
- •Ташъядкәрҙең тексы:
- •Белге Утан Уҡымышлыһы яҙған ядкәр.
- •(36) Утылғклүрты : сбнтғ : йрсйзыдә : онтүмн : сүтрлты : тыр : олсбғсдп бглр : уҡопн
- •(41) Уҡорҡмдмз : сүңсдмз : утрдос : сдрә : бды : ййдмз : ҡғнын : утоутдмз : йбғосын : сдын
- •(46) Нтәйырҡы : суҡбслғсоғдҡ : бодн : уҡоп : клты : олкүнтә : тгты : түрк бодн : тмрҡпғҡә
- •(47) Тынсы оғлы йутғмәутғҡә : тгмсыды йукрмс : олйркә : бн былгә : утонуҡуҡ : тгрүткүчн
- •(48) Срғлутон : үрңкүмс : ҡызуҡодз : грытбы : ғыбоңсз : клүрты : ылтрсҡғн : былгсын үчн
- •(53) Рҡойҡрғоғ : олғрутдм : бснғмә : йғығ : клүрырртм ҡғнмн : сүлтдмз : тңры йрлҡзо
- •(59) Ылтрыс ҡғн : ҡзғнмср : йуҡртрср : бн үзм былгә утонуҡуҡ : ҡзғнмср : бн йуҡртмср
- •(61) Ылтрс ҡғн : былгә утонуҡуҡ : ҡзғнтуҡ үчн : ҡпғн ҡғн : түрксыр бодн : йорыдуҡыбо
- •(62) Түрк былгә : ҡғн : түрксыр боднғ : оғз боднғ : ығдүолрор
- •Селенга ырын яҙыуҙары оло һәм кесе яҙыуҙарҙың хәҙерге әҙәби телебеҙгә иркен күсерелеше
- •2. Кесе яҙыу
Йыһат Солтанов
Төрк ҡағанаты (552 – 745 йй.) заманынан ҡалған Силәнгә -- Өргөн (Селенга – Орхон) ырын (рун) яҙмалы ядкәрҙәрҙең1 хәҙерге башҡорт алфавитына эҙмә-эҙ күсерелеше.
Башҡаларым кеүек үк, байтаҡ йылдар элек яҙылған әҫәр был; уға тотонорға мине, әҙәбиәтсене, дөйөм мәҙәни мохтажлыҡ мәжбүр ҡылды. Эш шунда: бабаларыбыҙҙың атаҡлы ырын-ядкәрҙәрен әлегәсә төрки телле ғалимдарҙан һәм бигерәк тә башҡорттарҙан (һәй, үкенес!) туранан-тура уҡып ҡараған һәм әлеге заман алфавитына теүәл итеп күсереп яҙған инсан юҡ: бөтәһе лә иҫке төрки телгә генә нигеҙләнеп эш иткән, башҡорт телен иҫәпкә алмаған атаҡлы урыҫ ғалимы С.Е. Маловтың (1880 – 1957) билдәле өс хеҙмәтенән һәм шул ғалимдан туҡланыусы мәшһүр И.В. Стеблеваның “Поэтика древнетюркской литературы и ее трансформация в ранне-классический период” тигән китабынан күсереп шөғөлләнә -- шул арҡала ҡайһы бер етешһеҙлектәр үрсеп китә.
Милләтем ҡанбабаларының ядкәрҙәрен йәш быуын милләттәштәрем туған телебеҙ ҡыҫаларында ырындарҙан туранан-тура уҡыһын, уҡырға өйрәнһен, тип, ырын яҙыулы текстың нумерланған һәр юлын нәүбәте буйынса айырым күсереп, аҫтына шул уҡ нумер менән бөтә ырын-хәрефтәрен теүәл рәүештә бөгөнгө башҡорт хәрефтәренә әйләндереп яҙҙым, аҫтараҡ текстың бөгөнгө башҡорт телендәге уҡылышын өҫтәнем. Ырын яҙыу уңдан һулға ҡарай уҡыла, һүҙҙәр бер-береһенән ике нөктә (:) менән айырыла.
“Ырын” (рун, руна) – ғәзиз бабаларыбыҙҙың ағасҡа йә ташҡа ырып яҙыу ысулы ул (башҡорт кешеһе әлегәсә ағасҡа ырып биҙәк һала йә яҙа, былар “ырын” тип атала). Үҫәргән башҡорттарының Әсә-Бүрегә табыныусы Әсинә2 йәки Ашина тармағы3 нигеҙләгән Бөйөк дәүләтебеҙ Төрк ҡағанаты (552 – 745) заманында Силәнгә4 йылғаһы (көньяҡлап Байҡал күленә ҡоя) буйында Белге Утан Уҡымышлыһы (бәғзеләр уны “Тоньюкук” тип уҡый) хөрмәтенә һәм Өргөн йылғаһы (Силәнгәгә ҡоя) буйында Көли5-туған6 (731 йылда үлгән) батыр иҫтәлегенә уларҙың зираттарына 717 – 718 йылдар арауығында ҡуйылған ядкәрташтар шул заман бабаларыбыҙҙың тарихын һәм яҙыу өлгөһөн иң ҙур текстар рәүешендә беҙҙәргә килтереп еткергән иң ҡиммәтле ҡомартҡылар булып тора (ҡағыҙға яҙылған ырын хәрефле китаптарыбыҙҙы, “яҙыҡ” йәғни “яҙыулы” мәжүси дин доғалары һанап, ғәрәп баҫҡынсылары юҡ итеп бөтөргән).
Билдәле булыуынса, Ашина йәғни Үҫәргән ырыуы баһадиры Быуман7 552 йылда үҙен дәүләт башлығы – ҡаған тип иғлан ҡыла ла тирә-яғындағы ырыу-ҡәбиләләрҙе үҙ ҡулы аҫтына бөрөү өсөн ныҡышмалы һуғыштар алып бара. Һөҙөмтәлә 555 йылға тиклемге көрәштәрҙә бөтә Үҙәк Азия, тип әйтерлек, яулап алына, 571 йылда иһә Төрки ҡағанат сиктәре көнбайышҡа табан Урта Азиялағы Амударъяғаса киңәйә. Әммә эске ҡаршылыҡтар һәм көньяҡ ҡырыйҙағы яуыз дошман Ҡытай ҡотҡоһо арҡаһында ҡағанатта ырыу-ҡәбилә ара болғаныштар (582 – 603) ҡубынып, берҙәм дәүләтебеҙ үҙ-ара дошманлыҡлы ике өлөшкә -- Көнсығыш Төрки ҡағанат (Үҙәк Азияла) һәм Көнбайыш Төрки ҡағанат (Урал – Урта Азияла) бүленә.
630 йылда Ҡытай менән һуғышта төркиҙәр еңелеп, ярты быуат буйына Ҡытайға буйһоноп йәшәй. 681 йылда Ҡотлоҡ хан етәкселегендә халыҡ Ҡытай ҡоллоғона ҡаршы баш күтәреп, Көнсығыш Төрки ҡағанат ҡабат тергеҙелә. 693 йылда8 был Ҡотлоҡ хан үлгәс, урынына ултырған ағаһы Мышы9 үҙен Ҡапаған10 ҡаған (693 – 716) итеп иғлан ҡыла, уның заманында Көнсығыш Төрки ҡағанат сиктәре ҡабат Манчжуриянан алып Сырдаръяғаса киңәйтелә, төрки алғасҡылары Сәмәрҡәндкәсә барып етә, ләкин ғәрәптәрҙән еңелә (712 – 713).
Ҡапаған ҡағандан һуң тәхеткә ултырған уның улы Юллыҡтуған, Төрк Белеге ҡаған (716 – 734) ләҡәбен алып, дошман Ҡытай һәм уның берләшмәндәренән дәүләтте ҡурсалау өсөн, үҙенең бер туған ҡустыһы – данлы яу башлығы Көли-туған менән бергә бер туҡтауһыҙ яу йөрөй, бик күп дәһшәттәрҙе еңеп сығалар.
Төрки ҡағанаттың иң ҡурҡыныс һәм төп дошманы, әлбиттә, тарихи әҙәбиәттә (минеңсә, ырындарҙы яңылыш уҡыу арҡаһында) “табгач”11 тип йөрөтөлгән Ҡытай империяһының хакимлыҡ итеүсе “Төньяҡ Вэй” (“Северная Вэй”) династияһы (батшалар нәҫеле) ул. Шуныһы бик ғибрәтле: Утан12 тигән был дәһшәтле Ҡытай империяһын, ундағы саф ҡытай династиялы “Һуңғыраҡҡы Йән” (“Поздняя Янь”) дәүләтен 397 йылда тар-мар ҡылып, Ҡытай йылъяҙмаларында “сяньби”13 тип яҙылмыш үҙебеҙҙең Үҫәргән башҡорттары нигеҙләгән, тәхетендә беренсе император булып шул Үҫәргән башҡорттарының юлбашсыһы Тоб Ағай (ҡытайса Тоба Гуй) уҙаман ултырған; был иһә уның ата-әсәһе ҡушҡан исеме түгел, ә тап хәҙерге башҡорттағы “ил ағаһы”, “ил-аға”, “ил-ағай” тигәнебеҙсә, ололап та хөрмәтләп әйтелмеш ләҡәп булып тора (бында хәҙерге “ил” һүҙен “туб” йәғни тупланмыш халыҡ, түбә һүҙе алмаштырған). Уға дәүләт төҙөшкән һәм империяның етәкселек ҡатламын хасил иткән башҡорт ҡәрҙәштәре лә тап шул ләҡәп буйынса, уның кешеләре рәүешендә, ләҡәбенә исем яһаусы –с ялғауы ҡушылып, Тоб Аға-сы (тобағасы, табғас, табғач) тип йөрөтөлгән дә ырынлы ядкәрташҡа ла шулай яҙылған, тигән фараз бар. Шул уҡ ваҡытта ырын яҙыуҙарҙағы “утбғч” йәки “тбғч” һүҙен “утбағыусы” тип уҡыу алымы ла билдәле, был юлдарҙың авторы ла шул алымды ҡуллана. Табғастарҙың тәүге быуын ғүмерендә улар империяның ҡытай этнослы чиновниктарын, дер-һелкетеп, тап сяньби-үҫәргәнсә (төркисә) һөйләшергә, кейенергә, аш-һыу яраштырырға һәм йола тоторға мәжбүр иткәндәр, император һарайында “үҫәргәнлек” шәп модаға әүерелгән. Әммә сяньби-үҫәргәндәр (йәки табғастар) был дәүләт халҡының егерме процентын ғына, ә ҡытайҙар һикһәнен тәшкил иткәнлектән, өсөнсө быуын ғүмерендә үк төркиҙәр ҡытайға әүерелгәндәр ҙә Төрки ҡағанатының ҡан дошмандарына әйләнгәндәр...
“
Бына ҡайһы замандарҙан уҡ телдән-телгә килеп етеп, хәҙер инде “Ҡаһым түрә” тип аталған йырыбыҙға күсерелеп, рухыбыҙға ҡеүәт бирә ул ҡурай! Әгәр “Ҡаһым” урынына “Тобағай” (Тоба Ағай”) тип йырлаһаҡ, йәбешә лә ҡуя үҙенә:
Тобағай менгән һоро юрғаның, вай, кем,
Маңлайында булыр урайы.
Тобағай түрә фарман биргән саҡта, вай, кем,
Уң ҡулында булыр ҡурайы.
Бер нәмә лә юҡтан бар булмай һәм барҙан да юғалмай!
* * *
Инде Белге Утан Уҡымышлыһы яҙған ядкәрҙең таштаҡтанан күсермәһе (иң элек ғалимдар төҙөгән алфавиты):
Ташъядкәрҙең тексы:
Артабан -- ядкәрҙең ырын хәрефтәрҙән минең тарафтан бөгөнгө башҡорт алфавитына туранан-тура күсерелеше; номерланған һәр юл аҫтына бөгөнгө башҡорт телендә яҙылышы бирелә. Төп нөсхәләге һүҙҙәрҙе айырыусы ҡуш нөктәләр бөгөнгө башҡортсаға күсермәһендә лә үҙ урындарына ҡуйылды, ә мин өҫтәгән тулыландырыусы аңлатмалар йәйәләр эсенә алынды.
Белге Утан Уҡымышлыһы яҙған ядкәр.
былгә : утон уҡуҡ : бн үзм : утбғч ылңә : ҡылнтм : түрк бодн : утбғчкә : ҡүрр рты
(1) Белге14 : Утан15 (Тан дәүләте) Уҡымышлыһы : мин үҙем : утбағыусы16 илендә : ҡылындым (белем алдым), : төрк17 бөтөнө (халҡы) : утбағыусыға : ҡарар ине.
турк бодн : ҡнын болмйн : утбғчдә : дрлты : ҡнлнты : ҡнын уҡодп : утбғчкә : йнә ычкды : тңры : нчәтмсрнч : кнбртм :
(2) Төрк бөтөнө (халҡы) : ҡанун белмәй ине, : утбағыусыла (Утан дәүләтендә) : терелде, : ханланды. : Ханына уҡ атып, : утбағыусыға : йәнә ышыҡланды (буйһондо), : Тәңре анса (шул саҡ) тимеш (әйтмеш) ине: : “Көн бирҙем, :
ҡнңн : уҡодп : ычҡдң : ычҡдҡ үчн : тңры : үлтмсрнч : түрк бодн : үлтылҡнты : йуҡ болты : түрк : сыр бодн : йрынтә :
(3) (ләкин) ханыңа : уҡ атып : ышыҡланыуың (Ҡытайға буйһоноуың) өсөн : Тәңре : үле итмеш ине”. : Төрк бөтөнгә (халҡына) : үләт алҡынды, : (ул) юҡ булды, : төрк : сыр18 бөтөнө (халҡы) : ерендә :
бод ҡлмды : ыдәт шдә : ҡлмсы : уҡобрнп : йты йүз болты : кы үлгы : тлғ рты : быр үлгы : йдғ рты : йты йүз : кысыг :
(4) бөтәһе ҡалманы, : ыҙалы эштә (Ҡытай ҡоллоғонда) : ҡалмышы : ҡубарынып : ете йөҙ (һуғышсы) булды, : ике өлөшө : атлы ине, : бер өлөшө : йәйәүле ине. : Ете йөҙ : кеше, :
(5) одзғмә : олғы : шд рты : йғлтыды : йғмсыбн ртм : былгә утон уҡуҡ : ҡғнмоҡысйын тдм : сҡнтм : торуҡ боуҡлы : смз боуҡлы : әрҡдә
(5) ул мәлдә : олоһо : шад19 : ине, : (ул) “йыйылығыҙ!” тине, : йыйыусыһы мин инем -- : Белге Утан Уҡымышлыһы. : “Ҡаған ымы20 ҡушайым, тинем; : һағындым (уйландым): : “Тороҡ (арыҡ) буғаны (үгеҙҙе), : һимеҙ буғаны (үгеҙҙе) : (бер ҡарау) арҡылы
(6) былср : смз боуҡә : торуҡ буҡә тйн : былмз рмс тйннчә сҡынтм : нтә кысрә : тңры : былг бртк үчн : үзмк : ҡғн ҡысдм : былгә утон уҡуҡ : бойлә бғәутрҡн
(6) белерҙәр: : “һимеҙ буға (үгеҙ)”, : “тороҡ (арыҡ) буға (үгеҙ)” тиеп; : (ә был) белмәҫ имеш тиеп анса (шунса, шундай) һағындым (уйландым)21. : Шундай кисерештә : Тәңре : белек (белем) биргәне өсөн : үҙем үк : (уға) ҡаған (тип) ҡуштым, : Белге Утан Уҡымышлыһы -- : буйлы (нәҫелле) буға-тархан (менән)
(7) бырлә : ылтрс ҡғн : болйн : брйә :утбғчғ : үңрә ҡытнғ : йырйә оғзғ : үкск : үлрты : блгсы : чбсы : бнкртм : чогй ҡозын : ҡрәҡомғ : олрор :ртмз
(7) бергә Илтиреш22 ҡаған : булайың (бул). : Барҙыҡ (һөжүм иттек) : утбағыусыға (Ҡытайға); : һуңынан ҡытанға (киданьгә, йәғни ҡатай-көҙәнгә); : йөрөнөк : уғыҙға, : ул кешеләрҙе : үлтерҙек. : Белгесе, : кәңәшсеһе : мин инем. :Соғай ҡоҙоғонда, : Ҡараҡомда : ултырыр (йәшәр) инек беҙ.
(8) кйк йыйү : тбсғн ййү : олрор ртмз : бодн : боғзы : туҡ рты : йғмз : тгрә : очуҡтг рты : быз : сғ : ртмз : нчә олрррыҡлы : оғзднтн : күргклты
(8) Кейек ейеп (ашап), : ҡуян ейеп (ашап) : ултырыр (йәшәр) инек беҙ. :Бөтөн (халыҡ) : боғаҙы : туҡ ине, : яғыбыҙ-тирә (тирә-яғыбыҙ) : асыға ине, : беҙ : һау : инек беҙ. : Анса (шул саҡ) ултыраҡлы : уғыҙҙан төндә : күрегебеҙ (күҙәтсебеҙ) килде (ҡайтты).
(9) күрг сбынтғ : тоҡз оғз : бодн үзә : ҡғн : олртырыр : утбғч ғро : уҡон ысңүнг : ыдмс : ҡытн ғро : тоңрәсмғ : ыдмс : сбнчә ыдмс : з ҡнә : түрк бодн
(9) Күрег (күҙәтсе) һөйләне: : туғыҙ уғыҙ23 : бөтөндән (халҡынан) өҫтә : ҡаған : ултырыр, : утбағыусы (Ҡытай) ҡоро (беҙгә ҡаршы): уғын, һөңгөһөн (тоҫҡаған тип) : әйтмеш, : ҡытан (ҡатай-көҙән) ҡоро : Тәңреһе – маг (тип) : әйтмеш; (ул) һүҙенсә әйтмеш: : “Аҙ ғына : төрк бөтөнө (халҡы)
(10) йорыйр рмс : ҡғны : лп рмс : йғочысы : белгә рмс : ол ҡы ҡысы : бррср : сыны тбғчғ : үлүртчы : тырмн : үңрә ҡытнғ : үлртчы : тырмн : быны оғзғ :
(10) йөрөйҙөр имеш, : ҡағаны : алып (батыр) имеш, : яусыһы -- : Белге имеш; : ул ике кеше : абарыр (алып барған, етәкләгән) сыр (үҫәргән халҡы) : һине – утбағыусыны : үлтерәсәк, : тирмен; : һуңыраҡ ҡытанды (ҡатай-көҙәнде) : үлтерәсәк, : тирмен; : мине – уғыҙҙы :
(11) үлтртчыҡ тырмн : утбғч : брднйнтг : ҡытн : үңднйнтг : бн йырднтйн : түрк сыр бодн : йрынтә : ыдыйөрмзон : осрыдый уҡҡыслм :
(11) үлтерәсәк, тирмен; : утбағыусы (Ҡытай) -- : биредән-яндан, : ҡытан (ҡатай-көҙән) -- : уңдан-яндан, : мин – (ошо) ерҙән : тегәйек (ҡамайыҡ); : төрк сыр (төрк Үҫәргән) бөтөнө (халҡы) : ерендә : ыҙалап йөрөмәһен: : осорайыҡ уҡ ҡыҫылымын! –
(12) тырмн : ол сбғ : сдп : түн одсҡм : клмды : күнтз : олрсҡм клмды : нтә үтрү : ҡғнмә үтнтм : нчә үтнтм : утбғч : оғз : ҡытн : бо чгү : ҡбср
(12) тирмен”. : Ул һабаҡты (һүҙҙе) : ишетеп : төн оҙоно йоҡом : килмәне, : көндөҙ : алыр йоҡом килмәне. : Анда (шунда) ултырып : ҡағанымдан үтендем, : анса (ошолай) үтендем: : “Утбағыусы (Ҡытай), : уғыҙ, : ҡытан (ҡатай-көҙән) -- : был өсәү : ҡауышыр
(13) ҡлтчы бз : үзчы : тсн : тотмстгбыз : йойҡ әрклг : топлғлы очзрмс : йнчгә рклг : үзглы очз : йойҡә : ҡлн болср : топлғ олуҡ : лпрмс : йнчгә
(13) ҡылынһа, беҙ : Уҙасы : Ташын : тотмаҫтайбыҙ; : Яйыҡ арҡылы : Тубылғылы (Тобол) осона уҙырбыҙ, : Йәнәсәйгә арҡылы : уҙғалы осто уҙа (килә) : Яйыҡҡаса ҡалын (көр) булышырлыҡ, : тупланырлыҡ : алыптарбыҙ : имеш; : Йәнәсәйгә
(14) йоғн болср : үзглклылпрмс : үңрә : ҡытндә : брсә : утбғчдә : ҡорйә : ҡорднтә : йырйә : оғздә : кыүчбың : сүмз : клтчмз : брмонә : нчә үтнтм :
(14) яғына(са) булышыр : уҙғалыҡлы алыптарбыҙ имеш. : Һуңыраҡ : ҡытанда (ҡатай-көҙәнгә) : барып, : утбағыусыла (Ҡытайҙа) : ҡор өйө : ҡорҙоҡ та : йөрөнөк : уғыҙға. : Ике-өс мең : һум үҙ ҡалтасыбыҙҙа (финансисыбыҙҙа) : бар мына. : Анса (шул саҡ) үтендем:
(15) ҡғнм : бн үзм : былгә утон уҡуҡ : үтнтк... : үтнчмн : сдүбрты : күңлкчә : одзтды : күкүңг : йоғро : үткн йысғро : одзтм : ынғк клкн : тоғлдә : оғз клты :
(15) ҡағаным, : мин үҙем -- : Белге Утан Уҡымышлыһы -- : үтендек (Тәңрегә), : үтенесемде : ишетә бирҙе (тыңланы), : күңелеңсә (күңелең теләгәнсә) : ут (кисеп) уҙ, тине. : Күк Үңгә -- : Юғары : Үтәгән яҫыһынаса : ут уҙҙым, : Ингәк Ҡалҡан : таулыла : уғыҙ (ҡаршы) килде -- :
(16) сүсы үч бың рмс : быз : кыбың : ртмз : сүңсдмз : тңры : йрлҡды : йндмз : үгзкә : түсды : йндуҡ йолтә : ймә : үлтыкк : нтә үтрү : оғз уҡын : клты
(16) һуғышсыһы (ғәскәре) өс мең ир имеш. : Беҙ -- : ике мең : инек беҙ, : һуғыштыҡ беҙ. : Тәңре : ярлыҡаны -- : еңдек беҙ, : (улар) йылғаға : төштө (батты). : Еңдекле (еңеүле) юлда : йәнә : үлтерештек: : анда үлтерергә : уғыҙ уҡсылары : килде
(17) клүртмк : түрк боднғ : үткн йркә : бн үзм : былгә утон уҡуҡ : үткн йрг : уҡонмс тйн : сдп : брйкы : бодн : укорйҡы : йырйҡы : үңркы : бодн клты
(17) Килертамаҡҡа -- : төрк бөтөнгә (халҡына), :Үтәкән ергә. : Мин үҙем, : Белге Утан Уҡымышлыһы, : Үтәкән ергә : ҡунмыш (туҡталған икән) тип : ишетеп, : бар яҡтың : бөтөнө (халҡы) -- : уғыр яғы, : йыр(аҡ) яғы, : уңғар яғы : бөтөнө (халҡы) килде. :
(18) кыбың ртмз : бызкысүболты : түрк бодн : олрғлы : түрк : ҡғн : олрғлыснтоңблҡә : тлойүгзкә : тгмс йоҡрмс : ҡғнмә : үтнп : сүлтдым
(18) Ике мең инек беҙ -- : беҙ ике сү24 (ғәскәр) булдыҡ. : Төрк : бөтөнө (халҡы) : ултырғалы (ултырған), : төрк : ҡаған : ултырған Сынтоң ҡаланан : Атулай25 ыуыҙғаса (һыуынаса) : теймеш (барып етеү әмәле) юҡ имеш. : Ҡағанымдан : үтенеп : сү (ғәскәр) илттем,
(19) снтоң блҡә : тлой үгзкә : тгүртм : үч отз блҡ : сыды : осын бонтто : йортдә : йт оҡл оррты : утбғч ҡғн : йғмз рты : он уҡ ҡғны : йғмз рты :
(19) Сынтоң ҡалаға, : Тулай ыуыҙға : тейгерҙем (еткерҙем), : утыҙ өс : ҡаланы : сыйҙым (емерҙем . : Осын : мең тотоғо : йортонда : ете : уғылы (улы) : тора ине. : Утбағыусы (Ҡытай) ҡағаны -- : яуыбыҙ (дошманыбыҙ) ине. : Ун уҡ26 ҡағаны -- : яуыбыҙ (дошманыбыҙ) ине. :
(20) рутуҡ : ҡырҡз : күчлг ҡғн : йғмз болты : олүч ҡғн : үглсп : лутон йысүзә : ҡбслмтмс : нчәүглсмс : үңрә түрк : ҡғнғро : сүллмтмс : ңросүлмср : ҡчнңрср : оләзнә :
(20) Артыҡ (артабан) : ҡырғыҙ : Көслөк ҡаған : яуыбыҙ (дошманыбыҙ) булды. : Ул өс ҡаған : өйөлөшөп (уҡмашып) : Алтын яҫыла : (беҙҙе) хәбес (әсир итеп) алам, тимеш -- : анса уйлашмыш (шулай уйлашҡандар). : Һуңыраҡ төрк : ҡаған ҡорона : сү (ғәскәр) илтмештәр. : “Аңар (әгәр) сү (ғәскәре) үлмәһә, : ҡасан да әрсер : ул беҙҙе: :
(21) ҡғн ылп рмс : йғочысы былгә рмс : ҡлнңрср : үлртсыкк : үчгүн : ҡбсп : сүллм : ныйуҡҡыслм : тмс : түргс : ҡғн : нчәтмс : бнң бодңм нтә рүр : тмс :
(21) ҡағаны алып имеш, : яусыһы (яу башлығы) Белге имеш -- : (ятып) ҡалһаң әрсер : үлтергәнсе. ; Өсөбөҙ : ҡауышып, : сү (ғәскәр) алып, : аны юҡ иткәнсе ҡыҫайыҡ!” : тимеш (тигәндәр). : Түргеш : ҡаған : анса (ошолай) тимеш (тигән): : “Минең бөтөнөм (халҡым) анда йөрөр, -- : тимеш (тигән). -- :
(22) түрк бодн ймә болғнч олтмс оғз ыймә : утрҡнч олтмс : олсбын : сды : түнймә : одсҡмҡлмзрты : олрсҡм : ҡлмзрты нтә сҡнтмә:
(22) Төрк бөтөнө (халҡы) өйөмә болғаныс ул”, -- тимеш (тигән). Уғыҙ: “Өйөмә : ытырғаныс ул”, -- тимеш (тигән). : Ул һүҙен : ишетеп : төн буйына : күҙемә йоҡом килмәҫ ине, : алыр йоҡом : килмәҫ ине – шундай һағышландым... :
(23) ...ә : сүллм... тдм : күгмз : йолы : бррмс : утомстйнсды : бойолон : йорыср : йрмчытдм... йрчытлдм : чүлгызры : болутм
(23) ...ә : сү (ғәскәр) алайыҡ... тинем. : (Ҡағанымдың:) “Күгебеҙ : юлынан : барырбыҙ, : үтербеҙ”, -- тигәнен ишетеп: : “Был юлдан : йөрөшөргә : ярамаҫ”, -- тинем... ерсе (юл күрһәтеүсе) теләнем, : сүлгиҙәре : булдым
(24) үзм : зйырм... ныблм... рмс : бырутороуҡы : рмс : нынбрмс : ңрйутп : бырутлғбрмстйн : олйолн : йорср : ончтдм : сҡнтм : ҡғнмз
(24) үҙем. : “Эҙ-йөрөм... аны беләм... имеш, : бер ултыраҡлы (ер) имеш, : (юл) шунан бармыш. : Аңарға (шуға) етеп, : (унда) бер утлыҡ (үләнлек) бар имеш, тинем. -- : Ул юлды : йөрөү зерә : йонсотҡос”, -- тинем, : һағындым (һағышландым, уйландым). : Ҡағаныбыҙға
(25) үтнтм : сүйорыутнчм : утлут : тдм : ҡтрмлкчә: оғрҡлутдм : утүзә : бнтрәҡрғ : скдм : йукро : утйтәйдғн : ығчутоутно : ғуторутм : үңрәкыр :
(25) үтендем, : сү (ғәскәр) йөрөтөү үтенесемде : үтәлдерт, : тинем. : Аҡтирмәлегәсә : арҡылы үттем, : ут (үләнлектән) уҙып, : мин туры ҡараға (ҡырлаға) : сыҡтым. : Юғары : Үтәйҙә ятҡан : ағасҡа тотона(-тотона) ығылдырттым (уҙҙыртым). : Һуңыраҡ ҡырланан :
(26) йоғро тгрп ыбырғп : сдмз : йобло : ынтмз : онтүнкә : йнткә : утоғбырү : брдмз : йрчы : йрйңлп : боғзлнты : боңды : ҡғн : йлүкртмс
(26) йүгерә-тәгәрәп бырағып : остомоҙ (остоҡ беҙ), : яулы(ға) (һуғышҡа) индек беҙ; : көн-төн йәнүтке (йәнгә үткес) : ут-уҡ бәреп : барҙыҡ беҙ; : ерсе (ерҙе белеүсе, юл күрһәтеүсе) : ер яңылышып : боғаҙланды. : Моңло ҡаған: : “Елегеҙ көр!” – тимеш.
(27) нысобғ : брлм : олсоб уҡ оды : брдмз : снғлы : түсүртмз : утғ : ыҡә : бйорртмз : күнймә : түнймә : йлү : брдмз : ҡырҡзғ : окәбсдмз :
(27) Аны-һыуға (Аму-даръяға) : баралым (барғаныбыҙҙа) : ул һыуыҡ ине. : Барҙыҡ беҙ. : Һанарға (ғәскәрҙе) төшөрҙөк (аттан) беҙ, : аттарҙы : ышыҡҡа : ҡуйырға бойорҙоҡ беҙ. : көнмө, : төнмө -- : елеп барҙыҡ беҙ : ҡырғыҙға, : йоҡлағанында баҫтыҡ беҙ. :
(28) сүңгн : чдмз : ҡны : сүсы : трлмс : сүңсдмз : снчдмз : ҡнын : үлртмз : ҡғнкә : ҡырҡз : бодны : чҡды : йкнты : йнтмз : күгмнйысғ : брү : клтмз :
(28) Һөңгөләп : (юл) астыҡ беҙ, : ханы, : һуғышсылары : тирелмеш (эркелде), : һуғыштыҡ беҙ, : сәнстек беҙ, : ханын : үлтерҙек беҙ. : Ҡағанға : ҡырғыҙ : бөтөнө (халҡы) : сүкте, : йөгөндө (теҙләнде) -- : еңдек беҙ. : Күгмән яҫыһына : барыу : ҡылдыҡ беҙ, :
(29) ҡырҡздә : йнтмз : түргс ҡғнтә : күргклты : сбнтг : үңднҡғнғро : сүйорылмтмс : йормср : бызны : ҡғнылпрмс : йоғычысы : белгә рмс : ҡчнңрср
(29) ҡырғыҙҙы : еңдек беҙ. : Түргеш ҡағандан : күрег (күреүсе, темеҫкен) килде, : сабы (һүҙе) шундай: : “Уңдан ҡаған ҡорона : сү (ғәскәр) йөрөтәм, -- : тимеш. -- : Йөрөтмәһәк : беҙҙе... – ҡағаны алып имеш, : яусыһы (яу башлығы) : Белге имеш -- : ҡасһаҡ әгәр :
(30) бызны : үлртчыкк : тмс : түргыс ҡғны : утсҡмстыды : он уҡ бодны : ҡлысз утсҡмс : тыр : утбғчсүсы : бррмс : олсбғ : сдп : ҡғнм : бнбгрү : түсйынтыды :
(30) беҙҙе үлтерәсәк”, -- : тимеш. : Түргеш ҡағаны : үтә сыҡмыш (юл үтергә сыҡты), тине; : ун уҡ бөтөнө (халҡы) : көллөһө лә (юл) үтергә сыҡмыш, : тир; : утбағыусы (Ҡытай) сүе (ғәскәре лә) : бар имеш. : Ул һабаҡты (һамаҡты йәки һүҙҙе) : ишетеп, : ҡағаным: : “Бән (мин) өб (өй) ҡырына : төшәйем (ҡайтайым)”, -- тине -- :
(31) ҡутон : йуҡ блмс рты : ныйоғлутйынтды : сүбрң : тыды : лутонйысдә : олрң тды : сүбсы : ынлҡғн : утрдоссд : брзон : тды : былгә утон уҡуҡә : бңә : йды :
(31) катыны юҡ булмыш (вафат булған) ине, : “аны йоҡлатайым” (ерләйем), тине. : Сү (ғәскәр) менән барың, : тине. : Алтын яҫыла : ултырың (туҡтал), тине. : Сү (ғәскәр) башы (булып) : Инәл ҡағандың : Утордос саты (батша улы, принц) : барһын, : тине. : Белге Утан Уҡуҡҡҡа -- : миңә : әйтте, :
(32) босүглт : тыды : ҡыйнғ : күңлңчәй : бнсңә нәййын : тыды : клррср : күр : үклүр : клмзрср : тылғсбғлыолор : тыды : лутон йысдә : олрутмз :
(32) был ғәскәрҙе илт, : тине. : Ҡыйна (туҡма) : күңелеңсә, : мин һиңә (башҡаса) ни әйтәйем, : тине. : Килер иһә ир(ҙәр) -- : ҡор ығылыр (йыйылыр); : килмәҫ иһә ир(ҙәр) -- : телле-һабаҡлы (һүҙле, мәғлүмәтле) булып ултыр : тине. : Алтын яҫыла : ултырҙыҡ беҙ. :
(33) үчкүргкысыклты : сбы : быр : ҡғн ысү утсҡды : он уҡ сүсы : ҡлысз : утсҡды : тыр : йрсйзыдә : тырллмтмс : олсбғсдп : ҡғнғро : олсбғыутм :ҡнтйнсбғйнә
(33) Өс күрег (күреүсе, күҙәтсе) кеше килде, : һүҙе : бер: : “(Тегеләрҙең) ҡағаны ғәскәре (менән) юл үтә сыҡты, : ун уҡ ғәскәре : көллөһө лә : юл үтә сыҡты”, -- : тир. : “Ярыш яҫыла : тиреләйек (йыйылайыҡ)”, -- тимеш. : Ул һабаҡты (һамаҡты, һүҙҙе) ишетеп, : ҡаған ҡырына : ул һабаҡты (һүҙҙе) еткерҙем: : “Ҡалайтайым?” Һабағы (һүҙе) йәнә
(34) клты : олрңтыйн : тмс : йлмә : ҡрғо : дгүты : орғл : бсутмә : тмс : бүг ҡғн : бңро : нчәйыдмыс : пәутрҡғнғро : чрәсб : ыдмс : белгә утонуҡуҡ : нығол : үзол : ңлр
(34) килде: : “Ул урыныңа тейен (шул урыныңда ҡал), -- тимеш. -- : Елмә (шәп атлы) ҡорҙо : үткәртеп (йөрөтөп) : ырғыл, : (үҙеңде) баҫтыртма”, -- : тимеш. : Бөйөк ҡаған; миңә : анса (шулай тип) әйтмеш. : Апаһы тархан27 ҡырына : серле һүҙ : әйтмеш: : “Белге Утан Уҡымышлыһы : аныҡ (аңлы) ул, : үҙе ул : аңлар. :
(35) сүйорылм[тдчы] : онәмң : олсбғсдп : сүйорыутдм : лутон йысғ : йолсз нсдм : ртсүгзг : кчгсзн : кчдмз : түн ҡутдмз : болчоҡә : утңүнтрү : тгдмз :
(35) Сү (ғәскәр) йөрөлтмә тиеүсене : өнәмәң”. : Ул һүҙен ишетеп, : сү (ғәскәр) йөрөттөм : Алтын яҫынан. : Юлһыҙ – аны (юлды) астым, : Иртыш ыуыҙғаса (һыуғаса), :кисеүһеҙ – аны кистек беҙ, : төн киттек беҙ : Балсыҡҡа, : таңында туры : тейҙек (еттек) беҙ. :