Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
История_школы с.Кусеево (альбом).docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
70.47 Mб
Скачать

Күсей ауылы мәктәбе тарихы История школы села Кусеево

 

  XIX быуаттың аҙағында Башҡортостанда йәҙитселек ысулы менән эшләгән  мәҙрәсәләр, мәктәптәр барлыҡҡа килә. Районыбыҙҙа тәүге мәҙрәсәләр  Муллаҡайҙа (1837), Таулыҡайҙа (1893), Темәстә (1874), Беренсе Этҡолда (1897), Билалда (1897), Юлыҡта (1897), Баймаҡта (1906),  Күсейҙә (1881) асыла. Муллаҡай мәҙрәсәһендә белем алыусылар тыуған ауылдарына ҡайтып мөҙәристәр, мөғәллимдәр, имам-хатиптар булып эшләгән. 1880 йылда миллионер Рәмиевтар беҙҙең Күсей ауылында мәсет төҙөтә, 1881 йылда мәсеттә мәҙрәсә асыла. Дини һабаҡтар менән берлектә яңы дәрестәр ҙә индерелә. Халыҡ педагогикаһы нигеҙендә ҡоролоп,  грамотаға өйрәтеүгә, тәрбиә  эшенә иғтибар бүленгән. Был 1920 йылда мәғариф буйынса халыҡ комиссариаты статистик бүлеге тикшеренеүҙәрендә күрһәтелгән.

Мәҙрәсәнең тәүге мөғәллиме булып Хөснитдин Мөхәмәтов тәғәйенләнә. Бик уҡымышлы, алдынғы ҡарашлы, дини белемле кеше була ул. Хөснитдин хәҙрәт күрше ауылдарҙан килгән балаларҙы ла уҡыта. Мәҙрәсәлә белем алыу ғәрәп һәм латин телендә алып барыла. Уҡытыу эше юғары кимәлдә ойошторолған була. Артабанғы йылдарҙа малайҙар мөғәллиме булып Хәйрулбәшир Хәсән улы Әхмәтов эшләй. 1908 йылда Күсей мәҙрәсәһендә уҡытыу эше йәҙит ысулы нигеҙендә үҙгәртеп ҡорола. Шуныһы әһәмиәтле, Рәмиевтар  төҙөткән мәсет әле лә сафта.

1918 йылда Күсейҙә иң беренселәрҙән  булып совет мәктәбе асыла. 1920 йылда мәғариф буйынса халыҡ комиссариаты  статистик бүлеге тикшеренеүҙәрендә мәктәптең тулы исеме «Кусеевская единая трудовая школа первой ступени» тип яҙылған. Уҡытыу эшен Фитрат Хөснитдин улы Абдуллин, Мөхәмәт Шәйхислам улы Аҡназаров, Әширәф Әбделғәни улы Ғүмәров алып бара. Граждандар һуғышы һәм 1921 йылдағы аслыҡ йылдарында ауылда белем биреү туҡтатыла.

1925 йылда ауылда башланғыс мәктәп яңынан асыла һәм 1937 йылда ете йыллыҡ мәктәп итеп үҙгәртелгәнгә тиклем эшләй. Ошо йылдарҙа уҡытыусылар булып Әсмә Баймырҙина, Сәкинә Исламғолова,  Маһикамал Ибәтуллина, Мостафа  Зәйнәғәбдинов, Ғәҙел Әҙеһәмов, Дамулла Игебаев һәм Яҡуп Илсебаевтар эшләй.  1935-1937  йылдарҙа Күсей мәктәбендә 1919 йылда Беренсе Этҡол ауылында беренселәрҙән булып совет мәктәбенең ишеген асҡан Мостафа  Зәйнәғәбдинов эшләй.

Артабан 1939 йылға тиклем, Күсей ете йыллыҡ мәктәбенең директоры булып, Сибай руднигында 1930 йылда иң беренселәрҙән булып мәктәп асҡан, Сәхәү Хәйбуллин тәғәйенләнә. Ул бик аҡыллы, үҙ эшен яҡшы белгән, инициативалы директорҙарҙың береһе була. Был йылдарҙа мәктәп яҡын-тирәлә иң ҙур мәктәптәрҙең береһенә әүерелә. Унда белем алыу өсөн Хәлил, Төркмән башланғыс мәктәптәренән һәм Басай, Иҫәнбәт, Тоҡтағол ауылынан  200-ҙән ашыу бала йыйылған.  Һәр класта 25-30-ар бала, хатта 5-се, 6-сы кластар 2-шәр булған. Мәктәптә М.Исмаков, Мәжитов, Бикбулатов, З.Йәрмөхәмәтовтар – математика, Ҡолоев – тәбиғәт һәм зоология, С.Хужабаев – башҡорт теле һәм әҙәбиәте, А.Герасимов – рус теленән, З.Юлыева – географиянан, башланғыс кластарҙа Рәйсә Зөбәйерова, Рәйсә Мотаева, Миҙхәт Аҫылбаев, Ә.Йәнтүрина, Зыя Сәлиев, Хәмитов һәм башҡалар уҡыта.

1939-40 йылдарҙа мәктәп директоры вазифаһын Фәхри Ғәлләмов башҡара. Уҡыу йортоноң йәшелсә үҫтереү менән шөғөлләнеүсе ярҙамсыл хужалығы була. Мәктәпкә урындағы колхоз һәм ул саҡта Ә.Мусин етәкселек иткән старателдәр артеле ҙур ярҙам күрһәтә. Алтын йыуыусылар балаларға кейем-һалым һатып алыу өсөн аҡса бүлә. Әммә ауыр һынау сәғәте етә – дәһшәтле 1941 йыл килә. Ир - ат фронтҡа китеп бөтә, ә колхоз эштәре тулыһынса ҡатын-ҡыҙҙар, бала-саға һәм ҡарт-ҡоро иңендә тороп ҡала. Уҡытыу эштәре башланғыс кластарҙа ғына дауам итә. Ҡайһы бер балалар мәктәпкә лә йөрөй алмай. Уларҙы Әсмә Баймырҙина, Сәкинә Исламғолова өйҙәренә йөрөп уҡыта. «Информбюро» хәбәрҙәрен халыҡҡа аңлатыу, шулай уҡ колхоз баҫыуҙарында башаҡ йыйыу фронтҡа ойоҡ-бейәләй бәйләп оҙатыуҙы ойоштороу ҙа уҡытыусылар елкәһенә ята. Уларҙың ҡулдары менән фронттағы яҡташтарға йөҙҙәрсә хат яҙыла. Һуғыштың һуңғы йылдарында мәктәпте һуғыш ветераны Вәли һибәт улы Биктимеров етәкләй. 1951 йылда 7 йыллыҡ мәктәп яңынан тергеҙелә. В.Биктимеров үҙенең янына эш һөйөүсән коллектив уплай. Тап ошо йылдарҙа уҡыусылар менән берлектә мәктәптең емеш-еләк, йәшелсә баҡсаһына игеҙ һалына. Уҡытыусылар Бикә һәм Зөһрә Әминевалар, Сәкинә һәм Ғәфүрә Исламғоловалар, Г.Баһауетдинова һ.б. уҡытыу-тәрбиә эшенең алдынғылар сафында була. Ир-ат уҡытыусылар күбәйә бара. З.Ҡәйепов, Ғаяз Баязитов, Зәки Ишморатов, Сәмиғулла Бикиев, Миҙхәт Байрамғолов,М.Әхмәтов, Б.Буранбаев, К.Юламановтар мәктәптә үҙ эштәрен уңышлы ғына башлап ебәрә.

Мәктәп тормошо күҙ алдында үҙгәрә, һуғыштан һуң халыҡҡа йән инә, кешеләрҙең күңеле, кәйефе күтәрелә. Элек уҡыуҙы ташларға мәжбүр булған балалар парта артына яңынан ултыра. Ситтән килеп уҡыусылар өсөн ятаҡ һалына. 1953-1958 йылдарҙа мәктәп директоры булып Хөрмәт Зөлҡәрнәй улы Хәсәнов эшләй. Был йылдарҙаколлектив мәктәптә политехник база булдырыу, уҡыусыларға хеҙмәт тәрбиәһе биреү буйынса районда алдынғыларҙан һанала. Шуға күрә Һәләтле етәксе һәм ойоштороусы Х.Хәсәнов колхоз рәйесе итеп үрләтелә. 1959-1962 йылдарҙа мәктәп менән Рамаҙан Дауыт улы Баймөхәмәтов етәкселек итә. Ул сығышы менән Иҙрис ауылынан була. Рамаҙан ағай һуңынан Ярат,Семеновск, Таулыҡай мәктәптәрендә директор, Ленин исемендәге колхозда партком секретары булып эшләй.

1962-1968 йылдарҙа мәктәп менән талапсан педагог, яҡшы етәксе Фәрит Абдулла улы Яҡупов идара итә, һуңынан Ҡолсора, Әхмәр мәктәптәрендә (1962-1980), Иҫке Сибай урта мәктәбендә директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары булып эшләй.  

  Төрлө йылдарҙа Урал Ибраһим улы Газин (1968-1969), Хәбир Әбдрәхим улы Сөләймәнов (1969-1970), Фәйзулла Ғәйзулла улы Шәйхисламов (1970-1971), Айҙар Һиҙиәт улы Зәйнуллин (1971-1975), Йәғәфәр Яхъя улы Атанғолов (1975-1978), Илдар Зәйнулла улы Йосопов (1979-1982) Күсей 8 йыллыҡ мәктәбе директоры вазифаһын башҡаралар. Ул йылдарҙа уҡытыусыларыбыҙҙың күбеһе артабан район, республика күләмендә үҙ эшенең оҫтаһы булып китә. Мәҫәлән, М.Ә. Байрамғолов – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, М.Ш. Уйылданова – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәйсә Зөбәйерова, Салиха Сәйғәфәрова, Мәхмүзә Исламғолова, Зөлҡәрнәй Йәрмөхәмәтов, Сәлим Хужабаев, Флүрә Ласынова, Фәғилә Зәйнуллина, Ғәрифә Ҡыуатова, Фазила Әхмәтова, Гүзәл Иҫәнбаева, Миңсара Иҫәнбаева, Хәбир Сөләймәнов, Хәким Моратов һәм башҡалар Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғылары булып таныла.

1974 йылда «Ирәндек» совхозы бер ҡатлы 8 йыллыҡ мәктәп бинаһын төҙөтә. Уны төҙөтөү, йыһазландырыу өсөн директорҙар Айҙар Һиҙиәт улы Зәйнуллин, Йә ғәфәр Яхъя улы Атанғоловтар  бик күп көс һала. 1982 йылда Күсейҙә урта мәктәп асыла. Мәктәп юғары белемле кадрҙар менән тулылындырыла. Эшкә төрлө юғары уҡыу йорттары тамамлап, Ҡ.Ш.Уйылданов, С.Ф.Кускаров, К.И.Уелданова-физика-математика предметтары, Ф.Ғ.Үтәғолова-химия, биология белгестәре килә, урта махсус профессиональ белем биреү йорттарын тамамлап М.Ғ.Исламғолова, Р.М.Кинйәбаева, Г.И.Игибаева, К.И.Әбдрәхимовалар туған мәктәптәренә эшкә ҡайта. Мәктәп яны интернаты төҙөлә, Иҫәнбәт, Басай, Тоҡтағол ауылдары балалары интернатта ятып уҡыйҙар. Тәрбиәсе булып йәш педагогтар С.Ш.Әбдрәхимова, Д.Н.Ильбуловтар эшләй. Урта мәктәптә йәштәр менән бергә тәжрибәле уҡытыусылар ; башҡорт теленән Ф.Ә.Зәйнуллина, Ғ.Ш.Йосопова, Р.М.Абдуллина, рус теленән Ш.Х.Йәнтилина, Ш.В.Исламғолова, инглиз теленән М.Г.Иҫәнбаева, башланғыс синыфтарҙа С.Ғ.Сәйғәфәрова, Г.Й.Иҫәнбаева, Н.М.Хәсәнова, Й.Й.Мусина, география һәм хоҡуғ дәресенән А.Х.Зәйнуллин, математиканан Х.Ә.Сөләймәнов, хеҙмәт тәрбиәһенән З.Ф.Мусин, башланғыс хәрби әҙерлек етәксеһе В.В.Абдуллиндар эшләй. Уҡыусылар өсөн оҙайтылған көн группалары булдырыла, тәрбиәсе - педагогтар Ф.Н.Ласынова, З.К.Баййегетовалар уҡыусыларға өҫтәмә белем биреү өҫтөндә эшләйҙәр, мәктәп китапханаһында йәш белгес Ф.Ә.Кускарова эшләй. 1988 йылда иҫке мәктәп урынына ике ҡатлы яңы бина ҡалҡып сыға. Директор Урал Нурбәк улы Баййегетов, ауыл Советы рәйесе Айҙар Һиҙиәт улы Зәйнуллин һәм совхоз директоры Фирғәт Хәмит улы Хисмәтуллиндар мәктәп төҙөүгә һәм уның матди базаһын нығытыуға күп көс һала, унда һөнәри белем биреү базаһы булдырыла. 1989-1992 йылдарҙа директор вазифаһын Сания Мосауар ҡыҙы Әминева, 1992-1994 йылдарҙа Айҙар Һиҙиәт улы Зәйнуллин етәкләй.

Мәктәп коллективы, 1967 йыл. Мәктәп коллективы, 1987 йыл. Мәктәп коллективы, 1989 йыл.

Ауылдың иң ихтирамлы кешеләре Айҙар Һиҙиәт улы Зәйнуллин, Хәбир Әбдрәхим улы Сөләймәнов, , Зөфәр Фәйзулла улы Мусин балаларға белем биреүгә  бер нисә тиҫтә йылын арнаны, ләкин пенсия йәшенә лә етә алмай вафат булып ҡалды. Уларҙы  уҡыусылары һәр саҡ йылы һүҙ менән иҫкә ала.

Күсей мәктәбендә төрлө йылдарҙа директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫарҙары булып Хөсәйен Закир улы Әбдрахманов, Евгения Яковлевна Штаб,   С.Ф. Фәхретдинов, Хәким Ғаззали улы Моратов, Хәкимйән Атаулла улы Ғәҙелшин,  Хәбир Әбдрәхим улы Сөләймәнов, Фәғилә Әхмиән ҡыҙы Мусина, Ғәрифә Шәһәрғәзе ҡыҙы Ҡыуатова, Вилүрә Шәйхи ҡыҙы Харрасова,  Вәсилә Сәлимйән ҡыҙы Әхмәтова, Айҙар Һиҙиәт улы Зәйнуллин, Ҡунаҡбай Шәриф улы Уйылданов, Хәбир Әбдрәхим улы Сөләймәнов, Шәүрә Вафа ҡыҙы Хәйбуллина,  Гөлнара Әхмәт ҡыҙы Исламғолова, Мөхәмәт Рәфҡәт улы Әбсәләмов, Нәзир Айҙар улы Зәйнуллиндар эшләнеләр, 2013 йылдан был эште инглиз теле уҡытыусыһы Гөлнара Әхмәт ҡыҙы Исламғолова алып бара.

3 -әр тиҫтә йылдар дауамында арымай-талмай белем һәм тәрбиә биреүҙә эшләгән ҡәҙерле ветерандарыбыҙ бөгөн дә сафта. Улар: Ф.Н. Ласынова,  Й.Й. Байназарова,  М.М. Мусина, М.Г. Иҫәнбаева, Г.Й. Иҫәнбаева,  Н.М. Хәсәнова, Ә.Ғ. Бикташева, Ш.В. Исламғолова, Р.М. Абдуллина,  В.В. Абдуллин,  Т.Ә. Үтәғолова, Ф.Г.Утәғолова, С.Ш.Абдрахимова, К.И.Уелданова, Н.Ә. Үтәғолова, Д.Н.Ильбулов.

Күсей мәктәбен тамамлаусылар араһында ябай малсы ла, зоотехник, агроном, яҙыусы, табип, шағир һәм башҡа бик күп һөнәр эйәләре бар. Мәктәбебеҙ үҙенең уҡыусылары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Күсейҙә Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Таһир улы Миңлеғолов, Социалистик Хеҙмәт Геройы Мәсғүт Заманов, яҙыусы Батыр Вәлид, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Республиканың Ғ.Сәләм исемендәге премия лауреаты Абдулхаҡ Игебаев, яҙыусы-прозаик, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Таңсулпан Хисбулла ҡыҙы Ғарипова, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Зифа Ғаяз ҡыҙы Баязитова, ғалим, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, «Әлифба» китабы авторы, Ушинский миҙалы кавалеры Абдрахман Әбдрәхим улы Ғәлләмов, балетмейстер-хореограф, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Йәүҙәт Зәйнулла улы Бикбирҙин, атаҡлы ҡурайсы Хәмит Борхан улы Әхмәтов, СССР эске эштәр министрлығының атҡаҙанған милиция хеҙмәткәре, полковник Рәил Исхаҡ улы Асҡаров, РСФСР-ҙың атҡаҙанған экономисы Әхмәтбаҡый Ласынов, «Хеҙмәт ҡыҙыл байраҡ” ордены кавалеры Ишбулды Үтәғолов, « Почет Билдәһе» ордены кавалеры Әхмәтов Муса Хажмөхәмәт улы, РФ атҡаҙанған төҙөүсеһе Азамат Байназаров, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүселәре Шамил Шәһәрғәзе улы Ҡыуатов, Мозафар Фәйзулла улы  Мусин, Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы хеҙмәткәре, педагогия фәндәре кандидаты Гөлсирә Ғәлиулла ҡыҙы Имамова-Сәғитова һәм башҡалар тыуған, белем алған, йәшлек йылдары Күсей сәхрәләрендә, күк Ирәндек буйҙарында уҙған.

Күсей ауылы мәктәбен төрлө йылдарҙа тамамлаусыларҙан, уҡып киткәндәрҙән 100-ҙән ашыуы уҡытыусы һөнәрен һайлай, республикабыҙҙың төрлө район, ҡалалары, ауылдары  мәктәптәрендә ижади эшләне һәм эшләп йөрөй. Уларҙан Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусылары Юлай Хәким улы Моратов, Мәғзүрә Ғаяз ҡыҙы Баязитова, Рәүилә Муса ҡыҙы Әхмәтова, Мәҙинә Ғәйнитдин ҡыҙы Нәҙерғолова,  Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғылары: хаҡлы ялға тиклем район мәғариф бүлегенең баш белгесе булып эшләгән Көнһылыу Әҙеһәм ҡыҙы Әхмәтова, Күсей мәктәбендә 30 йылдан ашыу башланғыс кластарға белем биреүсе Нәзирә Мөжәүир ҡыҙы Хәсәнова,  Алһыу Мөхәмәтйән ҡыҙы Иҫәнбаева, Ғәрифә Шәһәрғәзе ҡыҙы Ҡыуатова, Айһылыу Ишбулды ҡыҙы Үтәғолова, Зөһрә Ғаяз ҡыҙы Баязитова, Сәғиҙә Муллахмәт ҡыҙы Байназаровалар,  Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғылары: Зөһрә Ишбулды ҡыҙы Үтәғолова,  Мәүлидә Рафиҡ ҡыҙы Хөснетдинова, Рәүфә Шәһәрғәзе ҡыҙы Ҡыуатова, Айгөл Ғәйнитдин ҡыҙы Уразгилдина, Фазила Әхмәтйән ҡыҙы Әхмәтова, Фрүнзе Һиҙиәт улы Исрафилов,  филология фәндәре кандидаты, БДУ-ның Сибай институты филология факультеты доценты Нәйлә Азамат ҡыҙы Ласынова, фән кандидаттары, Сибай институты уҡытыусылары Фәйрүзә Вәлит ҡыҙы Абдуллина, Рәзилә Рәмил ҡыҙы Үтәғоловалар тик маҡтауға ғына лайыҡ.

Күсей мәктәбендә оҙаҡ йылдар ижади эшләгән бик күп уҡытыусылар юғары наградаларға лайыҡ булды: «Рәсәй Федерацияһы мәғариф алдынғыһы» знагына – башланғыс кластар уҡытыусылары  Г.Й. Иҫәнбаева, Н.М. Хәсәнова; «Рәсәй Федерацияһы дөйөм мәғарифының Почетлы хеҙмәткәре» знагына – мәктәп директоры, физика уҡытыусыһы Ҡ.Ш. Уйылданов; «Өлкән уҡытыусы» исеменә – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ф.Ә. Зәйнуллина; «Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы» знагына – математика уҡытыусыһы Х.Ә. Сөләймәнов, инглиз теле уҡытыусыһы М.Г. Иҫәнбаева, физкультура уҡытыусыһы  Н.Ә. Үтәғолова, география уҡытыусыһы М.Р.Әбсәләмов, “Рәсәй Федерацияһы мәғариф министрлығының Почет Грамотаһы“на биология, химия уҡытыусыһы Ф.Ғ. Үтәғолова, «Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығының Почет Грамотаһы“на башланғыс синыфтар уҡытыусыһы С.Ш.Абдрахимова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы И.М.Латыповалар.

1994 йылдан бөгөнгә тиклем мәктәпте Ҡунаҡбай Шәриф улы Уйылданов етәкләй. Белем усағы район күләмендә алдынғылар сафында. Мәктәп яны участкаһы яҡшыра, ярҙамсыл хужалыҡ булдырыла, уҡыусыларҙың юғары белем алыуға ынтылышы арта. Мәҫәлән, 2000 йылда мәктәпте тамамлаусы 10 уҡыусының 6-һы юғары уҡыу йортона уҡырға инеп, мәктәп был күрһәткес буйынса районда – 4-се, ә ауыл  мәктәптәре араһында беренсе урынға сыға. Сығарылыш класы уҡыусыларының 2009 йылда – 50 проценты, 2010 йылда 100 проценты юғары уҡыу йорттары студенттары булып китте.

2010 йылда мәктәп төп дөйөм белем биреү учреждениеһы итеп үҙгәртелде. Бөгөн коллектив үҙенә ҡуйылған бурыстарҙы ихлас атҡарырға тырыша. Әле бында барлығы 8 педагог – яңы ғына хеҙмәт юлын башлаған йәштәр һәм бай тәжрибәле  уҡытыусылар ҙа эшләй Ф.Ғ. Үтәғолова-химия, биология, география, К.И.Уйылданова-математика, Г.И. Игибаева-рус теле, Башҡортостан мәҙәниәте, И.М. Латыпова-башҡорт теле, Г.Ә.Исламғолова-инглиз теле, технология, Н.И. Үтәғолова-башланғыс синыфтар, Ә.Ш.Фәйзуллин-тарих, музыка, физкультура, В.З.Зәйнуллина- башланғыс синыфтар, Л.Й.Фәйзуллина - рус теле һәм әҙәбиәтенән белем һәм тәрбиә бирәләр. 

Уҡыусыларыбыҙ спортта, район күләмендә үткән олимпиада һәм конкурстарҙа яҡшы сығыш яһай. 2010/11 уҡыу йылы йомғактары буйынса төп белем биреү йорттары араһында «Йыл мәктәбе – 2011» район конкурсында еңеп сыҡтыҡ. 2011/12 уҡыу йылы йомғактары буйынса төп белем биреү йорттары араһында «Йыл мәктәбе – 2012» район конкурсында 2-се урын, 2012/13 уҡыу йылы йомғактары буйынса «Йыл мәктәбе – 2013» район конкурсында еңеүгә, 2014 йылда мәктәпте яңы уҡыу йылына әҙерләү буйынса районда 2-се урын яулауға өлгәштек.

Был  уңыштарға коллективтың тырышлығы, йылдар буйы ижади эшләү арҡаһында өлгәштек. Республика күләмендә үткән «Балаларға республикабыҙ баш ҡалаһын бүләк итәйек!»  конкурсында үҙ төркөмөбөҙҙә – беренсе, ә бөтә ҡатнашыусылар араһында Гран-приға лайыҡ булдыҡ. Бындай ҙур еңеүгә 3 йыл рәттән 5-9-сы класс уҡыусыларының  тимур командалары башҡарған изге эштәре менән өлгәшелде. Йәйгеһен 4 тапҡыр (3 йылда) 20-шәр уҡыусы Өфөгә экскурсия менән бүләкләнеп, бик әһәмиәтле һәм мауыҡтырғыс сәйәхәт яһаны. Мәктәптең крайҙы өйрәнеү музейы ла төрлө ижади конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Музей етәкселәре Г.И. Игебаева һәм Н.И. Үтәғолова уҡыусылар менән берлектә район күләмендә үткән «Ватан юлдары буйлап» конкурсында – беренсе, «Иң ҡыҙыҡлы экспонат» конкурсында – икенсе, «Уҡытыу-тәрбиә эшендә музейҙың роле» конкурсында – өсөнсө, «Иң яҡшы экскурсия ойоштороусы» конкурсында өсөнсө урындар, республика күләмендә үткән «Бөйөк Еңеүгә – 65» конкурсында – беренсе, «Иң яҡшы экскурсия ойоштороусы» конкурсында өсөнсө урындар яуланы. «Йыл уҡытыусыһы-2009» район конкурсында тарих һәм музыка уҡытыусыһы Ә.Ш.Фәйзуллин айырым номинацияла еңеү яулаһа, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы И.М. Латыпова район конкурсында еңеп, республика күләмендә үткәрелгән  «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2011» конкурсында  дипломға, «Киске Өфө» гәзитенең махсус призына лайыҡ булды. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Л.Й.Фәйзуллина район «Йыл уҡытыусыһы – 2012» конкурсында  лауреат исеменә лайыҡ булды, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Вәсилә Зәбир ҡыҙы Зәйнуллина “Йыл уҡытыусыһы-2014” район конкурсында айырым номинация буйынса еңеүгә өлгәште. Уҡыусыларыбыҙ район күләмендә үткән барлыҡ конкурстарҙа, спорт ярыштарында үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан күрһәтә. Уларҙы конкурстарға уҡытыусылар К.И. Уйылданова (математика), Д.Н. Илбулов (технология һәм һынлы сәнғәт), Р.М. Кинйәбаева, Н.И. Үтәғолова, С.Ш. Әбдрәхимова, В.З. Зәйнуллина (башланғыс кластар), Г.И. Игебаева  (Башҡортостан тарихы һәм әҙәбиәте), Ф.Г.Үтәғолова (биология), Ә.Ш. Фәйзуллин (тарих, музыка), Г.Ә. Исламғолова (инглиз теле), Н.Ә. Үтәғолова (физкультура)

Мәктәп коллективы, 1995 йыл.

1 рәт (һулдан уңға: Хасанова Н.М.-башланғыс синыфтар уҡытыусыһы, Буканова С.И. – ашнаҡсы ярҙамсыһы, Исламғолова Ш.В.-директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары, Уйылданов Ҡ.Ш.-мәктәп директоры., Ғәбделисламова Ә.М.- директорҙың тәрбиә эше буйынса урынбаҫары, Байназарова Й.Й.- башланғыс синыфтар уҡытыусыһы, Йәнтилина Ш.Х.-рус теле уҡытыусыһы, Иҫәнбаева М.Г.-инглиз теле уҡытыусыһы.

2 рәт: Гибадуллин А. С. – төнгө ҡарауылсы, Заманов В.Ғ.- төнгө ҡарауылсы, Байназарова Р.Ш.- техник хеҙмәткәр, Сәфәрғәлина А.М.-физика уҡытвусыһы, Бикташева Ә.Ғ.- тарих, йәмғиәт белеме уҡытыусыһы, Иҫәнбаева Г.Й.- башланғыс синыфтар уҡытыусыһы, Сафина В.З.-завхоз, Абдрахимова Ф.Л.-ашнаҡсы, Уйылданова К.И.-математика уҡытыусыһы, Абдуллина Р.М.- башҡорт теле уҡытыусыһы, Ахметова Н.С.- техник хеҙмәткәр.

3 рәт: Үтәғолова Т.Ә.- физкультура уҡытыусыһы, Исламғолова Н.И.- башланғыс синыфтар уҡытыусыһы, Игибаева Г.И.-ИКБ, өлкән пионервожатый, Кинйәбаева Р.М.- технология уҡытыусыһы, Ғәбделисламов В.А.-ОБЖ, география уҡытыусыһы, Үтәғолова Ф.Ғ.- химия, биология уҡытыусыһы, Мусина М.Р.-лаборант, Байназарова М.Ш.- йыйыштырыусы, Үтәғолова Н.А.- физкультура уҡытыусыһы, Мусин Р.Р.- тарих уҡытыусыһы.

Мәктәп бинаһы, 2013 йыл.

Мәктәп баҡсаһында алма, төрлө емеш-еләк уңа, йәшелсә менән дә үҙебеҙҙе тәьмин итәбеҙ. Мәктәптә 12 кабинет, спорт залы, оҫтахана, ашхана (40 урынлыҡ), компьютер класы, тир, музей бар. Материаль база йылдан йыл яҡшыра бара, бөгөн мәктәп уҡытыусыларының бәтәһенә лә ноутбук тапшырылды, компьютер класына өҫтәмә 5 компьютер бирелде, 4 мультимедиа проекторы һәм 1 интерактив таҡта, спорт ҡорамалдары алынды. Мәктәптә 5 спорт секцияһы, 3 предмет түңәрәге, 4 башҡа төрлө түңәрәктәр эшләй. Бигерәк тә уҡыусылар бокс (етәксеһе Х.Х. Сәфәрғәлин, ДЮСШ), “Крайҙы өйрәнеү” (Игибаева Г.И.), “Умартасылыҡ” (М.Р.Әбсәләмов), волейбол һәм баскетбол секцияларына ихлас йөрөй. Мәктәп коллективы «Үҫеп килеүсе быуынды ауылдан сыҡҡан шәхестәрҙең тормош юлы һәм ижады миҫалында тәрбиәләү», «Яңы информацион технологиялар ҡулланып уҡыусыларҙың белем кимәлен күтәреү»  тигән темалар өҫтөндә эшләй. Быйыл 20-нән ашыу уҡыусы ситтән тороп Интернет олимпиада, конкурстарҙа ҡатнаша. Мәктәп киләсәккә ҙур пландар ҡора. Беҙҙең төп бурыстарҙың береһе – йәш быуынға ныҡлы белем, тейешле тәрбиә биреү,  ышаныслы алмаш әҙерләү.

Мәктәп коллективы 25 май 2010 йыл;

1 рәт (һулдан уңға) ветерандар: Үтәғолова Т.Ә.-физкультура уҡытыусыһы, Бикташева Ә.Ғ.-тарих уҡытыусыһы, Иҫәнбаева Г.Й.-башланғыс синыфтар уҡытыусыһы, Игебаева Р.Х.-мәғариф бүлеге етәксеһе урынбаҫары, Уйылданов Ҡ.Ш.-мәктәп директоры, Йыһаншина С.Р.-Күсей ауыл хакимиәте башлығы, Әпсәләмов М.Р.-директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары, Зәйнуллин Н.А.-физика уҡытыусыһы;

2 рәт: Кинйәбаева Р.М.-директорҙың тәрбиә эше буйынса урынбаҫары, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы, Исламғолова Г.А-инглиз теле уҡытыусыһы, Абдуллина Р.М-башҡорт теле уҡытыусыһы,Үтәғолова Н.А-физкультура уҡытыусыһы, Әбдрәхимова С.Ш-башланғыс синыфтар уҡытыусыһы, Үтәғолова Ф.Ғ.-химия, биология уҡытыусыһы, Уйылданова К.И.-математика уҡытыусыһы,

3 рәт: Зәйнуллина В.З.- башланғыс кластар уҡытыусыһы, Үтәғолова Н.И. .-башланғыс синыфтар уҡытыусыһы, Байназарова Э.Ғ.-элекке инглиз теле уҡытыусыһы, Латыпова И.М.- башҡорт теле уҡытыусыһы, Игибаева Г.И.- Башҡортостан мәҙәниәте уҡытыусыһы, Сәфәрғәлин Х.Х.-бокс буйынса тренер, Ильбулов Д.Н.-технология, сәнғәт уҡытыусыһы, Фәйзуллин Ә.Ш.-музыка, тарих уҡытыусыһы, Уйылданова Г.Ф.-информатика уҡытыусыһы.

«Йыл уҡытыусыһы-2009, 2010» район Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы конкурстарында тарих һәм музыка уҡытыусыһы Илүзә Мөхәмәт ҡыҙы Латыпова Ләйсән Йомабай ҡыҙы Фәйзуллина район Әсҡәт Шәфҡәт улы Фәйзуллин район «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2011» еңеүсеһе «Йыл уҡытыусыһы – 2012» конкурсы  призеры айырым номинацияларҙа еңеү яуланы. республика «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2011» *********************************************** конкурсы  дипломанты, «Киске Өфө» гәзитенең махсус призына лайыҡ булды ***********************************************

Башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Мәктәп директоры, “Рәсәй Федерацияһы мәғарифының Почетлы хеҙмәткәре” Вәсилә Зәбир ҡыҙы Зәйнуллина Уелданов Ҡунаҡбай Шәриф улы “Йыл уҡытыусыһы-2014” район конкурсы 2013 йыл йомғаҡтары буйынса Баймаҡ районы мәктәп директорҙары араһында айырым номинация буйынса еңеүсеһе. “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” конкурсы еңеүсеһе.

Мәктәп коллективы ҡунаҡтар менән, 01.09. 2011 йыл.

1 рәт һулдан уңға: Байназарова Й.Й.-мәктәп ветераны. Иҫәнбаева Г.Й.-мәктәп ветераны, Уйылданов Ҡ.Ш.-мәктәп директоры, Ситдиков И.Х.-район хакимиәте башлығы, Йыһаншина С.Р.-ауыл хакимиәте башлығы, Ишбулатов Р.З.-район советы секретары, Шарипов Р.Г.– мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары, Байрамғолов Б.М.-район гостехнадзор начальнигы, Байрамғолов М.Ә.- мәғариф ветераны,

2 рәт: Үтәғолова Н.И.-башланғыс синыфтар уҡытыусыһы, Фәйзуллина Л.Й.-рус теле уҡытыусыһы, Үтәғолова Н.Ә.-физик культура уҡытыусыһы, Кинйәбаева Р.М.- башланғыс синыфтар уҡытыусыһы, Игибаева Г.И.- рус теле һәм Башҡортостан мәҙәниәте уҡытыусыһы, Үтәғолова Ф.Ғ.-химия, биология уҡытыусыһы, Ильбулов Д.Н.-технология, черчение, рәсем уҡытыусыһы, Үтәғолов Р.И.-мәктәп эшсеһе, Сәфәрғәлин Х.Х.-бокс буйынса тренер, Уйылданова К.И.-математика уҡытыусыһы, Байрамғолова Т.Б.-мәғариф ветераны, Исламғолова Г.Ә.-инглиз теле уҡытыусыһы,

3-сө рәт: Фәйзуллин Ә.Ш.-тарих, йәмғиәт белеме, музыка уҡытыусыһы, Әпсәләмов М.Р.-директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары.

Мәктәп етәкселәре Руководители школы

Учителя – руководители:

1881-1908 годы – Хуснутдин Мухаметов, Хайрулбашир Хасанович Ахметов.

1918-1921 годы – Фитрат Хуснитдинович Абдуллин, Мухамет Шайхисламович Акназаров, Ашираф Абдельганиевич Гумеров.

1925-1935 годы – Асма Баймурзина, Махикамал Ибатуллина, Мустафа Зайнагабдинов, Гадель Адигамов, Дамулла Игебаев, Якуп Ильсебаев.

Руководители школы:

1935-1937 годы – Мустафа Зайнагабдинов. 1937-1939 годы – Сахау Хайбуллин. 1939-1940 годы – Фахри Галлямов.

1941-1945 годы – Асма Баймурзина. 1945-1953 годы – Вали Хибатович Биктимеров.

1953-1958 годы – Хурмат Зулькарнаевич Хасанов. 1959-1962 годы – Рамазан Даутович Баймухаметов. 1962-1968 годы – Фарит Абдуллович Якупов.

1 968-1969 годы – Урал Ибрагимович Газин. 1970-1971 годы – Хабир Абдрахимович Сулейманов. 1970-1971 годы – Файзулла Гайзуллович Шайхисламов.

1 971-1975, 1992-1994 годы – Айдар Хидиятович Зайнуллин. 1975-1978 годы – Ягафар Яхиевич Атангулов. 1979-1982 годы – Ильдар Зайнуллович Юсупов.

1 982-1988 годы – Урал Нурбакович Байзигитов. 1989 -1992 годы – Сания Мусаваровна Аминева. С 1994 года – Кунакбай Шарифович Уелданов.

Знаменитые выпускники школы

- Герой Советского Союза Тафтизан Тагирович Миндигулов. - Герой Социалистического Труда Масгут Файзрахманович Заманов.

- Поэт-Батыр Валид (Батыр Хужахметович Валитов). -Народный поэт Республики Башкортостан, лауреат премии им.С. Юлаева

Абдулхак Хажмухаметович Игебаев

-Заслуженный работник культуры РБ, лауреат премии имени С. Юлаева -Народная и заслуженная артистка Республики Башкортостан

Тансулпан Хизбулловна Гарипова Зифа Гаязовна Баязитова

- Заслуженный учитель Республики Башкортостан, ученый, автор первого - Заслуженный работник культуры, балетмейстер –хореограф

учебника «Алифба», кавалер медали имени Ушинского Явдат Зайнуллович Бикбердин.

Абдрахман Абдрахимович Галлямов.

- Знаменитый кураист Хамит Бурханович Ахметов. Заслуженный работник МВД СССР полковник

Раиль Исхакович Аскаров

- Кандидат педагогических наук Имамова - Сагитова Гульсира Галиулловна Заслуженный экономист РСФСР Ахметбакий Мурзагалиевич Ласынов

- Заслуженный строитель Российской Федерации, Заслуженные строители Республики Башкортостан

заслуженный строитель Республики Башкортостан,

кавалер ордена «Дружбы народов”

Азамат Хажмухаметович Байназаров Шамиль Шагаргазиевич Гуватов Музафар Файзуллович Мусин

- Кандидаты филологических наук, доцент Ласынова Наиля Азаматовна, Утягулова Разиля Рамиловна.

-Заслуженные учителя Республики Башкортостан:

Юлай Хакимович Муратов, Магзура Гаязовна Баязитова, Равиля Мусеевна Дингезбаева, Мадина Гайнетдиновна Надыргулова.

-Отличники образования Российской Федерации:

Ахметова Кунсулу Адигамовна , Хасанова Назира Мужавировна, Исянбаева Алсу Мухамияновна, Гуватова Гарифа Шагаргазиевна

Утягулова Айсылу Ишбулдовна, Байназарова Сагиля Муллахметовна.

-Отличники образования Республики Башкортостан:

Утягулова Зухра Ишбулдовна, Хуснитдинова Мавлида Рафиковна, Гуватова Рауфа Шагаргазиевна,

У разгильдина Айгуль Гайнитдиновна, Ахметова Фазила Ахмедьяновна, Абсалямов Мухамет Рафкатович, Игибаева Гузяль Ирмаковна.

- Отличники здравоохранения РБ : Утяганов Талгат Шарифович, Каримова Зульфира Галимовна.

- Глава администрации Кусеевского сельского Совета -Кандидат экономических наук