- •Аңлатмалы яҙыу
- •Уҡыу йылы аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр
- •Программаның йөкмәткеһе.
- •Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:
- •II.Уҡытыуҙа ҡулланылған техник саралар;
- •1.5 Электрон дәреслектәр:
- •1.6. Класс йыһазы:
- •Рабочая программа на 2014-2015 учебный год
- •Асяново – 2014
- •Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Дүртөйлө районы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы Әсән ауылының Шәйехзада Бабич исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбе
- •2014-2015 Уҡыу йылына эш программаһы
Аңлатмалы яҙыу
Башҡорт теле программаһы”Мәғарифтураһындағы закон”ға,Рәсәй Федерацияһының икенсе быуын дөйөм белем биреүхөкүмәтстандарттарына, “Башҡортостан халыҡтары телдәре законы”, “Башҡорт мәғарифын үҫтереү концепцияһы” һәм башҡа норматив документтарға таянып эшләнде. Был документтарҙа милли мәктәптәрҙә туған телде тейешле кимәлдә уҡытыу, уның мөһим проблемалары, заманса уҡытыуҙың бурыстары, йүнәлештәре, юлдары билдәләнде.
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән «Башҡорт лицейҙары, гимназиялары һәм мәктәптәренең башланғыс кластары өсөн “Әлифба” һәм “Әсә теле”буйынса программа /төҙ.: Ф.Ш. Сынбулатова, Г.Ә. Вәлиева. – Өфө: Китап, 2010.
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Әсән ауылы Шәйехзада Бабич исемендәге урта дөйөм белем белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының уҡыу планына ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.
Эш программаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).
Төҙөүсеһе : Ибраһимова Гүзәлиә Мөнир ҡыҙы
Дәреслек: Ф.Ш. Сынбулатова, Ы.Ә..Исламғолова. Башҡорт теле: башҡорт мәктәптәренең 2-се класы өсөн дәреслек. - Өфө: Китап, 2011
Программа кимәле : базис
Программа буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:
Рәсәй мәғарифын модернизациялау концепцияһында мәғариф алдына ҡуйған төп маҡсат — баланы шәхес итеп үҫтереү. Рәсәй Федерацияһының мәғарифты үҫтереү программаһында ла «Дөйөм белем биреү мәктәбен модернизациялау нигеҙҙә уҡыусыларға билдәле күләмдә белем биреүҙе генә күҙ уңында тотмай, ә уны шәхес булараҡ үҫтереү, танып белеү һәм эшмәкәрлек һәләттәрен күреү» ҡыҙыл һыҙыҡ өҫтөнә алынған. Шул маҡсаттан сығып башҡорт телен уҡытыуҙың төп мәсьәләләре билдәләнде:
телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу: тыңлау, һөйләү, уҡыу, яҙыу;
тел системаһын (фонетика, лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;
башҡорт теле фәне аша тирә-яҡты, йәғни баланы уратып алған мөхитте, объекттарҙы, күренештәрҙе танып белергә өйрәтеү;
башҡорт теле ғилемен өйрәнгәндә баланың шәхси мөмкинселектәрен иҫәпкә алып, уның һәләтен, эрудицияһын формалаштырыу өсөн шарттар тыуҙырыу;
тел ғилемен өйрәнеү процесында универсаль уҡыу эш төрҙәренә өйрәтеү; уҡыу эшмәкәрлегенең төп компоненттарын үҙләштереү (уҡыу мәсьәләһе, проблема ҡуйыу; эште планлаштырыу, ойоштороу; уҡыу мәсьәләһен сисеү; эште баһалау; рефлексив-контроль эшмәкәрлек);
милли үҙаңды формалаштырыуға нигеҙ һалыу.
II класта программа буйынса графика, морфология, һүҙьяһалыш, синтаксис, орфография һәм пунктуация үтелә. Дәреслек Д.Б. Эльконин - В.В.Давыдовтың үҫтереүсе технологияһына нигеҙләнеп төҙөлгән.
Уҡыу йылы аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр
«Эсә теле» программаһын өйрәнеү процесында уҡыусы өйрәнергә тейеш:
1. Шәхси сифаттарҙы үҫтерергә:
- үҙ аллы эш итергә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға;
атай-әсәйгә тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға;
мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булырға;
тыуған илде яратырға; ерҙе, телде һаҡларға;
һаулыҡты нығытырға.
2. Предмет буйынса белем алырға:
һүҙҙәрҙе мәғәнәһе буйынса төркөмләргә. Уларға тейешле һорау ҡуйырға. Предмет атамаһын, хәрәкәтен, билдәһен белдереүсе һәм ярҙамсы һүҙҙәр тураһында һөйләргә һәм яҙма телмәрҙә урынлы ҡулланырға;
һүҙҙәрҙең өн моделен төҙөргә һәм уны хәрефтәр менән яҙырға;
һөйләмдәр төҙөргә (телдән һәм яҙма), уларҙы тейешле һүҙ өҫтәп тулыландырырға;
һөйләмдәрҙе әйтелеү маҡсатына ҡарап хәбәр, өндәү, һорау һөйләмдәргә айырырға. Уларҙы тейешле интонация менән уҡырға;
һөйләмдең эйәһен, хәбәрен (баш киҫәктәрен) айыра белергә;
башҡорт теленең дөрөҫ яҙылыш ҡанундарын, ҡағиҙәләрен үҙләштерергә: у-ү, о-ө, э(е), ы хәрефле һүҙҙәр, һүҙҙә йә, йө, йү, йе (һүҙ уртаһы), йо, йы ҡушымсалары, һүҙ башында я, е, ё, ю хәрефтәре, һүҙ башында в хәрефе, ярҙамсы һүҙҙәрҙең (һәм, менән; да-дә, ҙа-ҙә; та-тә, ла-лә; ғына-генә, ҡына-кенә) айырым яҙылышын белергә. Һөйләм аҙағында тейешле тыныш билдәһе (нөктә, һорау, өндәү) ҡуйырға. Кеше исем-фамилияларын, хайуан ҡушаматтарын, ер-һыу атамаларын һәм һөйләмдең башын ҙур хәрефтән яҙыу.
8-10 һөйләмдән торған (35-40 һүҙ) тексты күсереп яҙырға;
30-35 һүҙҙән торған тексты диктант итеп яҙа белергә; һүҙҙе ижеккә бүлергә, уны юлдан юлға күсерә белергә;
тексты аңлы уҡырға һәм уның йөкмәткеһе менән бәйләнгән эштәрҙе эҙмә-эҙлекле үтәргә. Уның нигеҙендә ҡоролған һөйләшеү йәки тикшереү эштәрен үтәргә;
уҡыу ситуацияһына ярашлы диалогта ҡатнашырға.
КАЛЕНДАРЬ-ТЕМАТИК ПЛАН
№ |
Темалар |
Сәғәт һаны |
Үткәрелеү ваҡыты |
Күргәҙмәлелек |
Уҡыусының эшмәкәрлеге
|
|
кален- дарь |
фак- тик |
|||||
I сирек – 17 сәғәт |
|
|||||
1 |
Уҡымышлы булыу ни өсөн кәрәк? |
1 |
2.09 |
|
Һүрәт |
2-се класта уҡыу осорона пландар -кабул итергә, маҡсатлы йүнәлеш алырға. Уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәнергә |
2-3 |
Баш хәреф. Һөйләм |
2 |
6.09 9.09 |
|
Һүрәт, план. |
Һөйләмде тейешле интонация менән у-кырға. Уның башында ҙур хәреф, аҙағына тейешле тыныш билдәләрен ҡуйып яҙырға. Күсереп яҙыу ҡағиҙәләрен үтәргә |
4 |
Инеш контроль. Күсереп яҙыу. Китап. |
1 |
13.09 |
|
СынбулатоваФ.Ш. 1-4 кластар өсөн диктанттар йыйын-тығы һәм тикшереү эштәре. 51б. |
Баҫмаса тексты күсереп яҙыу. |
5-6 |
Хаталар өҫтөндә эш. Баш хәреф. Кеше исемдәре |
2 |
16.09 20.09 |
|
Таблица, карточкалар |
Кеше исемдәренең мәғәнәһе тураһында мәғлүмәт алыу өсөн төрлө сығанаҡтар ҡулланырға. Кеше исемдәрен дөрөҫ яҙырға. Һөйләмде күсереп яҙыу ҡағиҙәләрен үтәргә |
7-8 |
Баш хәреф. Кеше фамилиялары |
2 |
23.09 27.09 |
|
Таблица, өлгө |
Кеше исем-фамилияларын дөрөҫ яҙырға. Һөйләмдә орфограммалар аҫтына һыҙырға. Уларҙы аңла тырға. Һөйләмде дөрөҫ күсереп яҙырға |
9 |
Баш хәреф. Ер-һыу атамалары |
1 |
30.09 |
|
Карточкалар |
Тыуып үҫкән ер-һыу атамалары тураһында мәғлүмәт алырга. Улар тураһында һөйләргә. Күл, йылға, тау, ауыл, ҡала, ил атамаларын ҙур хәрефтән яҙырға. Яҡын кешеләр (ҡартатай-ҡартәсәйең, олатай- өләсәйең һ. б. яҡындарың) йәшәгән ил, ауыл (ҡала) һәм район атамаһын әйтә белергә |
10 |
Баш хәреф. Хайуан ҡушаматтары |
1 |
4.10 |
|
Таблица |
Ҡушамат хайуанға нимәгә нигеҙләнеп ҡушылыуын аңлатырға. Уларҙы ҙур хәрефтән яҙырға. Һөйләмде күсереп яҙғанда тейешле инструкция буйынса эш итергә |
11 |
Иҫкәртмәле диктант. Ял көнө. |
1 |
7.10 |
|
СынбулатоваФ.Ш. 1-4 кластар өсөн диктанттар йыйын-тығы һәм тикшереү эштәре. –58б. |
Диктант тексын иғтибарлы тыңларға, дөрөҫ яҙырға |
12-13 |
Хаталар өҫтөндә эш. Үҙ-ара һөйләшеү. Диалог |
1 |
11.10 14.10 |
|
Таблица |
Үҙ-ара аралашыу оҫталығына өйрәнергә. Төрлө ситуацияларҙа кешегә башлап өндәшергә. Һорау, үтенес менән өндәшкәндә итәғәтле, йомшаҡ, яғымлы һөйләшергә, яуап көткәндә түҙемле булырға һәм рәхмәт әйтергә |
14 |
Йәмғиәт урындарында осрашыу. Диалог |
1 |
18.10 |
|
Сюжетлы һүрәттәр |
Таныш булмаған кешегә тәү башлап һүҙ ҡушырға (һаулашыу, сәләм биреү), уның янына килеү маҡсатын - үтенесеңде ҡыҫҡа ғына итеп әйтергә, әңгәмәсеңде ихтирам, яҡты йөҙ менән тыңларға. Иғтибары, ярҙамы өсөн рәхмәт әйтә белергә. Йылмайыу, ҡулын ҡыҫыу (урынлы булһа) һ. б. Аралашырға күнегергә |
15 |
ТҮ Диалог төҙөү һәм яҙыу. |
1 |
21.10 |
|
Сюжетлы һүрәттәр. |
Сюжетлы һүрәттәр буйынса үҙ аллы диалог төҙөп яҙыу |
16 |
Хаталар өҫтөндә эш. Яҡын кешеләрҙе ҡотлау, тәбрикләү |
1 |
25.10 |
|
Һүрәттәр, өлгө, открыткалар |
Яҡын кешеләрҙең тыуған көндәрен (йылын, айын, көнөн) ҡағыҙға теркәп ҡуйырға. Ул көндө уларҙы ҡотларға; иғтибар, ихтирам күрһәтергә. Ҙур уңыш (дан) яула ған яҡын кешеләрҙең ҡыуанысы менән уртаҡлашырға |
17 |
Әкиәт геройҙары. Минең тиҫтерҙәрем. Аралашыу этикеты |
1 |
28.10 |
|
Һүрәттәр |
Өндәшеү маҡсатына, урынына ҡарап тауышты тейешлесә көйләргә өйрәнергә. Һөйләшеү барышында кешенең торошон, уның әңгәмә өсөн ваҡытының күпме булыуын иҫәпкә алып һөйләшеү ҡорорға. Диалог барышында яғымлы, тотанаҡлы булырға |
II сирек – 17 сәғәт |
||||||
18 |
Мәғлүмәт, белешмә эҙләү |
1 |
8.11 |
|
Схема |
Йәмғиәт урындарында ашығыс белешмә кәрәк булған осраҡта фекереңде аңлайышлы, ҡыҫҡа ғына итеп аңлата белергә. Телефон аша яғымлы, асыҡ итеп, кешене оҙаҡ тотмай һөйләшә белергә |
19-20 |
Диалог ҡороу. Әйтеш. Һынамыш. Мәҡәл-әйтемдәр |
1 |
11.11 |
|
Карточкалар |
Һамаҡ, һынамыш, мәҡәл-әйтем- дәрҙе яттан белергә. Телмәр ситуацияларында мәҡәл-әйтемдәрҙе урынлы ҡуллана белергә |
21 |
Иғлан. Белдереү |
1 |
15.11 |
|
Дәреслек, өлгө ҡағыҙҙар |
Иғлан, белдереү йөкмәткеһен ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп төҙөргә, уны матбуғат биттәрендә баҫтырыуҙы планлаштырырға |
22-23 |
Һөйләм |
2 |
18.11 22.11 |
|
Таблица |
Һөйләмде тейешле интонация менән уҡырға, тыңларға. Уның мәғәнәһенә төшөнөргә. Һөйләм төҙөргә. Уны ҙур хәрефтән башларға, аҙағында тейешле тыныш билдәһе ҡуйырға |
24-25 |
Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә, хәбәр |
2 |
25.11 29.11 |
|
Схема, моделдәр |
Һөйләмдән баш киҫәктәрҙе табырға, аҫтарына һыҙырға |
26 |
Һүрәт буйынса өйрәтеү иншаһы. «Торналы күл» |
1 |
2.12 |
|
һүрәт |
Һүрәткә ярашлы ҡулланыу өсөн бирелгән һүҙҙәрҙе ҡулланып, сюжет йөкмәткеһен бирергә |
27 |
Хаталар өҫтөндә эш. Хәбәр һөйләм |
1 |
6.12 |
|
Таблица |
Хәбәр һөйләм аҙағында нөктә ҡуйырға. Уны дөрөҫ күсереп яҙырға |
28 |
Өндәү һөйләм |
1 |
9.12 |
|
Таблица, һүрәттәр |
Өндәү һөйләмде тейешле интонация менән уҡырға. Диктант яҙғанда хәбәр һөйләм аҙағына нөктә, өндәү һөйләм аҙағына өндәү тамғаһы ҡуя белергә |
29 |
Һорау һөйләм |
1 |
13.12 |
|
Схема |
Һорау һөйләмде тейешле интонация менән уҡырға. Уҡытыусыға, тиҫтерҙәренә нимәлер асыҡлау, нимә хаҡындалыр төплөрәк белешеү маҡсатында һорау бирергә баҙнат итергә. Хәбәр йәки өндәү һөйләмде һорау һөйләмгә өйләндерергә. Текст йөкмәткеһе буйынса һорауҙар төҙөргә һәм класташтарына бирергә |
30 |
Контроль диктант. Ҡышҡы төн. |
1 |
16.12 |
|
СынбулатоваФ.Ш. 1-4 кластар өсөн диктанттар йыйын-тығы һәм тикшереү эштәре. 74б. |
Тексты хатаһыҙ яҙыу. |
31-32 |
Хаталар өҫтөндә эш. Текст. Һөйләм |
2 |
20.12 23.12 |
|
Схемалар |
2-3, 3-4 һөйләмдән текст төҙөй белергә. Тексты күсереп яҙыу ҡағиҙәһенә ярашлы күсереп яҙырға |
33 |
һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы |
1 |
27.12 |
|
Таблица |
4-5, 5-6 хәрефтән торған һүҙҙәрҙе әйтеп яҙырға. Һүҙҙе юлдан юлға күсереү өсөн ижеккә дөрөҫ бүлергә |
34 |
Ҡалын һәм нәҙек әйтелешле һүҙҙәр |
1 |
30.12 |
|
Картина, карточкалар |
Һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға. Үҙ аллы эшкә йомғаҡ яһарға, ҡағиҙә төҙөргә |
III сирек – 19 сәғәт |
||||||
35-36 |
Һүҙҙе юлдан юлға күсереү |
2 |
17.01 20.01 |
|
Таблица, карточкалар |
Һүҙҙе ижеккә бүлеү ысулдарын үҙләштерергә, һүҙҙе юлдан юлға күсереү оҫталығы булдырырға |
37-38 |
У - ү хәрефе |
2 |
24.01 27.01 |
|
карточкалар |
У - ү хәрефле һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға, һығымта яһарға. У - ү хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға |
39-40 |
0 - ө хәрефле һүҙҙәр |
2 |
31.01 3.02 |
|
Өлгө, таблица |
0 - ө хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға |
41-42 |
Изложение. Кескәй һыбайлы. |
2 |
7.02 10.02 |
|
Дәреслек , 51б. |
Тексты аңлап уҡырға. Ундағы төп фекерҙе билдәләргә. Текстың йөкмәткеһен эҙмә-эҙлекле һөйләргә. План төҙөргә. Дәфтәргә яҙырға |
43 |
Хаталар өҫтөндә эш. Ээ хәрефле һүҙҙәр |
1 |
14.02 |
|
Таблица, һүрәттәр |
Ээ хәрефле һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға, һығымта яһарға. Ээ хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға |
44 |
[э] өнө һүҙ уртаһында һәм аҙағында |
1 |
17.02 |
|
Таблица, һүрәттәр |
Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Уны күҙәтергә, ([э] өнөн) һығымта яһарға, [э] өнө һүҙ башында һәм уртаһында (аҙағында) килгән һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға. Һүҙҙе юлдан юлға дөрөҫ күсерергә. Һөйләмде күсереп яҙыу ҡағиҙәләрен үтәргә |
45 |
Ыы хәрефле һүҙҙәр |
1 |
21.02 |
|
Таблица |
һүҙ байлығын арттырырға. Ыы хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға. Бәйләнешле телмәрҙе үҫтерергә. Мәҙәниәтле аралашыу ҡағиҙәләрен үҙләштерергә |
46 |
Контроль диктант. Белем көсө. |
1 |
24.02 |
|
СынбулатоваФ.Ш. 1-4 кластар өсөн диктанттар йыйын-тығы һәм тикшереү эштәре. – 42б. |
Эште грамоталы яҙырға. Таҙа яҙырға |
47-49 |
Хаталар өҫтөндә эш. Йй хәрефле һүҙҙәр. Уларҙың яҙылышы |
3 |
28.02 3.03 7.03
|
|
Һүрәттәр, таблица, карточкалар |
Һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырғаДөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен үтәргә |
50-51 |
[йа] өнө ниндәй хәреф менән тамғалана? |
2 |
10.03 14.03 |
|
Схема, моделдәр |
Яя хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға |
52-53 |
[йу] өнө ниндәй хәреф менән тамғалана? |
2 |
17.03 21.03 |
|
Таблица, һүрәттәр |
Юю хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға |
IVсирек – 15 сәғәт |
||||||
54-55 |
[йэ] өнө ниндәй хәреф менән тамғалана? |
2 |
4.04 7.04 |
|
Таблица |
Ее хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға |
56 |
[й'о] өнө ниндәй хәреф менән тамғалана? |
1 |
11.04 |
|
Таблица |
Ёё хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға |
57 |
Контроль күсереп яҙыу. Тере сәғәттәр. |
1 |
14.04 |
|
СынбулатоваФ.Ш. 1-4 кластар өсөн диктанттар йыйын-тығы һәм тикшереү эштәре. . – 84б. |
Тикшереү эшен грамоталы баш- -карырға |
58 |
Хаталар өҫтөндә эш. Һүҙ төркөмдәре |
1 |
18.04 |
|
Схема |
Һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға, һығымта яһарға. Текстағы һүҙҙәрҙе аңлатҡан мәғәнәһе буйынса төркөмләй белергә |
59-60 |
Предмет атамаһын белдергән һүҙҙәр |
2 |
21.04 25.04 |
|
Таблица |
Предметтарҙы күҙәтергә, тасуирлап һүрәтләп һөйләргә (бирелгән алгоритмға ярашлы). Предмет атамаһын белдергән һүҙҙәрҙе һөйләм схемаһында тейешле тамғалар менән билдәләргә |
61-62 |
Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр |
2 |
28.04 5.05 |
|
Таблица, һүрәттәр |
Предметтың башҡарған эшен, хәрәкәтен атарга. Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙгә һорау ҡуя белергә. Предмет атамаһына ярашлы уның хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр уйлап әйтергә, яҙырға |
63 |
Предмет билдәһен белдергән һүҙҙәр |
1 |
12.05 |
|
Таблица, һүрәттәр |
Предметҡа ярашлы билдәне атарға, һүҙбәйләнеш төҙөп яҙырға. Һөйләмдә билдә-һүҙҙәрҙе айырырға. Уларға һорау ҡуйырға |
64 |
Һөйләмдең тиң киҫәктәре |
1 |
16.05 |
|
Таблица |
Һөйләмдә һаналып киткән билдә- һүҙҙәр араһында өтөр -куйырға. Һөйләмдең баш киҫәктәрен, эйәрсән киҫәктәрен тамғалай белергә |
65 |
Ярҙамсы һүҙҙәр |
1 |
19.05 |
|
Таблица |
Ярҙамсы һүҙҙәрҙе телмәрҙе йәнләндереү, тәрәнерәк мәғәнәле итеү маҡсатында ҡулланырға. Уларҙы предмет атамаһын, хәрәкәтен, билдәһен белдергән һүҙҙәрҙән айырым яҙырға |
66 |
Контроль диктант. Дуҫлыҡ. |
1 |
23.05 |
|
СынбулатоваФ.Ш. 1-4 кластар өсөн диктанттар йыйын-тығы һәм тикшереү эштәре. – 97б. |
Тикшереү эшен грамоталы башкарырға |
67-68 |
Хаталар өҫтөндә эш. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау |
2 |
26.05 30.05 |
|
Карточкалар, схемалар |
Һөйләмде дөрөҫ күсереп яҙырға. Уҡытыусы уҡыуы аҫтында текст яҙырға. |
