Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Usmanova_M_G_12_statey_oo_yazyke.doc
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
349.18 Кб
Скачать
  1. Телебеҙҙе кем боҙа? Үҙебеҙ! Киләсәктә була торған төшөнсә телдә ҡайһылай бирелә?

// Башҡортостан, 27.04.12.

Был мәсьәләгә лә ата-бабабыҙ яуаплы ҡараған, киләсәктә була торған хәлде телдә бирер юлдарҙы күрһәткән, шул уҡ ваҡытта уйлап эш итер ерен дә ҡалдырған. Артабан берәмтекләп ҡарайыҡ, сөнки яҙғанда ла, һөйләгәндә лә иң күп хата киләсәк заман төшөнсәһен биргәндә яһала.

Билдәле булыуынса, киләсәк заман һөйләү мәленән һуң булған эште, ваҡиғаны, хәл-торошто белдерә. Башҡорт теленең үҙенсәлеген күрһәткән ғәжәп бер форма бар, ул — хәҙерге заман күрһәткесе һаналған –а/-ә, -й ялғауы. Был ялғау хәҙерге, киләсәк, хатта үткән заман­ды ла белдерә ала, сөнки беҙ һөйләгәндә, яҙ­ғанда ҡайһылыр бер ваҡытты күҙ уңында тота­быҙ, Мәҫәлән, 1) Әлиә сәхнәлә йырлай // (йырлап тора) (хәҙерге заман), 2) Әлиә иртәгә кон­цертта йырлай (киләсәк заман), 3) Рәшит На­заров 1944 йылда Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылында тыуа. 4) Мәктәпте тамам­лағас, колхозда эшләй (үткән заман).

Башҡорт әҙәби телендә һәм барлыҡ һөйләштә киләсәкте белдерер өсөн киң ҡулланылған -а/-ә, -й ял­ғауы ни ғиллә менәндер мәктәп программаһына инмәгән. Унда киләсәк замандың билдәле формаһы -саҡ/-сәк, -асаҡ/-әсәк, -ясаҡ/-йәсәк, ә билдәһеҙе -р, -ыр /-ер, -ор/-өр ялғауҙары менән бирелә тигән ҡағиҙә бар. Ошо ҡағиҙәгә таянып, уҡытыусылар: 5) "Был һорауға кем яуап бирәсәк? Айнур яуап бирәсәк. Мин хәҙер һеҙгө өйгә эш бирәсәкмен, ә һеҙ уны эшләп килергә тейеш буласаҡһығыҙ", — тип өйрәтергә, үҙҙҙәре лә шулай һөйләргә тейеш була.

Юғары уҡыу йортоноң алдында белемде артабан камиллаштырыу, тәрәнәйтеү бурысы тора. Программа буйынса, әлбиттә, ҡылымдың заман формалары ла үтелә. Лекцияларҙа киләсәк заман төшөнсәһе, -саҡ/-сәк, -асаҡ/-әсәк, -ясаҡ/-йәсәк һәм - р, -ыр /-ер, -ор/-өр ялғауҙарынан тыш, -а/-ә, -й ялғауы менән дә бирелә, тип әйтелә. Ысынлап та беҙ: 6) "Мин дәрескә барам. Атайым эштән кискә ҡайта. Сәй эсәһеңме? Эйе, эсәм", — тип хә­ҙерге заманды белдергән -а/-ә, -й ялғауҙарын ҡуйып, киләсәктә була торған эш-хәл тура­һында әйтәбеҙ. Үҙен башҡортмон тип һанаған берәү ҙә: "Мин дәрескә барасаҡмын. Атайым эштән кискә ҡайтасаҡ. Сәй эсәсәкһеңме? Эйе, эсәсәсәкмен” - , тип әйтмәй.

Шуныһы ла билдәле, -а/-ә, -й ялғауының киләсәк заман төшөнсәһен биреүе тураһында башҡорт филологияһы факультеты студенты мотлаҡ белергә тейешле фәнни хеҙмәттәрҙә, дәреслектәрҙә яҙылған (авторҙары — Ж.Ғ. Кей­екбаев, М.В. Зәйнуллин, Н.К. Дмитриев һәм башҡалар). Әйткәндәй, Н.К. Дмитриев "Грам­матика башкирского языка" исемле китабында хәҙерге заман күрһәткесе булған -а/-ә, -й ялғауҙарының киләсәктә мотлаҡ була, эшләнә торған эш-хәлде белдереүе, был ҡағиҙәнең айырыуса башҡорт теленә хас булыуы тураһында яҙып ҡалдырған. Уның һүҙҙәрен кил­терәйек: "Что касается основного содержания формы настоящего времени изъявительного наклонения, то она означает и действие данного момента, совпадающее с моментом речи (яҙам — я пишу (сейчас, когда говорю), англ. (I am writing), и действие, не совпадающее с мо­ментом речи. ... она же указывает (и это особенно часто в башкирском языке) на такое будущее, осуществление которого говорящий считает несомненным: Мин Өфөгә барам (Дмитриев Н.К. Грамматика башкирского язы­ка. — М.: Наука, 2007,124-се бит).

Билдәле булыуынса, мәктәп, башланғыс һәм урта һөнәри белем биреү учреждениела­ры, юғары уҡыу йорто үҙҙәре өсөн төҙөлгән айырым программа буйынса уҡыта. Яҙмышын тел, әҙәбиәт, журналистика менән бәйләгән ке­ше, әлеге ваҡытта ҡайҙа ғына эшләмәһен, мәк­тәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыған, ал­ған белемен педагогия колледжында йә иһә юғары уҡыу йортоноң филология факульте­тында камиллаштырып, юғары белемле белгес тигән диплом алған. Әммә уларҙың эшенә ҡарап: "Төп белемде мәктәп бирә икән", — ти­гән һығымтаға киләһең. Унда башҡорт әҙәби телендә, шулай уҡ барлыҡ һөйләштә киң таралған -а/-ә, -й формаһы өйрәтелмәй, шуға ла буласаҡ белгестәр киләсәктәге хәл-ваҡиға тураһында дөрөҫ һөйләй ҙә, яҙа ла белмәй. Шу­лай булмаһа, түбәндәге һөйләмдәр төҙөлөр инеме: 7) Иртәнге сәғәт 9-ҙан 14 сәгәткәсә... теләгәндәргә ...консультация биреләсәк. 8) ... февраль уртаһында улар һынау үтәсәк. Газға тариф 1 июлдән... күтәреләсәк. ... айлыҡ түләү 1 ғинуарҙан билдәләнәсәк. 9) 30 мартта "Урал ауазы" тигән конкурс-фестиеале үт­кәреләсәк. Бында киләсәк заманды белдергән ҡылымдарҙың -саҡ ялғауын алып ташлап, би­релә, үтә, күтәрелә, билдәләнә, үткәрелә тип яҙһаҡ, дөрөҫ булыр ине.

Алда була торған хәл-ваҡиғаның ваҡытын күрһәткән дата (23 апрелдә, 1 Майҙа), һүҙҙәр (төштән һуң, кискеһен, иртәгә, ун минут­тан, бер сәғәттән, ике айҙан һәм башҡалар) бар йәки уларҙың ҡа­сан булыры текст буйынса билдәле йәки һиҙемләнә икән, хәбәргә бер ваҡытта ла –саҡ/-сәк ялғауы (шулай уҡ уның варианттары) ҡушылмай. Башҡорт бер ваҡытта ла: 10) “Әсәйемдең тыуған көнө 23 апрелдә буласаҡ, беҙ уны үткәрәсәкбеҙ; мин иртәгә ҡунаҡҡа барасаҡмын; улым ярышта ҡатнашасаҡ, улыма бүләк аласаҡмын, мин концертта йырлаясаҡмын“, - тип һөйләмәй. Был ант биреүгә тарта. Ата-баба бындай формала һөйләүҙе килештермәгән, хуп күрмәгән, уны аша һөйләү тип атаған, ҙурҙан (олонан) һөйләмәҫкә ҡушҡан һәм улай ярамағанын белгән. Киләсәктә ниҙер эш­ләргә уйлауың тураһында "шулайтасаҡмын" да "былайтасаҡмын" тип әйттеңме, эшеңдең уңыры икеле. "Иртә ҡысҡырған кәкүктең башы ауырта", —тиҙәр бит әле, алдан яр һалып, һү­ҙеңде үтәй алмай, көлкөгә ҡалыуың бар. "Ме­нереңдән алда — төшөрөңдө, инереңдән алда сығырыңды уйла", "Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ" һәм башҡа, йәғни һүҙ бирерҙән алда уйлау, мөмкинлегеңдән сығып эш итеү кәрәклеген аңғартҡан мәҡәлдәрҙең булыуы юҡҡа түгел­дер. Уларға һалынған мәғәнә, беҙҙеңсә, заман формаһын сағылдырыуға ла тура килә. Миҫалдар: 11) Һауа температураһы республикала төндә 12-17 (төньяҡ-көнсығыш райондарҙа 23 градусҡаса һалҡынайтасаҡ), көндөҙ 6-11, Өфө­лә төндә 14-16, көндөҙ 8-10 градус Һалҡын буласаҡ. Алдағы ике көндә һауа торошо әллә ни үҙгәрмәйәсәк. Был һөйләмдәрҙе түбәндәгесә яҙыу дөрөҫ булыр ине: Республикала һауа төндә 12- 17 (төньяҡ-көнсығыш райондарҙа 23 градусҡа тиклем һыуыныуы бар), көндөҙ 6 -11, Өфөлә төндә 14-16, көндөҙ 8-10 гра­дус һалҡын була. Алдағы ике көндә һауа әллә ни үҙгәрмәй. Бында беҙ һауа һүҙен ҡалдырып, температураһы тигәнен алып ташланыҡ, сөнки башҡорт телендә һауа үҙе үк билдәле бер ваҡыттағы көн торошон да белдерә: 12) Һауа боҙолоп китте (БТҺ., т.1, 579-сы бит).

Тағы ла миҫалдар бирәйек: 13) Ҡул көсө менән генә уларға ҡаршы тора алмаясағымды шунда уҡ аңлайым. 14) Быйыл уның ситтән то­роп ҡатнашыу туры 15 мартҡа тиклем дау­ам итәсәк. 16) Ярыштарҙа 17) ...12-15 йәшлек спорт һөйөүсе балалар һәм үҫмерҙәр ҡатна­шасаҡ. Башҡортмон тигән кеше был һөйләм­дәрҙә алмаҫымды, дауам итә, ҡатнаша тигән ҡылым формаларын ҡулланыр ине. Ә киләһе һөйләмде журналист әҙәплерәк, вәғәҙә бирмәй генә яҙһа ла булыр ине: 18) Унда яңы кешеләр менән танышасаҡһығыҙ, яңы тәьҫораттар һәм энергия аласаҡһығыҙ. Һөйләмдәр матурмы? Юҡ, матур түгел, сөнки улар башҡорттоң тел үҙенсәлеген сағылдырмай, уны боҙоп күрһәтә, тел законына таянып төҙөлмәгәндең асыҡ күрһәткесе.

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]