
- •Тауыш ишетелә: “Гөлбикәү, Зөләйха, әйҙәгеҙ, әйҙә. Ҡайтыу яғына ынғайлағыҙ!”
- •Ҡулына бер ус мәтрүшкә тотҡан Зөбәйер килеп инә.
- •Зөбәйер сыға. Бер аҙҙан Аллағыуат менән бергә килеп инә. Ҡулында мәтрүшкәһе бар.
- •Шәриф менән Сәлим бер-береһенә ҡарашып ала. Бер ни ҙә өндәшмәйҙәр.
- •Барыһы ла сыға.
- •Сәлим менән Шәриф урман юлынан үҙҙәре йыйыла торған йәшерен ҡыуышҡа китеп баралар. Ҡыуышта уларҙы Хәмит көтөргә тейеш.
- •Уң яҡтағы ҡыуаҡтан ҡыҙыу атлап Хәкимйән менән Шәриф сыға.
- •Хәкимйән менән Шәриф соҡор янына киләләр.
- •Йүгереп сығып китә.
- •Хәкимйән соҡор өҫтөндәге ағастарҙы ала башлай.
- •Аллағыуат инә. Ҡулында һыулы биҙрә.
- •Аллағыуат Шәриф артынан килеп арҡан осон тота. Арҡан тартыла.
- •Сәлим менеп етә. Ҡыуаҡ артынан шыуышып килеп сыға. Салауат биҙрәне алып сәхнә мөйөшөнә бара.
- •Салауат сәхнә ситендә сысҡан ауларға әҙерләнә. Башындағы түбәтәйен ҡулына тотҡан. Аллағыуат икенсе тишеккә һыу ҡоя. Бер аҙҙан.
- •Улар шулай һөйләшә-һөйләшә алыҫлашалар. Сәхнә ҡаранғылана. Бер аҙҙан кире яҡтыра башлай.
- •Яны көн башланыуын белгертеп, ҡоштар һайраша. Сәхнәгә Хәким менән Шәриф сыға. Улар бөгөн ҡыҙҙарҙың еләккә сыҡҡанын ҡарауылларға тейеш. Шуға яланға алдараҡ сығып йәшенеү өсөн килгәндәр.
- •Бер мөйөштән тирә-яғына ҡаранып Зиннәт килеп сыға. Туп-тура Хәким янына килеп күрешә, Шәрифкә баш ҡаға.
- •Шәриф бирелеп китеп ерҙән еләк сүпләп ашай башлай.
- •Малайҙар икенсе ҡыуаҡ яғына әйләнәләр. Шул саҡ ул ҡыуаҡ артынан да бүре олоған тауыш ишетелә. Малайҙар туҡтай. Беренсе ҡыуаҡ артынан да олойҙар.
- •Бер аҙҙан яланға Салауат, Аллағыуат менән Зөбәйер сыға. Хәкимдәр киткән яҡҡа төртөп эстәрен тотоп көләләр.
- •Күмәкләп бер түбәләс артына ятып алыҫтағы аҡланды күҙәтәләр.
- •Шаршау. Икенсе бүлек.
- •Ишек яғынан ағас ботағы һынған тауыш ишетелә.
- •Ҡая ишегенән бер ҡосаҡ ҡурай үләне тотҡан Салауат күренә.
- •Салауат ҡурайҙарҙы бер мөйөшкә һала.
- •Аллағыуат ҡулындағы төргәк эсенән һаҡ ҡына йомран сығара. Салауат килеп ҡарай.
- •Бөркөт ситлегенең ҡара япмаһын аса. Ситлек ишеген асып йомранды һалырға итә. Бөркөт балаһы уның ҡулын суҡый. Аллағыуат йәһәт кенә йомран менән бергә ҡулын тартып ала.
- •Йомранды алып ситлеккә тыға. Был юлы бөркөт суҡымай. Ҡулын ала. Күмәкләп ашармы юҡмы икәнен күҙәтәләр.
- •Бер мөйөштән кипкән ботаҡтар килтереп малайҙар уҡ юна башлайҙар.
- •Бөркөт тауышланып ҡуя. Барыһы ла ситлек янына килә.
- •Бөркөт тауышланып ҡуя. Малайҙар бергәләп сығып китәләр.
- •Салауаттар штабы. Салауат үҙе генә ултыра. Сәхнә ҡараңғы. Салауаттың тауышы.
- •Аллағыуат бер мөйөштәге теҙелгән таштарҙың береһен күтәреп көсләнә башлай.
- •Салауат бер үҙе.
- •Аллағыуат инә. Салауат ситлектән һыу һауытын ала.
- •Ботаҡ һынған тауыш ишетелә.Икеһе лә шым ҡалып тыңлай. Бер аҙҙан ишектән Зөбәйер күренә.Ҡулында бер ҡосаҡ сәскә.
- •Шулай атышалар.
- •Салауат атыуҙан туҡтап.
- •Салауат менән икәүләп Сәлимгә уҡ атырға өйрәтәләр.
- •Сәлим ата. Торонбаш ҡолай.
- •Ата. Теймәй.
- •Салауаттың арҡаһынан ҡағалар.
- •Аллағыуат менән Салауат ян-уҡты йәшерәләр.
- •Сығалар.
- •Шәриф тап бая Салауаттар ян йәшергән ҡыуаҡ араһынан бер таяҡты тарта, ул ян булып сыға.
- •Салауат килеп инә.
- •Салауат та, Аллағыуат та сыға.
- •Салауат килеп инә. Ҡулында ҙур бысаҡ. Тирә-яҡҡа ҡарана.
- •Ашығып, бик борсоулы ҡиәфәттә Аллағыуат инә.
- •Сыға. Салауат яңғыҙы.
- •Гөлбикә кеҫәһенән айыуҙың тырнағын сығара.
- •Һәндерәлә Салауат ята. Ипләп кенә баҫып Аллағыуат менән Сәлим инә. Икеһенең дә ҡулында кескәй төргәк.
- •Аллағыуат, Сәлим бер-берһенә ҡараша.
- •Ишек шаҡыйҙар. Ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына Хәким күренә. Сәлим менән Аллағыуат уға ҡаршы атлайҙар.
- •Ишек асыла. Шәриф күренә. Ҡулында ҡара япмалы ҡош ситлеге.
- •Барыһы ла аптырап ҡала.
- •Ишектән Зөбәйер күренә. Ҡулында бер туҫтаҡ бәрәмәстәр һәм ҡурай.
- •Сәлим ҡыйыуһыҙ ғына ҡурайҙы алып өрөп ҡарай. Шунан бер моңло көй уйнап ебәрә.
- •Бөркөт балаһы тауышлана.
- •Бөркөт балаһы ҡыуанып тауышлана. Күмәкләп Салауаттын “Тыуған илем” шиғырына яҙылған йырҙы йырлайҙар.
Салауат бер үҙе.
Салауат. Их, Зөләйха... Берәй саҡ, икәү генә ҡалһаҡ, мин һиңә хыялдарым тураһында һөйләр инем. Балапаныбыҙҙы ла күрһәтер инем. (Бер буйлауҙан ҡурай ала. Уйнап ебәрә) Ошолайтып уйнап ебәрһәм, күңелемдәген моғайын һүҙһеҙ ҙә аңлар инең. Әсәйем мине уҡырға өйрәтте. “Таһир вә Зөһрә” хикәйәтен һиңә уҡып ишеттерер инем. Саҡырһам, Аҡташ буйы яланына килерһеңме икән?
Аллағыуат инә. Салауат ситлектән һыу һауытын ала.
Салауат. Ҡана үҙем ҡояйым! ( һыу ҡойоп ситлеккә ултырта) Эсә, эсә балапан! Сарсаған.
Ботаҡ һынған тауыш ишетелә.Икеһе лә шым ҡалып тыңлай. Бер аҙҙан ишектән Зөбәйер күренә.Ҡулында бер ҡосаҡ сәскә.
Зөбәйер. Һеҙ ҙә бындамы ни?
Аллағыуат. Ә һин күрше ауылға барам тигәйнең дә. Ҡайттығыҙмы ни?
Зөбәйер. Әй, атайым атын таба алманы ла барманыҡ. Иртәгә, ти.
Салауат. Нимәгә сәскә йыйыҙың?
Зөбәйер. Былай ғына. Яландан килдем дә, ух, хуш еҫтәре... Балдың нимәгә тәмле икәнен белдем. Түҙмәй өҙөп алдым әле.
Аллағыуат. Кемгә бирәһең?
Зөбәйер. Бирмәйем.( Сәскәләрҙе балапандың ситлеге янына һала) Таш ҡаяның еҫен генә һуламаһын әле. Сәскәләр еҫен тойоп, тотҡонлоҡта түгел икәнен белһен.
Аллағыуат. Ысынлап та. Үәт баш үҙеңдә, Зөбәйер.
Зөбәйер. Әле ошо тауға күтәрелгәс, тирә-яғыма ҡарап торғайным, күңелемә бер моң килде.
Салауат. Ысынлап та матур шул беҙҙең ауыл тәбиғәте. Мин дә гел шулай оҙаҡ һоҡланып торам.
Зөбәйер. Бына, тыңлағыҙ! (бер көйҙө көйләй.) Матурмы?
Салауат. Иҫ китмәле!
Аллағыуат. Шәп! Һүҙҙәре булһа, үҙебеҙҙең йыр итеп йырлар инек, эйеме, Салауат?(бер мөйөшкә барып уйлана. Шунан ҡапыл нимәлер иҫенә төшкәндәй егеттәр янына килә лә шиғыр юлдарын әйтә)
Минең тыуған ҡырҙарым,
Балдай татлы һыуҙарым,
Яландарым, урманым...
...Күккә ашҡан Уралым.
Зөбәйер көйләй. Егеттәр был шиғыр юлдарын Зөбәйер көйләгән көйгә ҡушып көйләйҙәр. Өсөһө бергә ҡулдарын яурындарына һалып, өр-яңы йырҙы йырлайҙар.
Минең тыуған ҡырҙарым,
Балдай татлы һыуҙарым,
Яландарым, урманым,
Күккә ашҡан Уралым…
Зөбәйер. Ура, үҙебеҙҙең йырыбыҙ ҙа булды! Киттек беҙгә.Уҡтар әҙер. Алайыҡ та.
Йырлай-йырлай сығып китәләр.
4-се күренеш.
Кескәй аҡлан. Ситтә бейек ҡыуаҡ. Янында ағас түмәр. Салауат инә. Ҡулында уҡ-ян. Бер көйҙө һыҙғырып, уҡ атышырға урын һайлай. Түмәр янына килә. Аҙаҡ артҡараҡ сигеп уға ҡарай. Ҡош тауышы ишетелә. Өҫкә ҡарай. Шунан түмәргә баҫып, тирә-яҡҡа ҡарай, кемделер эҙләй ҙә әсе итеп һыҙғырып ебәрә. Аллағыуат килеп инә.
Аллағыуат. Таптыңмы?
Салауат. Бына ҡара! (түмәргә күрһәтә)
Аллағыуат. Шәп! (ҡысҡырыбыраҡ) Сәлим! Кил! Таптыҡ!
Сәлим килеп инә.
Салауат. Сәлим! Түмәргә ултыртырлыҡ ағас торонбаштар килтер! Бесәнселәр усағында барҙыр. Аллағыуат, кил!
Сәлим сыға. Аллағыуат менән Салауат түмәр янына килә. Түмәрҙән биш аҙымдай ара һанайҙар.
Аллағыуат. Туҡтап тор. Хәҙер! (йүгереп бер таяҡ килтерә) Бына ошоно һалайыҡ!
Таяҡ һалалар. Салауат тағы ла һанай. Аллағыуат тағы ла бер таяҡты һала.
Салауат. Булды!
Сәлим йүгереп инә. Ҡулында торонбаштар. Уларҙы ергә ҡуя.
Салауат. Афарин, Сәлим! Береһен түмәргә ҡуй әле! (Сәлим ҡуя)
Сәлим. Булдымы?
Салауат уғын тоҫҡап уға атып ҡарай.
Салауат. Быныһы ҙур. Бәләкәйерәген ҡуй!
Сәлим ҡуя. Салауат тейҙерә.
Сәлим.(һоҡланып) Шә-әп! Ҡана мин дә! (Ата, теймәй)
Аллағыуат. Хәҙер мин! (тейҙерә)
Сәлим. Тағы ла бер атайым әле?!
Салауат. Ат, ат! Ярыш түгел бит. Өйрәнәбеҙ генә.
Сәлимдең уғы теймәй.
Сәлим. Әй, минән уҡсы сыҡмай. Хәҙер көлөрһөгөҙ инде.
Салауат. Юҡсы, кем көлһөн! Берәү ҙә белеп тыумай. Беҙ бит Аллағыуат , Зөбәйерҙәр менән гел дә сығабыҙ. Ә һин тәүгә генә. (Сәлим янына килеп) Һин бит ауылда иң көслө малай.
Сәлим. Барыбер теге юлы көрәштә һиңә етеүсе булманы.
Салауат. Беләктәге көс кенә етмәй. Таҫыллыҡ та кәрәк. Әле атырға сыҡтыҡ, аҙаҡтан бергәләп көрәшергә лә өйрәнәбеҙ әле.
Сәлим. Һеҙҙә күңелле шул!