- •Аңлатма яҙыу
- •Уҡыу планында предметтың урыны.
- •Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы
- •Уҡыу предметы йөкмәткеһенең дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы (йүнәлеше)
- •Уҡыу предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре
- •Төп йөкмәтке линиялары
- •Телмәрҙең тематик йөкмәткеһе
- •Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар
- •Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
- •3 Класс
- •Башҡорт (дәүләт) телен өйрәнеү өсөн методик ҡулланмалар
- •Календарь – тематик планлашырыу
- •3 Класс (аҙнаһына 1 сәғәт)
Төп йөкмәтке линиялары
Башҡорт теле курсында түбәндәге йөкмәтке линияларын билдәләп була:
телмәр эшмәкәрлегенең төп төрҙәрендә коммуникатив оҫталыҡтар;
тел саралары һәм уларҙы ҡулланыу күнекмәләре;
социомәҙәни компетенция;
дөйөм уҡыу һәм махсус уҡыу оҫталыҡтары.
Телмәрҙең тематик йөкмәткеһе
Һөйләү һәм яҙма телмәрҙең йөкмәткеһе белем биреү һәм тәрбиәүи маҡсаттарға3 – сө класс уҡыусыһының йәш үҙенсәлегенә тап килә һәм түбәндәге темаларҙы үҙ эсенә ала:
Танышыу. Һаулыҡ һорашыу.Мәктәп. Һөнәрҙәр. Йыл миҙгелдәре. Кейемдәр. Ғаилә. Тыуған көн. Башҡортостан. Сәйәхәт. Байрамдар.
Коммуникатив оҫталыҡтар.
Һөйләү телмәре
Диалогик форма:
типик ситуацияларҙа диалог алып барыу;
һорау-яуап рәүешендәге диалог.
Монологик форма:
- телмәрҙең төп коммуникатив төрҙәрен (тасуирлау, хикәйәләү, ҡылыҡһырлау) ҡулланыу.
Тыңлап аңлау
- уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен аңлауы;
- өйрәнелгән тел материалына таянып эшләнгән аудиояҙмалағы ҙур булмаған текстарҙы аңлау.
Уҡыу
башҡорт теле материалына таянып эшләнгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;
өйрәнелгән материалды һәм бер нисә яңы һүҙҙе үҙ эсенә алған тексты эстән уҡыу һәм аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу (персонаждарҙың исемдәре, географик атамалар һ.б.).
Яҙыу
текстан һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу оҫталығы;
яҙма телмәр нигеҙҙәре: байрам менән ҡотлау, ҡыҫҡа шәхси хат яҙыу.
Тел саралары һәм уларҙы ҡулланыу күнекмәләре.
Графика, каллиграфия, орфография.
Башҡорт теленең алфавиты. Өн һәм хәрефтең тап килеүе. Уҡыу ҡағиҙәләре. Төп орфографик ҡағиҙәләр. Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.
Телмәрҙең фонетик яғы.
Башҡорт теленең специфик өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм ишетеү. Төп орфоэпик нормалар. Башҡорт телендә баҫым. Һөйләмдең интонацион төрҙәре.
Телмәрҙең лексик яғы.
Лексик берәмектәрҙе ике яҡлы (рецептив һәм продуктив) үҙләштереү, тотороҡло һүҙбәйләнештәр, телмәр этикеты элементтары булараҡ баһалау лексикаһы һәм телмәр клишелары. Интернациональ һүҙҙәр. Һүҙьяһалыш.
Телмәрҙең грамматик яғы.
Һөйләмдең төп коммуникатив төрҙәре: хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдә һүҙ тәртибе. Интонация һәм тыныш билдәләре. Ярай, ярамай, мөмкин һҙҙәренең ҡулланылышын активлаштырыу. Булып эшләй һүҙбәйләнешен ҡулланыу. Башҡорт телендә йөкмәтеү йүнәлешен, шарт һөйкәлешен практик үҙләштереү. Башҡорт телендәге синоним һүҙҙәрҙе сағыштырыу, ҡылымдарҙың заман формаларын практик үҙләштереү. Килеш ялғауҙары, кире ҡағыу формаларын, «менән» бәйләүесен телмәрҙә ҡулланыу.
Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар
Уҡыу йылы аҙағында 3–сө класс уҡыусылары түбәндәге белем һәм күнекмәләргә эйә булырға тейеш:
1. Һөйләгәнде йәки уҡығанды аңлай алыу (аудирование):
уҡытыусының, иптәшенең һөйләгәнен, уҡығанын аңлай алыу;
иҫәнләшеү, һаубуллашыу, рәхмәт әйтеү, ғәфү үтенеү, үтенесте белдереү, рөхсәт һорау (телмәр этикеты);
текстың йөкмәткеһе, ситуация буйынса һорау биреү.
2. Уҡыған текст буйынса, күҙәтеүҙәр нигеҙендә һөйләй белеү, ситуацияға ярашлы һөйләшеү (говорение):
бәләкәй күләмле текстың йөкмәткеһен һөйләү;
һүҙлек һүҙҙәрен белеү, уларҙы дөрөҫҡулланып һөйләү;
диалог төҙөү, төркөмдәрҙә һөйләшеү;
үҙең, ғаилә ағзалары, уларҙың исемдәрен белеү, һөнәр-шөғөлдәре; туғанлыҡ мөнәсәбәте һ.б. тураһында һөйләү;
ваҡиғаға, персонажға үҙ мөнәсәбәтеңде әйтеп биреү;
башҡорт теленән руссаға һәм киреһенсә тәржемә итеү.
3. Уҡыу (чтение):
тексты дөрөҫ, шыма, талғын уҡыу (орфоэпик нормалар нигеҙендә),
поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу,
уҡыған текстың йөкмәткеһен билдәләй алыу, персонаждарын әйтеү,
текстан һорауҙарға яуаптар табыу, уҡып күрһәтеү.
4. Яҙыу (письмо):
хәрефтәрҙе матур, дөрөҫ, тейешле кимәлдә тоташтырып яҙыу,
ҙур булмаған тексты күсереп яҙыу,
шундай уҡ текст буйынса йә картина нигеҙендә 3-4 һорауға яуап яҙыу,
бирелгән ситуация буйынса 3-4 һөйләмдән торған текст яҙыу,
ныҡлы әҙерлектән һуң өйрәтеү характерындағы диктант яҙыу (программала күрһәтелгән нормалар күләмендә).
Яҙма эштәрҙең төрҙәре, күләме һәм уларҙы баһалау нормалары.
Уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙә башҡорт теленән яҙма эштәрҙең төрлө формалары ҡулланыла. Яҙма эштәр балаларҙың белем һәм күнекмәләрен тикшереү маҡсатында үткәрелә. 3– сө класта тикшереү эштәренән контроль күсереп яҙыу, һорауҙарға яуаптар, диктант үткәрелә. Уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәре лә, яҙма эштәр үткәреү методикаһы ла бик үҙенсәлекле. Шуға ла яҙма эштәр, уларға ҡуйылған баһалар балаларҙың телгә өйрәнеүендә дәртләндереү сараһы булып хеҙмәт итһен. Уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләр күләме, сифаты башҡорт теленән дәүләт стандарттарына яуап бирергә тейеш. Был иһә ижади эшләүҙе талап итә.
Уҡыусыларҙың белемдәрен баһалау нормалары.
1. Балаларҙың уҡыу һәләтлектәрен баһалау.
Уҡыу техникаһын тикшереү.
Ижекләп уҡыу күнекмәләрен формалаштырыу. Уҡыусының индивидуаль темпына ярашлы тиҙлек менән һүҙҙәрҙе тотош уҡыу. Һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе һәм ҡыҫҡа текстарҙы аңлы уҡыу. Дөрөҫ интонация һәм пауза менән уҡыу. Аңлы һәм тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.
Ҡысҡырып уҡыу.
Ижекләп уҡыуҙан уҡыусының индивидуаль темпына ярашлы тиҙлек менән һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә тотош уҡыуға күсеү. Уҡыу тиҙлеген эҙмә-эҙлекле үҫтереү.
Эстән уҡыу.
Эстән уҡығанда әҫәрҙең мәғәнәһен аңлау. Уҡыуҙың төрөн билдәләү. Текстан кәрәкле информация таба белеү.
Балаларҙың уҡыу тиҙлеге минутына түбәндәгесә билдәләнә:
-
Класс
Һүҙ
Билдә
Эстән уҡыу
3
35-40
120 - 140
55 - 65
2. Яҙма эштәрҙең төрҙәре, күләме һәм уларҙы баһалау нормалары.
Яҙма эштәрҙең төрҙәре:
1) һүҙҙәрҙе, фразаларҙы һәм һөйләмдәрҙе күсереү;
2) һүҙлек диктанты;
3) ғәҙәти диктанттар;
4) һорауҙарға яуаптар яҙыу;
Һаналған яҙма эштәр 3 – сөкласта элементар характерҙа, өйрәтеү маҡсатында һәм ныҡлы әҙерлектән һуң ғына яҙҙырыла. Әҙерлек эштәре төрлөсә булырға мөмкин: һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе яҙыр алдынан бер нисә тапҡыр телдән әйттереү, ниндәй хәрефтәр яҙылыуын анализлау, ҡағиҙәләрҙе ҡабатлау һ.б.
Контроль характерҙағы яҙыу эштәренең һаны уҡыу йылы эсендә түбәндәгесә тәҡдим ителә:
Күсереп яҙыу – 1
Һорауҙарға яуаптар – 1
Диктант - 2
Контроль характерҙағы яҙыу эштәренең күләме:
Күсереп яҙыу – 25-30
Һүҙлек диктанты – 8-10
Диктант – 25-30
Уҡыусыларҙың ҡаҙаныштарын баһалау инструментарийы.
Мәғлүмәт сығанаҡтары:
- уҡыусылар эшмәкәрлеге;
- статистик мәғлүмәттәр;
- уҡыусыларҙың эштәре;
- тест һөҙөмтәләре.
Методтар:
- күҙәтеү;
- яуап һайлау;
- ҡыҫҡа яуап;
- башҡарыу процесын баһалау;
- башҡарыу процесын һәм һөҙөмтәһен баһалау;
- портфолио.
Критерийҙар;
- баһалау ысулдарының дөрөҫлөгө;
- ҡуйылған баһаны тикшерә белеү;
- уҡыуҙың дөрөҫлөгө;
- уҡыуҙың темпы;
- әңгәмәлә ҡатнашыу;
- яуаптың дөрөҫлөгө;
- яуаптың һәм баһаның төплөлөгө.
Башҡорт теле дәрестәрендә предмет- ара бәйләнештәр түбәндәге предметтар менән бәйләнештә күҙәтелә;
география фәне менән( ер- һыу атамалары, тәбиғәттең төрлө күренештәре, йыл миҙгелдәре)
- тарих менән( ғаилә шәжәрәһен төҙөү, төрлө тарихи ваҡиғалар, дәүләт символдарын, Башҡортостандың данлы урындарын өйрәнеү)
- һынлы сәнғәт менән( башҡорт халыҡ байрамдары, башҡорт милли кейемдәре, йолалары, башҡорт рәссамдарының ижады)
Математика менән( һандарҙы, даталарҙы өйрәнеү)
