- •Аңлатма яҙыу
- •Уҡыу планында предметтың урыны.
- •Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы
- •Уҡыу предметы йөкмәткеһенең дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы (йүнәлеше)
- •Уҡыу предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре
- •Төп йөкмәтке линиялары
- •Телмәрҙең тематик йөкмәткеһе
- •Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар
- •Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
- •3 Класс
- •Башҡорт (дәүләт) телен өйрәнеү өсөн методик ҡулланмалар
- •Календарь – тематик планлашырыу
- •3 Класс (аҙнаһына 1 сәғәт)
Аңлатма яҙыу
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 3-сө класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.
Уҡыу планында предметтың урыны.
Уҡыу планында 3-сө класта башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға 34 сәғәт бүленгән (аҙнаһына 1 сәғәт, 34 уҡыу аҙнаһы). Эш программаһында 34 сәғәт ҡаралған.
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгрград», 2008.
Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа «26-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль автоном дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә үткәрелә. Был программа 02.06.2014 й. үткән Мәктәп советында ҡаралды (приказ №3). Мәктәп директоры ҡарары менән (№253-0 30.06.2014 й.) раҫланған дәрестәр теҙмәһе (приказ №270-0 05.08.2014й.) ғәмәлгә ашырылды.
Дәреслек:Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 3–сө класс уҡыусылары өсөн дәреслек – Өфө: Китап, 2010.
Программа кимәле: базис.
Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты
Ғәбитова З.М, Толомбаев Х.А.Рус мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр; Өфө: Башҡортостан.
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт (дәүләт) теле һәм туған (башҡорт) тел буйынса берҙәм талаптар.
Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты
Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 3 – сө класы уҡыусылары өсөн дәреслек.
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:
«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» законы.
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән
Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү мөһим бурыс.
Тел менән әҙәби материал бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).
Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).
Маҡсаттар һәм бурыстар.
Башҡорт теленә өйрәтеү буйынса 3 – сө класс уҡыусылары алдында түбәндәге бурыстар ҡуйыла:
Балаларҙың оптималь уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.
Ситуациялар, темалар буйынса һорауҙар биреү, шул һорауҙарға һүрәт, картина нигеҙендә ижади яуап бирә белеү.
Темаға тап килгән шиғырҙар ятлау, йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу.
Әйтелеше ҡатмарлы булмаған һүҙҙәрҙе, ябай һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, шунан яттан яҙыу.
Һәр тема буйынса эш барышында тыуған Республика менән таныштырыу.
Башҡорт халҡына, тарихына, Башҡортостан тәбиғәтенә, сәнғәтенә, әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү.
Иң төп тәрбиәүи бурыс булып уҡыусыларҙың гражданлыҡ-патриотик үҙ-аңын үҫтереү,төрлө милләт кешеләренә ихтирам, милли һаҡлыҡ, шулай уҡ коррупцион күренештәргә кире мөнәсәбәт тәрбиәләү булып тора.
