Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Балапан.для инет.doc
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.05.2025
Размер:
242.18 Кб
Скачать

16

Лилиә Һаҡмар

Балапан - бөркөт балаһы

Драма

(2 бүлектә)

Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн

Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевҡа бағышлана.

Ҡатнашалар:

Салауат - 14 йәш

Аллағыуат - 14 йәш

Хәкимйән - 14 йәш

Зөбәйер - 14йәш

Шәриф – 13йәш

Сәлим – 13 йәш

Г өлбикә - 12 йәш

Зөләйха – 12 йәш эпизодта

Зиннәт- 13 йәш.

Ваҡиғалар башҡорт ерендә сама менән бынан 240 йыл элек бара.

Беренсе бүлек

1-се күренеш.

Матур йәйге ялан. Сәхнә артынан бер ҡатын тауышы ишетелә.“ Ҡыҙҙар, бик алыҫҡа китмәгеҙ! Аҙашырһығыҙ. Оҙаҡламай ҡайтырбыҙ!” Ҡыҙҙар яуап бирә: “Ярай.”, ” Анау аҡлан ситен генә ҡарайбыҙ ҙа…” Ҡулына талдан үрелгән тырыз тотоп, ергә текләп еләкле урынды эҙләй-эҙләй Гөлбикә сыға.

Гөлбикә. Зөләйха, кил бында. (йәһәт кенә эйелеп, еләк сүпләй башлай.)

Зөләйха. Хәҙер. Алдымдағын йыяйым да…унда күпме ни?

Гөлбикә. Эйе.

Зөләйха сыға. Гөлбикә янына килеп сүгәләй. еләк йыялар.

Гөлбикә. Иртәгә һабантуй яланына сәғәт байрамына сығаһыңмы?

Зөләйха. (еләккә әүрәп уны ишетмәй) һу-у-у, бында күп икән…

Гөлбикә. Әйттем бит. Сыҡмайһыңмы?

Зөләйха. Ҡайҙа?

Гөлбикә. Иртәгә, яланғасы?

Зөләйха. Ә-ә-ә, байрамғамы?

Гөлбикә. Эйе. Еңгәйем миңә яңы күлдәк тегеп ҡалды. Иртәгә кейерһен ти.

Күрше ауылыдағы Марусәнән алған тауарын.

Зөләйха. Былтыр минең әсәйем дә шул Марусәнән матур тауар алып ҡайтҡайны. Һабантуйға күлдәк тегеп кейҙе. Икенсе юлы миңә лә алып ҡайтырмын тине.

Гөлбикә. Улар тауарҙы Мәскәүҙең үҙенән килтерәләр икән. Әсәйем әйтте.

Зөләйха. Ҡара әле, ниндәй ҙур еләк.

Гөлбикә. Сыҡмайһыңмы ни?

Зөләйха. Иртәгәме?

Гөлбикә.Теләйһеңме, мин һиңә үҙемден бер матур күлдәгемде биреп торам.

Зөләйха. Әлләсе.

Гөлбикә. Уны мин әле бер байрамға ла кейгәнем юҡ. Ысын!

Зөләйха. Уңайһыҙ бит.

Гөлбикә.Сығабыҙ, сығабыҙ. Иртәнсәк үҙем килермен һеҙгә. Тау урамы малайҙары ла сыға.

Зөләйха. Кемдәр?

Гөлбикә. (серле генә итеп) Ә һинең кемдәрҙе күргең килә?

Зөләйха. Эй ошо Гөлбикәне! Алдына алғанды ҡуймай.

Гөлбикә. Зөбәйер ағайымдан ишетем. Хәким Асманды ла алып сыға,ти.

Зөләйха. Кем ул Асман?

Гөлбикә. (көлә) Ул кеше түгел дә инде. Теге Һабантуйҙа беренселекте алған айғырсы? Вәт шәп юрта тиҙәр.

Зөләйха.Шунан, Асманды алып сыҡһа ни була. Сәғәт байрамында ат сабыштырмайҙар бит.

Гөлбикә.Тағы ла Салауат, Сәлим дә сығалар, тине ағайым.

Зөләйха. Салауаттарға кисә знакумдары килгәйне. Атаһы Юлай старшина менән ҡайҙалыр киттеләр.

Гөлбикә. Китһә ни. Иртәгә ҡайтырҙар әле. …

Тауыш ишетелә: “Гөлбикәү, Зөләйха, әйҙәгеҙ, әйҙә. Ҡайтыу яғына ынғайлағыҙ!”

Зөләйха.Ана, ҡайталар. Әйҙә, киттек.

Гөлбикә. Кискә килермен. Күлдәкте күрһәтермен. Матур ул…

Икәүләшеп сығып китәләр.

2-се күренеш.

Киң ялан. Алыҫтан байрамға йыйылған кешеләр тауышы ишетелә. Ирҙәр тауышы: “ Әсәһе, самауырҙы яңыртырға кәрәк, ана, балалар сәй эсмәне…” Ҡатындар тауышы: “ Хәкимйән улым, шишмәнән һыу ғына килтереп самауырға һалсы?...” “Балалар, сеүегеҙ, байрамда талашыу килешмәй” , “ Гөлбикә ҡыҙым, барығыҙ Зөләйха менән барып сәйгә мәтрүш, еләк япрағы килтерегеҙ”. Хәким Асман исемле атын байрамға килтергән. Шәриф менән Сәлим Хәкимдән менгегә тай һорайҙар.

Шәриф. Бер тапҡыр ғына… ҡыумайым, Хәким ағай, әкрен генә… йылға буйлатып ҡына.

Хәким. Сапмағас, нимәгә һинә Асман? Ул бит ярыш аты.

Сәлим. Миңә, миңә… һин теге юлы уҡ вәғәҙә иттең. Һиңә иртәгә бер киҫәк шәкәр алып сығырмын.

Хәким. Шәкәр, тиһеңме? Ҙурмы?

Сәлим.(баш бармағының башын күрһәтеп) Ҙур! Бына ошондай. Миңә теге юлы атайыма килгән Иван биргәйне. Һаҡлап һалып ҡуйғайным.

Хәким. Ярай. Тәүҙә шәкәренде күрһәтерһең, аҙаҡ бирермен.

Шәриф. Ә миңә, миңәсе?

Хәким. Йә, шымығыҙ. Бөгөн берегеҙгә лә бирмәйем. Үҙем генә менәм.

Шәриф.(ситкә ҡарап) Эй, малайҙар, ҡарағыҙ, ҡарағыҙ. Салауат та ат менеп килгән икән.

Хәким. Ҡайҙа?

Шәриф. Ана! Шишмә яғына ыңғайланы.

Хәким. Күрәм, күрәм, һуҡырмындыр шул.

Сәлим. Шәриф, әйҙә унан һорап ҡарайыҡ.

Хәким. Һы, уның алашаһы менән ҡайҙа сапмаҡ булаһығыҙ?

Сәлим. Бер ҙә алаша түгел. Һабантуйҙағы сабышта тояғын имгәтмәһә һинең Асманыңды үтер ине.

Шәриф. Шулай, шулай. Атаһы старшина була тороп алама тай менеп килмәҫ. Киттек, Сәлим.

Сәлим. Туҡта. Атын һуғарып сыҡһын да. Ҡарап торайыҡ.

Хәким.(һыҙғырып ебәрә) Зөбәйер, кил әле бында!

3-сө күренеш.

Ҡулына бер ус мәтрүшкә тотҡан Зөбәйер килеп инә.

Зөбәйер. Нимә?

Хәким. Бар Аллағыуатты саҡыр!

Зөбәйер.Нимәгә? Мин сәйгә мәтрүш йыям бит.

Хәким. Саҡыр тигәс, саҡыр. Тиҙ бул!

Зөбәйер. Ярай, Хәким ағай!

Зөбәйер сыға. Бер аҙҙан Аллағыуат менән бергә килеп инә. Ҡулында мәтрүшкәһе бар.

Аллағыуат. Саҡырҙыңмы?

Хәким. (егеттәрҙен уртаһына баҫып) Шунан, кемегеҙ Асманды менергә теләй?

Шәриф менән Сәлим бер-береһенә ҡарашып ала. Бер ни ҙә өндәшмәйҙәр.

Аллағыуат. Бирҙе ти, бирмәй ҙә ни. Һин шуға ышанаһыңмы, Зөбәйер?

Хәким. Ысын, ысын. Бөгөн бирәм. Тик бер шартым бар.

Аллағыуат. Йә һуң әйтеп ҡара.

Шәриф. Ышанма, Аллағыуат.

Зөбәйер. (Аллағыуаттың еңенән тартып) Һора, һора, нимә тиер икән?

Хәким. Кем дә кем хәҙер, бына ошонда …(барыһы ла һыр бирмәһәләр ҙә иғтибар менән тынлайҙар) Ҡыҫҡаһы, көрәшәбеҙ! Кем еңеүсе була, Асман шуныҡы! (Барыһының да иғтибары арта)

Сәлим. Алдаштырмаҡ була. Үҙенең көслө икәнен белә.

Шәриф. Кем һинең кеүек гел дә Һабантуйҙарҙа көрәшеп йөрөгән?

Аллағыуат. Йәштәр араһында быйыл да еңеп сыҡтың да инде? Барыбыҙҙы ла еңеп, беҙҙе һемәйтергә уйланыңмы?

Хәким. Зөбәйер, бар, йәһәт кенә таҫтамал килтер! Ҡурҡмағыҙ, был юлы мин көрәшмәйем.

Сәлим. Әй, Зөбәйер, туҡта! Икмәк һынығы ла килтер!

Зөбәйер. Нимәгә? Ашарғамы?

Сәлим. Килтер тигәс, килтер, нимә төпсөнәһен? Ташла шул үләндәреңде!

Зөбәйер йүгереп сығып китә. Хәким ялан уртаһындағы үләнде тапап, көрәш майҙаны әҙерләй. Аллағыуат, Шәриф, Сәлим дә көрәшкә әҙерләнә. Салбар бауҙарын тарттыра бирәләр, аяҡтарындағы ҡаталарын сисәләр, күлдәктәренең иҙеүен ысҡындыралар.

Шәриф. Сәлим, көрәшкәндә мин күлдәгемде сисмәйем. Таҫтамал билде һыҙыра.

Сәлим. Сисһәң яйлыраҡ була ул.

Аллағыуат. Эй, ул Хәкимдең әйткәненә ышанһаң?

Шәриф. Хәким ағай алдамай ул. Их, ошо Сәлим кеүек көслө булһаң ине.

Аллағыуат. Һинең атайың да көрәшсе лә инде, Шәриф.

Шәриф. Булһа ни…

Ҡулына таҫтамал, бер киҫәк икмәк тотҡан Зөбәйер күренә. Мәтрүшкәләре юҡ. Йүгереп килеп таҫтамалды Хәкимгә тоттора. Аллағыуатҡа килә.

Зөбәйер. Бына! Һораның бит!

Аллағыуат. (икмәкте алып өҫкә күтәрә лә) Эй, малайҙар, ҡарағыҙ! Хәким тәүҙә ошо икмәкте тотоп ант итһен.

Сәлим. Дөрөҫ!

Хәким. Бына ҡарағыҙ! (икмәкте тотоп ант итә) Кем дә кем кәрәштә еңә, шуға Асманды менергә бирәм. Икмәк өҫтө! Ант!

4-се күренеш.

Малайҙар уртаға йыйылып көрәшә башлайҙар. Сыр-сыу киләләр. бер-береһенә өйрәтәләр. Шул саҡ сәхнәгә Салауат килеп сыға.Тәүҙә, уйынға әүрәп, уны күрмәйҙәр. Хәким уны күреп ҡала.

Хәким. Салауат, ҡайҙа толпарың?

Салауат. Утлауҙа. ә нимәгә һиңә минең атым?

Сәлим. Һаумы, Салауат!

Башҡа малайҙар ҙа көрәшеүҙән туҡтай. Барыһы ла Салауатҡа ҡарай.

Хәким. Нимәгә килдең?

Салауат. Аллағыуатты күрәйем тигәйнем, һеҙ бында… нимәгә һуғышаһығыҙ?

Сәлим. Һуғышмайбыҙ, көрәшәбеҙ генә.

Аллағыуат. Еңеүсегә Хәким Асманды бирә.

Шәриф. Әйҙә, Зөбәйер, бөтмәнек бит.

Улар тағы көрәшә башлай. Бер яҡта Салауат, икенсе яҡта Хәким тора. Улар иғтибар менән көрәшеүселәрҙе күҙәтәләр. Кемеһенәлер өйрәтеп ебәрәләр. Сәлим еңеп сыға. Хәким дә ҡыҙығып китә.

Хәким. Ендең, Сәлим, Асман һинеке!

Сәлим. Әйҙә икәү көрәшеп ҡарайыҡ? Былай ғына.

Хәким. Әйҙә!

Көрәшәләр. Хәким енә. Малайҙар Салауатты өгөтләйҙәр.

Шәриф. Салауат, әйҙә һин дә Хәким ағай менән көс һынашып ҡара?

Салауат. Шулай тиһеңме?

Аллағыуат.Әйҙә, Салауат, теге юлы һабантуйҙа көрәшә алманың бит. Моғайын еңер инең үҙен.

Хәким. Ниңә, әллә Салауатты еңә алмаҫ тиһегеҙме?

Шәриф. Әлбиттә еңәсәкһең!

Зөбәйер. Салауат көрәшһә, теге һабантуй тәкәһе Хәкимгә эләкмәҫ тә ине.

Салауат. Әҙерһеңме, Хәким?

Хәким. Әйҙә!

Хәким менән Салауат көрәшә. Зөбәйер менән Аллағыуат Салауатты яҡлашып сыр-сыу киләләр. Шәриф Хәкимде яҡлай. Сәлим бик ҡыҫылмай. Ситтәрәк тора. Салауат еңә. Хәкимдең күңеле кителә.

Хәким. (һыр бирмәҫкә тырышып) Минең бөгөн көрәшә торған көнөм түгел ине.

Сәлим. Йә, хәҙер кемгә Асман? Салауат еңде бит!

Хәким. Юҡ, Салауат менән былай ғына. Әйҙә, Сәлим!

Шәриф. Хәким ағай, мин дә барайыммы?

Хәким. Әйҙә һуң!

Зөбәйер. Салауат, әйҙә бергәләп һинең тайыңда сабайыҡ!

Аллағыуат. Мин дә.

Салауат. Әйҙә, Хәким, һин дә кил!

Хәким. Оҙон һаҙ буйына килмәгеҙ, үҙебеҙ сабабыҙ, белдеңме?

Салауат. Сабырға ғына ялан табырбыҙ.