
- •Тауыш ишетелә: “Гөлбикәү, Зөләйха, әйҙәгеҙ, әйҙә. Ҡайтыу яғына ынғайлағыҙ!”
- •Ҡулына бер ус мәтрүшкә тотҡан Зөбәйер килеп инә.
- •Зөбәйер сыға. Бер аҙҙан Аллағыуат менән бергә килеп инә. Ҡулында мәтрүшкәһе бар.
- •Шәриф менән Сәлим бер-береһенә ҡарашып ала. Бер ни ҙә өндәшмәйҙәр.
- •Барыһы ла сыға.
- •Сәлим менән Шәриф урман юлынан үҙҙәре йыйыла торған йәшерен ҡыуышҡа китеп баралар. Ҡыуышта уларҙы Хәмит көтөргә тейеш.
- •Уң яҡтағы ҡыуаҡтан ҡыҙыу атлап Хәкимйән менән Шәриф сыға.
- •Хәкимйән менән Шәриф соҡор янына киләләр.
- •Йүгереп сығып китә.
- •Хәкимйән соҡор өҫтөндәге ағастарҙы ала башлай.
- •Аллағыуат инә. Ҡулында һыулы биҙрә.
- •Аллағыуат Шәриф артынан килеп арҡан осон тота. Арҡан тартыла.
- •Сәлим менеп етә. Ҡыуаҡ артынан шыуышып килеп сыға. Салауат биҙрәне алып сәхнә мөйөшөнә бара.
- •Салауат сәхнә ситендә сысҡан ауларға әҙерләнә. Башындағы түбәтәйен ҡулына тотҡан. Аллағыуат икенсе тишеккә һыу ҡоя. Бер аҙҙан.
- •Улар шулай һөйләшә-һөйләшә алыҫлашалар. Сәхнә ҡаранғылана. Бер аҙҙан кире яҡтыра башлай.
- •Яны көн башланыуын белгертеп, ҡоштар һайраша. Сәхнәгә Хәким менән Шәриф сыға. Улар бөгөн ҡыҙҙарҙың еләккә сыҡҡанын ҡарауылларға тейеш. Шуға яланға алдараҡ сығып йәшенеү өсөн килгәндәр.
- •Бер мөйөштән тирә-яғына ҡаранып Зиннәт килеп сыға. Туп-тура Хәким янына килеп күрешә, Шәрифкә баш ҡаға.
- •Шәриф бирелеп китеп ерҙән еләк сүпләп ашай башлай.
- •Малайҙар икенсе ҡыуаҡ яғына әйләнәләр. Шул саҡ ул ҡыуаҡ артынан да бүре олоған тауыш ишетелә. Малайҙар туҡтай. Беренсе ҡыуаҡ артынан да олойҙар.
- •Бер аҙҙан яланға Салауат, Аллағыуат менән Зөбәйер сыға. Хәкимдәр киткән яҡҡа төртөп эстәрен тотоп көләләр.
- •Күмәкләп бер түбәләс артына ятып алыҫтағы аҡланды күҙәтәләр.
- •Шаршау. Икенсе бүлек.
- •Ишек яғынан ағас ботағы һынған тауыш ишетелә.
- •Ҡая ишегенән бер ҡосаҡ ҡурай үләне тотҡан Салауат күренә.
- •Салауат ҡурайҙарҙы бер мөйөшкә һала.
- •Аллағыуат ҡулындағы төргәк эсенән һаҡ ҡына йомран сығара. Салауат килеп ҡарай.
- •Бөркөт ситлегенең ҡара япмаһын аса. Ситлек ишеген асып йомранды һалырға итә. Бөркөт балаһы уның ҡулын суҡый. Аллағыуат йәһәт кенә йомран менән бергә ҡулын тартып ала.
- •Йомранды алып ситлеккә тыға. Был юлы бөркөт суҡымай. Ҡулын ала. Күмәкләп ашармы юҡмы икәнен күҙәтәләр.
- •Бер мөйөштән кипкән ботаҡтар килтереп малайҙар уҡ юна башлайҙар.
- •Бөркөт тауышланып ҡуя. Барыһы ла ситлек янына килә.
- •Бөркөт тауышланып ҡуя. Малайҙар бергәләп сығып китәләр.
- •Салауаттар штабы. Салауат үҙе генә ултыра. Сәхнә ҡараңғы. Салауаттың тауышы.
- •Аллағыуат бер мөйөштәге теҙелгән таштарҙың береһен күтәреп көсләнә башлай.
- •Салауат бер үҙе.
- •Аллағыуат инә. Салауат ситлектән һыу һауытын ала.
- •Ботаҡ һынған тауыш ишетелә.Икеһе лә шым ҡалып тыңлай. Бер аҙҙан ишектән Зөбәйер күренә.Ҡулында бер ҡосаҡ сәскә.
- •Шулай атышалар.
- •Салауат атыуҙан туҡтап.
- •Салауат менән икәүләп Сәлимгә уҡ атырға өйрәтәләр.
- •Сәлим ата. Торонбаш ҡолай.
- •Ата. Теймәй.
- •Салауаттың арҡаһынан ҡағалар.
- •Аллағыуат менән Салауат ян-уҡты йәшерәләр.
- •Сығалар.
- •Шәриф тап бая Салауаттар ян йәшергән ҡыуаҡ араһынан бер таяҡты тарта, ул ян булып сыға.
- •Салауат килеп инә.
- •Салауат та, Аллағыуат та сыға.
- •Салауат килеп инә. Ҡулында ҙур бысаҡ. Тирә-яҡҡа ҡарана.
- •Ашығып, бик борсоулы ҡиәфәттә Аллағыуат инә.
- •Сыға. Салауат яңғыҙы.
- •Гөлбикә кеҫәһенән айыуҙың тырнағын сығара.
- •Һәндерәлә Салауат ята. Ипләп кенә баҫып Аллағыуат менән Сәлим инә. Икеһенең дә ҡулында кескәй төргәк.
- •Аллағыуат, Сәлим бер-берһенә ҡараша.
- •Ишек шаҡыйҙар. Ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына Хәким күренә. Сәлим менән Аллағыуат уға ҡаршы атлайҙар.
- •Ишек асыла. Шәриф күренә. Ҡулында ҡара япмалы ҡош ситлеге.
- •Барыһы ла аптырап ҡала.
- •Ишектән Зөбәйер күренә. Ҡулында бер туҫтаҡ бәрәмәстәр һәм ҡурай.
- •Сәлим ҡыйыуһыҙ ғына ҡурайҙы алып өрөп ҡарай. Шунан бер моңло көй уйнап ебәрә.
- •Бөркөт балаһы тауышлана.
- •Бөркөт балаһы ҡыуанып тауышлана. Күмәкләп Салауаттын “Тыуған илем” шиғырына яҙылған йырҙы йырлайҙар.
Аллағыуат инә. Ҡулында һыулы биҙрә.
Аллағыуат. Ыстағәфирулла! Шәриф ҡайҙан килеп сыҡҡан бында?! Хәкимдең шымсыһы бит ул, Салауат!
Салауат. Туҡта әле, Аллағыуат! Ана Сәлим айыу соҡорона ҡолаған.
Аллағыуат. Ысынмы? (биҙрәһен ҡуйып соҡорға килә) Уй, тәрән икән дә! Әйҙә мин дә тартышам.
Салауат.Тартмайбыҙ. ана, арҡандың осон тот! Беҙ ныҡ итеп тотоп торабыҙ. Сәлим, һин үрмәләп мен! Шулай еңелерәк була.
Аллағыуат Шәриф артынан килеп арҡан осон тота. Арҡан тартыла.
Салауат. Әйҙә мен, мен, ҡурҡма!
Сәлим менеп етә. Ҡыуаҡ артынан шыуышып килеп сыға. Салауат биҙрәне алып сәхнә мөйөшөнә бара.
Сәлим. Рәхмәт, дуҫтарым. Ҡотҡарҙығыҙ!
Шәриф. (арҡанды беләгенә урап ала) Рәхмәт, Салауат, Аллағыуат!
Аллағыуат. (Сәлим янына килә)Ҡурҡтыңмы әй. Үәт тәрән исмаһам! Айыу бер төшһә сыға алмай инде...Имгәнмәнеңме?
Сәлим. Юҡ. Ҡулым ғына һыҙырылды. Ней,ҡара әле,һин бөгөн кис беҙгә килерһең әле?
Аллағыуат. Ниңә?!
Сәлим. Бер һүҙем бар!
Аллағыуат. Ярай, тик көтөүҙән һуң, йәме. Алашабыҙ өйгә тура ҡайтмай. Эҙләп алып ҡайтырмын да...
Шәриф. (арҡанды йыйып бөткәс) Әйҙә, Сәлим!
Аллағыуат. (ҡапыл иҫенә төшөп) Шәриф, һин Хәкимйәнгә Сәлимде бер үҙем генә ҡотҡарҙым, тип әйт! Беҙҙе ҡыҫтырма! Атыу эләгер үҙеңә!
Сәлим менән Шәриф сығып китәләр.
10-сы күренеш.
Салауат. Был Хәкимйәндәр тағы ла берәй этлек уйлай микән әллә? Кисә Шәрифтәрҙең кәртә артында йыйылышып һөйләшеп торалар ине. Беҙҙең ҡаянан бөркөт балаһын алғанды белеп ҡалмаһындар.
Аллағыуат. Бынау шымсы Шәрифтән булыр ҙа әле ул. Бөтә ишеткән-күргәнен Хәкимйәнгә еткереп йөрөй, тиҙәр.
Салауат. Һағыраҡ булырға кәрәк. Кисә бөркөт балаһын ҡаянан төшөргәнебеҙҙе бер кем дә күрмәне шикелле?
Аллағыуат. Яҡын тирәлә бер кем дә юҡ ине былай. Бөркөт балаһын ҡайҙа йәшергәнебеҙҙе генә берәйһе белеп ҡалмаһын. Зөбәйергә әйтеп ҡуйырға кәрәк. Уның атаһына ат дағалатырға күп кеше килә. Уларҙың һөйләшкәнен тыңлаштырып йөрөһөн.
Салауат. Атайымдар алған бөркөт балаһы беҙҙекенән ҙурыраҡ.
Аллағыуат. Уны ике аҙналай алдараҡ алдылар ҙа инде.
Салауат. (Бер сысҡан өңөнә күрһәтеп) Әһә, таптым! Әйҙә, һин бында ҡой! Мин тегендә көтөп торам. Хәҙер килеп сыға ул. Был сысҡан балапаныбыҙға бүләк булыр. Бөркөттәр сысҡан, йомран, ҡуянды тереләй ашарға ярата, тигәйне атайым. Йыртҡыс ҡош бит.
Салауат сәхнә ситендә сысҡан ауларға әҙерләнә. Башындағы түбәтәйен ҡулына тотҡан. Аллағыуат икенсе тишеккә һыу ҡоя. Бер аҙҙан.
Салауат. Сыҡты, сыҡты! (Сысҡан артынан йүгереп сығып китә. Сәхнә артынан) Тоттом!Тоттом! (Түбәтәйен күкрәгенә ҡыҫып килеп сыға)
Аллағыуат. (янына бара) Ҡайҙа? Ҙурмы?
Салауат. Балапаныбыҙға бер туйымлыҡ.
Аллағыуат. Шәп булды. Салауат, ҡара, ана тағы бер өң!
Салауат. Һо-о! Быларҙы ашай башлаһа беҙҙең бөркөт балаһы тиҙ ҙурайыр!
Улар шулай һөйләшә-һөйләшә алыҫлашалар. Сәхнә ҡаранғылана. Бер аҙҙан кире яҡтыра башлай.
11-се күренеш.
Яны көн башланыуын белгертеп, ҡоштар һайраша. Сәхнәгә Хәким менән Шәриф сыға. Улар бөгөн ҡыҙҙарҙың еләккә сыҡҡанын ҡарауылларға тейеш. Шуға яланға алдараҡ сығып йәшенеү өсөн килгәндәр.
Хәким. Шәриф, ҡара әле, ошо аҡланға килергә тейештәрме?
Шәриф. (тирә-яғына ҡаранып) Ошо буғай.
Хәким. (Шәрифтен янына яҡын килеп) Һин миңә буғайлама, дөрөҫөн әйт! Яҡшылап ҡара ла…
Шәриф. Ана, кәкере ҡайын, ошо! Кисә үҙем кәртә башынан тыңлап яттым, Кәкре ҡайын яланына тиклем барабыҙ, тинеләр.
Хәким. Улай булғас, Шәриф, һеҙ ҡайҙа йәшенәһегеҙ?
Шәриф. Анауында, сейә ҡыуағы артында ултырырбыҙ.
Хәким. Зиннәткә әйттеңме?
Шәриф. Әйттем. Хәҙер килеп етер. Был яҡты яҡшы белә ул.
Хәким. Туҡта, шым, ана ботаҡ һынған тауыш ишетелде, моғайын киләлер.