
- •Тауыш ишетелә: “Гөлбикәү, Зөләйха, әйҙәгеҙ, әйҙә. Ҡайтыу яғына ынғайлағыҙ!”
- •Ҡулына бер ус мәтрүшкә тотҡан Зөбәйер килеп инә.
- •Зөбәйер сыға. Бер аҙҙан Аллағыуат менән бергә килеп инә. Ҡулында мәтрүшкәһе бар.
- •Шәриф менән Сәлим бер-береһенә ҡарашып ала. Бер ни ҙә өндәшмәйҙәр.
- •Барыһы ла сыға.
- •Сәлим менән Шәриф урман юлынан үҙҙәре йыйыла торған йәшерен ҡыуышҡа китеп баралар. Ҡыуышта уларҙы Хәмит көтөргә тейеш.
- •Уң яҡтағы ҡыуаҡтан ҡыҙыу атлап Хәкимйән менән Шәриф сыға.
- •Хәкимйән менән Шәриф соҡор янына киләләр.
- •Йүгереп сығып китә.
- •Хәкимйән соҡор өҫтөндәге ағастарҙы ала башлай.
- •Аллағыуат инә. Ҡулында һыулы биҙрә.
- •Аллағыуат Шәриф артынан килеп арҡан осон тота. Арҡан тартыла.
- •Сәлим менеп етә. Ҡыуаҡ артынан шыуышып килеп сыға. Салауат биҙрәне алып сәхнә мөйөшөнә бара.
- •Салауат сәхнә ситендә сысҡан ауларға әҙерләнә. Башындағы түбәтәйен ҡулына тотҡан. Аллағыуат икенсе тишеккә һыу ҡоя. Бер аҙҙан.
- •Улар шулай һөйләшә-һөйләшә алыҫлашалар. Сәхнә ҡаранғылана. Бер аҙҙан кире яҡтыра башлай.
- •Яны көн башланыуын белгертеп, ҡоштар һайраша. Сәхнәгә Хәким менән Шәриф сыға. Улар бөгөн ҡыҙҙарҙың еләккә сыҡҡанын ҡарауылларға тейеш. Шуға яланға алдараҡ сығып йәшенеү өсөн килгәндәр.
- •Бер мөйөштән тирә-яғына ҡаранып Зиннәт килеп сыға. Туп-тура Хәким янына килеп күрешә, Шәрифкә баш ҡаға.
- •Шәриф бирелеп китеп ерҙән еләк сүпләп ашай башлай.
- •Малайҙар икенсе ҡыуаҡ яғына әйләнәләр. Шул саҡ ул ҡыуаҡ артынан да бүре олоған тауыш ишетелә. Малайҙар туҡтай. Беренсе ҡыуаҡ артынан да олойҙар.
- •Бер аҙҙан яланға Салауат, Аллағыуат менән Зөбәйер сыға. Хәкимдәр киткән яҡҡа төртөп эстәрен тотоп көләләр.
- •Күмәкләп бер түбәләс артына ятып алыҫтағы аҡланды күҙәтәләр.
- •Шаршау. Икенсе бүлек.
- •Ишек яғынан ағас ботағы һынған тауыш ишетелә.
- •Ҡая ишегенән бер ҡосаҡ ҡурай үләне тотҡан Салауат күренә.
- •Салауат ҡурайҙарҙы бер мөйөшкә һала.
- •Аллағыуат ҡулындағы төргәк эсенән һаҡ ҡына йомран сығара. Салауат килеп ҡарай.
- •Бөркөт ситлегенең ҡара япмаһын аса. Ситлек ишеген асып йомранды һалырға итә. Бөркөт балаһы уның ҡулын суҡый. Аллағыуат йәһәт кенә йомран менән бергә ҡулын тартып ала.
- •Йомранды алып ситлеккә тыға. Был юлы бөркөт суҡымай. Ҡулын ала. Күмәкләп ашармы юҡмы икәнен күҙәтәләр.
- •Бер мөйөштән кипкән ботаҡтар килтереп малайҙар уҡ юна башлайҙар.
- •Бөркөт тауышланып ҡуя. Барыһы ла ситлек янына килә.
- •Бөркөт тауышланып ҡуя. Малайҙар бергәләп сығып китәләр.
- •Салауаттар штабы. Салауат үҙе генә ултыра. Сәхнә ҡараңғы. Салауаттың тауышы.
- •Аллағыуат бер мөйөштәге теҙелгән таштарҙың береһен күтәреп көсләнә башлай.
- •Салауат бер үҙе.
- •Аллағыуат инә. Салауат ситлектән һыу һауытын ала.
- •Ботаҡ һынған тауыш ишетелә.Икеһе лә шым ҡалып тыңлай. Бер аҙҙан ишектән Зөбәйер күренә.Ҡулында бер ҡосаҡ сәскә.
- •Шулай атышалар.
- •Салауат атыуҙан туҡтап.
- •Салауат менән икәүләп Сәлимгә уҡ атырға өйрәтәләр.
- •Сәлим ата. Торонбаш ҡолай.
- •Ата. Теймәй.
- •Салауаттың арҡаһынан ҡағалар.
- •Аллағыуат менән Салауат ян-уҡты йәшерәләр.
- •Сығалар.
- •Шәриф тап бая Салауаттар ян йәшергән ҡыуаҡ араһынан бер таяҡты тарта, ул ян булып сыға.
- •Салауат килеп инә.
- •Салауат та, Аллағыуат та сыға.
- •Салауат килеп инә. Ҡулында ҙур бысаҡ. Тирә-яҡҡа ҡарана.
- •Ашығып, бик борсоулы ҡиәфәттә Аллағыуат инә.
- •Сыға. Салауат яңғыҙы.
- •Гөлбикә кеҫәһенән айыуҙың тырнағын сығара.
- •Һәндерәлә Салауат ята. Ипләп кенә баҫып Аллағыуат менән Сәлим инә. Икеһенең дә ҡулында кескәй төргәк.
- •Аллағыуат, Сәлим бер-берһенә ҡараша.
- •Ишек шаҡыйҙар. Ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына Хәким күренә. Сәлим менән Аллағыуат уға ҡаршы атлайҙар.
- •Ишек асыла. Шәриф күренә. Ҡулында ҡара япмалы ҡош ситлеге.
- •Барыһы ла аптырап ҡала.
- •Ишектән Зөбәйер күренә. Ҡулында бер туҫтаҡ бәрәмәстәр һәм ҡурай.
- •Сәлим ҡыйыуһыҙ ғына ҡурайҙы алып өрөп ҡарай. Шунан бер моңло көй уйнап ебәрә.
- •Бөркөт балаһы тауышлана.
- •Бөркөт балаһы ҡыуанып тауышлана. Күмәкләп Салауаттын “Тыуған илем” шиғырына яҙылған йырҙы йырлайҙар.
Гөлбикә кеҫәһенән айыуҙың тырнағын сығара.
Гөлбикә. Бына!
Зөләйха. Абау! Нимә ул?
Гөлбикә. Айыуҙың тырнағы ла инде. Зөбәйер ағайым теге айыуҙың тиреһен тунағанда һорап алып ҡалған. Һунарға сыҡҡанда ошо тырнаҡты муйынға аҫып сыҡһаң януарҙан һаҡлай, ти.
Зөләйха. Ә кемдәр тотҡан ул айыуҙы?
Гөлбикә. Бәй, әйтмәнемме ни? Һуң Салауат бер үҙе йөрәгенә бысаҡ ҡаҙап үлтергән ул айыуҙы. Хәкимгә ташланған да Салауат уны ҡотҡарам тип айыуҙы үлтергән. Яланда Салауат иҫһеҙ, айыу үлеп ята ине, ти атайым.
Зөләйха. Ысынлап та батыр шул беҙҙең Салауат! (тырнаҡты ҡулына алып) ҡара әле, ошондай ҙур тырнаҡ Салауаттың яурынына инеп китһен сәле?
Гөлбикә. (тырнаҡты алып кире кеҫәһенә һала) Шулай шул. Ағайым һиҙмәҫ борон уны кире урынына һалып ҡуяйым әле. (ашығып китә башлай)
Зөләйха. Ә... Салауат... бәрәмәстәрҙе. Гөлбикә, аҙ ғына көтөп тор. Хәҙер бәрәмәсте мейескә ҡуям. Сәй эсербеҙ.
Гөлбикә. Аҙаҡ килермен.
Зөләйха. Ней... Салауат иҫенә килгәс ашар ине. Бәрәмәстәрҙе. Һин Зөбәйер ағайыңа бирерһең дә ул Салауаттарға алып барыр.
Гөлбикә. Мин дә еләк бәлеше бешерҙем. Һуңғараҡ килеп алырмын. (сығып китә)
Зөләйха. Ырыу батырының тәненә көс-ҡеүәт бирегеҙ! (Бәрәмәстәрҙе һыйпай. Мейестәге утты болғай.) Гөлбикә килгәнсе ҡайнап та сығыр самауырым. (һоҫҡоға мейестән ҡуҙ ала ла сәхнәнән сығып китә).
10-сы күренеш.
Һәндерәлә Салауат ята. Ипләп кенә баҫып Аллағыуат менән Сәлим инә. Икеһенең дә ҡулында кескәй төргәк.
Аллағыуат.(Салауат янына килеп) Салауат!(Ипләп кенә яурынына ҡағыла. Ыңғырашып ҡуя ла Салауат күҙҙәрен аса) Салауат! Был мин.
Салауат. Ә-ә, Аллағыуат! (Йылмая) Шунан...
Аллағыуат. Хәлеңде белешергә килдек.(Сәлим дә янына килә) Сәлим менән...
Сәлим. Яраларың һыҙлайҙыр инде.
Салауат. Түҙерлек.
Сәлим. Бына әсәйем һиңә тип йәш ҡорот биреп ебәрҙе. Тиҙерәк һауыҡһын, ти.
Салауат. Рәхмәт!. ( Сәлим ҡоротто ҡуя).
Аллағыуат. Тағы ла беҙ һинең яраңды майларға бурһыҡ майы килтерҙек.
Сәлим. Әсәйем әйтә, яраның һыҙлауын баҫа, тиҙ уңалта, ти
Салауат. Ә бурһыҡты нисек ...
Аллағыуат. (бүлдереп) Сәлим менән икәүләп тоттоҡ.
Салауат. Рәхмәт, дуҫҡайҙарым. (Ҡалҡынырға итә лә һыҙланып кире ауа) Ой, ныҡ эләккән ахыры. Айыухан мине яратҡан, ныҡ ҡосаҡлаған. Арҡа янып бара. Хәкимгә ташланған айыуҙы ғына хәтерләйем, ҡалғаны онотолған да ҡуйған.
Сәлим. Ярай Хәким тиҙ генә ауылға йүгергән. Юғиһә ҡаның ағып бөтөп үлер инең. Былай ҙа өс көн иҫһеҙ яттың.
Аллағыуат.(ғорурланып) Ә айыуҙың тап йөрәгенә ҡаҙағанһың бит бысаҡты.
Салауат. Кит юҡты! Мин йөрәге тапҡыры икәнен белмәй ҙә инем.
Сәлим. Айыуға ҡабырға яҡлап килгәс, ҡапылғара һине аңғармай ҡалғандыр.
Аллағыуат. Айыу бейегерәк бит. Һин уның ҡултығы аҫтынан ингәнһең дә ҡаҙағанһың бысаҡты.
Салауат. Ярай әле ул бысаҡ булған. Хәкимйән, айыуҙы күргәс, тораташтай ҡатты ла ҡуйҙы . Етмәһә, эйелеп таяҡ алырға итә. Айыу үкереп уға ташланды ла ҡуйҙы.
Сәлим. Бөтә ауылды шаҡ ҡатырҙың, Салауат! Бер көндә тирә-яҡтың данлыҡлы батырына әйләндең, Салауат!
Аллағыуат. Эйе, ун дүрт йәштә айыуға ташланғас, ун һигеҙҙә кем булыр, тип һоҡланалар.
Салауат. Эй, ҡуйығыҙсы. Мин батыр булам тип ташланғанмындыр шул? Күрәләтә берәүҙе бәләлә ҡалдырып булмай ҙа. Минең урында һеҙ ҙә шулай итер инегеҙ. Ә-ә, ней, Балапан?! Табылдымы?