Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Kissai_Josof_docfile.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
488.42 Кб
Скачать

Йософтоң зинданда ятыуы

икмәксе менән шарапсыға төш юрауы

Был хәлдәрҙе Ҡәнзәфәр шунда уҡ белде, Асыуланып Зөләйха янына килде,

«Йософ — ғәйепһеҙ, бөтә ғәйеп — һиндә»,—

тине,

Һандыҡтан Йософто ул сығарыр имде.

Аяҡ-ҡулдарынан бау-бығауҙарын систерҙе, Йомшаҡ ебәк түшәктәрен түшәттерҙе, Эргәһенә хеҙмәтселәрен баҫтырҙы,

«Тиҙ сығарам, һис ҡурҡмағыл»,— тиер имде,

Унан ары күп түгел, бер көн булды. Аллабыҙ Ҡәнзәфәрҙең йәнен алды.

Ҡәрҙәше ине уның мәлик Раян,

Солтанлыҡ мәлик Раянға ҡалыр имде.

148

Зиндандағы тотҡондарҙы азат итте, Йософто тик мәлик Раян сығартманы, Хаҡ, әмер биреп, Ябраилды ебәртте, Өгөтләп, хаҡ сәләмен еткерер имде.

Ябраил бер ап-аҡ ынйы тотоп килде, Килгәс тә Йософтоң ауыҙына һалды, Тәғбир67 ғилемен, хикмәт серҙәрен бирҙе, Мөғжизәле көскә эйә булды имде.

Йәмәндән Мысырға бер шымсы килде,

Бик күп мал килтереп ришүәт бирҙе, Икмәксене һәм шарапсыны ант иттерҙе, «Раянға ағыу бирегеҙ»,— тиер имде.

Мәликкә был әхүәлдәр мәғлүм булды, Икмәксе менән шарапсыны тотҡон ҡылды, Күп йылдар буйы улар зинданда ҡалды, Әсирлеккә бик ныҡ ҡайғырырҙар имде.

Күпмелер үткәс, шарапсы бер төш күрҙе, Тәғбир ғилемен белеүсе бармы?»—тине, Йософ шунда шарапсыға яуап бирҙе, «Төшөңдө һөйлә, юрайым»,— тиер имде.

Шарапсы әйтер: «Төшөмдә шуны күрҙем, Өс шәлкем бешкән йөҙөм һыға инем,

149

Ҡыҙыл алтын касаларға ҡоя инем,

Раянға һона инем, ул эсте имде».

Икмәксе лә: «Мин дә бер төш күргән инем, Башыма күп итеп икмәк күтәргән инем,

Ул икмәктәрҙе Раянға илтер инем,

Ҡоштар килеп икмәктәрҙе суҡыр имде».

Йософ ул икәүҙең дә төшөн юраны, Шарапсыға изге юрау әйтер ине,

«Шатлан, һине азатлыҡ көтә,— тине,

Раян һиңә ҙур дәрәжә бирер имде».

Ә икмәксегә әйтте: «Ҡурҡыныс төшөң,

Аһ дәриға, бик ҡыҙғаныс һинең эшең, Хәҡиҡәтте бел: бөтөр һинең башың,

Мәлик һине, шикһеҙ, үлтерер имде».

Икмәксе был юрауҙы кире ҡаҡты, Күрмәнем ундай төш, тип баш та тартты, «Күрәсәкһең,— тине Йософ,— хаҡ

ҡылғанды,

Хаҡ ебәргән ҡаза кире ҡайтмаҫ имде».

Шарапсы Йософ юрауын ысынға алды, Дөрөҫлөгөнә инанды, мөъмин булды,

150

Зиндан әһеле Йософтоң хаҡлығын белде, Тик икмәксе генә кафыр ҡалыр имде.

Бынан һуң күп ваҡыт түгел, өс көн үтте, Мәлик Раян икмәксене дарға әйтте.

Шунан күҙҙәрен суҡырға ҡоштар төштө,— Бөтә халыҡ ғәжәпкә ҡалыр имде.

Унан мәлик шарапсыға кейем бирҙе,

Тағы ла затлы тундарға кейендерҙе, Шарапсылыҡ дәрәжәһен кире бирҙе, Йософ уға аманат һүҙ әйтер имде.

Әйтер: «Минең хаҡта мәликтең иҫенә төшөр, Хәлдәрем тураһында аңлатып бир,

Гонаһым юҡ икәнлегемде һөйләп бир, Раббым алдында телгә ал»,— тиер имде.

Шул уҡ сәғәт күк эйәһе — олуғ собхан, Маликтәрҙең мәлигеб — бөйөк солтан, Ябраилды ебәрҙе. Ул, төшөп күктән,

Хаҡ сәләмен Йософҡа еткерер имде.

Әйтер: «Һине Яҡуптан, әйт, кем һөйҙөрҙө? Ҡәрҙәштәрең яфаһынан кем ҡотҡарҙы?

Тар ҡойоноң топтәренән кем сығарҙы? Ҡотолоу рәхәтен кем татытты имде?

151

Зөләйха мәкеренән кем ҡотолдорҙо?

Ҡөҙрәт менән сабыйҙан кем һөйләттерҙе? Ете бикле ишектәрҙән кем сығарҙы?

Гонаһ эшләүҙән кем азат итте имде?»

Йософ әйтер: «Ошо ниғмәттәр — тәңремдән Рәхәтлектәрҙең барыһы — собханымдан, Яҡшылыҡтарҙың һәммәһе — хоҙайымдан, Михнәттәрҙән ул ҡотҡарыр»,— тиер имде

«Бәс, ни өсөн һағынмайһың һаман хаҡҡа Халиҡ хөкөмөн ул Раян ниңә йыға? Хөкөм сыҡһа, кем ҡаршы сыҡһын быға? Олуғлыҡ хаҡҡа лайыҡ булыр имде».

Йософ шунда үҙенең ғәйебен аңланы, Төшөнгәс, ҡаты хәсрәткә тарыны, Әйткәненә үкенеп, тәүбә ҡылды,

Сәждә ҡылып, тәңрегә ялбарыр имде.

Күп тә тормай, Ябраил тағы ла килде, Халиҡтан Йософҡа сәләмен килтерҙе: «Турайып баҫ, теләгәнең ҡабул булды, Сәждәнән, Йософ, башыңды күтәр имде.

152

Күпмелер был зинданда ҡаласаҡһың, Аҙаҡтан, иреккә сығып, рәхәттәр

табасаҡһың,

Мысырҙа батшалыҡ аласаҡһың,— Был михнәтте сабыр ғына үткәр имде».

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]