- •Төркисәнән Зәйтүнә шәрипова ҡайтармаһында Рәссам Иван файрушин биҙәне
- •Isbn 5-295-01075-9
- •Isbn 5-295-01075-9
- •Аҫылдарҙан аҫыл ҡомартҡы
- •Һәҙа китаб Йософ ғәлиәссәләм
- •Йософтоң төш күреүе, атаһының юрауы, ағаларының илауы
- •Ағаларының Йософто ҡойоға һалыуҙары, аталарын ҡайтып алдауҙары
- •Малик Дуғырҙың төш күреүе, Йософто ҡойонан сығарыуы, ағаларының һатып ебәреүе
- •Малик Дуғырҙың Йософто Мысырға алып китеүе, юлда төрлө мажараларға осрауы
- •Йософтоң Мысырға килеүе, бөтә шәһәр халҡының таң ҡалыуы
- •Зөләйханың төш күреүе, Йософто эҙләп Мысырға китеүе
- •Ҡәнзәфәрҙең Йософто һатып алыуы, Зөләйханыц ғишҡы яңырыуы
- •Зөләйханың дая кәңәшен тотоуы, һарай һалдырыуы, Йософ менән һөйләшеүе
- •Һарайҙа гәйбәт таралыуы, Зөләйханың ҡатындарҙы ҡунаҡҡа саҡырыуы
- •Йософтоң зинданда ятыуы
- •Ҡәнған ғәрәбенең Мысырға килеүе, Йософ менән һөйләшеүе, Яҡупҡа сәләм еткереүе
- •Мәлик Раяндыц төш күреүе, Йософтоң зиндандан сығыуы, Мысыр батшаһы булыуы
- •Ағаларының Мысырға килеүе, Йософтоң Шәмғунды алып ҡалыуы, Ибне Йәминде килтерергә шарт ҡуйыуы
- •Ағаларының йәнә килеүе, Ибне Йәмингә Йософ үҙен танытыуы, бур итеп алып ҡалыуы
- •Ағаларының Ҡанғанға ҡайтыуы, Яҡуптың Йософҡа хат ебәреүе, Йософтоң яуап яҙыуы
- •Йософто таныуы, Яҡупҡа сәләм алып ҡайтыуы
- •Аңлатмалар
Мысыр
ҡатын-ҡыҙҙары быны ишетте,
Күмәк араһы ғәйбәт итеп һөйләне,
Ишеткәне-ишетмәгәне
йыйылышты, Һәр
береһе бер төрлө һүҙ һөйләр имде.
Зөләйха
ҡолона ғашиҡ булған, имеш,
Ҡоло, уны тыңламай, тартынған,
имеш. Быны батша үҙе
күреп торған, имеш.
Ҡолдо
ҡыуа сыҡҡанын да күргән, имеш.
Зөләйханың
ғәйбәтен сәйнәүселәр,
Һәр береһе үҙенсә һүҙ йөрөттөләр,
«Мәлик
ҡатыны абруйын төшөрҙө һәм
Халыҡ араһында рисуай булды
имде».
143Һарайҙа гәйбәт таралыуы, Зөләйханың ҡатындарҙы ҡунаҡҡа саҡырыуы
Зөләйханы
тикшергән ул ҡатындың
Бер нисәһе үҙҙәре лә ғәйепләнде,
Ҡайһы
береһе был ғәйептән арынды,
Барыһы халыҡҡа рисуай булыр
имде.
Зөләйха
ҡатындар ғәйбәтен ишетте,
Бик
оло мәжлес йыйырға ҡарар итте,
Тегенән-бынан дүрт йөҙләп ҡатын
килде, Түңәрәкләп, түргә ултырырҙар
имде.
Шунда
Зөләйха Йософтан бик үтенде,
«Һүҙемде
йыҡма, бер генә тыңла инде: Саҡырһам,
шунда уҡ килеп кер,— тине,— Матурлығыңды
ҡатындар күрһен имде».
Үҙ
ҡулдары менән Йософтоң сәсен үрҙе,
Иңдәренә зиннәтле тундар кейҙерҙе,
Ҡулына ҡыҙыл алтындан тас
тотторҙо, Ҡунаҡтағыларға һонорға тейеш
имде.
Ул
ҡатындар көрсиҙәргә56 ултырҙылар,
Һәр беренә әфлисун,
бысаҡ бирҙеләр, Тотторҙолар ҙа, турарға
бойорҙолар,
Тап
шул мәлдә Йософ килеп инер имде.
Ҡатындар
«ҡамасау» тип асыуланды, Аңғармаҫтан
Йософ күҙҙәренә салынды,
144
Уны
күреп,
барыһы ла телһеҙ ҡалды,
Әфлисун
тип,
бармаҡтарын киҫер имде.
Йософҡа
бағып улар сихырланды,
Һиҙмәйенсә һаман бармағын тураны,
Ҡулдарының киҫелгәнен дә тойманы,—
Барса ҡатындар ҙа хайран булған
имде.
Әйттеләр:
«Валлаһи, был әҙәм түгел!
Бының ише ҡол кем ҡулына төшөр!
Уны
күргән берәү аҡылынан шашыр,
Һис
шикһеҙ ул
— берәй фәрештә имде».
Зөләйха
әйтер: «Ҡатындар, күрҙегеҙме,
Ниңә йөҙөм һулығанан белдегеҙме?
Бер
күреүҙән ҡулығыҙҙы киҫтегеҙме —
Һуштан яҙып ултырҙығыҙмы имде?
Йософто
күргәнемә тап ете йылдыр,
Уға
булган мөхәббәтем һаман артыр, Меҫкенмен
мин, ғишыҡ уты бик яндырыр, Тимәк, сабырым
һеҙҙекенән артыҡ имде.
Белдегеҙме,
минең серҙең асылы ниҙә?
Был
уғландың ҡояштан да нурлы йөҙө,
Күркәм аҡылы, мең мәртәбә татлы
һүҙе, Йөҙөн күргән,
йәнен фиҙа ҡылыр имде».
145
Зөләйха
әйтер: «Йә әмеремә буйһона,
Һәм минең сиремә ул дауа була,
Йә
тотҡон итәм, һалҡын зинданга һалам
Ҡалган ғүмере зинданда үтер имде».
Йософ
ялбарыр ил тәңреһенә:
«Һалдыра
күр Ҡәнзәфәр зинданына,
Ҡурҡам, төшөрмөн тип гонаһына,
Яман
эштән зиндан миңә артыҡ имде.
Өмөт
итәм йәлләү-ярҙамыңа һинең, Һағынырмын
һине генә, раббым.
Мине Зөләйханың мәкеренән ҡотҡарһаң
ине, Зинданды үҙем теләп һайлайым имде».
Хаҡ
Йософ теләген тормошҡа ашырҙы, Шайтандар
ҡотҡоһон юҡҡа сығарҙы, Зөләйханың
мәкеренән ҡотолдорҙо, Боҙоҡлоҡтан да
нәфсеһен тыйыр имде.
Хатын
әйтер: «Йә, Йософ, белдерәмен һиңә,
Хәҙерҙән үк буйһонаһыңмы миңә,
Юғиһә,
һалдырамын зиндан эсенә,
Был
арала ни ҡарарға килдең имде?»
Йософ
әйтер: «Хаҡҡа гонаһлы булыуҙан,
Гонаһ алып, тамуҡ утында яныуҙан,
146
Алдағы
көн оятлы булып ҡалыуҙан,
Бөгөнгө көн миңә зиндан яҡын
имде».
Бынан
Зөләйханың асыуы ҡабарҙы,
Ныҡ
ғәрләнде, күңеленән хәйлә ҡорҙо,
Йософ биленән ҡәмәрен ысҡындырҙы,
Затлы
ебәк кейемдәрен һуйыр имде.
Мәлик
Раян ҡаршыһына Зөләйха барҙы, Раянға
Йософто һөйләп ныҡ зарланды,
Әйтер: «Беҙҙең ҡол уғлан буйһонмаҫ
булды, Бойорһағыҙ, уны тотҡон итәм имде.
Уны
ҡиммәт баһаға һатып алдым,
Бөтә
малым-мөлкәтемде фиҙа ҡылдым, Өҫтәүенә,
унан әҙәпһеҙлек күрҙем, Ышанысһыҙ, бер
кемгә буйһонмаҫ имде».
Әмер
бирҙе Зөләйхаға мәлик Раян:
«Әгәр
ҙә баш бирмәй икән ул ҡол уғлан, Тейешлелер
ул ҡолға һис шикһеҙ зиндан, Рөхсәттер
тотҡонлоҡҡа ябырға имде».
Бәс,
Зөләйха шунда уҡ кире ҡайтты, Оҫталарҙан
бер һандыҡ йүнәттерҙе,
Йософто
шул һандыҡ эсенә һалдыртты,
Йөксө күтәреп зинданға илтер имде.
147
