
- •Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу методикаһының дөйөм мәсьәләләре (лингвистик, әҙәби, педагогик, психологик нигеҙҙәре, төп принциптары, уҡытыу методтары).
- •14Мәктәптә “Морфология” бүлеген өйрәнеүҙең бурыстары, йөкмәткеһе, дәреслектә бирелеше. Үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре тураһында дөйөм төшөнсә.
- •15.Башҡорт теле дәрестәрендә “Исем” һүҙ төркөмөн өйрәнеү, рус теле менән сағыштырып уҡытыу алымдары.
- •22.Уҡыусыларҙың яҙма телмәрен үҫтереүҙә изложениеларҙың роле, төрҙәре, яҙҙырыу методикаһы, тикшереү, баһалау.
- •Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү методикаһы.
- •25.Стилистиканы һәм пунктуацияны өйрәтеү методикаһы.
- •34Башҡорт теле дәрестәрендә телмәр үҫтереүҙең бурыстары, йөкмәткеһе, принциптары.
- •34.Телмәр үҫтереүҙең бурыстары, йөкмәткеһе, күләме, принциптары, телмәр үҫтереүҙә һүҙлек эше.
- •37.Мәктәптә эпик әҫәрҙәрҙе өйрәнеү үҙенсәлектәре.
- •39.Драма әҫәрҙәрен уҡытыу методикаһы.
- •41.Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү этаптары.
- •43. Әҙәби -теоретик төшөнсәләрҙе өйрәнеү
- •48.Мостай Кәрим ижадын өйрәнеү.
- •50.Мәктәптә ғ.Хөсәйенов ижадын өйрәнеүүҙенсәлектәре.
34Башҡорт теле дәрестәрендә телмәр үҫтереүҙең бурыстары, йөкмәткеһе, принциптары.
Телмәр үҫтереүгә уҡыусыларҙың аңын, белемдәрен байытыу, тел сараларын грамматик һәм стилистик яҡтан дөрөҫ ҡулланып, үҙ фекерҙәрен формалаштырыуға бағышланған бөтә эштәр системаһы инә. Был эштәр һөҙөмтәһендә уҡыусылар: 1)әҙәби телдең нормаларын үҙләштерә, телмәр культураһына эйә була; 2)тел сараларын аралашыу маҡсатына, телмәр йөкмәткеһенә ярашлы файҙаланыу ала; 3)үҙ фекерҙәрен логик яҡтан эҙмә-эҙ, бәйләнешле, грамматик һәм стилистик яҡтан дөрөҫ, аңлайышлы, йыйнаҡ итеп һөйләү, яҙыу күнекмәләрен формалаштыра. Йөкмәткеһе: 1)Телдең фонетик законлылыҡтары нигеҙендә дөрөҫ әйтеү күнекмәләре биреү; орфоэпик нормаларҙы өйрәтеү, тасуири уҡыу күнекмәләре биреү.2)Лексика өҫтөндә эш. Ул үҙ эсенә һүҙҙәрҙең, фразеологизмдарҙың мәғәнә үҙенсәлектәрен ныҡлы аңлау, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү, лексик стилистиканы өйрәнеүҙе ала.3)Һүҙбәйләнеш, һөйләмдәр м-н эш. Ул телдең грамматик төҙөлөшөн, һүҙбәйләнеш, һөйләмдәр төҙөү, уларҙы бер-береһенә бәйләү законлылыҡтарын, синтаксик синонимиканы ныҡлы үҙләштереүҙе алға ҡуя.4)Бәйләнешле телмәр төҙөү күнекмәләрен формалаштырыу, үҫтереү.
Телмәр үҫтереү – тел уҡытыу методикаһының ҡатмарлы өлөшөн тәшкил итә: әҙәби телдең нормалар системаһын, законлылыҡтарын үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү конкрет бер лексик-грамматик тема м-н генә сикләнмәй, ә тел һәм әҙәбиәт буйынса программала күрһәтелгән бөтә материалды өйрәнеү барышында, бөтә уҡыу йылдарында ла дауам итә. Тел фәненеү билдәле темаһын өйрәнеү процесында телмәрҙең ошо темаға ҡағылышлы үҙенсәлектәре тикшерелә. Мәҫәлән, фонетиканы өйрәнгәндә телмәр темпы, тауыш тембры, һүҙ, фраза баҫымы, һөйләү телмәрендә һүҙҙәр тәртибе, орфоэпик, интонацион үҙенсәлектәр, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу күнекмәләре өҫтөндә эш ойошторола. Уҡыусылар IX класты тамамлауға үҙ фекерҙәрен, телмәр йөкмәткеһенә, тәғәйенләнешенә, аралашыу шарттарына ҡарап, әҙәби телдең бөтә нормаларын файҙаланып һөйләшә, яҙа белергә тейеш. Уҡыусыларҙың тел байлығын, телмәр культураһын үҫтереү бөтә уҡытыусыға үҙ фәненә хас төшөнсәләр, терминдар м-н байытып, телмәрҙә уларҙы дөрөҫ һәм урынлы ҡуллана белергә өйрәтеү бурыстары тора. Принциптары:1)Фекерләү, телһәм телмәр эшмәкәрлегенең берҙәмлеге. Тел – тарихи ерлектә барлыҡҡа килгән, абстрактлаштырылған, дөйөмләштерелгән, шымартылған шартлы билдәләр системаһы. Тел халыҡҡа хеҙмәт итә, шәхес үҙенсә үҙгәртә генә ала. Телмәр – телдең тышҡы күренеше, йәшәйеше, функцияһы, телде файҙаланыу ысулы. Тел берәмектәрен берләштереү һөҙөмтәһендә фекерләү процесын сағылдыра.2)Телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре араһындағы бәйләнеш. Һөйләү, тыңлау, уҡыу, яҙыу процестары бәйләнештә булып, бер-береһенә йоғонто яһай.3)Телмәр күнекмәләрен эҙмә-эҙ формалаштырыу: а)тематик бәйләнеш (мәҫ., көҙ тур-да хикәйә тыңлау, уҡыу, һөйләү, яҙыу); б)сығанаҡтар яғынан бәйләнеш (күҙәтеү, баштан кисергәндәр буйынса һөйләү, яҙыу); в)һөйләү, яҙыу күнекмәләренең үҙ-ара бәйләнеше. 4)Телмәр үҫтереүҙең лексик, грамматик, пунктуацион, стилистик эштәргә бәйләнеш: а)тел сараларының грамматик тәбиғәтен өйрәнеү; б)лексик, грамматик материалдың стилистик үҙенсәлектәрен өйрәнеү; в)тел сараларының функцияһын аңлау, дөрөҫ файҙаланыу, урынлы ҡулланыу.5)Телмәр үҫтереүҙең стилистик йүнәлеше.