
- •Тауыш ишетелә: “Гөлбикәү, Зөләйха, әйҙәгеҙ, әйҙә. Ҡайтыу яғына ынғайлағыҙ!”
- •Ҡулына бер ус мәтрүшкә тотҡан Зөбәйер килеп инә.
- •Зөбәйер сыға. Бер аҙҙан Аллағыуат менән бергә килеп инә. Ҡулында мәтрүшкәһе бар.
- •Шәриф менән Сәлим бер-береһенә ҡарашып ала. Бер ни ҙә өндәшмәйҙәр.
- •Барыһы ла сыға.
- •Сәлим менән Шәриф урман юлынан үҙҙәре йыйыла торған йәшерен ҡыуышҡа китеп баралар. Ҡыуышта уларҙы Хәмит көтөргә тейеш.
- •Уң яҡтағы ҡыуаҡтан ҡыҙыу атлап Хәкимйән менән Шәриф сыға.
- •Хәкимйән менән Шәриф соҡор янына киләләр.
- •Йүгереп сығып китә.
- •Хәкимйән соҡор өҫтөндәге ағастарҙы ала башлай.
- •Аллағыуат инә. Ҡулында һыулы биҙрә.
- •Аллағыуат Шәриф артынан килеп арҡан осон тота. Арҡан тартыла.
- •Сәлим менеп етә. Ҡыуаҡ артынан шыуышып килеп сыға. Салауат биҙрәне алып сәхнә мөйөшөнә бара.
- •Салауат сәхнә ситендә сысҡан ауларға әҙерләнә. Башындағы түбәтәйен ҡулына тотҡан. Аллағыуат икенсе тишеккә һыу ҡоя. Бер аҙҙан.
- •Улар шулай һөйләшә-һөйләшә алыҫлашалар. Сәхнә ҡаранғылана. Бер аҙҙан кире яҡтыра башлай.
- •Яны көн башланыуын белгертеп, ҡоштар һайраша. Сәхнәгә Хәким менән Шәриф сыға. Улар бөгөн ҡыҙҙарҙың еләккә сыҡҡанын ҡарауылларға тейеш. Шуға яланға алдараҡ сығып йәшенеү өсөн килгәндәр.
- •Бер мөйөштән тирә-яғына ҡаранып Зиннәт килеп сыға. Туп-тура Хәким янына килеп күрешә, Шәрифкә баш ҡаға.
- •Шәриф бирелеп китеп ерҙән еләк сүпләп ашай башлай.
- •Малайҙар икенсе ҡыуаҡ яғына әйләнәләр. Шул саҡ ул ҡыуаҡ артынан да бүре олоған тауыш ишетелә. Малайҙар туҡтай. Беренсе ҡыуаҡ артынан да олойҙар.
- •Бер аҙҙан яланға Салауат, Аллағыуат менән Зөбәйер сыға. Хәкимдәр киткән яҡҡа төртөп эстәрен тотоп көләләр.
- •Күмәкләп бер түбәләс артына ятып алыҫтағы аҡланды күҙәтәләр.
- •Шаршау. Икенсе бүлек.
- •Ишек яғынан ағас ботағы һынған тауыш ишетелә.
- •Ҡая ишегенән бер ҡосаҡ ҡурай үләне тотҡан Салауат күренә.
- •Салауат ҡурайҙарҙы бер мөйөшкә һала.
- •Аллағыуат ҡулындағы төргәк эсенән һаҡ ҡына йомран сығара. Салауат килеп ҡарай.
- •Бөркөт ситлегенең ҡара япмаһын аса. Ситлек ишеген асып йомранды һалырға итә. Бөркөт балаһы уның ҡулын суҡый. Аллағыуат йәһәт кенә йомран менән бергә ҡулын тартып ала.
- •Йомранды алып ситлеккә тыға. Был юлы бөркөт суҡымай. Ҡулын ала. Күмәкләп ашармы юҡмы икәнен күҙәтәләр.
- •Бер мөйөштән кипкән ботаҡтар килтереп малайҙар уҡ юна башлайҙар.
- •Бөркөт тауышланып ҡуя. Барыһы ла ситлек янына килә.
- •Бөркөт тауышланып ҡуя. Малайҙар бергәләп сығып китәләр.
- •Салауаттар штабы. Салауат үҙе генә ултыра. Сәхнә ҡараңғы. Салауаттың тауышы.
- •Аллағыуат бер мөйөштәге теҙелгән таштарҙың береһен күтәреп көсләнә башлай.
- •Салауат бер үҙе.
- •Аллағыуат инә. Салауат ситлектән һыу һауытын ала.
- •Ботаҡ һынған тауыш ишетелә.Икеһе лә шым ҡалып тыңлай. Бер аҙҙан ишектән Зөбәйер күренә.Ҡулында бер ҡосаҡ сәскә.
- •Шулай атышалар.
- •Салауат атыуҙан туҡтап.
- •Салауат менән икәүләп Сәлимгә уҡ атырға өйрәтәләр.
- •Сәлим ата. Торонбаш ҡолай.
- •Ата. Теймәй.
- •Салауаттың арҡаһынан ҡағалар.
- •Аллағыуат менән Салауат ян-уҡты йәшерәләр.
- •Сығалар.
- •Шәриф тап бая Салауаттар ян йәшергән ҡыуаҡ араһынан бер таяҡты тарта, ул ян булып сыға.
- •Салауат килеп инә.
- •Салауат та, Аллағыуат та сыға.
- •Салауат килеп инә. Ҡулында ҙур бысаҡ. Тирә-яҡҡа ҡарана.
- •Ашығып, бик борсоулы ҡиәфәттә Аллағыуат инә.
- •Сыға. Салауат яңғыҙы.
- •Гөлбикә кеҫәһенән айыуҙың тырнағын сығара.
- •Һәндерәлә Салауат ята. Ипләп кенә баҫып Аллағыуат менән Сәлим инә. Икеһенең дә ҡулында кескәй төргәк.
- •Аллағыуат, Сәлим бер-берһенә ҡараша.
- •Ишек шаҡыйҙар. Ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына Хәким күренә. Сәлим менән Аллағыуат уға ҡаршы атлайҙар.
- •Ишек асыла. Шәриф күренә. Ҡулында ҡара япмалы ҡош ситлеге.
- •Барыһы ла аптырап ҡала.
- •Ишектән Зөбәйер күренә. Ҡулында бер туҫтаҡ бәрәмәстәр һәм ҡурай.
- •Сәлим ҡыйыуһыҙ ғына ҡурайҙы алып өрөп ҡарай. Шунан бер моңло көй уйнап ебәрә.
- •Бөркөт балаһы тауышлана.
- •Бөркөт балаһы ҡыуанып тауышлана. Күмәкләп Салауаттын “Тыуған илем” шиғырына яҙылған йырҙы йырлайҙар.
Бөркөт тауышланып ҡуя. Малайҙар бергәләп сығып китәләр.
2-се күренеш.
Салауаттар штабы. Салауат үҙе генә ултыра. Сәхнә ҡараңғы. Салауаттың тауышы.
Зөләйха, һин ергә төшкән хур ҡыҙы,
Күҙҙәреңдә балҡый Зөһрә йондоҙо,
Күҙҙәрең, гүйә, төндәге күк йөҙө,
Яҡтыра шул күҙҙәреңдә Ай үҙе...
Салауат бер таш мөйөшөндә яҙышып ултыра. Алдында сыра яна. Икенсе мөйөштә бөркөт балаһы ҡуйылған ситлек.Салауат уйлана.Ҡауырһынын ирененә терәп өйөрөлтөп ала.
(Салауаттың тауышы.)
... Мин, бахыр, Зөләйхам, ныҡ һөйәм,
Ныҡ һөйәм... һөйәм...
Әйтә алмайса һүҙҙәремде, баш эйәм.
Ҡаршы яҡ мөйөштән, мәмерйә ишегенән Аллағыуат күренә.
Аллағыуат. Сәләм! Нимә яҙаһың?
Салауат өндәшмәй. Ҡағыҙын бөкләп салбар кеҫәһенә һала.
Салауат. Юҡ, былай ғына.
Аллағыуат. Бөркөтөбөҙ ни хәлдә? (ситлек янына килә) Ашағанмы?
Салауат. Аҙ ғына бирһәң дә ярай.
Аллағыуат. Бына мин һиңә ит килтерҙем. Мә! (усына ит һалып ситлекте асып бөркөткә һуҙа.) Оһо, минең ҡулдан да ашарға өйрәнеп килә!
Салауат. Беҙҙең ҡулдан ғына ашап өйрәнһә, башҡа кешегә килмәйәсәк ул. Һунарға бергә йөрөрбөҙ, дуҫ! (Аллағыуат янына килә) Бына балапаныбыҙҙың күҙе тулыһынса асылһын да иреккә сығарып ҡарарбыҙ.
Аллағыуат бер мөйөштәге теҙелгән таштарҙың береһен күтәреп көсләнә башлай.
Аллағыуат. Бер-ике-өс, беҙҙә, беҙҙә бөтә көс!
Салауат. Аллағыуат, әйҙә бер көндө ҡыҙҙарға әйтәйек тә Аҡташ буйына аҡланға еләккә сығайыҡ! (Янына килә. Күҙәтеп тора)
Аллағыуат. Фирүзәгә лә әйтәйек!
Салауат. Эйе шул. Гөлбикәнең әхирәте бит ул.
Аллағыуат. Ай-һай, ҡыҙҙар килерме икән? Малайҙар булған ергә йөрөмәйҙәр ҙә улар?
Салауат. Килерҙәр. Беҙ Хәкимдәр кеүек уларға этлек уйлайбыҙҙыр шул? Ҡыҙҙарға, һеҙҙе һаҡлап йөрөтөрбөҙ, тиербеҙ.
Аллағыуат. Килһәләр шәп булыр ине. Уларға еләк йыйырға ярҙам итер инек.
Салауат. Ниңә, бик ҡурҡһалар ана Зәлифә апайҙы ла алһындар.
Аллағыуат. Эйе шул.
Салауат. Их, дуҫҡай, хоҙай ҡыҙҙарҙы ниңә шулай матур итеп яралтҡан икән? Ул күҙҙәре, ҡаштары, сәстәре, нәҙекәй билдәре...
Аллағыуат. Әллә берәйһенә ғашиҡ булдыңмы, Салауат?
Салауат. (Аллағыуатҡа һынсыл ҡарап) Бер кемгә лә әйтмәйһеңме?
Аллағыуат. Юҡ! Икмәк өҫтө!
Салауат. (юнылған уҡ сыбығын усына алып, һоҡланып)
Зөләйхам, һин ергә төшкән хур ҡыҙы,
Күҙҙәреңдә балҡый Зөһрә йондоҙо...
( Аллағыуат ташын ҡуя ла тыңлай)
Салауат йырлай. ( “Һандуғас” шиғырына )
Төнгө тынлыҡ. Ағаслыҡта
Һандуғас моңо.
Күктеме, ерҙеме данлай?
Кем белә уны.
Йырлаймы күктә балҡыған
Ҡояштың нурын?
Әллә айға арнағанмы
Һандуғас йырын?
Әллә арналғанмы ул йыр
Яҡты йондоҙға,
Йәйрәп ятҡан яландарға,
Хәтфә болонға?
Мин белмәйем.
Аллағыуат. Их, һинең кеүек шағир булһам мин дә Фирүзәгә шиғыр сығарыр инем.
Салауат. Зөләйха үҙе белмәй шул оҡшатыуымды.
Аллағыуат. Бына еләккә сығайыҡ та әйтерһең үҙенә. Һиңә ни бөтә ауыл ҡыҙҙары ғашиҡ инде. Бына миңә генә...
Салауат. Нимә, һиңә генә... Фирүзә бынау беләктәреңде күрһәме?
Салауат та ташҡа үрелә.
Аллағыуат. Уй, уныһы ауыр бит! Еңелерәген ал!
Салауат. (ҙур ташты ала.) Мин уны кисә өс тапҡыр күтәрҙем инде.
Аллағыуат. (Күтәреүҙән туҡтай. Һанай) Бер, ике, өс, дүрт, биш... етәр!
Салауат. Көслө булып... Зөләйханы күтәреп кенә йөрөткөм килә.
Бөркөт тауышлана.
Аллағыуат. Әй, балапанға һыу килтерергә кәрәк бит. (Турһыҡ алып сығырға итә)
Салауат. Шишмәгә уратып төш! Ҡаяға һуҡмаҡ һалынмаһын!
3-сө күренеш.