь)баҫып ала һәм Чердынь нығытмаһын төҙөй.1483-сө йылда,Мәскәү батшаһы Иван-Ш-нөң воеводалары Федор Курбский,Иван Салтыков Травин,Таш(рустар Уралтауҙы Камень тип йөрөтәләр)тауҙың аръяғына сығалар һөм Пелым

Кенәзе Юмшандың ғәсҡәрен туҙҙыралар,унан Тавда,Иртыш йылғалары

буйлап Обь(Ыб)йылғаһына тиклем йөҙөп Уғыр(Югор)кенәзе Молданды пленгә алалар,илен яулап алалар.Был ваҡытта,Урал арты Манси ҡәбиләләре Себер ханлығы составына инмәй,рустар ошо мөмкинселектән

файҙаланалар.Рус ғәсҡәре Уралды ташлап киткәндән һуң,урындағы Ҡот(Ҡод) һәм Уғыр(Югор) ерҙәренең кенәздәре исеменән Остяк кенәзе

Пыктей,Пермть епископы Филофейҙың ярҙамы менән Мәскәүгә килә.Иван Ш-нән,батшанан унда плендә булған Уғыр(Югор)кенәздәрен

Азат итеүен һорай.Үтенес ҡәнәғәтләндерелә.1484-се йылдың аҙағында Ҡот(Код)-Уғыр(Югор)ерҙәренең кенәздәре Усть-Вым ҡаласығына киләләр һәм Перым(Пермь) владыкаһы,урындағы кенәздәр менән тыныслыҡ тураһында һөйләшеп килешәләр.С.А.Гринкевич.

1498-се йылда,Иван-Ш сө,Урал,Себер тарафтарына тағы ла ғәсҡәр ебәрә.

Походты вооеводалар Семен Курбский,Петр Ушатый.Василий Бражник Заболоцкий етәкләй,Походта Ваги,Двина,Пинеги,Устюг,Выми,Вятканан

фин-коми-зырян дружиналары,Ҡазан татарҙары һәм Вотяктәр,Остяктәр

ҡатнаша-барлығы дүрт меңләп яугир була.Ҡыҫҡаһы,Уралға ошо хәрби

походтан башлап,крайҙы,Урта Уралды рус Яулап алыуының 16-быуатҡа

тиклем һуҙылған оҙайлы колонизацияһы башлана ла инде.

16-сы быуаттың һуңғы сирегендә Манси уғырҙарының иң көслө Пелым кенәэлеге Рустар нығынған Перым(Пермь) менән,шулай уҡ Себер ханы Кучум менән дә һуғышҡан,әммә,Ермактың Себерҙе яулап алғандан һуң бөтә уғыр халҡы һәм рустар араһында берләшеү башлана.Ермак уларға

йәнлек тиреһенән тыш,икмәк яһағы һала,сөнки Тавдалағы,Манси-Хант

кәбиләләре-Остяктәр борон-борондан иген игеү менән шөғөлләнәләр.

Был ваҡытта,көнъяҡ Уралдың уғырҙары,татар-монгол урҙаһының тарҡалы-

уы арҡаһында,барлыҡҡа килгән;Ҡазан ханлығы,Себер ханлығы,Нуғай урҙаһы араһына бүленеп,хәлдәре тағы ла аянысыраҡ була.Башҡорттар,

рус кенәздәре менән килешеү юлын эҙләй.

Тамйандар

Х-ХҮ1-бб,дәүере дөйөм башҡорт тарихында,элегә өйрәнеү яғынан бик

һай үҙләштерелгән,хатта,юҡ иҫәбендә тип әйтер инем,ғалимдарыбыҙ,үҙ тарихыбыҙҙы өйрәнеү өҫтөндә эшләгәндә һаманда шул, совет догмаһы нигеҙҙәренән арына алмайҙар.Башҡорт тарихын,бөтә Уралтау уғыр донъяһына бәйләп,дөйөм контекста өйрәнеү урынына,урыҡ-һурыҡ өлкән

ағайҙың,Рәсәй тарихына ҡойроҡ итеп,ҡушымта була өйрәнеү,дауам итә.

Беҙҙең.үҙ тыуған халҡыбыҙҙың тарихы башҡалар өсөн кәрәк түгел,иң беренсе сиратта үҙебеҙ өсөн,балаларыбыҙ өсөн,киләсәк быуын өсөн кәрәк.

Шулар хаҡына,матурлап мөйөштәре йышылмаған,ентекләп тикшерелгән,

етди анализ үткән тарихи материалдарҙы,документтәрҙе ҡулланыу даирәһен,йәмәғәтселек башланғысында ла киңәйтеү кәрәк.

Бының өсөн.беренсе сиратта,китапханаларҙың кәштәһендә,интернетта Уралдағы гидро-топо атамалар,археологик тикшеренүҙәр,уғыр халыҡтары тарихы буйынса мөмкин тиклем күп тәү мәғлүмәт һалынырға тейеш.

Әйтеүе анһат,ошо көнгәсә Демидованың,Кузеевтың,Башҡортостан тарихы буйынса хеҙмәттәре.эталон булып тора,ә бит башҡорт тарихы,шулай

тоҡос ҡына бер-нисә томға һыйҙырылған,меҫкен этаптан ғибәрәт түгел дә

инде.

Олатайҙарҙың һөйләүенә ҡарағанда,Тамйандар хатта,татар-монгол

баҫҡынсылыры менән дә ХШ-ХҮ бб-ҙа,ике яҡлы килешеү нигеҙендә

йәшәгәндәр.Тамйандар,шул килешеүгә ярашлы айырым сиреү,тотҡандар

Халыҡтан яһаҡты ла,баҫҡаҡтарҙан йыйҙыртмағандар.ғөмүмән,татар, монгол ғәсҡәре башҡорттарҙан айырым,ҡәлғәләрҙә торған,тотолған.

Күп осраҡта,дошман ғәсҡәре башҡорттарға яу менән сығып,ауылдарҙы талаған,бөлдөргән,ҡайһы осраҡта,башҡорттар үҙҙәрен,ҡурсалай алғандар.

хан ғәсҡәрендә айырым урын биләгән,Тамйан ғәсҡәре Ҡазан ҡәлғәһен

тыш яҡтан,һаҡлау хеҙмәтен үтәгән.Яу килһә,иң беренсе булып,һуғышҡа ингән,ҡырылып,яраларын төҙәтергә,тағы ла Уралына ҡайтҡандар.Шулай,

йөҙәр йылдар дауамында барған.Был турала Шаһғәли Шаһман кенәз тураһындағы легендалар ошо хаҡта һөйләй.Тамйандар,Уралтауҙың,дүрт тарафында борон замандарҙан алып йәшәгәндәр.

Улар,Ямантау,Ирәмәл тауҙарынан башлап аҡҡан Яйыҡ,Ағиҙел,Әй,

Йүрүҙән,Уй,Миәс,бөтә Ыҡ йылғаларын һыулаған. Көнбайышта улар

Минзәлә өйәҙендә,Ағиҙел-Кама бассейынында,көнсығышта Яйыҡ-

Ағиҙел-Ҡыҙыл-Һаҡмар бассейынында,көнъяҡта улар,Ағиҙелдең урта ағымында,Нөгөш йылғаһы бассейынында,төнъяҡта Әй,Уй,Йүрүҙән,

Миәс,Исәт,йылғалары буйында көн күргән.

Татар-монголдарға ҡаршы,тарихтан белеүебеҙсә,бөтә Урал халыҡтары

ла берҙәй күмәкләп ҡаршы торған.Бына,ошонда етерлек ихтибарға

алынмаған бер аспект бар.Татар-монгол яулаусыларҙан ҡасып далаһын ташлап ҡасҡан ҡыпсаҡ ҡәбиләләре,дошмандан ҡотолоу юлын Уралда

башҡорттар араһында таба.Ҡыпсаҡтар,Ургенч ханы Мөхәмәтте,яҙмыш

ҡарамағына ташлап китҡәндән һуң,монголдар ҡыпсаҡтарҙы эҙәрлекләп

Уралға тиклем килеп етә.Бындағы,тарихта билдәле булған,ҡыпсаҡ-монгол

һуғышы ҡыпсаҡтарҙың Ырғыҙ йылғаһы буйында ҡыйратылыуы менән тамамлана.Туҙҙырылған ҡыпсаҡ ҡәбиләләре;Волга буйында,болғар Уралда башҡорт ҡәбиләләре араһында ярҙам,йыуаныс таба,дошманға ҡаршы бергәләп көрәшәләр,

19-йыл буйы,татар ғәсҡәрен Башҡорт ерҙәре аша үтҡәрмәйҙәр.артабан,

ҡыпсаҡтарҙың Ҡырғыҙ.Ҡыпсаҡ,Табын,Ҡыуаҡан,Гәрәй,ҡәбиләләре

Башҡортостандың көнъяҡ,өлөшләтә көнсығыш, өлөшләтә көнбайыш

райондарында төпләнәләр,Ҡыпсаҡтар Алтын Урҙа заманында монгол-

татарҙарҙың Төрки телле Мең,Мәмбәт,ҡәбиләләре менән берлектә.Волга-Урал бассейынында йәшәгән башҡорт-болғар халҡын ассимиляциялау процессында төп компонент булып сығыш яһай,урында,ҡыпсаҡтарҙың,

ҡырғыҙ-ҡаҙаҡ,үзбәк һөйләшенән,дөрөҫө,дала һөйләшенән айырмалы,

Волга-Урал аралығында, әммә аңлайышлы,башҡорт,татар һөйләштәренең төркисә тәү өлгөләре барлыҡҡа килә.

Тамйандар,борон-борондан Урал тауҙарының ике яҡ битендә,Волга-Кама-Урал йылғаларына ҡойған һыуҙар бассейынында йәшәйҙәр.Баштан уҡ шуны әйтергә кәрәк.тамйандарҙың айырым ырыуҙары тоҙ сығарған,атҡа эс яғы туҙҙан.эсләнгән ат тиреһенән тегелгән тоҡтар(ҡалта),артмаҡлап, тоҙ ташыған,кәсеп иткәндәр.Мәсәғүттәр,Соҡсондар,Ҡояндар,Мәндейҙәр,

тимерсе,ҡорал яһау оҫталары,тимер,баҡырҙы эшкәртеү серҙәрен белгәндәр.Ҡаҙмаштар,Ҡалтастар тоҙ һатыу буйынса махсуслашҡандар.

Олатайҙарҙың,һөйләүенсә,әле ХҮШ-се быуат баштарында ла,күп кенә милләттәштәребеҙ күмәкләп рудниктәр тотҡан,Заводтары булып,шулай уҡ башҡа заводтарға килешеү нигеҙендә сырье ташығандар.Улар.оҫта

һунарсы,солоҡсолоҡ менән шөғөлләнәләр,балыҡ тотҡандар,асыҡ ялан яҡта,игенселектә,аҙлап борай сәскән,киндер һуҡҡандар,туҙ һыҙырған,

дегет яҡҡандар,табышлы тармаҡ,йылҡысылыҡ ныҡ үҫешкән булған.

Тамйандар, ауыл-ауыл булып ҡарағастан,ҡарағайҙан бурама,ялан яҡта имәндән,уҫаҡтан бурама,шулай уҡ ситәндән үрелгән,балсыҡ менән

һыланған өйҙәрҙә йәшәгәндәр.

Йәй көндәре.йәйләүгә сыҡҡандар,йәй осоронда тыранса ярғандар,ерҙе ҡаҙып түңәрәкләп,мөйөшләп нигеҙләнгән,уртаһында сыуалы булған,тырансанан һөйәп төҙөлгән ҡыуыштарҙа,ә яҙ башынан ауылдан ҡыуып сыҡҡан,эре мал менән йәш ғаиләләр,йәш-елкенсәк ҡыштауға һалҡын ҡышты үткәрергә,алдан барып бесән,япраҡ аҙыҡ әҙерләп ҡуйылған утарға күскән,йәшәгән,яҙ етә башлау,көндәр йылынып,һыйыр малы быҙаулап бөтөп,быҙауҙары аяҡҡа ныҡлап баҫҡас ауылға ҡайтҡандар.Малдарҙы бүлеп.тәрбиәләп теүәлләгәс,малдарҙы йәйләүгә ҡыуған,унан тағы ҡыштауға күскән.Был.быуаттар буйына,тик тауҙарҙа

ғына мөмкин була торған.йәшәү циклы.Ул,Ҡыштауҙан(Утарҙан) башҡа йәйләүгә күсеү хатта,совет осоронда ла дауам итте,бөгөнгө көндә лә ауыл

хужалыҡтары малдарын йәйләүгә ҡыуа.

Мәжүсилек осоронда Тамйан,ауылдары янында ниндәйҙә булһа,ҡая-таш,тау-түбә булыуы тәү шарт булып торған.

Ҙур тау ул,берҙән,кешеләр өсөн ориентер һәм дә,мәжүси сара үткәреү урыны ла булып тора.Икенсенән,бейек тау,ул Ҡарауыл,һаҡ түбәһе лә.

Ауыл,үҙенең төҙөлөшө буйынса Хоҙай Тағ Алланың ҡанунына ярашлы ултырырға тейешле булған.Ауыл; - Урал уғырҙарында,Пауыл(Пауль)тип

атала. Тамйан ауылдары,төп ҙур биләмәгә берләшеп йәшәгән ҡан-ҡәрҙәш тамырҙарҙан хасил булып.Ҙур йортҡа,ойошоп,бер ҡорға тупланып

кән күрәләр.Бер,йортҡа мәҫәлән;4-7ауылдан алып,10-15ләп ауыл ҡараған,ул ваҡыттарҙағы ауыл,3-9 өйҙән алып 30-40 өйгә тиклем булған .

Ауылдар йылға-таш буйҙарында урынлашҡан,урман уларға ҡырағай йәнлеккә һунар итеү территорияһы ла.Төҙөлөш өсөн,ағас материалында биргән.ХУШ-быуаттың урталарында,карательдәрҙең донесениеларына ҡарағанда,башҡорт-тамйан өйҙәре ер иҙәнле,дүрт мөйөшләп ҡарағай,имән ағасынан буралған булған.Өй баштары урталай ярылған ағас ярҡалар.йәки тыранса менән ябылған.Был Ер өй тип аталған,тәҙрәһеҙ,иҙән таҡтаһыҙ,түбә таҡтаһы булмай,өйҙөң уртаһында балсыҡтан һылап эшләнгән таш-сыуалда аш бешергәндәр.Ихата булмаған,кәртә-ҡура ла тотолмаған,сөнки. Төп йылҡы малы ҡырҙан ҡайтып инмәгән,Мал ҡураһы кәрәкмәгән.

Тамйан халҡы йәшәгән,территория бөгөнгө,Башҡортостанды ла индереп,Силәбе,Свердловск,Пермь,өлкәләре,Татарстан,Удмурт респуб- ликаларының кама буйы,Уралдың Ханты-Манси,Ямал-Ненец ерҙәрен

заманында үҙ эсенә алғандыр моғайын.

1,Ҙур Тау ул-.Ян(Йан) тип әйткәйнек инде,ә тауҙың бите-Яҡ(Йағ),тинек,

һәм Тауҙың-бейек яҡ битенән түбәнгә ҡарай Таңатар яҡҡа ҡарап урын-

лашҡан ауыл урамының Үрге,түбәнге ос тип :Үр яҡ(Ос),Ар(Аҫ) яҡ,-

тип йөрөтәләр.

2.Икенсе шарт ;таҙа,эсәр һыуҙың булыуы.тамйан ауылдарында изге ҡоҙоҡ

булыуы шарт;Тамйанса;-Ҡотоҡ,ҡотоҡай,ҡойо һыуы.

3.Тамйан ауылдарының исеме;беренсе сиратта,Ыҡ-һыу;Ян-тау менән бәйле.мәҫәлән:-Ауыл исеме;-Ҡоян,(ҡуян түгел)-Ҡойо(Ҡоҙоҡ һыуы)-Ян(Тау),йәғни Ҡотоҡай.Тау аҫтындағы,янындағы ҡоҙоҡ.Ҡоҙоҡло Тау.

-Ҡаҙмаш:-Ҡаҙыу(Соҡоу),Маш(тау-түбә),йәғни ҡаҙып сығарылған һыу,ҡоҙоҡ-шул уҡ Ҡотоҡай.Ҡойо.Ҡоҙоҡ һыуы.

-Байҡы баш(Түбә)- шул уҡ,тәрән,мул һыу башы ҡойо,ҡотоҡай,ҡоҙоҡ һыуы.

-Саҡмағош;Сағ,-сусаҡ тау,Мағ-түбә,Ыш-шишмә,шул уҡ бер мәғәнәғә эйә.атама-ҡотоҡай,ҡойо..

-Соҡсон-шул уҡ ҡаҙмыш,ҡаҙмаш-ҡотоҡай,ҡойо,ҡоян.

-Тамйандарҙа;Шайтан-тау эйәһе.

Ҡылдыса-Һыу эйәһе.

Изге ағасы;Ҡарағас,

Был ағас бөтә,Уралда йәшәгән Уғыр(Остяк-манси-хант,Вотяк-вогул) халыҡтарының да изгеһе һанала.Ҡарағас,был халыҡтарҙа,өҫкө һәм аҫҡы донъяның бәйләнешен,уның символдары ер аҫты януары мамонт,йылан йәки,балыҡ һәм өҫкө донъяны;-донъя ағасының ботағында ултырған гигант Ҡарағош,йәки ике пар Ҡош(Ай-Ҡояш) образында кәүҙәләндерә. Тағы ла,Шайтан менән Һыу эйәһе Ҡылдыса ла уртаҡ атама,бөтә уғырҙарҙарҙа ла бер мәғәнәлә йөрөй(Һыу инәһе).Аҡһаҡ Тимерҙең емергес походынан һуң,Уралдың төрлө тарафтарында йәшәгән тамйандар татар-монгол Урҙаһының тарҡалыуы һөҙөмтәһендә,тағы ла бүлгеләнеп төрлө илдәр сиктәрендә булып сығалар.Әммә,быуаттар буйына.конкрет Урал тауы ареалында,тәбиғи ерлектә үҫешкән,рухи нигеҙе бер үк.

Дөйөм алғанда,(ХШ-ХҮШбб),аралығында,татар-монголдар(ХШб-ХҮ1-б,тәүге яртыһы),рус колонизаторҙары (ХҮ11-б,икенсе яртыһы,һәм

ХҮШ-б)дауамында барған ҡот осҡос геноцидтан тамйандарҙан тик

Шаһғәли Шаһман тармағы бөтөнләй юҡҡа сығыуҙан ҡотола ала.

Башҡортостанда,көнъяҡ-көнбайыш тамйандарының Шаһбан,төнъяҡ-

көнбайышта,Шаһран тоҡомдарын ошо осорҙарҙа татар-монголдар,

рус колонизаторҙары ҡырып,үлтереп бөтөрәләр,уларҙың яҡты иҫтәлеге

булып,урындағы ер-һыу,ауылдар атамалары,һаҡланған,бөгөнгө көндә лә

үҙгәрешһеҙ;мәҫәлән:Сағмағош-район,район үҙәге атамаһы,Шаһран-хәҙер-

ге Шаран район һәм район үҙәге атамаһы,Тамйан-ауыл атамаһы,Ҡоян-ауыл атамаһы Саҡмағош районы,Соксон-ауыл атамаһы,Пермь крайы,

Башҡортостан республикаһы.

.ХҮП-Х1Х быуаттарҙа,имен ҡалған тамйандар Башҡортостанда,көнъяҡҡа

Һәм төнъяҡҡа,көнбайышҡа бүленеп йәшәгән.Көнъяҡта улар Ағиҙелдең урта ағымында төпләнһә,төнъяҡта Ағиҙелдең үрге ағымында.көнбайышта Ағиҙелдең түбәнге ағымында,Ыҡ буйында тамйан волостары булған.

Тамйандарҙың;Мөлөт,Ҡоян,Мәсәғүт,Саҡмағош ырыуҙарына бүленеүе

хаҡында мәғлүмәттәр бар.Ырыуҙарҙың тамғалары булып даға,сыбыҡ,

ирәк,һәм ырғаҡ иҫәпләнә.Даға-ҙур тауҙы тасүирләгән билдә,Ирәк-тауҙар, тарафтар аралығын билдәләгән мөйөш билдә,Ырғаҡ-Урал тауҙарынан башланып,борғоланып тауҙарҙы киҫеп аҡҡан Ағиҙел йылғаһы буйында йәшәгән тамйандарҙың,билдәһе,Сыбыҡ-Уралдың көнъяғынан,төнъяҡҡа тартылған тау һырттарында йәшәгән тамйандарҙың билдәһе.Тау һырты һәм шунан ағып төшкән шишмә,йылға-һыуҙарҙы аңлатҡан-билдә.(телсе,ғалим Ғәли Ишбулатов).

Революцияға тиклем Тамйандарҙың төп йәшәгән ерҙәрен, Минзәлә өйәҙе,

Стәрле өйәҙе,Үрге Урал өйәҙе,Өфө өйәҙе,Бөгөлмә өйәҙе тәшкил иткән.

Журналист,телсе,ғалим Ғәли Шаһғәли улы Ишбулатовтың хеҙмәтенә ҡарағанда .тамйандар Ағиҙел,Нөгөш,Мәләүез,Ҡурғашлы,Ҡотҡор,Ҡағы,

Мәйгәште,Үҙән,Ҡыҙыл,Әүнәш,Яйыҡ,Бәләкәй Ҡыҙыл,Ҡаҙмаш,Инйәр,һәм

Башҡа йылғалар,Ыҡ,Менәүәз,Ҡалтасы,Ҡариҙел,Сарс буйында ла,Үләнде,

Ҡарабалыҡты,Мауыҙҙы,Сабаҡты,Суртанды,Мулдаҡ,Сыбаркүл,Атауҙы,Аслыкүл,һ.б,әйләнәһендә лә йәшәгән.

Стәрле өйәҙендәге Тамйан волосында тамйандарҙың Ҡотош,Смаҡ(Исмаҡ),

Иҫҡе Муса,Яңы Муса,Иҫҡе Моҡас,Яңы Моҡас,Түләк,Мәмбәтҡол,

Исламғол,Йомағүжа,Илкенәй,Мәләүез ауылдары булған.Был волостағы

тамйандар 1800 йыл баштарына 60 мең дисәтинә самаһы ер биләгән.Ул ауылдар хәҙер Мәләүез,Күгәрсен һәм Күмертау райондарына инә.

Ә Верхнеурал өйәҙендәге Тамйан-танғауыр волосында иллегә яҡын ауыл булып,уларҙың бөтә ерҙәре 539 мең дисәтинә иҫәпләнгән.Тамйан-таңғауырҙар араһында рус колонизаторҙарының ХҮШ-быуаттағы геноциды ваҡытында Урта Уралға,Урал аръяғына ҡасып килгән.ошо ерҙәрҙә һәләк ителгән,кәнбайыш тамйандары-төнгәуырҙар,төнъяҡ тамйандары-туңғауырҙар,Әбйәлил районында,бер аҙы Белорет районының

көнъяҡ-көнбайышында,Бөрйән районының төнъяҡ өлөшөндә йөшәй.

Элекке ваҡытта Тамйан-таңғауыр,Тамйан-төнгауыр,Тамйан-Туңғауыр башҡорттарының бөрйәндәр,ҡатайҙар,күбәләк(ҡобалаҡ-Табын ҡыпсағы-

ырыуы)-тиләүҙәр,ҡыпсаҡтар менән сиктәш ултырған ауылдар Асҡар,Мәһәҙей,Ысмаҡай.Ҡаһарман,Сермән,Әзекәй,Аҙнағол,Үҙән,Үткәл,

Ҡаҙыш,Рысыҡай,Мөхәммәт,Биҡҡол,Нияҙғол,Юлдаш,Рауил,Ишҡол,Иҙәш,

Ҡырҙас,Әхмәт,Ҡолғана,Баймырҙа,Өмөтбай,Мәхмүт,Суйыр,Айыс,Ноҡат,

Рәүәт,Усманғәле(Ҡаҙмаш),Һарайса(Инйәр),Боранғол(Инйәр),Арышпар

булған.17-се быуаттың икенсе яртыһында,Рус колонизаторҙарының

башҡорттарға ҡарата йәйелдергән геноциды һөҙөмтәһендә,көнбайыштан,

Минзәлә өйәҙенән күсенеп ҡасҡан Шаһғәли Шаһмандың улы Буралының

тоҡомдары тамйан-төнгәуырҙар;Янсәйет һәм Янйегет(Күсем,Ҡаҙмаш,

Ҡалтас)түбәләре,элекке иҫке йылан волосы.(Байҡы)совет осоронда район

атамаһы ,Яҡынса,1700-1753 йылдар арауығында Ирәмәл тауҙары,Әүрәк,

Ямантау тауҙары баштарына,Елмерҙәк тарлауыҡтары араһына туғандаш-

тарына һыйыналар,әммә,ерһеҙ килмешәк сифатында.

Ул яҡта,Бай Ыҡ башында(Байҡыбаш)борон-борондан көнбайыш

тамйандары-төнгәуырҙар,Шаһбан һәм Шаһран заттары йәшәгән.Татар-

Монголдар осоронда,был тамырҙар һәләк ителгәс,тамйан-төнгәуырҙар еренә ҡыпсаҡтарҙың.ҡырғыҙ,йылан,ә һуңыраҡ Дим йылғаһы

буйҙарына монголдарҙың Мең ырыуҙары хужа булып ала.

Шулай итеп,тамйандар үҙ ерҙәрендә хоҡуҡһыҙ булып,ҡыпсаҡтар,

меңдәрҙең рөхсәте менән,килмешәк(припущенник),сифатында ҡалып

булһа ла йәшәгән,бөтөнләйгә ҡыуылып китеүҙән ҡурсалаған етди сәбәбе лә булған,тамйан башҡорттары Ханҡала-Ҡазанды дошмандан хәрби яҡтан

һаҡлау хеҙмәтен үтәгән,улар ошо Ыҡ,Менәүәз,Мәнйәк,Бире,Ҡаҙмаш

йылҡалары буйҙарында йәшәп,ойошоп хан хеҙмәтен үтәргә,Ҡазанға

барғандар.Аҙаҡтан,колонизаторҙарға ҡаршы күтәрелгән,тәүге башҡорт

восстаниелары ла ошо ерҙәрҙә,әҙерләнеп башланған тип әйтер инем.

(автор).

Бөгөнгө көндә Әбйәлил,Белорет райондары территорияһында,өлөшләтә,

Мәләүез,Күгәрсен,Ишембай,Бөрйән,Учалы райондарына ингән

ауылдарҙа,урындағы Тамйан-Ҡатай-таңғауырҙар ерҙәрендә,башлыса;