Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
раб.прогр.3кл.фгос. по башк. гос.яз..docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
46.17 Кб
Скачать

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

3 Класс

Танышыу – 2 сәғәт. Түбән кластарҙа өйрәнелгәндәрҙе ҡабатлау, тәрәнәйтеү. Сәнғәтле һөйләшеү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау, темаға ҡараған башҡорт һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен камиллаштырыу.

Мәктәптә–3сәғәт. Мәктәп, класс бүлмәләре, дәрестәр, кластағы уҡыусылар, уларҙың эштәре. Мәктәп баҡсаһы, еләк-емештәр, уларҙың ҡыуаҡтары, балаларҙың баҡсалағы эштәре. Уҡыусыларҙың үҙҙәре уҡыған мәктәп, уның үҙенсәлекле билдәләрен, урынлашыуын, кабинеттарын, дәрестәрҙе белеүе. Һүҙҙәрҙең предметты, билдәне, эште белдереүе.

Һөнәрҙәр – 2 сәғәт. Кешеләрҙең һөнәрҙәре тураһында мәғлүмәт. Башҡорт телендә теләк мәғәнәһенең бирелеше.

Йыл миҙгелдәре - 8 сәғәт. Башҡотостанда ,үҙебеҙ йәшәгән төбәктә көҙ, ҡыш, яҙ, йәй миҙгелдәре, уларҙың билдәләре. Һөйләм төрҙәре.

Кейемдәр – 3 сәғәт. Кейем-һалым исемдәре, уларҙың үлсәме, кейем һатып алыу, уларҙы бөхтә тотоу. Башҡорт телендә йөкмәтеү йүнәлеше, шарт һөйкәлеше.

Ғаилә- 4 сәғәт. . Үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте тураһында һөйләшеү. Башҡорт телендә бойороҡ һәм шарт һөйкәлеше.

Тыуған көн – 1 сәғәт. Балаларҙың тыуған көн байрамы, уға әҙерлек мәшәҡәттәре. Башҡорт телендә бойороҡ,теләк һөйкәлеше.

Тәбиғәт- 3 сәғәт. Йорт, ҡырағай хайуандары һәм ҡоштары аңлатмаларын үҙләштереү. Хайуандарҙың һәм ҡоштарҙың файҙаһы, йәшәү урындары үҙенсәлектәре менән таныштырыу. Башҡорт телендәге синоним һүҙҙәрҙе сағыштырыу, ҡылымдарҙың заман формаларын, ҡаршы ҡуйыу теркәүестәрен практик үҙләштереү.

Башҡортостан - 3 сәғәт. Башҡортостандың ҡалалары, ауылдары, йылғалары, күлдәре тураһында мәғлүмәт биреү. Исем, яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр, темаға ҡараған башҡорт һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен камиллаштырыу.

Сәйәхәт – 2 сәғәт. Сәйәхәт, уның кешегә файҙаһы, әһәмиәте. Башҡорт телендә килеш һәм зат ялғауҙарын ҡулланыу.

Байрамдар – 2 сәғәт. Башҡортостанда байрамдар, уларҙың төрҙәре, әҙерлек мәшәҡәттәре. Был темала уҡыу йылы буйынса өйрәнелгәндәрҙе ҡабатлау, белгәндәрҙе тәрәнәйтеү.

Башҡорт (дәүләт) телен өйрәнеү өсөн методик ҡулланмалар

  1. Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты (комплексы): Башҡорт телен уҡытыуҙа актив формалар һәм алымдар. Толомбаев Х.А., Асанбаева Р.Р., Өфө, БМҮИ, 2006.

2. Башкирский язык для начинающих. Ф.Г. Хисамитдинова, З.Я. Шарипова, В.И. Хажин. Уфа, Баш. книжное изд-во, 1991.

  1. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге . // И.М.Ғарипов. Өфө, Китап, 1994

  2. Урыҫ мәктәптәренең 1 класы өсөн “Башҡорт теле”дәреслегенә методик күрһәтмәләр.// Толомбаев Х.А. Өфө, Китап, 2001.

  3. Урыҫ мәктәптәренең башланғыс кластарында башҡорт телен уҡытыу үҙенсәлектәре / Шарапов И.Ә. Өфө, Китап, 1997.

  4. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр // Ғәбитова З.М., Толомбаев Х.А. Өфө, Китап, 2006.

  5. Изучаем башкирский язык. Интенсивный курс обучения. .// Усманова М.Г. Өфө, Китап, 2011.

  6. Беҙ башҡортса уҡыйбыҙ.(1-2) .// Толомбаев Х.А. Дәүләтшина М.С. Өфө, Китап, 2002.

Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт

  1. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.

  2. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.

  3. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.

  4. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

  5. «Аҡбуҙат» журналы.

  6. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

  7. Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу.Методик күрһәтмә. Ғәбитова З.М.,Баһаутдинова М.И.,Йәғәфәрова Г.Н.,Йәғәфәров Р.Ғ. БМҮИ нәшриәте.Өфө, 2008.

  8. Күңелле минуттар. М.И. Баһаутдинова. Өфө: Китап, 2003

Материал - техник ҡулланмалар

1. Аудиокассеталар:

Туған тел. II – IV класс. 1 – 4 кассета, Өфө, 2005

  1. Электрон дәреслектәр:

  2. Башкирский язык. ru.