Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
расп шпроры метод.docx
Скачиваний:
2
Добавлен:
01.05.2025
Размер:
75.29 Кб
Скачать

25.Стилистиканы һәм пунктуацияны өйрәтеү методикаһы.

Стилистика телмәр стилдәре һәм уларҙа тел сараларын ҡулланыу законлылыҡтары тураһында фән.Маҡсаты: туған тел тураһындағы фәндең төрлө бүлектәрен(фон,лек,фраз.я, граммтика) өйрәнгәндә, тел сараларының төрлө функциональ стилдәрҙә ҡулланылыу законлылыҡтарын тикшереү стилистиканың төп маҡсатын һәм бурастарын билдәләй.(программаны ҡарарға.)Принциптары-Грамматика менәнстилистиканың органик бәйләнеше принцибы; аналитик һәм синтетик эштәрҙең үҙ-ара бәйләнеше принцибы; һөйләмдәр,текстар араһындағы стилистик үҙенсәлектәрҙе асыҡлау принцибы.(йәнле һөйләү, фәнни,рәсми,публицистик,художестволы, эпистоляр)Стилистик күнегеү төрҙәре һәм уларҙы үткәреү методикаһы – Күнегеү төҙәре: 1. Аналитик Күнегеүҙәр: тел Сараларын (һүҙҙәр,һөйләмдәр,һүҙҙәр,текстар) сағыштырыу, анализлау. Аналитик күнегеүҙәр уҡыусыларҙы конструктив,ижади эштәргә әҙерләй һәм тел сараларын телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға ориентир бирә.(Мәҫәлән:әҙер текстарҙың стилен билдәләү,тектсарға стилистик анализ) 2.аналитик синтетик күнегеүҙәр: артыҡ һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе,абзацтарҙы алып ташлау;тел сараларын синоним варианттары менән алыштыру, кәрәкле элементтарҙы өҫтәү.3.Синтетик(конструктив)күнегеүҙәр.4.Ижади күнегеүҙәр. Алымдар- уҡытыусының һөйләп аңлатыуы, уҡыусылар менән эвристик әңгәмәһе, балаларҙың дәреслектәге материалды уҡып үҙләштереү.Практикала улар үҙ-ара үрелеп, берләшеп, тотош бер комплекс барлыҡҡа килтерәләр.

Пунктуацияға өйрәтеү методикаһы-.Пунктуация яҙма телмәрҙәге тыныш билдәләре системаһын өйрәнә.П яҙыуҙа телмәрҙәге мәғәнәне, йөкмәткене, фекерҙе, төрлө мәғәнәүи биҙәктәрҙе айырырға, һөйләм менән һөйләм араһындағы сикте билдәләргә ярҙам итә. Принциптары-грамматик принцип пунктуацияны һөйләм төҙөлөшөндә грамматик принцип итеп ҡарай. Мәғәнәүи принцип пунк.ң билдәле бер мәғәнәүи йөкмәткегә эйэ булыуын иҫбатлай. Интонационпринцип пунк.ң интонацияны биреүҙә ҙур роль уйнауын билдәләй. А.В.Текучев Мәғәнәүи- грамматик принципты ғына айыра.(Аҙнағолов)Пунк.ға өйрәтеүҙә берҙәмлеккә иғтибар итергә кәрәк. Пунктуацияға өйрәтеү этаптары- 1 этап-башл.с класт.ҙа өйрәнелә-һөйләм аҙ.да . , ? !ҡуйыла, һәм теркәүесе м/н килгән тиң киҫ.ҙә өтөр ҡуйылмай, ә, ләкин терк.ре алдынан өтөр ҡуйыла,тура телмәрҙәге тын. билдәләре өйрәнелә. 2 этап-4-се класта пунктуация м/н танышыу тиң киҫ.р темаһы, өндәш һүҙ, ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре. 3 этап- морфологияны өйрәнгәндә уҡыусы шул белемен һәр дәрес һайын камиллаштыра, нығыта. 4-се этап- 6-8 кластарҙа уҡыусы махсус синтаксис бүлеген уҡый.пунктуацияның ҡалған бөтә өлөштәрен өйрәнә. Ҡағиҙәләрҙе аңлатыу методикаһы-яңы теманы аңлатҡанда, таблицалар, карточкалар, картиналар һәм башҡа күргәҙмәлелек ҡулланырға була. Унан тыш уҡыусыларға телдән һәм туған әҙәбиәттән элекке белеменә таянырға, үҙҙәренән һығымта сығырырға, һөйләмдәр уйлатырға, маҡсатҡа ярашлы кескәй хикәйәләр уйлатырға, тикшерергә мөмкин. Ләкин нидалым ҡулланғанда ла дәреслек менән эш, дәреслектәге күнегеүҙәрҙе мөмкин тиклем тулыраҡ эшләтергә кәрәк. Дәрес аҙағында уҡыусы ҡағиҙәне аңлы үҙләштерә алырлыҡ булһын.

26.Телмәр үҫтереүҙә изложениелар, изложение төрҙәре, яҙҙырыу методикаһы. 5-8 кластарҙа излож.е уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүҙә төп яҙма эштәрҙән һанала. Изложение өсөн бай йөкмәткеле, тәрән идеялы, уҡ.ға идея-политик, әхләҡи һәм эстетик тәрбиә бирерҙәй текстар һайлана. Изложение төрҙәре-ҡуйылған маҡсатҡа ҡарап, изл.р өйрәтеү һәм контроль характерҙа булалар. Уларҙы яҙҙырыр алдынан грамматик ҡағиҙәләр иҫкә төшөрөлә, текст тулы анализлана, орфогр.к, лексик-стилистик һәм пунктуацион хаталар иҫкәртелә, айырым һүҙҙәргә, фразаларға аңлатма бирелә. Контроль излож.е,ғәҙәттә, сирек һәм йыо аҙағында үткәрелә. Йөкмәткене биреү йәһәтенән тулы, текстҡа яҡын итеп яҙылған, ҡыҫҡартылған, һайланма һәм инша элементтарын үҙ эсенә алған изложениелар була. Изложение үткәреү тәртибе-1.уҡыусыларҙы әҙерләү этабы,2.эште башҡарыу.

27.Тиң киҫәкле һөйләмдәрҙе өйрәтеү.

6 класта тин киҫәктәрҙе үтеү һөйләмдәрҙә, текстарҙа тиң эйәләрҙе , хәбәрҙәрҙе, аныҡлаусыларҙы, хәлдәрҙе билдәләү, улар эргәһендә тыныш билдәләре ҡуйҙырыу к/к эштәр м/н башланырға мөмкин. Ошондай ҡабатлау күнегеүҙәрен үткәргәс, тиң киҫәктәр тураһындағы төшөнсәне уҡыусыларҙан әйттерергә, кластың әҙерлеге етеңкерәмәһә, билдәләмәне дәреслектән тәүҙә эстән уҡытырға, унан уҡыусыларҙан уҡытырға мөмкин. Артабан бөтә һөйләм киҫәктәренең тиң киҫәктәр булып килә алыуын, ҡайһы һүҙ төркөмдәренә ҡараған һүҙҙәрҙән килеүен күһәткән, иҫбатлауҙы талап иткән күнегеүҙәр эшләтеү ойошторолорға тейеш. Тиң киҫ.ҙе дөрөҫ интонация м/н уҡырға, әйтергә, улар эргәһендә кәрәкле тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуйып яҙырға өйрәтеү өсөн, тиң киҫәктәрҙе таный белеү кәрәк. Тиң киҫәктәрҙең һүҙ төкөмөнән килеүен уҡыусыларға төшөндөрөү ҙур әһәмиәткә эйә. Бының өсөн тиң киҫәктәрҙең бер килештәге, ләкин төрлө һандағы һәм заттағы һүҙҙәҙән, төрлө һүҙ төркөмдәренән дә килеүен күрһәтеү, иҫбатлау күнегеүҙәре эшләтелә.

28.Орфография уҡытыуҙың бурыстары, принциптары, орфографик ҡағиҙәләр менән эшләү юлдары.Бурыстары-Балалар үҙ фекерҙәрен матур итеп һөйләй белеү генә түгел, дөрөҫ һәм грамоталы яҙырға ла тейеш.Орфографик ҡағиҙәләр бер үк ваҡытта йәки эҙмә ҙлекле итеп итеп аңлатылмай.Был орфографик ҡағиҙәләрҙе билдәле бер система итеп уҡытыуға ҡамасаулай.Проф. Ж.Ғ.Кейекбаев башҡорт теле орфографияһы буйынса ҡағиҙәләр йыйылмаһын 5 төркөмгә бүлә:1.айырым һүҙҙәрҙең һәм ялғауҙарҙың яҙылышы.(сингармон законы, эргәләш торған тарт.ң ярашыуы йәки ярашмауы)2.һүҙҙәрҙең бергә, дефис һәм һыҙыҡ аша яҙылыуы. 3.һүҙҙәрҙе бер юлдан икенсе юлға күсереү.4.һүҙҙәрҙең ҙур хәреф менән яҙылыу осраҡтары.5.ҡыҫҡартылған һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.Орфогр.к ҡағиҙәләр төрө күп түгел.Улар 4,5,6 кластарҙа урын алған.Уҡытыусы шуларҙы билдәлн бер система һәм эҙмә эҙлеклек менән өйрәтергә һәм уҡыусыларҙың яҙыу күнекмәләрен практик рәүештә нығытырға бурыслы.Принциптары-Аңлылыҡ принцибы: Уҡыусы йөкмәткене тулы килеш биреү менән бергә аңлы рәүештә дөрөҫ яҙылышҡа ла иғтибар итә.Күп тапҡыр ҡабатлау арҡаһында ул автоматик рәүештә дөрөҫ яҙырға ла өйрәнә.Ҡағиҙәне күп тапҡыр ҡабатлау һөҙөмтәһендә генә шулай автоматик яҙыуға әйләнә.Системалылыҡ принцибы: Эҙмә эҙлелек боҙолһа, уҡыусыларға яңы теманы аңлатыуы бик ҡыйын. Иң алда балаларға тыныш йәки әйтелеш менән яҙылышта айырмаһы булмаған ҡағиҙәләр өйрәтелә, артабан улар яйлап ауырлаша бара.Тағы ла еңелдән ауырға, таныштан таныш түгелгә, ябайҙан ҡатмарлыға өйрәтеү эҙмә эҙлекле бойомға ашырыла.Орфографияға өйрәтеү принциптары уҡытыуҙың дөйөм принциптарына нигеҙләнә.(ост.е принципы). Орфографик ҡағиҙәләр менән эшләү юлдары-(см 1. Часть)ҡағиҙәнең күнекмәгә әйләнеүенә итибар итергә кәрәк.Тәүҙә күҙәтеү, ҡапма-ҡаршы ҡуйыу, анализлау мөһим. Шунан ҡағиҙәләр системаһы үҙләштерелә.Һуңынан был ҡағиҙәнең күнекмәгә әйләнеүе өсөн күнегеүҙәр эшләү кәрәк.Талаптар:балалрға аңлайышлы булыу, хәтерләү өсөн уңайлы һәм еңел булыу,ҡулланғанда ике төрлө аңлауға юл ҡуймау.Алымдар:күсереп алыу-1.туранан-тура күсереп яҙыу,2.өҫтәлмә эш менән күсереп яҙыу,3.ҡатмарландырып күсереп яҙыу,4. Тултырып күсереп яҙыу.Шулай уҡ диктанттар, аңлатмалы яҙыу,һүҙлектәр менән эш итеү.

30.Һөйләмдәрҙең айырымланған эйәрсән киҫәктәрен өйрәтеү методикаһы. Был булектэ өҫтәлмәлектәрҙең айырымланыуы-тәүге тема. Һөйләмдәрҙә йәки текстарҙа өҫтәлмәлектәрҙең айырымланмай һәм айырымланып килгән килгән осраҡтарын таптырыу һәм уларҙың ҡайһы һүҙҙе асыҡлауын, асыҡланыусы һөйләм киҫәгенә ҡарата ниндәй урында килеүен билдәләтеү к/к танып белеү күнегеүҙәре эшләтеү мөһим. 1. Зат алмашынан йәки исемдән килгән эйәләрҙе асыҡлап килеүсе ябай һәм тарҡау өҫтәлмәлектәр айырымлана.2.Эйәне белдергән һүҙ ҡабатланып, уға асыҡлаусы һүҙҙәр эйәргән тарҡау өҫтәлмәлектәр айырымлана.(хатта, бигерәк тә,айырыуса, күбеһенсә, шулай уҡ, тик, мәҫәлән өҫ.ре айырымлана).3.бөтә айырымланған ябай һәм тарҡау өҫтәл.р айырымлана.( интонация менән эш итеү) Аныҡлаусы түбәндәге шарттарҙа айырымлана:1.аныҡлаусыны асыҡлап,унан һуң килһә.2.аныҡлаусыны асыҡлап килгән аныҡлаусы тарҡау тарҡау аныҡ.сы булһа.3.асыҡланыусы аныҡлаусы тарҡау аныҡлаусыла ҡабатланып килһә.4. аныҡлаусы аныҡланыусы менән һанда, килештә ярашып килһә. Был эштәр башта айырмланған ябай һәм тарҡау аныҡ.ры булған һөйләмд.ҙә ул берәмектәрҙе эҙләтеү, уларҙы сағыштырыу аша ябай һәм тарҡау аныҡ.р булыуы тураһында уҡыусыларҙан һөҙөмтә яһатабыҙ.(потом уларҙың ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡараған ниндәй грамматик формалағы һүҙҙәрҙән килеүе, ябай йәки тарҡау берәмек булыуы аңлатыла).

29.Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен уҡытыу методикаһы.6 класта һөйләм киҫәктәре тигән теманы үтеү-түбәнге кластарҙа үдәрҙе ҡабатлау формаһында(башл.с син.та танышыу, 4-се класта баш һәм эй.киҫ.ҙе Һөйләмдәрҙә билдәләргә өйрәнә). Кунег.р еңел конструкциялы ябай һөйләмдәрҙәнтектар аша ойошторола. Эйәнең ни өсөн эйә булыуын билдәләү, билдәләмәһен әйтеү.эйәнең буйһонмауы аң.ла. уның уҙ аллы ябай һэм ҡушма һүҙҙән килеүе тур.да һөҙ.тә сығарабыҙ. Хәбәр тур.да шулай уҡ ябай һәм ҡушма(6 класс) һүҙҙәрҙән килә(ҡылым+модаль һүҙ,исем, ҡылым,сифат:аяҙ ине, ике ине). Эйә м/н хәб.ң һөйләм нигеҙен төҙөүсе баш киҫ.р булыуын аңлатыу. Эйәрсән ҡиҫ.ҙе өйрәнеү-текста, һөйл.ҙә аныҡл.сы билдәләү, уларға ? ҡуйҙырыу, ниндәй һүҙ төркөмөнән килеүен билдәләү. Тиң һәм тиң булмаған аныҡ.ң үҙенсәлектәрен билдәләү. Күнегеүҙәр. Уның төрлө һүҙ төркөмдәренән килеүен күрһәтеү. Өҫтәлмәлектәрҙе өйрәнеү(аныҡ.н айырмаһы- өҫтәл.к предметҡа өҫтәлмә исем дә бирә- уҡытыусы – математик).Тултырыусы - 6 класта тура һәм ситләтелгән телмәр тураһында мәғлүмәт бирелә.(билдәле һәм билдәһеҙ тура тултырыусы-төшөм килештәге һүҙҙәр-хат алдым,хатты алдым). Билдәһеҙ тул.сы м/н эйәне айырырға өйрәтеү.(бының өсөн 2 һөйләм сағыштырыла-Ғайса яһаны. Йәйә бик матур килеп сыҡты) Хәлде өйрәнеү. Дөйөм төшөнсә 4 класта, хәл төрҙәре 6 класта өйрәнелә. Хәлдәрҙең төрҙәре өйрәнелә.(тәүҙә ҡушма һүҙҙәрҙән,потом ҡшма һүҙ.н торған хәлдәрҙе үҙ эсенә алған текстарҙы һайларға кәрәк.) артабан хәл менән хәл булып килгән һүҙ төркөмдәренең үҙ аллы берәмек булыуын танырға, хәлдәр м/н һүҙ төркөмдәрен айырырға өйрәтеү күнегеүҙәре эшләтелә.

31.Стилистикаға өйрәтеү методикаһы (маҡсаты, бурыстары, стилистик күнегеү төрҙәре һәм уларҙы үткәреү методикаһы).Стилистика телмәр стилдәре һәм уларҙа тел сараларын ҡулланыу законлылыҡтары тураһында фән.Маҡсаты: туған тел тураһындағы фәндең төрлө бүлектәрен(фон,лек,фраз.я, граммтика) өйрәнгәндә, тел сараларының төрлө функциональ стилдәрҙә ҡулланылыу законлылыҡтарын тикшереү стилистиканың төп маҡсатын һәм бурастарын билдәләй.(программаны ҡарарға.)Принциптары-Грамматика менән стилистиканың органик бәйләнеше принцибы; аналитик һәм синтетик эштәрҙең үҙ-ара бәйләнеше принцибы; һөйләмдәр,текстар араһындағы стилистик үҙенсәлектәрҙе асыҡлау принцибы.(йәнле һөйләү, фәнни,рәсми,публицистик,художестволы, эпистоляр) Стилистик күнегеү төрҙәре һәм уларҙы үткәреү методикаһы – Күнегеү төҙәре: 1.аналитикКүнегеүҙәр:телСараларын(һүҙҙәр,һөйләмдәр,һүҙҙәр,текстар)сағыштырыу,анализлау. Аналитик күнегеүҙәр уҡыусыларҙы конструктив,ижади эштәргә әҙерләй һәм тел сараларын телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға ориентир бирә.(Мәҫәлән:әҙер текстарҙың стилен билдәләү,тектсарға стилистик анализ) 2.аналитик синтетик күнегеүҙәр: артыҡ һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе,абзацтарҙы алып ташлау;тел сараларын синоним варианттары менән алыштыру, кәрәкле элементтарҙы өҫтәү.3.Синтетик(конструктив)күнегеүҙәр.4.Ижади күнегеүҙәр. Алымдар- уҡытыусының һөйләп аңлатыуы, уҡыусылар менән эвристик әңгәмәһе, балаларҙың дәреслектәге материалды уҡып үҙләштереү.Практикала улар үҙ-ара үрелеп, берләшеп, тотош бер комплекс барлыҡҡа килтерәләр.

32.Ҡатмарлы синтаксик конструкцияларҙы өйрәтеү. Ҡатмарлы синтак.к конструкциялар уҡыусыларҙың теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр буйынса алған белемдәренә таянып өйрәнелә. Өс төрҙә булалар-а)күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм, б)ҡатнаш ҡушма һөйләм. в)теҙемдәр

а)күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм төрҙәре1. тиң әй.н һөй.р тип атала. 2.тиң булмаған эйәрсән һөйләмдәр.3. бер-бер артлы эйәреүсе һөйләмдәр. Уларҙа тыныш билдәләренең ҡуйылышын өйрәтергә.(тиң эйр.ле һөйл.ҙә үк,һәм теркәүестәре араһында өтөр ҡуйылмай; тиң һөйләмдәр араһында өтөр ҡуйыла, ә бащ һөйләм м/н йм м/н йәнәшә торғанында өтөр ҡуйылмай )күнегеүҙәр эшләү менән нығытыла. б)ҡатнаш ҡушма һөйләмдәрҙе киҫәктәргә бүлеп анализлайбыҙ. (Хәл ҡылым ялғауы менән бәйләнгән ваҡыт, рәүеш, дай, дәй, ҙай, ҙәй, лай, ләй, ялғауҙары ярҙамында бәйләнгән сағыштырыу һөйләмдәре баш һөйләмдең уртаһында килеп, үҙҙәре асыҡлаған һүҙҙәр м/н йәнәшә торһалар, баш һөйләмдән өтөр м/н айырылмайҙар.) Уҡыусыларҙан теҙемдәрҙе дөрөҫ интонация м/н уҡыуҙы, уларға синтаксик анализ яһауҙы, ни өсөнтеге йәки был тыныш билдәһенең ҡуйылышын аңлатыуҙы, теҙемдәрҙең төрҙәрен билдәләүҙе лә талап итергә кәрәк.

33.Ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен өйрәтеү методикаһы. Башта уҡ һүҙҙәрҙең үҙ-аллы һәм ярҙамсы һүҙәргә буленгәнен күрһәтәбеҙ( таҡтала һүҙҙәр, уларға һорау бирҙертәбеҙ).? Яуап биргәндәре лексик мәғәнә белдерә, яуап бирмәгәне-юҡ. Артабан лексик мәғ.нә аңлатҡан һәм аңлатмаған һүҙәрҙең һөйләм киҫәге булып килә алыу алмауы асыҡлау буыйынса эштәр ойошторола. Эштәр уҡыусылар эшләй алырлыҡ кимәлдә булырға тейеш. Һығымталар яһала. Һүҙ төкөмдәрен тәүге көндәрҙән өйрәнә башлағас,һөйләмдәр алып, ундағы һүҙҙәрҙең лексик мәғәнәләре, морфологик һәм синтаксик билдәләре асыҡлана һәм бер һуҙ икенсеһе м/н сағыштырыла килә.(исем-пред.ң атамаһын белд.рә, килеш м/н һҙгәрә; ҡылым пред.ң эшен белдерә, 3 заманда ҡул.ла)и т.д.