
- •Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу методикаһының дөйөм мәсьәләләре (лингвистик, әҙәби, педагогик, психологик нигеҙҙәре, төп принциптары, уҡытыу методтары).
- •14Мәктәптә “Морфология” бүлеген өйрәнеүҙең бурыстары, йөкмәткеһе, дәреслектә бирелеше. Үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре тураһында дөйөм төшөнсә.
- •15.Башҡорт теле дәрестәрендә “Исем” һүҙ төркөмөн өйрәнеү, рус теле менән сағыштырып уҡытыу алымдары.
- •22.Уҡыусыларҙың яҙма телмәрен үҫтереүҙә изложениеларҙың роле, төрҙәре, яҙҙырыу методикаһы, тикшереү, баһалау.
- •Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү методикаһы.
- •25.Стилистиканы һәм пунктуацияны өйрәтеү методикаһы.
- •34Башҡорт теле дәрестәрендә телмәр үҫтереүҙең бурыстары, йөкмәткеһе, принциптары.
- •34.Телмәр үҫтереүҙең бурыстары, йөкмәткеһе, күләме, принциптары, телмәр үҫтереүҙә һүҙлек эше.
- •37.Мәктәптә эпик әҫәрҙәрҙе өйрәнеү үҙенсәлектәре.
- •39.Драма әҫәрҙәрен уҡытыу методикаһы.
- •41.Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү этаптары.
- •43. Әҙәби -теоретик төшөнсәләрҙе өйрәнеү
- •48.Мостай Кәрим ижадын өйрәнеү.
- •50.Мәктәптә ғ.Хөсәйенов ижадын өйрәнеүүҙенсәлектәре.
22.Уҡыусыларҙың яҙма телмәрен үҫтереүҙә изложениеларҙың роле, төрҙәре, яҙҙырыу методикаһы, тикшереү, баһалау.
Изложение – төп яҙма эштәрҙең береһе. Уҡыусылар грамматик ҡағиҙәләрҙе, өйрәнелгән әҙәби әҫәрҙәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен, телүстиль үҙенсәлектәрен тәрәнерәк үҙләштерәләр, телмәр культураһына эйә булалар. Төрҙәре: өйрәтеү һәм контроль; тулы, тексҡа яҡын итеп бирелгән, ҡыҫҡартылған, һайланма, инша элементтарын үҙ эсенә алған; үҙгәртеүгә нигеҙләнгән изложениелар. Методикаһы: а)уҡыусыларҙы әҙерләү; б)эште башҡарыу. -Эш дәрестең маҡсатын аңлатыуҙан башлана. Төп маҡсат булып әҙәби үрнәк аша уҡыусыларҙың телмәрен байытыу, үҫтереү тора. Текст буйынса план төҙөү, ниндәйҙер грамматик ҡағиҙәне телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү маҡсаты ла ҡуйылырға мөмкин. -Маҡсаттан һуң уҡытыусы 5-10 мин инеш әңгәмә ойоштора. -Тексты тәүге ҡат уҡыу. –Текст өҫтөндә эш: а)текстың йөкмәткеһе, образдары өҫтөндә эш, б)тел анализы. –План төҙөү(бергә, айырым, әҙер план). –Тексты 2се ҡат уҡыу. Уҡыу барышында тел-стиль үҙенсәлектәре тикшерелә.
Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү методикаһы.
Телмәр эшмәкәрлеге тыңлау м-н уҡыу, һөйләү м-н яҙыу барышын үҙ эсенә ала. Тыңлау һәм уҡыу яңы текст барлыҡҡа килтермәй, ә тапшырылған мәғлүмәтте ҡабул итеү функцияһын үтәй. Телдән һөйләнелгән информацияны тыңлау һәм мәғәнәһенә төшөнөү (аудирование) бер үк ваҡыт эсендә башҡарыла: уҡыусы һөйләгәнде тыңлай, һөйләүсенең фекеренә төшөнә, телмәре аша мөнәсәбәтен, мәғәнә биҙәктәрен билдәләй, йөкмәткегә ҡарап, үҙ яуабын әҙерләй, ҡылығын, тәртибен планлаштыра һ.б. Балаларҙы тыңларға, мәғәнәне аңларға өйрәтеү махсус күнегеүҙәр ярҙамында башҡарыла: 1)Фонетик күнегеүҙәрҙән телмәрҙә ҡайһы бер өндәрҙең үҙгәреүен күрә белеү; тондың үҙгәрешен, мәғәнә йоғонтоһон аңлау; телмәрҙә туҡталыштарҙы таныу һәм уларҙың мәғәнәгә тәьҫирен һиҙеү; телмәрҙең хис-тойғо биҙәктәрен таный алыуға бағышланған күнегеүҙәр. 2)Лексик планда: һөйләмдә айырым һүҙҙәрҙе билдәләү, мәғәнәләрен асыҡлау, стилистик үҙенсәлектәрен билдәләү һ.б.3)Синтаксик планда: һөйләмдәрҙең сиктәрен билдәләү, ундағы яңылыҡты асыҡлау; һөйл-ҙе таҡауландырыу, йыйнаҡлау; синоним формаларын табыу, мәғәнә биҙәктәрен билдәләү һ.б.4)Аңлау кимәлен асыҡлау маҡсатында: телмәрҙең йөкмәткеһе буйынса һорауҙар биреү; өҙөктөң эҙмә-эҙлелеген күрһәтеү; бутап бирелгән һөйл-ҙе рәткә килтерергә һ.б.5)Телмәрҙең структур үҙенсәлектәрен белергә өйрәтеү өсөн: йөкмәткегә атама, һорау һөйл-р м-н план төҙөү, план буйынса һөйләү; йөкмәткене ҡыҫҡартып һөйләү, йөкмәткене ижади дауам итеү һ.б. Уҡыу – текстан белем, мәғлүмәт алыу ғына түгел, йөкмәткене тәрән аңлауҙы лы, үҙенең ҡараштарын, артабанғы эштәрен планлаштырыуҙы ла берләштерә: Ҡысҡырып уҡыу һәм эстән уҡыу. Һ!йләү телмәре һәләтлеге күнекмәләре: 1)һүҙ барған тема буй-са һорауҙар бирә белеү;2)бирелгән һорауға яуап бирә белеү;3)тема буй-са ирекле әңгәмә аллып бара белеү; 4)уҡыған йә ишеткән йөкмәткене тулы йә ҡыҫҡартып һөйләү; 5)үҙ фекереңде билдәле ситуацияла һөйләй алыу. Диалог төҙөү – ситуатив, контекстуаль, йыйнаҡ, алдан әҙерлекһеҙ телмәр. Диалогтөҙөүҙә төп саралар: зинһар, рәхим итегеҙ, әйтегеҙ әле кеүек һүҙҙәрҙе ҡулланырға өйрәтеү; һорау бирергә, фекерҙе кире ҡағырға, үҙ ҡарашыңды белдерергә өйрәтеү; инеш, өндәш һүҙ, һүҙбәйләнеш, һөйләм-р, ябай һәм ҡушма һөйл-ҙең эмоц-ль-экспрессив, модаль формаларын дөрөҫ һайларға өйрәтеү. Монологик телмәр алдан әҙерләнә. Һөләүсегә предмет, хәл-ваҡиғаларҙы атап әйткәндә уларҙы һүрәтләргә, аңлатырға, төрлө аргументтар килтерергә, иҫбатларға, кире ҡағырға кәрәк.