
- •Тауыш ишетелә: “Гөлбикәү, Зөләйха, әйҙәгеҙ, әйҙә. Ҡайтыу яғына ынғайлағыҙ!”
- •Ҡулына бер ус мәтрүшкә тотҡан Зөбәйер килеп инә.
- •Зөбәйер сыға. Бер аҙҙан Аллағыуат менән бергә килеп инә. Ҡулында мәтрүшкәһе бар.
- •Шәриф менән Сәлим бер-береһенә ҡарашып ала. Бер ни ҙә өндәшмәйҙәр.
- •Барыһы ла сыға.
- •Сәлим менән Шәриф урман юлынан үҙҙәре йыйыла торған йәшерен ҡыуышҡа китеп баралар. Ҡыуышта уларҙы Хәмит көтөргә тейеш.
- •Уң яҡтағы ҡыуаҡтан ҡыҙыу атлап Хәкимйән менән Шәриф сыға.
- •Хәкимйән менән Шәриф соҡор янына киләләр.
- •Йүгереп сығып китә.
- •Хәкимйән соҡор өҫтөндәге ағастарҙы ала башлай.
- •Аллағыуат инә. Ҡулында һыулы биҙрә.
- •Аллағыуат Шәриф артынан килеп арҡан осон тота. Арҡан тартыла.
- •Сәлим менеп етә. Ҡыуаҡ артынан шыуышып килеп сыға. Салауат биҙрәне алып сәхнә мөйөшөнә бара.
- •Салауат сәхнә ситендә сысҡан ауларға әҙерләнә. Башындағы түбәтәйен ҡулына тотҡан. Аллағыуат икенсе тишеккә һыу ҡоя. Бер аҙҙан.
- •Улар шулай һөйләшә-һөйләшә алыҫлашалар. Сәхнә ҡаранғылана. Бер аҙҙан кире яҡтыра башлай.
- •Яны көн башланыуын белгертеп, ҡоштар һайраша. Сәхнәгә Хәким менән Шәриф сыға. Улар бөгөн ҡыҙҙарҙың еләккә сыҡҡанын ҡарауылларға тейеш. Шуға яланға алдараҡ сығып йәшенеү өсөн килгәндәр.
- •Бер мөйөштән тирә-яғына ҡаранып Зиннәт килеп сыға. Туп-тура Хәким янына килеп күрешә, Шәрифкә баш ҡаға.
- •Шәриф бирелеп китеп ерҙән еләк сүпләп ашай башлай.
- •Малайҙар икенсе ҡыуаҡ яғына әйләнәләр. Шул саҡ ул ҡыуаҡ артынан да бүре олоған тауыш ишетелә. Малайҙар туҡтай. Беренсе ҡыуаҡ артынан да олойҙар.
- •Бер аҙҙан яланға Салауат, Аллағыуат менән Зөбәйер сыға. Хәкимдәр киткән яҡҡа төртөп эстәрен тотоп көләләр.
- •Күмәкләп бер түбәләс артына ятып алыҫтағы аҡланды күҙәтәләр.
- •Шаршау. Икенсе бүлек.
- •Ишек яғынан ағас ботағы һынған тауыш ишетелә.
- •Ҡая ишегенән бер ҡосаҡ ҡурай үләне тотҡан Салауат күренә.
- •Салауат ҡурайҙарҙы бер мөйөшкә һала.
- •Аллағыуат ҡулындағы төргәк эсенән һаҡ ҡына йомран сығара. Салауат килеп ҡарай.
- •Бөркөт ситлегенең ҡара япмаһын аса. Ситлек ишеген асып йомранды һалырға итә. Бөркөт балаһы уның ҡулын суҡый. Аллағыуат йәһәт кенә йомран менән бергә ҡулын тартып ала.
- •Йомранды алып ситлеккә тыға. Был юлы бөркөт суҡымай. Ҡулын ала. Күмәкләп ашармы юҡмы икәнен күҙәтәләр.
- •Бер мөйөштән кипкән ботаҡтар килтереп малайҙар уҡ юна башлайҙар.
- •Бөркөт тауышланып ҡуя. Барыһы ла ситлек янына килә.
- •Бөркөт тауышланып ҡуя. Малайҙар бергәләп сығып китәләр.
- •Салауаттар штабы. Салауат үҙе генә ултыра. Сәхнә ҡараңғы. Салауаттың тауышы.
- •Аллағыуат бер мөйөштәге теҙелгән таштарҙың береһен күтәреп көсләнә башлай.
- •Салауат бер үҙе.
- •Аллағыуат инә. Салауат ситлектән һыу һауытын ала.
- •Ботаҡ һынған тауыш ишетелә.Икеһе лә шым ҡалып тыңлай. Бер аҙҙан ишектән Зөбәйер күренә.Ҡулында бер ҡосаҡ сәскә.
- •Шулай атышалар.
- •Салауат атыуҙан туҡтап.
- •Салауат менән икәүләп Сәлимгә уҡ атырға өйрәтәләр.
- •Сәлим ата. Торонбаш ҡолай.
- •Ата. Теймәй.
- •Салауаттың арҡаһынан ҡағалар.
- •Аллағыуат менән Салауат ян-уҡты йәшерәләр.
- •Сығалар.
- •Шәриф тап бая Салауаттар ян йәшергән ҡыуаҡ араһынан бер таяҡты тарта, ул ян булып сыға.
- •Салауат килеп инә.
- •Салауат та, Аллағыуат та сыға.
- •Салауат килеп инә. Ҡулында ҙур бысаҡ. Тирә-яҡҡа ҡарана.
- •Ашығып, бик борсоулы ҡиәфәттә Аллағыуат инә.
- •Сыға. Салауат яңғыҙы.
- •Гөлбикә кеҫәһенән айыуҙың тырнағын сығара.
- •Һәндерәлә Салауат ята. Ипләп кенә баҫып Аллағыуат менән Сәлим инә. Икеһенең дә ҡулында кескәй төргәк.
- •Аллағыуат, Сәлим бер-берһенә ҡараша.
- •Ишек шаҡыйҙар. Ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына Хәким күренә. Сәлим менән Аллағыуат уға ҡаршы атлайҙар.
- •Ишек асыла. Шәриф күренә. Ҡулында ҡара япмалы ҡош ситлеге.
- •Барыһы ла аптырап ҡала.
- •Ишектән Зөбәйер күренә. Ҡулында бер туҫтаҡ бәрәмәстәр һәм ҡурай.
- •Сәлим ҡыйыуһыҙ ғына ҡурайҙы алып өрөп ҡарай. Шунан бер моңло көй уйнап ебәрә.
- •Бөркөт балаһы тауышлана.
- •Бөркөт балаһы ҡыуанып тауышлана. Күмәкләп Салауаттын “Тыуған илем” шиғырына яҙылған йырҙы йырлайҙар.
Йомранды алып ситлеккә тыға. Был юлы бөркөт суҡымай. Ҡулын ала. Күмәкләп ашармы юҡмы икәнен күҙәтәләр.
Аллағыуат. Оҡшатманы шикелле. Яҡын да килмәй.
Зөбәйер. Бәлки ситлекте ябырға кәрәктер?
Салауат. Юҡ, япмайыҡ. Нимә ашағанын аҙыраҡ күрһен. Ул бит тотҡон түгел. Бер аҙ ҙурайғансы ғына ошолай бикле буласаҡ. Ә аҙаҡ…
Аллағыуат. Ҡарағыҙ, йомранды тикшереп ҡарай башланы.
Зөбәйер Нимәгә был сысҡан ҙур тиме икән?
Салауат. Ярай, бик текләмәйек. Беҙ ҡарап торғанға ашамай бит ул.
(бөтәһе лә бер аҙ ситкә китә)
Салауат. Әйҙәгеҙ, уҡ юна торайыҡ.
Бер мөйөштән кипкән ботаҡтар килтереп малайҙар уҡ юна башлайҙар.
Аллағыуат. Кисә күргән һырт ҡуянды бөгөн дә һағалап ҡарайым әле. Ағайымдар ҙа күптән ҡуянға сыҡҡандары юҡ.
Салауат. Ҡуян нимә?! Бына төлкө алғанда!
Зөбәйер.Төлкө хәйләкәр бит. Үҙебеҙҙең һунар бөркөтөбөҙ -балапаныбыҙ үҫеп етмәйенсә булмай инде.
Салауат. (хыялланып) Үҙебеҙҙең бөркөт менөн төлкө алып, үҙемә ҡышҡылыҡҡа бер кәпәс тектерер инем.
Зөбәйер. Һинең төлкө кәпәсең бар ҙа инде.
Салауат. Булһасы? Ә минең үҙем атып алған төлкө тиреһенән тектергем килә шул.
Аллағыуат. Мин йылға буйында һәйбәт муйыллыҡ күрҙем. Ботаҡтары төҙ генә. Ян яһарға.
Салауат. Их, уҡ-һаҙаҡ ҡына түгел, Урал батырҙыҡы кеүек Аҡбуҙатың , тауҙы уртаға ярырлыҡ булат ҡылысың да булһын ине.
Зөбәйер. Булһа нимә эшләр инең?
Салауат. Минме? Иң тәүҙә Хәкимйән кеүектәрҙе аҡылға ултыртыр инем. Шунан, шунанмы... ситтән килеп беҙҙең урмандарҙы ҡырҡып, тауҙарҙы аҡтарып, йылғаларҙы бысратыусыларҙы был тирәнән ҡыуыр инем.
Аллағыуат. Хоҙай тәбиғәтте бөтә кешеләр өсөн дә яралтҡан бит.
Салауат. Шулай шул. Тәбиғәт бер беҙҙеке генә түгел. Беҙҙән һуң йәшәүселәргә лә кәрәк! Улар ҙа ҡыуанып йәшәргә тейеш.
Аллағыуат. Бына беҙ бөркөт балаһын алдыҡ. Беҙ ҙә тәбиғәтте ҡоротоусы булабыҙмы ни?
Салауат. Нишләп ҡорота ти? Беҙ бит уны үлтермәнек. Өҫтәүенә ояла бөркөттөң ике, йә өс балаһы булһа ғына береһен алырға ярай. Ә мин алған ояла бөркөт балаһы икәү ине.
Зөбәйер. Хәҙер ул бөркөттөң бер балаһы ҡалдымы?
Салауат. Эйе. Берәү генә ҡалһа, көслө булып үҫә бөркөт балаһы.
Аллағыуат. Улай булғас, беҙ ул бөркөткә көслө бала үҫтерергә ярҙам иткән булабыҙ инде.
Салауат. Тәбиғәттә байлыҡ шул тиклем күп. Ер йөҙөндәге бөтә кешегә лә етерлек.
Зөбәйер. Кем әйтә?
Салауат. Әсәйем.
Аллағыуат. Улай булғас ниңә ер өсөн һуғышалар икән?
Салауат. Үҙҙәрен Алла итеп хис итәләрҙер. Тәбиғәтең бар байлығына үҙҙәре генә хужа булырға теләйҙәрҙер. (Аллағыуатҡа юнылған уҡ сыбығын биреп) Бына, шәпме?
Аллағыуат. (Уҡты әйләндереп ҡарап) Шә-әп! Үҙе шыма, үҙе төҙ. Еңел генә.
Салауат. Зөбәйер, атайың тимерсе бит. Беҙҙең уҡтарға башаҡтар яһап бирер микән?
Зөбәйер. Нишләп яһамаһын ти. Мин дә ярҙам итермен.
Аллағыуат. Ух, был уҡтар менән сәпсек, ҡарға атып алып ашата башлаһаҡ балапаныбыҙ тиҙ ҙурая инде .
Салауат. Осоп барған ҡошҡа уҡ тейҙереүе анһат түгел. Иртәнән һуң Ташморонға сығып, уҡ атышырбыҙ. Башаҡтар яһатайыҡ та.
Бөркөт тауышланып ҡуя. Барыһы ла ситлек янына килә.
Зөбәйер. Ух, ашай башланы. Иртәгә лә йомран килтерәйекме, Салауат?
Салауат. Эйе…
Аллағыуат. Ҡарағыҙ, ҡара! Тырнаҡтарын нисек батырған!
Салауат. Беҙҙең балапан бик көслө булырға оҡшаған. Уның тырнағына бер килеп эләккән ҡуян ысҡына алмаясаҡ!
Зөбәйер. Шулай булһын шул. Бер тотҡан табышты һунарсы юғалтмаҫҡа тейеш тә инде.
Салауат. Егеттәр, әйҙәгеҙ гел генә бер төрлө булмаһын. Иртәгә яланға уҡ атышырға барғанда балапаныбыҙға берәй ҡарға атып алып киләйек.
Аллағыуат. Салауат, ә уҡ атышырға Сәлимгә лә әйтәйемме?
Зөбәйер. Һин нимә, иҫәрләнденме? Ул бит Хәкимдәр менән.
Аллағыуат. Булһасы. Хәкимгә әйтмәҫкә ҡушырбыҙ. Сәлим һәйбәт егет тә инде.
Салауат. Миңә лә бик оҡшай ул. Шәп егет. Ә ниңә? Беҙгә лә оҫта, һөнәрле, ҡыйыу егеттәр күберәк кәрәк. Әйт Сәлимгә! Килһен!
Аллағыуат. (шатланып) Ярай!
Салауат. Әйҙә, ҡуҙғалайыҡ! Өйҙә юғалтҡандарҙыр.
Аллағыуат. Быҙау эҙләргә тип кенә сыҡҡайным.
Салауат. Беҙҙең кәзә бәрәсенең аяғы имгәнгән. Шуға үлән генә йолҡоп алам да.(Ҡурайҙар янына килә.Бер мөйөштән кер бауы алып ҡосаҡлап бәйләргә итә.)
Аллағыуат. (Янына килеп ярҙам итә башлай) Киптерергә эләбеҙме? Аҙаҡ миңә лә уйнарға өйрәтерһең, яраймы?
Салауат. Өйрәтермен. Барыбыҙға ла ҡурай етерлек бында. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тиҙәр.
Салауат. Аллағыуат, яндарҙы ла ал. Яланға илтеп ҡуяйыҡ! (Аллағыуат яндарҙы ала.)
Зөбәйер. Ҡара әле, ашап бөткән дә. Тиҙ ҙурая инде. (Уҡ сыбыҡтарын ҡосаҡлап) Алайыммы?
Салауат. Эйе, ал. Атайыңдан башаҡтар ҡаҡтыр! Балапандың япмаһын ябайыҡ. Ел һуҡмаһын. Иртәгә бер аҙ яҡтыға сығарып алырбыҙ. Ҡараңғыла күҙе бөтөнләй һуҡырайып ҡуйыр. (ситлекте ҡаплай.) Хуш, балапан! Бойоҡма! (Хисләнеп китеп, ситлектәге бөркөткә ҡарап шиғыр юлдарын., “Егеткә”шиғырын һөйләй)
Бейектә оса ҡоҙғон ҡош,
Унан бейек осор ыласын бар.
Ыласындан да бейек оса торған
Ҡош батшаһы – ҡыйғыр бөркөт бар.