Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Тамйан иле гүзәл .doc
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
423.94 Кб
Скачать

Ниғмәтуллин Хәҙис Хәмит улы.

ТАМЙАН ИЛЕ

Асҡар

2014

Авторҙан.

Башҡорт халҡының ҡаһарман тарихын ентекләп өйрәнеү өҫтөндә оло, мәртәбәле ғалимдарыбыҙ ғына түгел, бәлки зыялыларҙа ҙур ихласлыҡ һала.

Улар оло Башҡортостанда ла сит өлкә - республикаларҙа йәшәүсе милләттәштәребеҙ араһында ла бар, күмәк тырышлыҡ файҙаға ғына, шулай уҡ төрлө кимәлдә үткән район, республика, төбәк- ара, хөкүмәтебеҙ,бөтә донъя Башҡорт ҡоролтайы ойошторған оло – кесе йыйындар, осрашыуҙар, фәнни-ғәмәли конференциялар тос өлөшөн индерә.

Артабанда ла тарихыбыҙға дәүләт кимәлендәге ихтибар, үткәнебеҙгә үҙебеҙҙә ихтирам менән ҡарағанда иманым камил башҡорт тарихы тәү асылында донъяға танылыр.

“ Тарих яҙыр инем ташына”- тип йырлана мәшһүр халыҡ йырында, ысынлап та, тик тау-таш тауҙарҙа йәшәгән

кеше генә ошолай образлы итеп үҙенең халҡының яҙмышын, тарих ысынбарлығын ташҡа яҙа, сағыштыра, тасуирлай ала. Ошонан ғына алғанда ла, халҡыбыҙҙың тарихын тауҙарҙа, таштар-ҡаяларҙа, сағылдарҙа вә түбәләрҙә,үрҙәрҙә бөгөнгәсә һаҡланған эҙҙәрҙән, исем – атамаларҙан күҙалларға була әле.

Тарихсыларыбыҙ башҡорт халҡының формалашыу осорон өйрәнгәндә, уның мәжүсилек нигеҙендә , тик билдәле Тауҙар (Урал) ареалында ойошоуын иҫәпкә алмайҙар, исем, ер-һыу атамаларының мәғәнәһенә, сығышына ихтибар итмәйҙәр. Халҡыбыҙҙың XIII – XYI быуаттарҙа татар-монгол яулап алыусылары, XYП – XҮШ быуаттарҙа рус колонизацияһы осорҙарында туҙҙырылған ҡәбилә-ырыу системаһы, бөгөнгө көнгәсә лә танымаҫлыҡ хәлдә.Боронғо ил тураһында тәү башланғыс мәғлүмәт алырға булһа, күп осраҡта дөйөм фараздарға ҡоролған, сит бауыр хәтеренә таянған “ташҡа үлсәйем” әҙер хеҙмәткә юлығаһың. Үҙебеҙҙең ил-халыҡ хәтеренә таяныу юҡ иҫәбендә. Башҡорт тарихын яҡшылап, төпсөрләп, комплекслы өйрәнеү юҡ, күп осраҡта тарихи материалдарҙы сит телдәрҙе (бигерәк тә ғәрәп, фарсы телдәре) төплө белмәү сәбәпле өйрәнеү һай. Башҡорт теле - сит тел һәм сит тел - башҡорт теле һүҙлектәре етешмәй. Тағы ла ғилми эштәр өҫтөндә эшләп, башҡорт шунан күскән, бынан килгән, тип иҫбатлаусы ғалимдарҙың хеҙмәт емешен төҙәтеп булмаҫ оло хаталар тора.

Ғөмүмән XYIII –се быуат рус батшалығының башҡорттарҙы тулыһынса колонизациялауҙы тамамлау осоро булып тора. Әлбиттә милләт өсөн был дәүер афәттең дә афәте, милләттең тамырына балта сабылған ваҡыт.

Шулай ҙа милләт хәтере бер ваҡытта ла юйылмай,быуындан-быуынға тапшырыла, күсерелә бара, был хәтер “ тарих”, тип атала ла инде.

АЙ –УР- АЛ.

Атамалар һөйләй

. Һәр башҡорттоң күнел түрендә.бала саҡтан йөрәгенә үрелеп үҫкән.ҡанына һеңгән Башҡырт,Башҡорт,Тамйан(ян),Ҡатау,Урал атамала-

рының ябай күҙгә лә Тау-Ҡая-Таш сығышлы икәнлеге күренеп тора.

Башҡырт атамаһы;

-Баш-руссаға атҡарһаҡ глава,голова.

-Ҡыр-руссаға атҡарһаҡ хребет,гряда,гребень.

-Тау-руссаһы гора.

- Баш Тауҙар Һырты,ҡыры-

Йәғни,руссаһында;-главный,головный горный хребет,гребень,гряда һ.б. Рәсәйҙә-Евразия сигендә,бейек тау һырты, Баш Ҡыр тау-ул Уралтау була. Шулай уҡ, Башҡорт атамаһы;

-Баш-руссаһы верховный,высокий.

-Ҡор-руссаһы свод.

-Тау-гора.

- Баш Тауҙар Теҙмәһе-

Йәғни,руссаһында;-Свод Главных,Верховных,Высоких гор, и.т.

Тағы ла,УР Алдың Баш(Там)тауҙары булып Уралтауҙың иң бейек географик түбәләре Ямантау,Народный тауҙары тора,

Тамйан атамаһы;

-Там-руссаһы,верхняя конечность горы-Ос.

- Йан(Ян)-гора(тамйан,хант,манси,ненец телендә)-Тау.

-Осто Тау-

Йәғни,руссаһында остроконечная гора-Осло башлы Тау(Осто Тау).

Там-тауҙың баш(Ос),өҫкө өлөшө,Йам(Ям)-тауҙың аҫҡы өлөшө

Иштәк атамаһы;

- Иш(Игеҙ)-ҡыпсаҡса,русса-пара,близнец,схожий.

- Тәк(Тағ) –Тау.

- Игеҙ,оҡшаш Тауҙар-

Йәғни,руссаһында,схожая гора,горы близнецы.

Истәк атамаһы;

- Ис(Ес)-ҡаҙаҡса,-ес,сары-төҫ,русса-медный,желтый.

- Тәк(Тағ)-Тау.

- Сары Тау-

Йәғни,руссаһында,Медная гора,желтая гора.

Остяк атамаһы;

- Ос-хант телендә,русса-конечность.

- Тәк(Тағ)-Тау

-Осто Тау-Там Йан-

Йәғни,руссаһында,Остроконечная гора,скала и т.д.

Остяк,урындағы хант телендә Осъях тип йөрөтөлә..Хант халҡы үҙҙәрен Бейек тауҙың Ос(Там) Ях,йәғниТауҙың Ос Ях(Бит-склон)-битендә йәшәй тип беләләр.Осъях-хант,Остотау-Уралда,бейек ос ях(яҡ)бит тә йәшәй.

Остяк,урындағы манси телендә,Асъях тип йөрөтөлә.Манси халҡы үҙҙәрен

Осто тауҙың итәгендә,Аҫ (Ям) ях(яҡ) битендә(склон) йәшәй тип беләләр.

Ҡатау атамаһы;-ҡайһы бер ҡыпсаҡ,шулай уҡ,үҙебеҙҙең дә ҡыпсаҡлашҡан,

фекерләгән уҡымышлылары ҡатау атамаһын,кидан-кытай атамаһына бәйләп яңылыщалар.Атаманың нигеҙен,Ҡая Һәм Тау тәшкил итә,йәғни,ул

Тау-таш ареалында ғына барлыҡҡа килә торған атама,икенсенән,был атама

менән,башҡорт халҡының Тамйандары,үҙҙәренең изге тауының(Уралдың) изге хайуаны-Мышы(урындағы телдә,Болан),Ҡатау тип,атайҙар.

Мышы(Болан);-Ҡатау.

Ата Мышы;-Атау.

Инә Мышы;-Амау.

Ҡатау атамаһы шулай уҡ,ошо Ҡая Тауҙа йәшәп,көн күргән Тау башҡорттарының,уларҙың шул Тау ареалы кешеләре икәнлеген дә раҫлаған атама,ырыу атамаһы,Ҡатай ырыуы атамаһы.(Бала-ҡатай,Оло-Ҡатай,Ялан-Ҡатай).

Ҡатау атамаһының,тик ошо Уралтауында барлыҡҡа килеүен раҫлаған,тағы бер дәлил бар,Тамйандар,Ҡатайҙар,Көҙәйҙәр изге тауҙың изге хайуанын,

Боронғо атама менән Йәндек тип атайҙар,йәғни Йән(Ян) һәм Дек(Дағ)-

Тау-Ҙур Тау-шулай итеп,Йәндек-Ҡатау-Ҡатай атамалары урындағы тау сығышлы булып,бер үк мәғәнәгә эйә,синонимдәр.Бейек,Оло Тау-атамаһы.

Бөтәһен бер епкә теҙһәң,шул күренә,Башҡырт-Башҡорт-Тамйан-Ҡатау-Ирйәндек тауҙары атамаларын үҙ эсенә алған боронғо бөйөк ЯН-тауы,ә Ямантау(Ҡаратау),Янғантау(Ҡарағоштау),Ирәмәлтау(Янтау),Юрматау,Ҡараташтау,Алатау,Илмәнтау,Тағанайтау,Торатау,Шахтау,Йөрәктау һәмдә башҡа тауҙар,Ошо Баш тау янында булып,үҙҙәре лә тирә-йүн түбәнлек,тигеҙлек ерҙәр өсөн һис шикһеҙ Там-булып торалар.Хәҙергесә әйтһәк бөтә Урал тауы тирә яҡ территориялар-тигеҙлек,түбәнлектәр өсөн иң ҙур ,оло Там-була ла инде.ә Уралтауҙың үҙенең Тамы-уның иң бейек түбәләре һаналған Ирәмәлтау,Ямантау,Народный тауҙары тора.Ошо

юҫыҡтан ғына ҡарағанда ла халҡыбыҙҙын тарихын әлеге тауҙарҙан.

ҡаяларҙан.сағылдарҙан.убаларҙан.түбәләрҙән.үрҙәрҙән бөгөнгәсә һаҡлан

ған ерлектәге географик атамаларҙан күҙалларға була.

Географик атамалар.иң беренсе сиратта Тауҙар.Ҡаялар.Йылға-Күлдәр.Дингеҙҙәр-Океандар исемдәрен быуаттар дауамында ла. хатта меңәр йылдар буйына ла юғалтмайҙар.исемдәре һаҡлана.Шул иҫәптән тауҙар атамаһы ла күп төрлө осраҡтарҙа.теләһә ниндәй хәлдәрҙә лә үҙгәрешһеҙ һаҡлана,бәлки яны атама-исем бирелергә мөмкин,әммә элеккеһе төшөп ҡалмаясаҡ,бергә йөрөйәсәк һәм һунғыһы атаманың мәғәнәһе тәүгеһенән кәм мәғәнәле булмаҫҡа тейеш,сөнки был осраҡта Тәү атама үҙ урынын кире аласаҡ,мәҫәлән.Яйыҡ-Урал-Яйыҡ,Янғантау-Ҡарағоштау-Янғантау,Ямантау-Ҡаратау-Ямантау,Мауыҙҙы-Яҡтыгүл-Мауыҙҙы.һ.б.Кешеләр доньяға тыуа тора,китә тора,әммә улар был доньяла бер бөтөнгә ойошоп ил-ил булып йәшәргә ынтылалар.Халыҡтар йәшәгән,көн күргән ареал сиктәрендә,шул халыҡ биргән,атаған ер-һыу атамалары кеше быуындары алышынған,юғалған дәүерҙәрҙә лә тәү башланғысын һаҡлай,үҙгәрмәй,онотолмай.Милләт-халыҡ исеме лә ошо урындағы ареалға бәйле була,был аксиома.Кеше тәүҙә Тауға,йылға-күлгә,дингеҙгә атаманы үҙе бирә,шунда йәшәп ошо уҡ атама уның үҙенә күсә.мәҫәлән;Башҡырт(Башҡорт)- Баш Ҡыр Тау(Главный горный Хребет),Иштәк-Иш Тағ(Горы Близнецы,Схожие Горы),Тамйан-Там Йан(Ян)(Высокая Гора,Хребет,Скала, Горная Вершина.).Ҡыпсаҡ-(Ыҡ һәм Ып)-Һыуҙар аралығы- Сағ(СусаҡТау)-Сопка на междуречье.Тамйан-Там-(Купол,Пик)Ян(Тау).

Ҡатау-ҠаяТау(Скальная Гора,Горная Кряжь)Әйткәндәй мәрхүм олатайым

Измайлов Насибулла Исмәғил улы аңлатҡанса борон башҡорттар-Ҡыр хайуаны Мышыны(Беҙҙеңсә,йәғниТамйанса-Болан)-Ҡатау тип атағандар,

Инә,орғасы Мышы-Амау,Ата Мышы-Атау тип аталған,ә Ҡыр хайуаны

Мышыны(Болан)Ҡатауҙы дөйөм исем менән Йәндек-тип атағандар,бәлки шуға күрә бөгөнгө көндә лә Ҙур Уралтау Һыртына паралелль ятҡан үҙе Ирйәндек тип аталған Тау Һырты,ул инде Ир Йәндек,йәғни Ата Мышы

(Болан) Тау һырты тип атала булып сыға.Хәҙер инде ата Мышы тауы

Ир Йәндек-ул Атау(Ата,Ат Тау),хәҙерге көндә лә Әбйәлил районындағы Тау һырты Ирәндек, күл Атауҙы(Атау Ыҙы),Магнитогорск ҡалаһы янындағы инде соҡоп,ҡаҙып бөтөрөлгән Атаҫы(Атау Ыҫы) тауы,шулай уҡ

Баймаҡ,Учалы райондары составына ингән Ирәндек һырттары.Тағы ла ышаныслыраҡ аңлатма шулай уҡ мәшһүр Ирәмәл тауы атамаһында ла ярылып ята,был Тау Ир Мал,йәғни, шул уҡ Ир Йәндек тауы атамаһын бирә(Ата-Ир,Мал-Йәндек синонимдар).Тағы оло Уралтау һыртына көнбайыштан параллель ятҡан хәҙерге Белорет районы составына ингән

Алатау-алғы Атау,Ат тауы.ҡояшҡа яҡын бейек тау.һырты ла Ал(Ҡояш) һәм

Атау(Ирйәндек)ҡушылмаһынан тора.Йәғни,Ал(Ҡояш)аҫтындағы Ата

мышы,Ир Йәндек,Ир Малы тауы,әТамы булып Ямантау(Ҡаратау(Ҙур Мышы)тора.

Был тауҙа йәшәгән Ҡыр хайуаны ул Атау,тауҙа көн иткән Ир кеше лә Атау(й),Атам.Бынан,АЙ-УР-АЛ-дың ерҙәге терәге кешеһе лә Атау(Атай)-Атам(Атаулла)тора.Ошонан ғына алғанда ла әлегеҠама-(у) исеме аҫтында

шаулап ятҡан йылға,Әбйәлилдә Ҡырҡты Тауҙың итәгедә тын ғына тулҡындарын сайҡаған (А)-Мауыҙ күле кеүек үк ҡыҫҡарып Инә(Һыйыр)

Мышы(Болан) Амау атамаһын йөрөтәләрҙер ахырыһы.Боронғоларҙан

Һаналған,Башҡырт,Башҡорт,Иштәк(Истәк)Урал,Тамйан,Танып.Ҡатау,

Юрматы,Уран һ.б конкрет,тик ошо Урал ерлегендәге Тау-Таш,Ҡая,Түбә,

Үрҙәргә реаль бәйле барлыҡҡа килгән атамаларға бөгөнгәсә төрлө аңлатма-ҡараш йәшәй.Тарихсы-ғалимдар,тарихты үҙаллы өйрәнеүселәр

араһында ла Башҡорт халҡының этнонимына ҡарата аныҡ фекер-уй,аңлатма юҡ..Үткән Х1Х-ХХбб-ҙа конкрет Башҡорт,Башҡырт,Урал,

атамалары шулай уҡ ҡәбилә,ырыу этнонимдары ентекле өйрәнелмәү сәбәпле ҡайһы осраҡта яңылыш юҫыҡҡа ҡоролған ғилми эштәр һөҙөмтәһе булараҡ тарихты,боҙоу,үҙгәртеүҙәр бар.,шундай асыштар Башҡорт этимо-

логияһын йүнләп өйрәнгән фәнни эшмәкәрлек булмауы сәбәпле Бөйөк Уралтауҙың өҫтөндә,уның яҡ-яғында ереккән Тамйан,Ҡатай,Күҙәй,Әйле,

Ғәйнә,Танып кеүек ҡәбилә-ырыуҙар автохонлыҡтан төшөп ҡалды,килме-

шәккә әйләндерелде тип әйтһәктә хата түгел.Ә шул ваҡытта Башҡорт

халҡына иң яҡын,ҡандаш Манси,Хант,Пелым,Перым ҡәбиләләре

тарихына берәү ҙә күҙ һалмай,сағыштырып өйрәнмәй.Башҡорттоң төп

компоненты тик УРАЛ ерлегендә үҫешеүен,Ҡыпсаҡлашыу ныҡлап ХШ-Х1Үбб.татар-монгол баҫҡынсылығы һөҙөмтәһендә башҡорт мөхитенә үтеп инеүен һәм шулай уҡ исламдың Башҡорттар араһында көслөк менән

тарала башлауын,шул тарихи осорға тура килеүен күҙ уңынан төшөрәбеҙ,миңә ҡалһа,Уғыр ҡанлы Башҡорт ассимиляцияға бирелгән булһа ла бөгөндә үҙенең мәжүсилеген юғалтмаған,һаҡлап ҡала алған.Быны тарихыбыҙ ҙа,ауыҫ-тел ижады ла раҫлай.

Үкенесле әлбиттә,әммә тарихсылар Бөйөк Даланың тарихына мөкиббән киткән,шул “ҘУР”-тарихтан Башҡортҡа ла өлөш эҙләп ваҡыт сарыф ителә тип уйларға ҡала.Ә бит йомғаҡтың осо–үҙебеҙҙәлер тип берәү уйлаһа икән.

Хоҙай менән Тәңре балалары Уралда йәшәй

Тәңре-Хоҙай мәжүсилеге даирәһендә үҫешкән,формалашҡан Башҡортто Ҡыпсаҡ компоненты Себер,Урал,Волга.Арал тарафтары халыҡтары кеүек үк мосолманлаштырыусы,телде ассимиляциялаусы булып сығыш яһай.Ул шул килеш бөгөнгәсә дауам итә,тик Ҡәбилә-ырыуҙар араһында иҫке,боронғо мәғәнә әлегә бөтөнләй үк юғалмаған,диҡҡәт менән тырышлыҡ һалғанда халҡыбыҙҙың тейелмәгән бихисап рухи байлығын ҡайтарып буласаҡ.БашҡортХ-ХШ б.б,.нисек мәжүси рухлы булһа,ул унан һуңғы Х1Ү-ХҮ бб,хатта-ХҮ1-ХҮ-ХҮП быуаттарҙа ла Хоҙайға һәм ТаңҮрегә табыныуын,ышаныуын дауам иткән,ә Ислам диненә күсеүгә ХҮШбыуатта Рус Батшалығы үткәргән колонизаторлыҡтың ҡот осҡос фажиғәләре имен ҡалған халыҡты мәжбүр итә.Ошо яҡтан ҡарағанда был сәйәси аҙым да,шул юҫыҡта,физик ҡырылып,үлтерелеп бөтөүҙән ҡотолоу сараһы ла булған.Сөнки Рус хөкүмәте аҫтында булған,башҡорттар өҫтөнән кисәге хакимлыҡ иткән татар,ноғайҙар ,ҡалмыҡтар менән урындағы һаманда мәжүси рухлы башҡорт төрлө,мәҙәни,дини,сәйәси яҫылыҡта булып сыға.Ҡалмыҡ тайшалары халҡы бөйөк Буддаға(Ламаизм),Нуғай-Татар Исламға,ә ҡайһылары христиан диненә ҡарай.Ошо яҡтан ҡарағанда башҡорт халҡы,урыҫ колонизаторҙарының ҡанлы көсөнә өҫтәп,инде аҡ батшаның ярандарына әүерелгән,кисәге,иҙеүсе баҫҡынсылар,(башҡорттар Ҡалмыҡ,Татар,Нуғай яфаларынан ҡасып аҡ батша Иван Грозныйға баш һалып барғандар ине)суҡынған татар,нуғай мырҙалары,бигерәк,1647 йылда ҡалмыҡтар үҙ ирке менән Мәскәү дәүләтенә ҡушылғас,ҡалмыҡ тайшалары

тарафынан тағы ла ҡатыраҡ,хәтәрерәк,аяуһыҙ физик юҡ ителеүгә лә,рухи, сәйәси баҫымға,үс алыуға дусар була,ҡалмыҡ тайшалары тамйандарҙың Шаһғәли Шаһман етәселегендә нуғай мырҙаларын,ҡалмыҡ тайшаларын тотоп алып,урыҫтарға тапшырыуын,Башҡортостандан ҡыуып сығарыуын,бигерәк тә,уның бөтә башҡорттарҙы татар-монголға көрәшкә күтәреп,Рус дәүләтенә ҡушылыуҙы башлап йөрөүенә үс тоталар,форсаты сыға.Ҡалмыҡ тайшаһы Әйүкә Монсаҡов,үҙҙәренең (1647й)Рустарға,үҙ иректәре менән ҡушылыуын оҫта файҙалана.(В 1682году Калмыцкий князь(контайша)Аюка Мончаков с войском в 40тысяч человек вторгся в

Башкирию,чтобы жестокими мерами принудить башкир отделиться от

Московского государства и перейти под его власть.После калмыков остается только выжженная земля,порублено башкирцев от Казани до Уфы,и по Ику, и по Биру,и поТаныпу.М.И.Б.Т.1:с.210.Был.ерҙәрҙә йәшәгән көнбайыш-төнгәуыр тамйандарының Шаһбан,Шаһран тамыр-

ҙары ҡырып һалына.Ҡалмыҡтар,тамйандарҙы эҙәрлекләп,хатта Урал

аръяғына,хәҙерге Әбйәлил районына,Ҡырҡтытау,Ҡыҙыл йылғалары

буйҙарына тиклем барып етәләр.Ҡалмыҡ ғәсҡәрен,башҡорттар ҡараҡалпаҡтарҙың ярҙамы менән туҙҙыралар.Ул ваҡыттағы.дәһшәтле алыштың мираҫы булып,Әбйәлилдәге Ҡырҡтытауға параллель ятҡан тәпәш һырт,Әйүкә һырты тип атала.Ҡыҫҡаһы,ошо ваҡыттан,башлап иҫән-имен ҡалған төнгәүыр-тамйандары тыуған ерҙәрен ташлап китәләр һәм үҙ иленең ҡасҡындарына әйләнәләр,әлбиттә,тыуған халҡы уларҙы ситкә типмәй ҙә,әммә,ер һәр бер ырыуҙа,арала,йортта аҫабалыҡ хоҡуғында булыуы,тамйандарҙың төнгәүырҙарын, кеше ерҙәрендә,ергә хоҡуҡһыҙ,типтәр(приписной)припущенник сифатында йәшәргә,көн күрергә мәжбүр итә.Тарихтағы тәүге типтәрҙәрҙең барлыҡҡа килеүенең сәбәбе лә ошо тарихи ысынбарлыҡҡа таянып өйрәнелергә тейешлелер.По подсчетам Р.Г.Кузеева,в ходе подавления башкирских восстаний в конце

ХҮПв,в1704-1711гг башкиры потеряли около 70тысяч человек убитыми,

на его подавление были привлечены регулярные войска и калмыцкая

конница.Восстание было подавлено с исключительной жестокостью.

После подавления башкирских восстаний в1735-39гг,в1740г,в1753гг,

царскими карателями уничтожались,сжигались дотла,населенные пункты

всех волостей Зауралья,тольков1740г.было сожжено 537 деревень(аулов)

населенных пунктов с 3899-дворами и 3207-клетями и сараями.Да,чтобы

оставшиеся жители не могли возобновить нормальную жизнь,каратели поджигали места тебеневок с целью создания бескормицы для скота.История сел и деревень Башкортостана.1-я книга.А.З.Асфандияров.-Уфа,Китап.1997,224с).(Безлюдье на необьятных

земельных просторах,отнятых у башкир,продолжалось до ХҮШ- столетия

и даже в ХҮШ столетии.Ищериков П.Ф.Очерки из истории колонизации Башкортостана,-Уфа;Китап.2003,-40с.).

Ислам диненә күсеү халыҡҡа шул осор өсөн берҙән-бер дөрөҫ юл булғандыр.ахырыһы тип уйларға кәрәк.Х-быуаттың тәүге яртыһында 921-926й.й,Башҡорт иленә Ғәрәп Сәйәхәтсеһе Ибн-Фаҙлан килә. Башҡорттар

Ер-Һыуҙы,Тау,Күкте изгеләштерәләр,шуларҙың йәненә табыналар,улар

Мәжүси,ә Аллары Күк хакимы Тәңре(Таң Үре)-Ал;-тип яҙып ҡалдыра.

Шулай уҡ тағы ХШ-быуаттың тәүге яртыһында 1235-1237йй.Уралға үҙ

туғандаш Венгерҙәрен эҙләп монах Юлиан килә.Әйтергә кәрәк Юлиан

башҡортто түгел,ә үҙенең венгрын эҙләй,һәм әлбиттә таба,шул венгр телендә(саф телдә)иркен аралаша-боронғо башҡорт-венгр(мадьяр)теле уртаҡ тел,башҡорт ҡанлы венгрын таный тик Монах Юлиан уларҙың,йәғни

венгр(башҡорт)туғандарының–мәжүсиҙәр,бер ниндәй ҙә аллаһы юҡ,идол-

дарға ла табынмайҙар,улар януарҙар һымаҡ йәшәйҙәр.ти.Аннинский С.А.