Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
расп шпроры б.я.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.05.2025
Размер:
90.45 Кб
Скачать

15. 15Лексикография. Башҡорт телендә һүҙлектәрҙең төрҙәре.

Лексикография тип берәй телдең һүҙҙәрен туплау, системаға килтереүҙе, һүҙлектәр төҙөүҙе атайҙар. Телдәге һүҙлектәр өс төркөмгә бүленә: энциклопедик һүҙлектәр, белешмә һәм лингвистик һүҙлектәр. Энциклопедик һәм белешмә һүҙлектәрҙә предмет, күренеш, ваҡиғаларҙың асылы тураһында фәнни төшөнсә бирелә. Дөйөм энциклопедик һүҙлектәр һәм фән тармаҡтарына арналған һүҙлектәр була. Тулы энциклопедик һүҙлеккә, мәҫәлән, “Ҙур совет энциклопедияһы” (55 томда) ҡарай. Бынан тыш медицина, фәлсәфә, әҙәбиәт һ.б. күп фән өлкәләре буйынсаэнциклопедик һүҙлектәр бар. Уларҙа ошо өлкәләргә ҡараған терминдарға аңлатмалар бирелә, фән өлкәһендә эшләгән ғалимдар һәм уларҙың хеҙмәттәре тураһында мәғлүмәттәр килтерелә.

Лингвистик һүҙлектәрҙә һүҙҙәргә аңлатма бирелә. Лингвистик һүҙлектәр төҙөлөштәре һәм маҡсаттары буйынса бер нисә төркөмгә бүленә:

а) Тәржемә һүҙлектәр бер телдәге һүҙҙәрҙе икенсе бер телгә тәржемә итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Бындай һүҙлектәргә ,мәҫ, 1958 йылда барҫылып сыҡҡан һәм 22 меңдән артыҡ һүҙҙе эсенә алған “Башҡортса-русса һүҙлек”, 1964 йылда сығарылған һәм 46мең һүҙҙе үҙ эсенә алған “Русса-башортса һүҙлек” ҡарай.

б) Орфография һүҙлектәре һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын сағылдыра. Мәҫ,, Ҡ.З.Әхмәров 1952й. Сыҡҡан “Башҡорт теленең орфография һүҙлеге.

в) Диалектологик һүҙлектәр ерле һөйләштәрҙеңиһүҙлек байлығын сағылдыра: диалект һүҙҙәренә аңлатма бирелә, ҡайһы төбәккә ҡулланылыуы күрһәтелә. 1967, 1970, 1987й. 3 томдағы башҡорт һөйләштәренең һүҙлеге.

г) ономастик һүҙлектәр телдәрҙә булған ер-һыу атамаларынын, кеше исемдәрен һәм башҡа яңғыҙлыҡ исемдәрҙе сағылдыра. Мәҫ., Т.Кусимованың “Башҡорт исемдәре” тигән китабын, 1980 йылда сығарылған “Башҡорт АССР-ның топонимдар һүҙлеге.

д) Аңлатмалы һүҙлектәр телдә булған һүҙҙәрҙе тулы рәүештә сағылдырырға ынтыла.Уларҙа мәғәнә нескәлектәре асыла, уларҙың телмәрҙә ҡулланылышы миҫалдарҙа күрһәтелә. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында башҡорт теленең ике томлыҡ аңлатмалы һүҙлеге баҫылып сыҡты.

е) этимологик һүҙлектәрҙә һүҙҙәрҙең килеп сығышы һәм мәғәнәһендә булған үҙгәрештәр сағылдырыла.

ж) синонимдар – синонимдар сағылыш ала, миҫалдарҙа күрһәтелә.1966, 1985й. ЗҒ.Ураҡсмндың “Башҡорт теленең синонимдар һүҙлеге.

з) омонидар һүҙлеге. 1966, 1985й. М.Х.Әхтәмов “Башҡорт теленең омонимдар һүҙлеге.

и) антонимдар 1973, 1987, й.М.Х.Әхтәмовтың “Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге”.

к) Грамматик һүҙлектәр үҙҙәре бер нисә төрә була, уларҙа һүҙ тамырҙары, төрлө грамматик күрһәткестәр, миҫалдарҙа күрһәтелә.. 1992й. М.Х.Әхтәмов“ Башҡорт теленең морфемалар һүҙлеге”.

л) Айырым яҙыусыларҙың һүҙлеге. . Айырым яҙыусыларҙың бөтә ижадына йәки айырым әҫәренә ҡараған һүҙҙәр индерелә. Д.Юлтыйҙың “Ҡан романының һүҙлеген З.Ә. Сиражетдинов төҙөнөнө..

Телде байытыуҙа, уның төрлө сараларын, мөмкинселектәрен билдәләүҙә әһәмиәте ҙур.

16. Морфология. Уның өйрәнеү объекты. Һүҙ төркөмдәре, уларҙың семантик һәм грамматик билдәләре. Морфология грекса “морфэ” (форма) һәм “логос” (Фән) тигән һүҙҙәрҙән яһалған. Ул һүҙ төркәмдәрен, һүҙҙәрҙең төрлө үҙгәрешен һәм ялғау менән һүҙьяһалыш юлдарын, ысулдарын өйрәнә. Морфология, һүҙҙәрҙең үҙгәреү юлдарын өйрәнгәнгә, синтаксис менән бик яҡын мөнәсәбәттә тора, сөнки һүҙҙең төрлө формаға эйә булыуы һөйләм эсендә, башҡа һүҙҙәр менән бәйләнешкә ингәндә генә мөмкин. Башҡорт телендә үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркәмдщәре бар. Үҙ аллыларға исем, сифат, һан, алмаш, Ҡылым, рәүеш инә. Ярҙамсыларға: бәйләүес, теркәүес, киҫәксә инә. Был ике төркөмдән тыш, айырым урын алып тороусы һүҙҙәр бар. Уларға модаль һүҙҙәр, ымлыҡтар һәм оҡшатыу һүҙҙәре инә. Үҙ аллы һүҙ төркөмдәренең үҙенсәлеге шунда: уларҙа һүҙҙәр контекста ла, һөйләмдән тыш та айырым бер мәғәнәгә эйә булалар, үҙгәртеүсе, һүҙ яһаусы ялғауҙар ҡабул итмәйҙәр, телмәр эсендә билдәле бер һөйләм киҫәге булып киләләр. Ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен тәшкил итеүсе һүҙҙәр айырым мәғәнә бирмәйҙәр, үҙҙәренә төрлө-төрлө ялғауҙар ҙа ҡабул итә алмайҙар, үҙ аллы һүҙ менән килеү арҡаһында һөйләм киҫәге составында булалар. Уларҙың төп бурысы һүҙҙәрҙе бер-береһенә бәйләү, төрлө грамматик мөнәсәбәттәрҙе сағылдырыуҙан тора. Ымлыҡтар менән оҡшатыу һүҙҙәре үҙ-ара яҡын торалар; икеһенең дә предметты атау һәләтлектәре юҡ. Әммә уларҙың һәр икеһен айырым һүҙ төркөмө итеп айырыу мөмкинлеге шунда: беренсенән, ымлыҡтар хис-тойғоно, оҡшатыу һүҙҙәре төрлө тауыштарҙы, һындарҙы сағылдыралар; икенсенән, ымлыҡтар һөйләмдә башҡа һүҙҙәргә бәйләнмәй, оҡшатыу һүҙҙәре һәр саҡ тип әйтерлек ҡылымға бәйләнеп килә. Башҡорт телендә 12 һүҙ төркөмө бар.

17. Исем. Исемдәрҙең яһалышы. Ялғауҙарҙың тарихи үҫеше. Предмет, кеше, күренеш, төшөнсәләрҙең атамаһын аңлатҡан һүҙ төркөмө исем тип атала.

Ул кем? Нимә? Кемдәр? Нимәләр? Һорауҙарына яуап ҡайтара. Исемдәр иорфологик яҡтан һан, эйәлек заты, хәбәрлек һәм килеш менән үҙгәрә. Мәҫ, китап – китаптар, китаптың, китабым, китаптарым, китабыбыҙ, китаптарыбыҙ, төҙөүсемен, төҙөүсеһең, төҙөүсебеҙ, төҙөүсеһегеҙ. Синтаксик яҡтан исемдәр һөйләмдең эйәһе лә, хәбәре лә, эйәрсән киҫәктәре лә булып килә ала.

Яһалышы: Яһалышы яғынан исемдәр 4 төргә бүленә:

1) Тамыр иседәр - Тик тамырҙан ғына торған исемдәр. Мәҫ., ер, һыу, һауа, яҙ, көҙ, икмәк.

2) Яһалма исемдәр – яһаусы ялғауҙар ҡушып яһалған исемдәр. Мәҫ., эш-эшсе, юл-юлдаш.

3) Ҡушма исемдәр – ике йәки бер нисә һүҙҙән ҡушылып, бер предметлыҡ төшөнсәһен аңлатҡан исемдәр, Мәҫ., ашъяулыҡ, Ҡариҙел, ҡарағош, көнсығыш, педучилище, халыҡ депутаты.

4)парлы исемдәр – мәғәнәле яғынан бер-береһенә яҡын булған һәм һәр ваҡыт икеһе йәнәш ҡулланылған исемдәр. Улар һыҙыҡса аша яҙыла – ер-һыу, сәй-шәкәр, аҙыҡ-түлек, әбей-һәбей.

А)Исем яһаусы ялғауҙар һәр ваҡыт ҡушылып яҙыла – тыныслыҡ, осоусы

Б) һүҙҙең тамырына о, ө һуҙынҡы өндәре урын алһа, һүҙ яһаусы ялғауҙарҙа о,ө хәрефтәре яҙыла – болон-болонлоҡ, төҙө-төҙөлөш.

В) һүҙҙең тамыры л,м, н, ң, өндәренә бөтһә исем яһаусы ялғауҙар –даш, -дәш формаһында килә - ауыл – ауылдаш, район – райондаш

19. Исемдәрҙең эйәлек һәм хәбәрлек категориялары, уларҙың семантик һәм грамматик билдәләре. Исемдәрҙең эйәлек категорияһы теге йәки был предметтың ҡайһы бер затҡа йәки предметҡа ҡарағанлығын аңлата. Мәҫ., дәфтәрем – минең дәфтәр, дәфтәребеҙ – беҙҙең дәфтәр, был дәфәр минеке, ағайымдың хаты.. Теге йәки был әйберҙең ҡайһы затҡа йәки предметҡаҡарағанлығы төрлө юлдар менән белдерелә: а) исемдәргә эйәлек заты ялғауҙары ҡушылыу юлы менән, мәҫ., дәфтәрем-дәфтәрҙәрем, дәфтәрең-дәфтәрҙәрең, дәфтәре-дәфтәрҙәре, дәфтәрҙәребеҙ-дәфтәрҙәрегеҙ.

Б) исемдәр алдында минең, һинең, уның, беҙҙең, һеҙҙең, уларҙың алмаштарын ҡуйыу менән: минеңдәфтәрем, һинең дәфтәрең.....

В) исемдәрҙең алдына фәҡәт минең, һинең, уның, беҙҙең, һеҙҙең, уларҙың алмаштарын ҡуйыу менән: минең дәфтәр, минең дәфтәрҙәр, һинең дәфтәр, дәфтәрҙәр....

Г) Исемләрҙең аҙағына минеке, һинеке, уныҡы, беҙҙеке, һеҙҙеке, уларҙыҡы алмаштарын ҡуйыу менән: дәфтәр минеке, китап һинеке......

Һөйләмдә хәбәр булып килгән исемдәргә ҡылымдарҙың зат ялғауҙары ҡушылыу исемдәрҙең хәбәрлек категорияһы тип атала. Мәҫ., уҡытыусымын, уҡытыусыһың, уҡытыусы. Хәбәрлектең юҡлыҡ формаһы түгел һүҙе менән яһала, хәбәрлек ялғауҙаы ошо һүҙгә ҡушыла. Мәҫ., уҡыусы түгелмен, уҡыусы түгелһең, уҡыусы түгелбеҙ, уҡыусы түгелһеҙ. Исемдәрҙең хәбәрлек категорияһы ялғауҙары сығанаҡ һәм урын-ваҡыт килештәрҙәге исемдәргә лә ҡушыла: Мин Нуриман районынанмын. Һин Стәрлетамаҡтанһың.

20. Сифат. Төп һәм шартлы сифаттар. Сифаттарҙың яһалышы. Сифат дәрәжәләре. Сифаттарҙың башҡа һүҙ төркөмдәренә күсеүе (конверсия). Предметтың билдәһен аңлатҡан һүҙҙәр сифат тип атала. Сифаттар ниндәй? Нитөҫлө, ҡайһы? Ҡасанғы? Ҡайҙағы? Нимәләге? Кемдәге? Һорауҙарына яуап бирә. Сифаттар һөйләм эсендә исемдәргә бәйләнеп, һөйләмдең аныҡлаусыһы булып йөрөй.Ҡайһы бер осраҡта хәбәр булып та килә. (Кис тә зәңгәр, Ағиҙел дә зәңгәр ине). Сифаттар исемурынында ҡулланылғанда, һөйләмдә эйә лә, хәбәр ҙә, аныҡлаусы ла, тултырыусы ла була алалар. (Сабырлы сыҙар. Һеҙ йәшһегеҙ әле. Йүнһеҙҙе табаҡҡа төрһәң....)

Сифаттар, лексик һәм грамматик әһәмиәттәренә ҡарап, икегә - төп һәм шартлы сифаттарға бүленә. Төп сифаттар үҙ алдына предметтың билдәһен аңлата. Мәҫ., һары, һалҡын, оло, кесе. Улар дәрәжә менән үҙгәрә, рәүеш функцияһын да үтәй һәм һөйләмдә хәбәр булып та килә ала: Һап-һары япраҡ. Бөгөн һалҡыныраҡ. Шартлы сифаттар үҙҙәренә аңлашылған билдә предметына башҡа предметтың мөнәсәбәтен белдерә: ваҡытты, урынды, йәки материалды күрһәткән билдәләрҙе аңлата: ҡышҡы юл, болондағы һуҡмаҡ, йөн күлдәк. Шартлы сифаттар дәрәжә менән үҙгәрмәй.

Бер үк билдәне аңлатҡан төп сифаттарҙың төрлө дәрәжәһе була. Улар дүртәү: а) Төп дәрәжә предметтың тулы билдәһен белдерә, уға ялғауҙар ҡушылмай, сифат үҙенең төп формаһында ҡала: ҡоро, эре, ҡыҙыл, йәш, оҙон. Б) Сағыштырыу – бер предметты икенсеһе менән бер үк сифатта сағыштыра һәм шул сифаттың бер предметҡа күберәк булыуын белдерә -раҡ, рәк, ыраҡ, ерәк, ораҡ, өрәк ялғауҙары ҡуныла. В) Артыҡлыҡ дәрәжәһе предметта бер билдәнең тулы дәрәжәлегенән артыҡ булыуын белдерә: ҡоп-ҡоро, йәм-йәшел; үтә ҡыҙыл, бигерәк йәш, иң матур; ҡороноң-ҡороһо, яҡшынан-яҡшы. Г) Аҙһытыу дәрәжәһе предметта бер билдәнең тулы дәрәжәлегенән аҙыраҡ икәнен белдерә: йәшкелт, аҡһыл, әскелтем, ҡоро ғына, йәш кенә.

Яһалышы яғынан сифаттар аңлатҡан мәғәнәләренә ҡарап, өс төргә бүленә: а) Тамыр сифаттар – ҙур, зәңгәр; б) Яһалма сифаттар – эшле кеше, , көҙгө урман. в) ҡушма сифаттар үҙе өс төркөмгә бүленә: а) парлы сифаттар – һарылы-аҡлы, аҡлы –ҡаралы; б) бәйле сифаттар – асыҡ һары, ҡуйы ҡыҙыл; в) ҡабатлаулы – ҙур-ҙур, ҡатлы-ҡатлы.

Сифаттарҙың ҡайһы берҙәре,исем урынында йөрөй торғас, бөтөнләйгә исемгә әүерелеп киткән. Мәҫәлән: ҡара ( яҙыу әсбабы), күк (йөҙө), аҡ (һөт, ҡатыҡ), һары (сир). Исегә әүерелгән сифаттар, исем кеүек үк, һан, килеш, эйәлек заты менән үҙгәрә: оҫта- оҫталар, оҫтаның, оҫтаға, оҫтаны, оҫтала, оҫтанан, оҫтабыҙ.