Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Kissai_Josof_docfile.docx
Скачиваний:
3
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
488 Кб
Скачать

Һәҙа китаб Йософ ғәлиәссәләм

Бисмиллаһи әр-рәхмани әр-рәхим

Әлхәмду шөкөр вә дан булһын Аллаға1, Мәңге йәшәй торған зөләлжәләлгә.

Бөтә йыһанда тиңдәш юҡ ул хоҙайға, Уны баҡый һәм бөйөк тип белдек имде.

Унан аҙаҡ — алла дуҫы Мөхәммәткә2, Пәйғәмбәрҙәр араһындағы Әхмәткә,

Ике йәйә араһы ҡалған Әхмәткә3 — Маҡтау-данлау яуып торһон даим имде

Унан ололайыҡ мәғәрә эйәһен4,

Тау эсендә лә туҡтатманы һөйөүен, Дуҫлыҡҡа әҙер торҙо, тыйҙы асыуын, Тоғролоғо әллә кемдән артыҡ имде.

12

Унан аҙаҡ Хаттаб улы Ғүмәр тыуҙы5, Ғәләмдә ғәҙеллеге менән мәшһүр булды, Иөҙ мең ирҙән изгелекте артыҡ ҡылды, Дүрт мең дүрт йөҙ мәсетте һалдырған имде.

Унан да һуң шаһит булған изге Ғосман6, Сифаттарын төшөндөргән изге Ҡөрьән, Алла уға оло диҡҡәтен ныҡ бүлгән — Ҡөрьәндең йыйылмаһын төҙөгән имде.

Унан инде — ғәскәр башы батыр Ғәли7, Йөҙ меңдәргә етә, имеш, уның ғәскәре, Мәшһүрлектә сағыштырғыһыҙ зөлфәкәре, Ғәлиҙән дә батырыраҡ юҡтыр имде.

Уның күңелендә йөрөй ике егет,

Дин юлында йөрөгәндер үҙе кеүек,

Хәсән менән Хөсәйендер — ике шаһит8, Йәшләй йәннәт эйәһе булдылар имде.

Унан тагы ла ихтыяр ирәндәргә,

Хаҡ һөйгәне Мостафаны күргәндәргә9, Һис кәм түгел — утыҙ өс мең ярандарға — Һәммәһен дә өлгө итеп беләм имде.

Унан ары — бөтә тоғро хәлифтәргә, Уҡымышлы, эшен дауам итеүселәргә,

13

Дингә ышанған изгеләргә, әүлиәләргә — Барыһы менән Алла риза булһын имде.

Унан күренде бер ир — ғилем шишмәһе, Зиннәтләнде уның менән ислам дине, Ап-асыҡ белерһегеҙ һеҙ ҙә уны —

Сабит улы Ноғман10 тип әйтерҙәр имде.

Унан аҙаҡ — дин сәрүәре имамдарға,

Иман нигеҙе, ислам нуры булғандарға, Хаҡ оло рәхмәтен белдерә уларға —

Әллә күпме афариндар яуһын инде!

Алла мәрхәмәтенә һыйынмайыммы? Ярлыҡауҙарына өмөт итмәйемме?

Унан әллә ярҙамдар ҙа көтмәйемме?— Моратҡа еткереү уға еңел имде.

Мин — бер зәғиф — һиңә һыйынырмын,

мәүләм,

Тәүфиҡҡа ла өйрәнермен һинән, Аллам, Күңелде балҡытып ебәр, оло эйәм,— Фәһем менән зирәклелек биргел имде.

Ярҙам итсе, үтенәмен мин — зәғиф ҡол, Һин — етәксе тотҡандарға иң тоғро юл.

14

Тәүфиҡ бирәмен тиһәң, ҡөҙрәтең ҡыл, Бәндәләргә юл башлаусы булғыл имде.

Мин зәғифте хикмәткә табан йүнәлдер, Өгөт-нәсихәт өйрәнмәгә илһамландыр, Күкрәгемдә морат шәме һин тоҡандыр, Хәтеремде нурың менән яҡтырт имде.

Күңелемә ғәм вә фәһем һыуы һин бир, Камиллығың менән хикмәт ҡеүәһе бир. Тағы миңә илһам, тәүфиҡ ҡеүәһе бир, Ҡөҙрәтең бар: ни теләһәң, булыр имде.

Хәтеремдән хата, арыуҙарҙы юйғыл, Күңелемә рәхмәт орлоҡтарын һалғыл,

Мин меҫкенгә тәүфиҡ ҡапҡаларын асҡыл, Аҡылым саф, телем татлы ҡылғыл имде.

Хикмәткә төшөнөргә бир һин ҡеүәт,

Ҡол хәтерен байыталыр аҡыл-һиммәт. Йософ сәүче¹¹ әхүәлдәрен бел тиҙерәк, Аҡылым пак, телем асыҡ ҡылғыл имде.

Йософтоң ниндәй хәлдәр үткәргәнен, Ҡәрҙәштәре Иософҡа ни күрһәткәнен, Мысырҙа батша булып көн иткәнен Назым менән әйтәйем — тыңла имде.

15

йыһанға килде, ниһәйәт, Йософ нәби, Атаһы — хаҡтың һөйгәне Яҡуп12 нәби13, Дәдәһе — Исхаҡ14 сәуче, дин табибы,

Алла дуҫы Ибраһимдың15 улы имде.

Бынан ары хикмәттәргә күсмәксемен,

Гөл һәм рәйхан, ынйы-мәрйен сәсмәксемең! Йософ сәүченең хәлдәрен асмаҡсымын - Мөъминдәргә файҙалылыр, тыңла имде.

Ҡиссаларҙан хикмәтлерәк вә күрклерәк, Тыңлағанда ла ҡолаҡҡа ятышлыраҡ, Китаптарҙың барыһынан мәшһүрерәк Ошо ҡисса икәнлеге мәғлүм имде.

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]