- •9. Башҡорт теленең орфоэпияһы һәм уның орфографияға бәйләнеше.
- •10. Лексика. Башҡорт телендә күп мәғәнәлелек (полисемия), уның төрҙәре (метафора, метонимия, синекдоха).
- •12. Килеп сығышы яғынан башҡорт теленең лексик ҡатламдары. Төп башҡорт һүҙҙәре, үҙләштерелгән һүҙҙәр.
- •13. Башҡорт фразеологияһы. Фразеологик берәмектәрҙең төрҙәре.
- •15. 15Лексикография. Башҡорт телендә һүҙлектәрҙең төрҙәре.
- •18. Исемдең һан һәм килеш категорияһы, уларҙың төп үҙенсәлектәре. Килеш формаларының грамматик мәғәнәләре, һөйләмдәге роле.
- •27. Ҡылым төркөмсәләре, уларҙың төрҙәре, синтаксик функциялары.
- •28. Ҡылымдың йүнәлеш һәм күләм категориялары. Уларҙың яһалышы.
- •29. Рәүеш, уларҙың төркөмсәләре, синтаксик функциялары. Рәүештәрҙең яһалышы.
- •30. Теркәүестәр һәм уларҙың төрҙәре.
- •31. Бәйләүестәр һәм уларҙың төрҙәре.
- •32. Киҫәксәләр һәм уларҙың төрҙәре.
- •34. Ымлыҡтар. Уларҙың фонетик һәм мәғәнәүи үҙенсәлектәре, синтаксик функциялары. Оҡшатыу һүҙҙәре, уларҙың синтаксик функциялары.
- •33. Мөнәсәбәт һүҙҙәр, уларҙың семантик төрҙәре һәм һөйләмдәге синтаксик функциялары.
- •35. Ябай һөйләм синтаксисы, уның өйрәнеү объекты. Һүҙбәйләнеш һәм һөйләм.
- •36. Башҡорт телендә һүҙбәйләнеш. Теҙмә һәм эйәртеүле һүҙбәйләнештәр, уларҙың яһалыу юлдары.
- •43.Тиң киҫәктәрҙең үҙ-ара бәйләнеше
12. Килеп сығышы яғынан башҡорт теленең лексик ҡатламдары. Төп башҡорт һүҙҙәре, үҙләштерелгән һүҙҙәр.
12 Төп башҡорт һүҙҙәре төрлө юлдар менән яһала һәм түбәндәге төркөмсәләргә бүленә.1) тән өлөштәре: баш, ҡул,аяҡ, морон, табан, эс, эсәк һ.б 2)үҫемлек: ағас, ҡайын, һуған, сәскә, япраҡ,ботаҡ ;3)тәбиғәт күренештәре: төн, көн, болот, дауыл, ысыҡ; 4)төп билдә: бай, йәш, тар, аҙ, күп,5) төҫтәр6) ябай һандар7)алмаштар мин, һин,ул8)йәнлектәр,9)хәрәкәт килеү, китеү, барыу, осоу.үҙләштерелгән:сит телдәрҙән ингән рәсем, инша, шәкәр, мейес, сабата, есем.дин өлкәһенә ҡараған ғәрәп теленән ингән алла, ожмах, тамуҡ, ғөрөф, шайтан, мәсет.Рус теленән ингән һүҙҙәр:тиф, фронт, йанарал, ыстанса, кәнсәләр, ыстарыста. Фарсы теленән: фил, дәфтәр,иза, арыш, ҡомаҡ, мейес, сабата, пәрҙә, сатыр, һабын, ҡыяр, тәҙрә.Калька-сит тел өлгөһө нигеҙендә башҡорт теле саралары менән яңы һүҙ яһау.
13. Башҡорт фразеологияһы. Фразеологик берәмектәрҙең төрҙәре.
Башҡорт фразеологияһы. Фразеологик берәмектәрҙең төрҙәре. Фразеологик берәмектәр тип төҙөлөшө һәм мәғәнәһе яғынан ойошҡан, нығынған, телмәрҙә әҙер килеш ғулланыла торған хис-тойғоло биҙәкле, образлы һүҙбәйләнештергә әйтәләр. Фразеологик берәмек кәмендә ике һүҙҙән тора һәм, ғәҙәттә, бер төшөнсәне белдерә: төпһөҙ кәмәгә ултыртыу – алдау, ҡара бауыр – мәкерле, типһә тимер өҙөрҙәй - көслө. Ф. Берәмектәрҙе, улаарҙың составына ингән һүҙҙәрҙең мәғәнәләренә ҡарап өс төркөмгә бүләләр: 1. фразеологик берекмәләр – мәғәнәләре һүҙҙәрҙең мәғәнәләре менән бәйләнешһеҙ хис-тойғо биҙәге булғанберәмектәр. Бындай ф. Берәмектәрҙең тура мәғәнәле иштәре булмай. Мәҫ., сүпте сүмәлә итеү – арттырыу, ауыҙын асһа, үпкәһе күренә - бик ярлы, алланың ҡашҡа тәкәһе – аҡыллы. 2. Фразеологик берлектәр - тура мәғәнәле һүҙбәйләнештәрҙән яһалған, хәҙер тик күсмә мәғәнәлә генә ҡулланылған берәмектәр. Тура мәғәнәләрендә улар фразеологик берәмек булмай, әғәҙәттәге ирекле һүҙбәйләнешкә әүерелә. Мәҫ., күккә күтәреү – маҡтау, бил бөгөү – ауыр эш башҡарыу, тишек кәмәгә ултыртыу – алдау, аяҡ һуҙыу – үлеү. 3. Фразеологик ҡушылмалар тип уның составына ингән һүҙҙәрҙең береһе тура мәғәнәлә лә, күсмә мәғәнәлә лә ҡулланыла ала торған тотороҡло һүҙбәйләнештәргә әйтәләр. Мәҫ., йөрәкле – тура мәғәнәһе “Йөрәге бар”, күсмә мәғәнәһе – “батыр”. Был һүҙ арыҫлан йөрәкле, ҡуш йөрәкле тигән ф. Берәмектәрҙә лә ҡулланыла. Тағы ла һүҙ бутҡаһы, ярыҡ барабан, ҡанат аҫтына алыу, йөҙгә ҡара яғыу кеүек һүҙбәйләнештәр ҡарай. Яҙыу һәм һөйләү телмәрендә ф. Берәмектәрҙең әһәмиәте ҙур: улар телмәрҙе байыта, биҙәй, фекерҙең образлы бирелеүенә булышлыҡ итә.
14. Башҡорт диалектологияһының үҫеш тарихы. Башҡорт теленең диалекттары һәм һөйләштәре, уларҙың фонетик һәм морфологик үҙенсәлектәре, төп айырмалары. Ф.Энгельс билдәләүенсә, “ диалект – ул ҡәбилә теле, диалекттарҙың барлыҡҡа килеүен, үҫешен ҡәбиләләрҙең конкрет тарихынан эҙләргә кәрәк. Башҡорт диалекттары ла башҡорт ҡәбиләләренең теле һанала. Көнъяҡ Уралда, Ағиҙел – Яйыҡ йылғалары бассейнында йәшәгән башҡорттар боронғораҡ осорҙа кҡәбиләләргә бүленер булғандар. Ул ҡәбиләләрҙең исемдәре халыҡ телендә әле лә һаҡланған: юрматылар, ҡатайҙар, ҡыпсаҡтар, меңдәр һ.б. 15-16-сы быуаттарҙа шул ҡәбиләләрҙең берләшеүенән башҡорттар халыҡ булып формалашҡан. Уға тиклем башҡорт ҡәбиләләре бойондороҡһоҙ һәм күсмә малсылыҡ кәсебе менән йәшәгән. Халыҡ булып ойошҡас, уларҙың һөйләү телендә бөтә ҡәбиләләр өсөн уртаҡ булған күренештәр аҡрынлап күбәйә, ә диалект үҙенсәлектәре аҙая барған. Әммә шулай ҙа башҡорт ҡәбиләләренең телендә айырмалыҡтар ниндәйҙер кимәлдә беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған. Халыҡтың йәнле һөйләү телендә уларҙы бик асыҡ күрергә мөмкин. Бындай айырмалыҡтарҙы диалкт йәки һөйләш айырмалыҡтары тип йөрөтәләр. Башҡорт халыҡ теле өс ҙур ерле диалектҡа бүленә: 1. Көнсығыш йәки Ҡыуаҡан диалекты. Быға Башҡортостандың көнсығыш, төньяҡ – көнсығыш (Урал аръяғы) райондарында, Силәбе, Екатеренбург һәм Ҡурған өлкәләрендә йәшәгән башҡорттарҙың һөйләштәре инә. 2. Көньяҡ йәки юрматы диалекты. Башҡортостандың көньяҡ, көньяҡ көнбайыш һәм үҙәк райондарындая. Ырымбур, Һамар һәм Һарытау өлкәләрендә йәшәгән башҡорттарҙың һөйләштәре ҡарай. 3. Төньяҡ-көнбайыш диалекты. Башҡортостандың Асҡын, Тәтешле, Яңауыл Илеш,Дүртөйлө, Ҡариҙел, Борай, Бөрө, Саҡмағош, Балтас, Ҡалтасы райондарында, Пермь өлкәләрендә йәшәгән башҡорттарҙың һөйләштәре инә. Ҙурыраҡ төбәктәрҙә таралған һөйләш айырмалыҡтары тел ғилемендә диалект тип, ә бер нисә ауыл йәки район өсөн хас булған һөйләш айырмалығы һөйләш йәки урындағы һөйләш тип атала.
Телдә фонетик системаның уртаҡлығы, дөйөмлөлөгө: бөтә башҡорт диалекттарында ла һ,ҫ, ҙ өндәре бар, ә ч менән дж өндәре башҡорт халыҡ телендә бөтөнләй юҡ, улар урынына с һәм й өндәре килә. Йәнле һөйләү телендә һүҙ башында ҡ, к өндәренең ғ,г, өндәре менән сиратлашып килеүе: йәй гөнө, ҡайҙа гитте...Исемдәрҙә эйәлек һәм хәбәрлек формаларының уртаҡлығы: уҡыусым, уҡыусың, уҡыусығыҙ... Исемдәрҙә килеш формаларының уртаҡлығы.. ҡылымдарҙа зат менән үҙгәреү системаһының уртаҡлығы: алды-килде, мин алам, улар алалар.. Ҡылым төркөмсәләренең уртаҡлығы: алырға-килергә.... Көнсығыш диалектта һүҙ яһаусы ялғауҙар дүрт төрлө фонетик вариатта ҡулланылһа, көньяҡ диалектта ул ике генә төрлө була.
