- •Төркисәнән Зәйтүнә шәрипова ҡайтармаһында Рәссам Иван файрушин биҙәне
- •Isbn 5-295-01075-9
- •Isbn 5-295-01075-9
- •Аҫылдарҙан аҫыл ҡомартҡы
- •Һәҙа китаб Йософ ғәлиәссәләм
- •Йософтоң төш күреүе, атаһының юрауы, ағаларының илауы
- •Ағаларының Йософто ҡойоға һалыуҙары, аталарын ҡайтып алдауҙары
- •Малик Дуғырҙың төш күреүе, Йософто ҡойонан сығарыуы, ағаларының һатып ебәреүе
- •Малик Дуғырҙың Йософто Мысырға алып китеүе, юлда төрлө мажараларға осрауы
- •Йософтоң Мысырға килеүе, бөтә шәһәр халҡының таң ҡалыуы
- •Зөләйханың төш күреүе, Йософто эҙләп Мысырға китеүе
- •Ҡәнзәфәрҙең Йософто һатып алыуы, Зөләйханыц ғишҡы яңырыуы
- •Зөләйханың дая кәңәшен тотоуы, һарай һалдырыуы, Йософ менән һөйләшеүе
- •Һарайҙа гәйбәт таралыуы, Зөләйханың ҡатындарҙы ҡунаҡҡа саҡырыуы
- •Йософтоң зинданда ятыуы
- •Ҡәнған ғәрәбенең Мысырға килеүе, Йософ менән һөйләшеүе, Яҡупҡа сәләм еткереүе
- •Мәлик Раяндыц төш күреүе, Йософтоң зиндандан сығыуы, Мысыр батшаһы булыуы
- •Ағаларының Мысырға килеүе, Йософтоң Шәмғунды алып ҡалыуы, Ибне Йәминде килтерергә шарт ҡуйыуы
- •Ағаларының йәнә килеүе, Ибне Йәмингә Йософ үҙен танытыуы, бур итеп алып ҡалыуы
- •Ағаларының Ҡанғанға ҡайтыуы, Яҡуптың Йософҡа хат ебәреүе, Йософтоң яуап яҙыуы
- •Йософто таныуы, Яҡупҡа сәләм алып ҡайтыуы
- •Аңлатмалар
Башҡалары
ояла-ҡыҙара ҡайтып инде, Яҡупҡа әхүәлдәрен
һөйләп бирҙе,
«Ибне
Йәминдең хәле бик мөшкөл инде, Йәһүҙә
лә уның менән ҡалыр имде».
Яҡуп
нәби был эште белде асыҡ,
Ғәм-хәсрәте элеккенән булды
артыҡ, «Ибне Йәмин
ҡылдымы һуң уғрылыҡ, Ысынлап та
күрҙегеҙме?» — тиер имде.
Уғландары
Яҡупҡа ошоно әйтте:
«Ул
шаһ беҙгә ололап хөрмәт күрһәтте, Алтын
һауытын шунда уҡ юғалтты,
Ибне йәмин йөгөнән ул сығыр имде».
226Ағаларының Ҡанғанға ҡайтыуы, Яҡуптың Йософҡа хат ебәреүе, Йософтоң яуап яҙыуы
Яҡуп
әйтер: «Хоҙайым, бар өмөт һеҙҙә, Иншалла,
Йософомдо күрермен ерҙә,
Өс
уғланымды ла осратырмын бергә».
Улдары әйтер: «Нисек белдең имде?»
Яҡуп
әйтер: «Хаҡ ҡушыуы шулай булһа, Ҡолона
даими бәлә-ҡаза килһә,
Хаҡ
хөкөмөнә ҡол сабыр ризалашһа, Михнәттән
һуң рәхәт-шатлыҡ килер имде.
Ҡөрьәндә
халиҡ биргән беҙгә өгөт:
Алла
ярҙамынан һис өҙмәгеҙ өмөт, Инанмағандар
йөрөйҙәр кафыр булып, Рәхмәтенән һис
өмөт өҙмәйек имде».
Ғазраил63
бер көндө килде Исраилға, Ризалығын
биреп иң тәүҙә мәүләгә,
Һорау
бирҙе, бер аҙ үткәс, Ғазраилға: «Йософом
иҫәнме?»—тиеп һорар имде.
Ғазраил
әйтер: «Йософоң һинең тере,
Ҡайҙа икәнлеге лә беҙгә билдәле,
Үҙе
солтан, бик күп байлыҡ, мал эйәһе,
Бер тарафта батшалыҡ итер
имде».
Яҡуп
әйтер: «Эй Ғазраил, һин миңә әйт,
Мин меҫкенгә Йософтоң ҡайҙалығын
әйт,
227
Ярҙамың
һәм изгелегең миңә күрһәт».
Ә
Ғазраил, рөхсәт юҡтыр, тиҙер имде.
Яҡуп
әйтер: «Аһ, ул рөхсәт ҡасан була,
Йософомдоң һөйөнөсө ҡасан килә?
Мәүләм
миңә ярҙамын һуң ҡасан ҡыла?»
Үҙе һорар, күҙенән ҡан ағыр имде:
«Йә,
күңелем шатлығы, күҙем нуры,
Йә,
бәғерем пәраһы, нәфсем суры64
Ибне Йәминем —
әсәһенең төҫө — улы, Халиҡ
һеҙҙе күрһәттерһен тиҙерәк имде.
Ҡурҡамын:
нәүбәт менән әжәл килһә,
Мин һеҙҙәрҙән айырылһам
мәңгелеккә, Ҡауышмайса бергә, керһәм
гүргә иртә»,— Шулай илай-һыҡтай хәлдән
тайыр имде.
Улдары
йыуатыр: «Бөтөрөнмә бик тә,
Үҙ-үҙеңде
өҙгәләп, ҡайнама хәсрәттә, Ҡауышырһығыҙ,
моғайын, әхирәттә, Донъялағы өмөтөңдө
өҙгөл имде».
Яҡуп
әйтер: «Улай тип әйтмәгеҙ миңә, Өмөтөмдө
өҙмәҫмен һаман мәүләнән,
Рәхимен ҡылам тиһә, еңел бит уға,
Ҡауышырға өмөтөм бар»,— тиер
имде.
228
Һәр
осраҡта ул, ҡөҙрәтле, ярҙам бирер,
Хәсрәтлегә хәсрәтлене ҡауыштырыр,
Меҫкендәрҙе ҡөҙрәте менән шат ҡылыр,
Ышанғандар уға өмөтһөҙ булмаҫ имде.
Көндән-көн
хәсрәттәр арта барҙы,
Ибне
Йәмин Йәһүҙә менән унда ҡалды, Михрабында
көн һайын сәждә ҡылды,
«Эй
хоҙайым, һинән ярҙам»,— тиер имде.
Әйтер:
«Әгәр ҙә ки был эш дөрөҫ булһа,
Мысыр хужаһы уны зинданға тыҡһа,
Йәһүҙә бар көсөнә
шунда ҡысҡырһа, Шәмғун
уның нығытмаһын ватыр имде.
Шәмғундың
шул ҡәҙәре ҡеүәте күп, Арыҫландар
туҡтатыр, йүгереп етер, Ҡурҡмайынса
уларҙың баштарын өҙөп, Кәүҙәләрен
пыран-заран итер имде».
Улдары
әйтте: «Беҙ ҙә шулайта инек,
Әммә
ләкин үҙебеҙҙән көслө күрҙек, Шунлыҡтандыр,
күмәкләшеп беҙ баш
бирҙек,
Һис
ҡаршылыҡ күрһәтмәнек»,— тиҙәр имде.
229
Исраил
ҡыҙы Динәгә әмер бирҙе:
Динәһе
ҡагыҙ-ҡәләмен алып килде,
Шәмғунды саҡырып, атаһы бойорҙо:
«Шәмғун, хәҙер хат яҙырһың,— тиер
имде ––
Иң-иң
элек, бисмилланы, Шәмғун, яҙғыл,
Унан инде Исраилды телгә алғыл,
Мысыр
хужаһына мотлаҡ сәләм яҙғыл,
Хәле ауыр, көсө лә бөткән, тиеп
имде.
Эй
ғәзизем, ҡабул ҡылғыл, маҡтау һиңә,
Күҙеңде һал был мәктүбтең хужаһына,
Беҙгә күпләп килгән ине
рәнйеү-яфа,
Әллә
ҡасандан михнәткә тарыныҡ имде.
Дәдәм
минең Ибраһим, дуҫы алланың,
Нәмруд яһил тотоп бәргән утҡа
уны,
Ут
эсендә лә уны Алла һаҡланы,
Утты
баҡсаға әүерелдергән имде.
Унан
Алла Ибраһимға бирҙе әмер:
«Йә,
Ибраһим, буйһонаһың миңә хәҙер, Исмәғил
улыңды килтер, булһын әҙер,
Минең өсөн уны ҡорбан итең имде.
Мин
— Яҡуп та — шуларға ҡаным тартҡан,
Бер улым бар ине элек, бик яратҡан,
230
Мин
инде шул бисара — улын юғалтҡан —
Ҡайғыларҙан тамам зәғифләндем имде.
Ошо
хәсрәттәрҙән һаман бәғерем яна,
Күҙҙәремдән ҡанлы йәштәр һыуҙай аға,
«Аһ» тип әйтһәм, күкрәгемдән
төтөн сыға, Тотошлай йөрәгемә ҡан һауған
имде.
Етмеш
йылдар, Йософом, тип илауыма,
Шул ғазаптан йөрәгем тулауына,
Өмөтләнәм алла мине
аңлауына,
Йософом
менән ҡауыштыр,— тиер имде.—
Күп
илауҙан ике күҙем күрмәҫ булды,
Күкрәк янды, бәғерем көйҙө, көсөм
һынды, Ибне Йәмин унда ни насар эш ҡылды,
Ни
сәбәптән уны әсир иттең имде?
Пәйғәмбәрҙәр
һис кеше малына теймәҫ, Билдәле ки, яҙыҡ
эштәргә лә бармаҫ, Улдары
ла уғрылыҡ юлына баҫмаҫ,
Ибне
Йәмин нахаҡҡа ғәйепләнгән имде.
Бынан
элек хаҡ күрһәтте яҡшылығын, Кәмемәһен
ул сифаты, һаман артһын,
Улыма тик килтермәһен яуызлығын,
Уны
кире ҡайтарһын,— тип һорар имде.—
231
Интектермәгеҙ
мине, бик ғазапланам,
Юғиһә, мин хәсрәтемдән доға ҡылам,
Нәҫелең менән михнәт
эҫтәрендә ҡалһаң?... Мәзлүмдәрҙең
доғаһынан ҡурҡ һин имде».
Ул
ғәзиздең йомошона йүгерҙеләр,
Оҙаҡламай Мысырға ла еткерҙеләр,
Уғландары ул бетеүҙе
килтерҙеләр,
Ер
үбеп, Йософҡа хат һонорҙар имде.
Ғәзиз
Йософ ҡулына хат алды, күрҙе,
Асмаҫ элек үбеп йөҙөнә тигеҙҙе,
Унан
һуң тегеләргә һорау бирҙе:
«Нишләп
былай ҡыландым, әйтегеҙ имде?»
Йософ
әйтер: «Һәр бер солтан ғәҙел булһа,
Изгеләрҙән уға берәй хәбәр килһә,
Хатты
тотоу менән йөҙөнә тейгеҙһә,
Шулай
тейеш, шулай кәрәк булыр имде».
Алыу
менән Йософ хатты сыҡты уҡып,
Инде уға бар әхүәлдәр булды асыҡ,
Ғазаптарҙан бәғере ҡайнаны ташып,
Япма
аҫтында йәшеренеп илар имде.
Ябраил
шул ваҡыт килеп етте,
Ебәргән
ине Йософҡа халиҡ үҙе:
232
«Йә,
Йософ, тиҙ генә яҙ сәләм һүҙең, Тиҙерәк
хатты Яҡупҡа ебәр имде».
Унан
Йософ яуап бирҙе Исраилға:
«Килешерме ундай эш тәңрегә?
Ҡол
гел шөкөр ҡылырға тейеш мәүләгә — Хоҙай
хөкөмөнә бағыу кәрәк имде.
Йә,
Исраил, әҙерәк яңылышҡанһың,
Мәүлә ыҙа ебәргәнен ят ҡылғанһың,
Һуңынан рәхәт
бирәсәген онотҡанһың,
Хаҡ ни ҡушһа, ҡол үтәргә тейеш имде.
Ул
хәлилгә утты баҡса ҡылдырғаның,
Исмәғил өсөн ҡорбан — ҡуй
салдырғаның, Эргәңдә ун бер улыңды
ҡалдырғаның, Нишләп
уларын яҙманың?»—тиер имде.
Уландары
яуап хатын килтерҙеләр, Шунда уҡ Исраилға
ла еткерҙеләр,
Яуап
хатын барыһы ла хуп күрҙеләр,
«Был — пәйғәмбәр һүҙе»,—
тиерҙәр имде.
233
Бәс,
Яҡуп ҡаты бойорҙо уғландарға,
«Кире
барығыҙ, ашығығыҙ һеҙ Мысырға, Өмөтөмдө
өҙмәй ялбарам Аллаға:
Ибне
Йәмин Йософ менән булыр имде».
