
- •Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу методикаһының дөйөм мәсьәләләре (лингвистик, әҙәби, педагогик, психологик нигеҙҙәре, төп принциптары, уҡытыу методтары).
- •14Мәктәптә “Морфология” бүлеген өйрәнеүҙең бурыстары, йөкмәткеһе, дәреслектә бирелеше. Үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре тураһында дөйөм төшөнсә.
- •15.Башҡорт теле дәрестәрендә “Исем” һүҙ төркөмөн өйрәнеү, рус теле менән сағыштырып уҡытыу алымдары.
- •22.Уҡыусыларҙың яҙма телмәрен үҫтереүҙә изложениеларҙың роле, төрҙәре, яҙҙырыу методикаһы, тикшереү, баһалау.
- •Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү методикаһы.
- •25.Стилистиканы һәм пунктуацияны өйрәтеү методикаһы.
- •34Башҡорт теле дәрестәрендә телмәр үҫтереүҙең бурыстары, йөкмәткеһе, принциптары.
- •34.Телмәр үҫтереүҙең бурыстары, йөкмәткеһе, күләме, принциптары, телмәр үҫтереүҙә һүҙлек эше.
- •37.Мәктәптә эпик әҫәрҙәрҙе өйрәнеү үҙенсәлектәре.
- •39.Драма әҫәрҙәрен уҡытыу методикаһы.
- •41.Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү этаптары.
- •43. Әҙәби -теоретик төшөнсәләрҙе өйрәнеү
- •48.Мостай Кәрим ижадын өйрәнеү.
- •50.Мәктәптә ғ.Хөсәйенов ижадын өйрәнеүүҙенсәлектәре.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу методикаһының дөйөм мәсьәләләре (лингвистик, әҙәби, педагогик, психологик нигеҙҙәре, төп принциптары, уҡытыу методтары).
Методика-педагогика фәненеңбертармағы. Ул предметы өйрәнеүҙеңзаконлылыҡтарынтикшерә.Уныметодтарйыйылмаһы тип тәатарғамөмкин.Уҡытыупроцесыныңтөпкомпоненттары: уҡыу предметы (шарттары), уҡытыусыэшмәкәрлеге,уҡыусыэшмәкәрлеге.Лингвистикнигеҙҙәре:телбүлетәре-фонетика,лексика,морфология, синтаксис, стилистика уҡытыубүлектәре.Лингвистикматериалдарбалаларҙыңйәшүҙенсәлектәренәтаяныпбирелә. Психологикнигеҙҙәре:классетәкселәребулып та эшләйбеҙ,шәхсиүҙенсәлектәрениҫәпкәалыпуҡытабыҙ,индивидуальүҙенсәлектәрен, үҙ-ара мөнәсәбәтен(парлап, төркөмләпэшләгәндәмөһим),дәресматериалынәҙерләйбеҙикән, беҙуҡыусыларҙыңйәшүҙенсәлектәрениҫәпкәалабыҙ; синтез, анализ-һүҙҙәрҙәнһөйләмдәртөҙөйбөҙ, абстраклаштырабыҙ. Педагогик нигеҙҙәре:этнопедагика, баш.халҡыныңәхләҡнормаларына, булғанҡаҙаныштарынабәйләпөйрәтеү, принциптарыншундамөмкинһөйләргә. Төппринциптары: 1.б.т. коммуникативнигеҙҙәөйрәнеү.(күберәк рус мәктәптәрендәҡулланыла)Төрлөэшалымдарынҡулланыуғынатүгел, ә бөтөнберуҡытыусистемаһы. Шуғаярашлы, тел-тыңлаусыменәндә, һөйләүсеменәндәбәйлеаралашыусараһы. Төпбурысы-уҡыусыларҙытелмәрэшмәкәрлегенәйәлепитеү, ҡуйылғанмаҡсатты тел сараларыярҙамындахәлитергәөйрәтеү.(беседа, диалог). Интеграция һәм дифференциация принцибы: телдеңниндәйгенәаспектынайәкининдәйгенәтелмәртөрөнәөйрәнмәйек, теге йәки был кимәлдәбеҙтелдеңтелмәрҙеңҡалғантөрҙәрендәформалаштырабыҙ.(һүҙҙеайырым да, контекст эсендәләәйтепөйрәнәбеҙ, тимәк фонетик күнекмәбулдырабыҙ. Перспективалыөйрәнеү:лексикабүлегенеңперспективаһы-стилистика бүлегендә. Стил.ныүткәндәбеҙяңынанлексикаһынҡарап(мәҫ, йәнлеһөйләү стиле икән, ундабеҙ жаргон һүҙҙәр, варваризмдаросрарғамөмкин.беҙунылексикаһынаҡарапбилдәләйбеҙ). Тарихи-традицион принцип: боронғоосорҙанисекҡабулителгән, бөгөндәшул традиция буйынсаяҙыу. Улберниндәйҙә традиция буйһонмай. Ундайһүҙҙәрҙеһүҙлеккәяҙҙырып, хәтерҙәҡалдырырғакәрәк.(һаулыҡ-[һаvлыҡ], Вәли – [vәли], б, системалыөйрәнеү, теория менәнпрактиканыңбәйләнеше, тарихилыҡ и т.д. принциптары бар.
Уҡытыу методтары-уҡыусы менән уҡытыусының ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү юлы(методика-методтар йыйылмаһы). Метод.ң классиф.һы күп төрлө.(алым тарыраҡ төшөнсә-бер метод эсендә бер-нисә алым булырға мөмкин).Ю.К.Бабанскийҙың классификацияһы: 1. Уҡыу материалын ҡабул итеһгә йүнәлтелгән методтар:күргәҙмәлелек-схема, таблица,һүрәт…практик методтар-дискуссия, ижади эш, күнегеү…һүҙле метоэтар-әңгәмә, лекция, консультация… 2.Уҡыу эшмәкәрлегенә ылыҡтырыусы методтар: төрлө уйындар, проблемалы ситациялар тыуҙырыу, “мейе штурмы”…3.уҡыу эшмәкәрлеген контролләүсе методтар: тест, имтихан, контроль эш, зачет.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренең төрҙәре (маҡсаты, йөкмәткеһе, формаһы буйынса) һәм структураһы.Маҡсаты буйынса- 1.яңы белем биреү,2. Алынған белемде нығытыу,3. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау,иҫкә төшөрөү, 4.алынған белемдең үҙләштерелеүен тикшереү, иҫәпкә алыу.Йөкмәткеһе буйынса-1. Грамматика, 2. Фонетика, 3. Һүҙъяһалыш, 4. Орфография, 5. Пунктуация, 6.телмәр үҫтереү.Структураһы-1.яңы теманы аңлатыу,.2.нығытыу һәи ҡабатлау этабы. 3.өйгә эш биреү, 4. Өйгә эштетикшереү,5.уҡыусыларҙан һорау, 6. Уҡыусыларҙың белемен фронталь тикшереү(класс менән). Дәрестең маҡсатына, күнегеүҙәр төрөңә, үтелгән материалға һәм уҡыусыларҙың белем кимәленә ҡарап, уның структура элементтары ла үҙгәрергә мөмкин. Мәктәптә әҙәбиәт дәрестәре 3 төрлө типта була Кудряшов классификацияһы 1)художестволы әҫәрҙе өйрәнеү.Текст өҫтөндә эшләү, әҙәби әҫәрҙе ҡабул итеү,йомғаҡлау дәрестәре. 2)Әҙәбиәт теория һы һәм нигеҙендә өйрәнеү.:В.В.Голубков тарафынан өйрәнелә.әҙәбиәт белемен һәм әҙәби-тәнҡит мәсьәләләренөйрәнеү дәрестәре.3)телмәр үҫтереү дәрестәре.яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтерә торған күп эштәрҙе үҙ эсенә ала.Әҙәбиәт дәрестәренең маҡсаты уҡытыу алдында торған бурыстар, алдынғы методик фекерҙәр, материал үҙенсәлеген мотлаҡ иҫәпкә алырға тейеш.Яңы материалды үткәндә элек үткәндәге материалдарға таянып фекерҙәрен белдереү, тойғоларға нигеҙләнергә, күргәҙмәлек материалдарын ҡулланырға, техник саралар менән эш итергә, фән ара бәйләнеш булдырылырға тейеш.Әҫәрҙә һүрәтләнгән образдар тере йән булып балаларҙың күҙ алдына баҫырға,образлы фекерләүен үҫтерергә булышлыҡ итә.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә өйгә эш биреү. Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен анализлау. Өйгә эш биреү этабы-уҡыусы белемен күтәреүгә, нығытыуға булышлыҡ итә. Аңлылыҡ, системалылыҡ, эҙмә-эҙлелек, асыҡлыҡ-шулар ө/э билдәләй. Ө/э бала мотлаҡ эшләй алырға тейеш. Күләме яғынан да күп ваҡыт талап итерелек һәм ялҡытҡыс булмаһын.5-6 кл.ҙа 8-9 юл, 7-9 кл.ҙа 10-16 юллыҡ күнегеүҙәр бирелә.Шулай уҡ инша, хикәйә яҙыу к/к эштәр бирергә мөмкин. Ө/э төрлө ваҡытта бирелергә мөмкин.(таҡтаға яҙып ҡуйырға мөмкин)Ө/э аңлатып бирелә. Ө/э дөрөҫ биреү менән уны тикшереү ҙә ҙур әһәмиәткә эйә.(8-10,15 мин ваҡытты ала) . Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен анализлау-ан.з ваҡ.да дәр.ң йөкмәткеһе, төҙөлөшө, үткәреү методикаһы, уҡытыусы һәм уҡыусы эшмәкәрлеге, дәрес һөҙөмтәһе-барыһы ла иғтибар үҙ.дә булға тейеш: -дәрестең маҡсаты нисек,дәрес йөкмәткеһенә тура киләме? –дәрес темаһы дөрөҫ билдәләнгәнме? – Д.ң башҡа дәрестәр системаһында, бүлектә урыны,әһәмиәте нимәлә? – дәрестең төрө, структураһы ниндәй?башҡаларҙан айырмаһы нимәлә, был вариант уңышлы һайланғанмы? – пландан ситкә тайпылыу булдымы, булһа ниндәй кимәлдә һәм ниөсөн? – фәнни яҡтан дәрес материалы, йөкмәткеһе нисек?Ҡағһәм терминдар дөрөҫ бирелгәнме? – дәрестә теоретик материал кимәле, күнегеүҙәр, яҙма эштәр күләме нисек?балаларға ялҡытҡыс түгелме?планлаштырылғандар барыһы ла үтәлдеме? – телмәр үҫтереү һәм уҡыусыларҙың фекер йөрөтөүе ниндәй кимәлдә, формала хәл ителә? – д.тә ҡулланылған текстар маҡсатҡа тура киләме? Күнегеүҙәр балаларҙың үҫеш һәм аң кимәленә яраймы? – күнегеүҙәр дәрескә тап киләме? – күргәҙмәлелек нисек ҡлланыла? – дәреслек м/н эш нисек йошторола, роле ниндәй кимәлдә? – үтелгәндәрҙе ҡабатлауҙа һәм яңы теманы аңлатыуҙа ниндәй методтар ҡулланылды? – үтелгәндәр м/н яңы тема араһында ниндәй бәйләнеш бар? – бал.ң белем кимәлен тикшереү һәм һорауға яуап алыуҙа ниндәй алымдар ҡулланылды? – ө/э дәрес темаһына тура килэме? Уның төрө, күләме, аңлатылып биреүе нисек булды? – уҡыусыларҙың дәрестәге активлығы, үҙаллылығы һәм тәртибе нисек? –уҡытыусының класта торошо, класс иғтибарын яулап алыуы, артта ҡалыусылар м/н эше, телмәре, балаларға булған мөғәмәләһе нисек? – дәрес һөҙөмтәһе нисек? Уҡыусыларҙың белем һәм күнекмә кимәле, белемдәренең аңлылығы һәм ныҡлығы, төп маҡсат нисек тормошҡа ашырыла?
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә күргәҙмә материалдар һәм заман техник саралары ҡулланыу. Беҙ БТ дәрестәрендә төрлө күргәҙмә материалдарын ҡуллана алабыҙ: компьтер, презентациялар, һүрәт-картиналар. Компьютер ярҙамында башҡорт теле дәрестәрендә бер төркөм дидактик мәсьәләләрҙе хәл итеп була:лексиканы өйрәнеү(комп һҙлектәрен файҙаланыу);дөрөҫ әйтелеш өҫтөндә эш.фото, видео, аудио, тестар.Тик шуны иҫтән сығармаҫҡа кәрәк: уҡытыу процессында копьютер уҡытыусыны алмаштырмай.Уҡытыу эшендә уҡытыусының өлгөлөгө,уның тәрбиәүи йоғонтоһо.
5.Рус мәктәптәрендә башҡорт теле дәрестәрендә текст өҫтөндә эш ойоштороу. Исеме м/н башлайбыҙ, исеме йөкмәтке м/н бәйлеме.Текстың йөкмәткеһе буйынса һорауҙар булырға мөмкин. Текстың ҡыҫҡаса йөкмәткеһен һөйләтеү. Текстҡа таянып, үҙенең тексын төҙөй. План төҙөп, изложение яҙабыҙ һ.б.
6.Тыңлап аңларға өйрәтеү этабы(аудирование)-иң ауыр телмәр эшмәкәрлеге. Уны “еңелдән-ауырға”принцибына нигеҙләнгән,этаплап өйрәтергә кәрәк.Күнегеүҙәр;Фонетик(билдәләнгән өндө табыу, өндөң үҙгәрешенә миҫалдар тыңлау);Лексик(һүҙҙәрҙе контекстка бәйләп аңларға өйрәтеү,һүҙҙәрҙе кнтекска бәйләп аңларға өйрәтеү,билдәле бер төркөмгә ҡараған һүҙҙәрҙе айырып күрһәтергә өйрәтеү)СИНТАКСИК(һөйләмдә эйә менән хәбәр төркөмсәһен билдәләргә өйрәтеү,һөйләмде синтагмаларға бүлергә өйрәтеү).Тексты тыңлағыҙ,географик атамаларҙы,яңғыҙлыҡ исемдәрҙе хәтерегеҙҙә ҡалдырырға тырышығыҙ.Тексты диктор артынан ҡабатлағыҙ.Текстағы ҡабатланған һүҙҙе ишетеү менән берәй билдә күрһәтергә(сәпәкәйләргә).Тексты тыңлағас,әйтелгән фекер менән ризалашырға йәки кире ҡағырға.Текстағы барлыҡ исемдәрҙе,даталарҙы,географик атамаларҙы иҫтә ҡалдырырға һ бирелгән эҙмә-эҙлектә ҡабатларға.Башҡортсаға һөйләшергә өйрәтеү юлдары.Һөйләшергә өйрәткәндә диалог менән монологтың роле ҙур
7Уҡырға өйрәтеү. Уҡыуҙың төп үҙенсәлеге шунда: кәрәкле темпты уҡыусы үҙе һайлай,аңлашылмағн урындарҙы яңынан уҡып сығыу мөмкинлеге бар.Психологик кҙлектән ҡарағанда,күреү хәтере ишетеү хәтеренән нығыраҡ үҫешкән,мәғлүмәтте күреп аңлауы еңелерәк.Психофизиологик яҡтан уҡыуҙың ике төрө бар:ҡысҡырып уҡыу һ эстән уҡыу. Ҡысҡырып уҡыу өндәпҙе дөрөҫ әйтеп,тейешле интонация менән уҡырға,һөйләмде логик яҡтан дөрөҫ итеп мәғәнәүи өлөштәрәгә бүлергә.Шуға күрә лә уҡырға өйрәткәндә тәүге этабында хор менән уҡыу,дөрөҫ интонация табыу,паузаларҙы билдәләү,логик баҫымды ҡуйыу кеүек эштәргә ҙур иғтибар бирелә.Шулай булыуға ҡарамаҫтан,эстән әйтеп ҡарау-уҡыуҙың мотлаҡ шарты булып тора.Тәү башлап уҡырға өйрәнгәндә уҡыусы тексты күрә,уны эсәтән йәки ҡысҡырып уҡып бара,шулай итеп ул үҙенең уҡыуын контрольдә тота.Уҡыусыларҙың тағы ла бер мөһим үҙенсәлеге булып тектың йөкмәткеһен алдан күҙаллау тора.Уҡыусыларҙың үҙ телендә ул формалашҡан була. Башҡорт телен дәүләт теле булып өйрәнгәндә тәржемәле-тәржемәһеҙ уҡыу тора.Баш.т дәрестәренең төп бурысы тәржемәһеҙ уҡытыу.Төрлө тел үҙенсәлектәренең,ауырлыҡтарының булыу-булмауына ҡарап әҙерлекле һ әҙерлекһеҙ уҡыуҙы айырып йөрөтәләр.Уҡыуына ҡарап, класта һ өйҙә уҡыу .Тексты иң элек уҡытыусы уҡып күрһәтә,уҡыусылар эйәреп эстән генә уҡып ултыра.Шунан аңлашылмаған тел күренештәренә аңлатма бирелә,йөкмәткеһе буйынса һорауҙар бирелергә мөмкин.Таныш булмаған тексты уҡыу өсөн 2300-2500 һүҙ белеү кәрәк.Текст буйынса түбәндәге эш төрҙәрен тәҡдим итергә кәрәк.Тексты уҡы,аңлашылмаған һүҙҙәрҙе билдәлә;уҡыуы ауыр булған һүҙҙәрҙе тап; һөйләмдәге иң мөһим һүҙҙе билдәлә;уҡыуы ауыр булған һүҙҙәрҙе тап;хикәйәнең исеменә тамырҙаш һүҙҙәр эҙлә;һөйләмде тулыландыр; абзастары бутап бирелгән тексты тергеҙ;текҡа тура килгән мәҡәл әйтем тап;текска терәк һүҙҙәр билдәлә.
8. Яҙырға өйрәтеү. Яҙыу- өҫтәлмә аралашыу сараһы булып тора,ул телдең график формаһы.Яҙма телмәр төрҙәре:анкеталар тултырыу,төрлө хаттар тултырыу һ килгән хаттарға яуап төҙөү,автобиография яҙыу,ғариза яҙыу,доклад яҙыу,ҡотлау открыткалары яҙыу,инша(эссэ),записка яҙыу.Был типтағы текстарҙа төп иғтибар йөкмәткегә һ төҙөлөшөнә бирелә.Яҙма телмәр төҙөлөшө менән монологка оҡшаш,шуға күрә монологка хас булған һыҙаттар яҙма телмәргә лә хас:бәйлелек,логик эҙәмә-эҙлелек һ.б.Һәр яҙма телдең орфографик ҡағиҙәләре бар.Хәҙерге баш.т төп.Орфографик прин булып фонетик пр. Фонетик пр башҡа морфологик,тарихи-традицион(боронғо осорҙа нисек ҡабул ителгән шулай яҙ,төнгө-төңғө);Дифференциаль пр(әйтелеше яғынан бер береһенә оҡшаған ике һүҙҙе айырып йөрөтөү,туған тел- тыуған ауыл),График пр(икенсе телдән ингән һүҙҙәрҙе нигеҙ телгә үҙләштереү) .Һис шикһеҙ,яҙма телмәр күнекмәһе булдырыу башҡа телмәр төрҙәре менән бәйләнештә һ этаплап алып барыла.Яҙма телмәр күнегеүҙәре:Төрлө типтағы һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу,яттан яҙыу күнегеүҙәре,һөйләмдәрҙе ҡыҫҡартыу тулыландырыу,ике-өс һөйләмде берләштереү,тексҡа таянып һорауҙарға яуап яҙыу, ҡотлауҙар яҙырға өйрәтеү.
9.Уҡыусыларҙың яҙма телмәрен үҫтерүҙә иншаларҙың роле, төрҙәре, яҙҙырыу методикаһы, тикшереү, баһалау.
Инша өҫтөндә эшләгәндә уҡыусыларҙың үҙаллылығы тәрбиәләнә, образлы һәм логик фекерләү һәләтлеге үҫә, ижади активлығы күтәрелә. Төрҙәре: 1)әҫәр буйынса, 2)ирекле: ишеткән-күргәндәр буйынса, экскурсиянан алған тәьҫораттар буй-са, һынлы сәнғәт материалдары һ.б. Ирекле инша жанрҙары: хикәйәләү, тасуирлау, хөкөмләү. Методика: 1)тема һайлау, 2)текстың төп фекерен билдәләү, 3)материал йыйнау күнекмәләре, 4)йыйылған материалды системалаштырыу күнекмәләре, 5)яҙманы камиллаштырыу, 6)тексты билдәле стилдә төҙөү, 7)үҙ фекереңде тел саралары ярҙамында дөрөҫ, аныҡ, тасуири итеп төҙөү, биреү күнекмәләре. Хаталар: а)грамматик – һүҙҙәрҙең, һүҙбәләнеш-ң, һөйләмдәрҙең структураһы боҙолоу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.; б)телмәр - һүҙҙәрҙең урынһыҙ ҡулланылыуы, синонимдарын бутау, һөйләмдә артыҡ һүҙ ҡулланыу, тавтология, бер һүҙ төркөмөнөң күп тапҡыр ҡулланылыуы, диалектик һүҙҙәрҙе урынһы ҡулланыу. Ҡараламалағы эште уҡытыусы тикшереп, хаталарға иҫкәртеү эшләй. Шартлы тамғалар: ??-аңлашылмай, Z-абзац, Э – абзац кәрәкмәй, !!-яҡшы фекер, - һөйләмдәр (абзацтар) араһындағы мәғәнәүи бәйләнеш юҡ, ст. – стилистик хата, лк.- лексик хата һ.б. Йөкмәтке буй-са – тема асыҡланғанмы; уҡыусы фекеренең эҙмә-эҙлелеге һаҡланамы; эш план буйынса яҙылғанмы; һөйләмдәр һәм абзац араһында бәйләнеш бармы; йөкмәтке тормош дөрөҫлөгөнә тап киләме; тел саралары дөрөҫ һәм урынлы ҡулланыламы һ.б. Баһалау: билдәләр әйтелә; яҡшы һәм йомшаҡ эштәр иғтибарҙан ҡалмай; Хаталар өҫтөндә эш телдән коллектив башҡарыла; типик хаталар таҡтала, дәфтәрҙә яҙып тикшерелә; ҡалған үҙ хаталар өҫтөндә эште өйҙә башҡарыу.
11.Мәктәптә орфография уҡытыуҙың бурыстары, принциптары, йөкмәткеһе. Орфографик күнегеү төрө булараҡ диктант төрҙәре, яҙҙырыу методикаһы, баһалау(28 СОРАУЗА БАР ЕЩЕ)
Орфографияға өйрәтеү алымы булараҡ диктанттарҙың да төрлө юлдары ҡулланыла.Диктанттар белемде лә тикшерә, өҫтәлмә белем дә бирә, белемде лә нығыта. Уларҙың күләме, стиль алымдары балаларҙың стиль алымдары балаларҙың йәш үҙенсәлегенә бәйле булырға тейеш. Диктанттар ике төргә бүленә: а) контроль диктанттар; б) өйрәтеү диктанттары. Контроль диктанттар сирек аҙағында яҙҙырыла. Һаны программала күрһәтелгән. Баһалау нормалары ла билдәләнгән. Дәфтәре айырым була һәм класта һаҡлана. Өйрәтеү диктанттары: а) иҫкәртмәле диктант: - иҫкәртмәле күреү; - иҫкәртмәле ишетеү диктанттары. б) аңлатмалы диктанттар – тәүҙә тексты яҙҙырыу, һуңынан ауыр яҙылышлы һүҙҙәрҙе аңлатыу. В) һайланма диктант – тексты тулы килеш алмай, теге йәки был, тема йәки ҡағиҙә буйынса һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәрҙе айырып яҙыу. Уҡыусыларҙың иғтибарын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Г) ирекле диктант – уҡылған текстың дөйөм йөкмәткеһен үҙгәртмәйенсә, уны үҙ һүҙҙәре менән яҙып биреү. Һүҙҙәрҙе алмаштырып яҙырға мөмкин. Был төр диктант уҡыусыларҙың һүҙ байлығын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Д) ижади диктант - әҙер тексҡа яңы һүҙҙәр өҫтәп яҙыу, һөйләмдәрҙе үҙгәртеп яҙыу, һүҙҙәрҙең грамматик формаларын үҙгәртеп яҙыу. Е) һүҙлек диктанты- һаны программала билдәләнгән, ауыр яҙылышлы һүҙҙәргә. Ж) график диктант - һөйләмдәргә схема яҙыу, һыҙыу. З) фоно диктант – магнитофондан тыңлап яҙыу. И) тәржемә эше – диктант – башҡортсанан –рауссаға яҙыу. К) контроль күсереп яҙыу. Текст орфоэпик нормаларға ярашлы итеп әйтеп яҙҙырыла, һөйләм синтагмаларға бүленеп яҙҙырыла. Өс тапҡыр уҡыла( үтелмәгән темаға һүҙҙәр таҡтаға яҙыла.Принциптары-Аңлылыҡ принцибы: Уҡыусы йөкмәткене тулы килеш биреү менән бергә аңлы рәүештә дөрөҫ яҙылышҡа ла иғтибар итә.Күп тапҡыр ҡабатлау арҡаһында ул автоматик рәүештә дөрөҫ яҙырға ла өйрәнә.Ҡағиҙәне күп тапҡыр ҡабатлау һөҙөмтәһендә генә шулай автоматик яҙыуға әйләнә.Системалылыҡ принцибы: Эҙмә эҙлелек боҙолһа, уҡыусыларға яңы теманы аңлатыуы бик ҡыйын. Иң алда балаларға тыныш йәки әйтелеш менән яҙылышта айырмаһы булмаған ҡағиҙәләр өйрәтелә, артабан улар яйлап ауырлаша бара.Тағы ла еңелдән ауырға, таныштан таныш түгелгә, ябайҙан ҡатмарлыға өйрәтеү эҙмә эҙлекле бойомға ашырыла.Орфографияға өйрәтеү принциптары уҡытыуҙың дөйөм принциптарына нигеҙләнә.(ост.е принципы). Орфографик ҡағиҙәләр менән эшләү юлдары-(см 1. Часть)ҡағиҙәнең күнекмәгә әйләнеүенә итибар итергә кәрәк.Тәүҙә күҙәтеү, ҡапма-ҡаршы ҡуйыу, анализлау мөһим. Шунан ҡағиҙәләр системаһы үҙләштерелә.Һуңынан был ҡағиҙәнең күнекмәгә әйләнеүе өсөн күнегеүҙәр эшләү кәрәк.Талаптар:балалрға аңлайышлы булыу, хәтерләү өсөн уңайлы һәм еңел булыу,ҡулланғанда ике төрлө аңлауға юл ҡуймау.Алымдар:күсереп алыу-1.туранан-тура күсереп яҙыу,2.өҫтәлмә эш менән күсереп яҙыу,3.ҡатмарландырып күсереп яҙыу,4. Тултырып күсереп яҙыу.Шулай уҡ диктанттар, аңлатмалы яҙыу,һүҙлектәр менән эш итеү.
13. Лексика бүлегенең программалала һәм дәреслектә бирелеше, уҡытыу методикаһы. Лексик анализ төрҙәре. «Лексика» б9легене5 д1реслект1 бирелеше. Лексик к9неге9 т2р81ре. №9881р8е м171н1л1ре я7ынан 2йр1не9. Башҡорт теленең мәктәп курсында “Лексика” бүлегенең күләме түбәндәгесә билдәләнә: лексика тураһында дөйөм төшөнсә; һүҙҙең лексик мәғәнәһе һәм күп мәғәнәлеге, омонимдар; күп мәғәнәле һүҙҙәр һәм омонимдар араһында айырма; һүҙҙәрҙең күсмә мәғәнәлә ҡулланылыуы; синонимдар, антонимдар; нығынған һүҙбәйләнештәр; бапшҡорт теленең һүҙлек составы; төп башҡорт һүҙҙәре; рус, ғәрәп, фарсы телдәренән һәм рус теле аша башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәр; башҡорт әҙәби теленең дөйөм ҡулланылышлы һүҙҙәре; профессиональ һүҙҙәр; архаизмдар; историзмдар; неологизмдар; диалектизмдар; башҡорт теленең һүҙлек составының үҙгәреп, байып тороуы. Лексика 5-се класта өйрәнелә башлай. Төшөнсә бирелә, күп мәғәнәле һүҙҙәр менән, синонидар, антонимдар, омонимдар менән танышалар һәм һүҙлектәр менән эшкә өйрәтергә кәрәк. 6-сы класта һүҙлек составының ҡулланылыу ( архаизм, историзм, диалектизм), барлыҡҡа килеү (Төп башҡорт һүҙҙәре, рус, ғәрәп һ.б.) осраҡтары һәм юлдары менән танышалар. Шул уҡ ваҡытта лексиканы һүҙбәйләнеш, һөйләм составында өйрәнергә кәрәк, сөнки күп осраҡта һүҙҙәрҙең мәғәнәһе бер-береһе менән бәйләнештә тулыраҡ асыла. Лексик күнегеүҙәрҙең төрҙәре теге йәки был лексик төшөнсәләрҙең мәғәнәләрен, телдең лексик ҡатламдары һәм уларҙың ҡулланылыу сфераһына ҡайтып ҡала. Күнегеүҙәр һәр дәрестең темаһына һәм маҡсатына яуап бирергә тейеш. Лексик күнегеү төрҙәре: а) уҡыусылырҙың һүҙ байлығын билдәләү һәм үҫтереү маҡсатын күҙ уңында тотҡан лексик-семантик күнегеүҙәр; б) телмәр стиленә ҡарап теге йәки был һүҙҙе һайлай белеү күнекмәләрен үҫтереүгә ҡоролған лексик-стилистик күнегеүҙәр; в) һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәләрен асыҡлатыу, грамматика буйынса алған белемдәрен нығытыу, ялғауҙар ярҙамында яңы һүҙҙәр яһатыу өсөн ойошторолған лексик-грамматик күнегеүҙәр; г) лексик төшөнсәлҙе дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен нығытыу маҡсатында лексик-орфографик күнегеүҙәр; д) уҡыусыларҙың иғтибарын, фекер йөрөтөүгә үҫтереүгә ҡоролған күнегеүҙәр.Лексика» б9леген у6ытыу8а 398лект1р мен1н эш алымдары, у6ыусылар8ы5 398 байлы7ын 94тере9 юлдары. Һүҙлек эштәре ваҡытында уҡыусы билдәле күләмдә яңы лексик берәмектәрҙе үҙләштерергә тейеш була. Балаға һүҙҙең мәғәнәһен генә төшөндөрөү менән сикләнергә ярамай.. Киреһенсә, теге йәки был берәмекте бөтә мәғәнәүи биҙәктәре менән телмәрҙә ҡуллана алыу күнекмәләрен формалаштырыу мөһим. Уҡыусылар үҙҙәренең һүҙлек дәфтәренә яңынан-яңы лексик берәмектәрҙе теркәп барырға, уларҙы ҡулланып һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр уйларға һәм күнегеүҙәр эшләргә тейеш. Һүҙлек өҫтөндә эшләү өсөн махсус дәрес бирелмәй, шуға уҡытыусы, үҙ маҡсатынан һәм дәрес материалының йөкмәткеһенән сығып, һүҙлек эшен дәрестең төрлө этаптарында ойоштора. Берәй ниндәй аңлашылмаған һүҙҙе аңлатмалы һүҙлектән ҡарау менән башларға кәрәк. Тағы ла нығыраҡ аңларға уның синонимын, антонимын, омонимын килтереү ҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Шулай уҡ билдәле контексҡа ҡуйыу ҙа етә. Һүҙлектәр уҡытыусыға тейешле мәғлүмәт бирһә, икенсенән,уҡыусыларҙыиүҙ аллы эшләргә өйрәтә, телгә ҡыҙыҡһыныу уята. Дәрестә һүҙлек эше айырым һүҙҙәрҙең лексик мәғәнәләрен генә аңлатыу менән сикләнмәйенсә, уның башҡа һүҙҙәргә бәйләнешен, үҙгәрешен, һөйләү һәм яҙыу телмәрендә ҡулланыу үҙенсәлектәрен, уларҙың дөрөҫ әйтелешен һәм яҙылышын үҙләштерегә ярҙам итергә тейеш. :улланылышы я7ынан баш6орт телене5 лексика3ын 2йр1не9. Уҡытыусы иң элек башҡорт теленең һүҙлек составы менән таныштырырға тейеш. Әҙәби телдә ҡулланылған бөтә һүҙҙәр, төрки-алтай сығанаҡлы төп башҡорт һүҙҙәре, башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән төшөнсәләр, антропонимдар(кеше атамалары), топонимдар (ер-һыу) , диалект һүҙҙәр – барыһы ла башҡорт теленең һүҙлек составы тип атала. Иң башта башҡорт һүҙҙәрен башҡа телдең һүҙҙәренән айырырға өйрәтергә кәрәк. Башҡорт әҙәби теленең дөйөм ҡулланылышлы һүҙҙәрен уҡыусылырға профессиональ һәм диалект һүҙҙәре менән бергә бәйләп, сағыштырып аңлатыу эффектлы була. Профессиональ һәм диалект һүҙҙәре тураһында төшөнсә биреү һәм танырға өйрәтеү – маҡсат. Уларҙы берәй текста сағыштырып өйрәтергә кәрәк. Иҫкергәнһүҙҙәрҙе уҡыусыларҙың телмәрендә ҡулланырға өйрәтеү маҡсатҡа ярашлы түгел икәнен һәр уҡытыусы иңҫтә тоторға тейеш. Иҫкергән һүҙҙәрҙе архаизмдарҙан айырырға кәрәк. Ниндәй шарттарҙа иҫкереү сәбәптәрен тарих менән бәйләп аңлатырға кәрәк. Неологизмдарҙың нисек барлыҡҡа килеүен аңлатырға кәрәк: матди мәҙәниәттең өҙлөкһөҙ үҫеше арҡаһында килеп тыуған яңы предметтарҙы, процестарҙы, билдәләрҙе атау мохтажлығынан сығып, телдә неологизмдар барлыҡҡа килә. Уларҙың нисек яһалыуын да күрһәтергә кәрәк: а) телдә элек-электән ҡулланылған һүҙҙәрҙән яһалған неологизмдар: ҡәләмдәш, замандаш, тәнҡитсе...б) рус теленән үҙләштерелгән һәм рус теле аша килеп инәгн һүҙҙәр: колхоз, совхоз, космонавт... в) үҙләштерелгән үҙҙәргә ялғауҙар ҡушылыу ярҙамында: колхозсы, спортсы... г) калька йәки туранан-тура тәржемә юлы менән яһалған яңы һүҙҙәр: себестоимость – үҙҡиммәт холодильник – һыуытҡыс, обязательство – йөкләмә. Шулай уҡ һәр бер дәрестә һүҙлектәр менән эш итергә кәрәк: аңлатмалы, башҡортса-русса, синонимдар, антонимдар, омонимдар, фразеология һәм башҡорт һөйләштәре һүҙлектәре менән таныштырып, ҡулланырға өйрәтергә кәрәк.