Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
расп шпроры б.я.docx
Скачиваний:
2
Добавлен:
01.05.2025
Размер:
90.45 Кб
Скачать

33. Мөнәсәбәт һүҙҙәр, уларҙың семантик төрҙәре һәм һөйләмдәге синтаксик функциялары.

Һөйләүсенең әйтелгән фекергә мөнәсәбәтен белдереү өсөн ярҙам итә торған һүҙҙәр. Реаль мәғәнәләре булмай. Грамматик категориялар м-н дә үҙгәрмәәй, күбеһенең үҙ аллы баҫымы бар. Һөйләм эсендә айырым күтәренке интонация м-н әйтелә. Төрҙәре: 1)Һөйләмдә әйтелгән фекергә ҡарата ышанып етмәү, икеләнеү, самалап ҡарау, фараз итеү (бәлки, шикелле, моғайын, буғай, ихтимал, ахыры, булмаһа); 2) Һөйләмдән аңлашылған фекерҙең ысынбарлыҡҡа тура килеүен, дөрөҫлөгөн, фекергә билдәле бер баһа биреүҙе белдерә (әлбиттә, ысынлап та, ғәҙәттә, дөрөҫ, тәбиғи, билдәле); 3)Һөйләмдән аңлашылған фекерҙе йомғаҡлауҙы, һөҙөмтәләүҙе белдерә (тимәк, ғөмүмән, ҡыҫҡаһы); 4)Бер фекерҙең икенсеһенә ҡаршы ҡуйылыуын белдерә (киреһенсә); 5)Һөйләмдән аңлашылған фекерҙе инҡар итеүҙе, кирелекте йәки ыңғайлыҡты белдерә (юҡ, түгел, бар); 6)Берәй нәмәне ҡапыл иҫкә төшөрөүҙе белдерә (әйткәндәй, әйтелгәнсә); 7)Һөйләмдән аңлашылған фекерҙең тәртибен белдерә (беренсенән, берҙән, икесенән); 8)Һөйләмдән аңлашылған фекерҙең кемгә булһа ла бәйләнгән булыуын, сығанағын беледрә (минеңсә, һинеңсә, имеш, ти); 9)Бер фекерҙән икенсеһенә күсеүҙең субъектив юлын, ысулын күрһәтә (мәҫәлән, айырым алғанда); 10)Эш-хәрәкәттең йәки эш-хәлдең мөмкинлеген, мөмкин түгеллеген белдерә (мөмкин, мөмкин түгел, була, булмай); 11)эш-хәрәкәттең йәки эш-хәлдең тейешлеген, кәрәклеген белдерә (тейеш, кәрәк); 12)Әйтелгән фекергә ҡарата эмоциональ мөнәсәбәтте аңлата (исмаһам, етмәһә); 13)Һөйләмдән аңлашылған фекергә иҫкәрмә яһау, яҡынса һөҙөмтәләп ҡуйыуҙы белдерә (күрәһең, хәйер); 14)Фекерҙең мөмкин булыуына һөйләүсенең мөнәсәбәтен белдерә (күрәһең, ысынында).

Һөйләмгә дөйөм рәүештә бәйләнеп килгән модаль һүҙҙәр инеш һүҙ хеҙмәтен үтәй (инеш-модаль һүҙҙәр: күрәһең, ихтимал, әлбиттә, етмәһә, имеш, ғөмүмән, моғайын, ахыры, билдәле һ.б.). Икенсе төркөмө ҡуушма хәбәрҙең постпозитив компоненты функцияһын үтәй (хәбәрлек модаль һүҙҙәр: кәрәк, тейеш, мөмкин, ярай, түгел, бар, юҡ һ.б.).

35. Ябай һөйләм синтаксисы, уның өйрәнеү объекты. Һүҙбәйләнеш һәм һөйләм.

Һүҙ, һүҙбәйләнеш – һөйләм – текст рәтендә һөйләм телдең иң үҙенсәлекле һәм күп яҡлы берәмеге һанала. Ябай һөйләмдең үҙенә генә хас билдәләре бар. Ябай синтаксик конструкцияның тәбиғәте, уның коммуникатив тәғәйенләнеше һәм интонация яғынан формалашҡан булыуы шундай һығымтаға килтерә: ябай һ. Предикативлыҡтың (һөйләмдәрҙең мөһим үҙенсәлеге, һөйләмдең грамматик мәғәнәһен тәшкил итә) грамматик мәғәнәһенә эйә, ул структур схемаға ярашлы итеп төҙөлә; был мәғәнәләр синтаксик формалар системаһында (парадигмала – коммуникатив маҡсатҡа ярашлы рәүештә һөйл-ң формаль үҙгәреше) даими рәүештә реалләшә; коомуникатив маҡсатҡа йүнәлтелгән була.

Ысынбарлыҡ тураһында тулы бер уй аңлатып, грамматик һәм интонацион яҡтан ойошҡан һүҙ йәки һүҙбәйләнештәр теҙмәһе һөйләм тип атала. Һөйләм һүҙҙәрҙән барлыҡҡа килә, тибеҙ. Ләкин һөйләмде барлыҡҡа килтергәндә, айырым һүҙҙәрҙең күбеһе үҙ-ара мәғәнәүи һәм грамматик яҡтан бәйләнешкә инә, сөнки ҡайһы бер ҡатмарлы төшөнсәләрҙе, предметтар, сифаттар, эш-хәлдәрҙе айырым бер һүҙ ярҙамында ғына аңлатып булмай. Һүҙбәйләнештәр бер ҡатмарлы төшөнсәне аңлата. Шул яғы м-н һүҙбәйләнеш-р айырым һүҙгә оҡшай. Бер нисә һүҙҙән тороуы м-н һөйләмгә оҡшай. Һөйләмдән айырмалы рәүештә һүҙбәйләнештең предикативлығы, тамамланған интонацияһы булмай.