Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Usmanova_M_G_12_statey_oo_yazyke.doc
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
349.18 Кб
Скачать

Мәғәнәне боҙмайым тиһәң

Күҙ уңында һәм күҙ алдында тигән төшөнсәләрҙә лә буталалар. Мәҫәлән, Йөҙләгән йорттан торған ауылда бөтә нәмә күҙ уңында бит. Бында автор бер аҙ яңылышып киткән. Күҙ уңында тигән фразеологик берәмектең мәғәнәһе башҡараҡ: ул ниҙер күҙ уңында булырға мөмкин йәки ниҙелер күҙ уңында тоторға була, иҫәптә, иғтибарҙа тотоу "иметь в виду, не забывать" тигәнде аңлата. Был һөйләмдә күҙ алдында тип яҙырға кәрәк ине, ул "на виду, перед глазами" тигән төшөнсәне бирә. 

Аяҡ өҫтө һәм аяғында нимәне аңлата? Кисә — операция өҫтәлендә, бөгөн — аяҡ өҫтө. "Кисә — операция өҫтәлендә, бөгөнаяғында" тип яҙылһа, минеңсә, матур ҙа, дөрөҫ тә булыр ине. 

Ниңә күҙаллау ғына? Ҡайһы берәүҙәр күҙаллау һүҙенең мәғәнәһен белмәйенсә яҙып ҡуя. Мәҫәлән: 1. Республикалағы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был аҡса 13 мең самаһы балаға түләнәсәк тип күҙаллана. 2. … быйыл 2 миллион 152 мең гектарҙа яҙғы сәсеү күҙаллана. 3. Яҙғы кампанияға федераль һәм республика бюджеттарынан 1,2 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү күҙаллана. Билдәле булыуынса, күҙаллау күҙ алдына килтереү, фекерләү тигәнде аңлата. Һөйләмдәрҙә аныҡ эштәргә ярашлы аныҡ һандар бирелгәндә, күҙаллап торорға урын ҡалмаҫҡа, факттар шиккә алынмаҫҡа тейеш. Шуға күрә лә икенсе, өсөнсө һөйләмдәрҙә уның урынын ҡаралған һүҙе алһа, дөрөҫ булыр. Тәүгеһендә иһә тип күҙаллана тиеү бөтөнләй кәрәкмәй. Өҫтәүенә, был һөйләм мәғәнәһе яғынан дөрөҫ төҙөлмәгән, сөнки унда икенсеһе беренсеһен юҡҡа сығарған түләнәсәк һәм күҙаллана һүҙҙәре бергә ҡуйылған. Ҡәтғи рәүештә белдергәнде шик аҫтына алыу килеп сыға түгелме? 

Көлөргәме, иларғамы?

Ҡәләм, һүҙ оҫталарының ҡайһы берҙәре үҙ мәҡәләһен уҡып ҡарамайҙыр, ә икенселәре һөйләгәнен ишетмәйҙер тигән уй тыуа. Шулай булмаһа, “Көлгәнгә — көлкө” рубрикаһына бирерҙәй һөйләмдәр осрамаҫ ине. Мәҫәлән: Алимент түләмәгәндәрҙе поездан сисеп алып ҡалалар. Бының урыҫсанан тура тәржемә икәне күренеп тора: снимают с поезда тигәнде башҡортса яҙырға маташҡан инде ул. Тағы бер миҫал: Башҡортостан телевидениеһының иң беренсе тапшырыуын ауыҙ итергә онотмағыҙ. Тапшырыуҙы нисек ауыҙ итеп, йәғни ашап ҡарап була икән? Тағы ла миҫалдар: 1.Ҡаршы килгән ауыр йөклө автомашинаға бәрелгәндәр. Был һөйләмде уҡығас, машинаны һәр кеше үҙенсә күҙ алдына килтереп көлгәндер. Дөрөҫө — ауыр йөк автомашинаһы. 2. Тағы ла беҙ зирәк рекламаға ҡолаҡ һаласаҡбыҙ. Реклама ла зирәк була икән!

Башҡорт теле дәүләт теле итеп уҡытыла!

Телебеҙҙә әллә ҡайҙан тамыры бул- ҡылымы булған, -араҡ ялғаулы (әйткәндәй, -араҡ тигән ялғау башҡорт телендә юҡ) булараҡ тигән һүҙ ҡалҡып сыҡты. Ул башҡорт теле буйынса һүҙлектәрҙең береһендә лә юҡ. Кемдәндер сыҡҡан был һүҙҙе уйлап-нитеп тормайынса эләктереп алғанбыҙ. Һөҙөмтәлә төбәгебеҙҙә дәүләт теле тип иғлан ителгән телебеҙҙе дәүләт теле итеп түгел, ә дәүләт теле булараҡ ҡына уҡытабыҙ. Булараҡ һүҙенең ҡурҡыуҙы, уңайһыҙланыуҙы, өҫтән-мөҫтән генә эшләй алыу мөмкинлеген аңлатҡанын һиҙеп, әсбаптарымда башҡорт теле дәүләт теле итеп уҡытылған мәктәптәрҙә тип яҙа башланым. Рәхмәт, башҡалар ҙа эйәрҙе. Ярай, урыҫ как государственный тип әйтһен, ә беҙ уны дәүләт теле итеп ҡарап, ҡыуанып эш итәйек: яҙайыҡ, уҡытайыҡ, ҙурлайыҡ, һанлайыҡ. 

Шулай ҙа булараҡ һүҙе күкрәп йәшәүен дауам итә. Миҫалдар: 1. …Ихсан Әбүбәкиров та полк командиры — баш есаул (майор дәрәжәһендә) булараҡ, үҙ һалдаттарына өлгә күрһәтеп ҡаһармандарса һуғыша… Бында булараҡ урынына мотлаҡ булып һүҙең ҡулланырға кәрәк, сөнки Ихсан Әбүбәкиров ул заманда уҡ полк командиры — баш есаул булған бит. Әлеге ваҡыттағыса майор чинында торған ҡаһарман кешенең дәрәжәһен төшөрөп, булараҡ ҡына тип һанарға ни хоҡуғыбыҙ бар? 

Икенсе миҫал: Шуға ла алыҫтан килтерелгән цитрустың ҡабығын аҙыҡ-түлек булараҡ ҡулланыуҙан тыйылырға кәрәк. Әлбиттә, башҡорт былай һөйләмәй ҙә, яҙмай ҙа. Ул … цитрустың ҡабығын аҙыҡ өсөн тотонмаҫҡа кәрәк, тип әйтә. 3. … йыйылма командаһы классификаторы булараҡ ҙур эш башҡара… 4. … һаулыҡ һаҡлау эштәрен ойоштороусы булараҡ хеҙмәт иттем. 5. … халыҡҡа танытыу эшен алып барған бина 1864 йылда Өфө губерна музейы булараҡ ойошторола. Туған теленең матурлығын һаҡларға, оҫталығын раҫларға тырышҡан ҡәләм оҫтаһы булараҡ урынына һуңғы һөйләмдә — итеп, ҡалғандарында булып һүҙен ҡуйыр ине.

Милләтеңде яратһаң...

Барыбыҙ ҙа план ҡороп, уның ваҡытын билдәләп йәшәргә өйрәнгән. Әммә ҡайһы берәүҙәр быны яҙа ла, һөйләй ҙә белмәй. Әйтәйек, башҡорт бер ваҡытта ла Һеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырабыҙ, 19 сәғәткә килегеҙ, улымдың туйы 14 сәғәттә башлана тип һөйләмәй. Ул үҙенең теләген түбәндәгесә әйтә: … киске сәғәт етегә килегеҙ; улымдың туйы көндөҙгө икелә башлана. Билдәле булыуынса, башҡорт телендә тәүлек эсендәге ваҡытты белдергән айырым һүҙҙәр бар. Улар – төн, таң, иртән, көндөҙ, кис. Башҡорт кешеһе ошо һүҙҙәргә 1-ҙән 12-гә тиклемге кәрәк һанды ҡуйып, ваҡытты белдерә лә ҡуя. Мәҫәлән: төнгө өс, таңғы биш, иртәнге һигеҙ, көндөҙгө ике, киске ете. 

Әлбиттә, һүҙ менән эш итеү ҙур оҫталыҡ талап итә. Бының өсөн, әлбиттә, иң тәүҙә халҡыңды, телеңде яратыу, уларҙың яҙмышына битараф булмау, боҙоуҙарға юл ҡуймау мөһим. Бына ошолар һине һөнәреңдең оҫтаһы итә ала. Ташҡа баҫылған, ауыҙҙан ысҡынған бер генә һөйләм дә уның авторы тураһында күпте һөйләй. Ошоно онотмаһаҡ ине.

М.Ғ.УСМАНОВА,

филология фәндәре докторы,

БДПУ профессоры.

30

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]