
- •9. Башҡорт теленең орфоэпияһы һәм уның орфографияға бәйләнеше.
- •10. Лексика. Башҡорт телендә күп мәғәнәлелек (полисемия), уның төрҙәре (метафора, метонимия, синекдоха).
- •12. Килеп сығышы яғынан башҡорт теленең лексик ҡатламдары. Төп башҡорт һүҙҙәре, үҙләштерелгән һүҙҙәр.
- •13. Башҡорт фразеологияһы. Фразеологик берәмектәрҙең төрҙәре.
- •15. 15Лексикография. Башҡорт телендә һүҙлектәрҙең төрҙәре.
- •18. Исемдең һан һәм килеш категорияһы, уларҙың төп үҙенсәлектәре. Килеш формаларының грамматик мәғәнәләре, һөйләмдәге роле.
- •27. Ҡылым төркөмсәләре, уларҙың төрҙәре, синтаксик функциялары.
- •28. Ҡылымдың йүнәлеш һәм күләм категориялары. Уларҙың яһалышы.
- •29. Рәүеш, уларҙың төркөмсәләре, синтаксик функциялары. Рәүештәрҙең яһалышы.
- •30. Теркәүестәр һәм уларҙың төрҙәре.
- •31. Бәйләүестәр һәм уларҙың төрҙәре.
- •32. Киҫәксәләр һәм уларҙың төрҙәре.
- •34. Ымлыҡтар. Уларҙың фонетик һәм мәғәнәүи үҙенсәлектәре, синтаксик функциялары. Оҡшатыу һүҙҙәре, уларҙың синтаксик функциялары.
- •33. Мөнәсәбәт һүҙҙәр, уларҙың семантик төрҙәре һәм һөйләмдәге синтаксик функциялары.
- •35. Ябай һөйләм синтаксисы, уның өйрәнеү объекты. Һүҙбәйләнеш һәм һөйләм.
- •36. Башҡорт телендә һүҙбәйләнеш. Теҙмә һәм эйәртеүле һүҙбәйләнештәр, уларҙың яһалыу юлдары.
- •43.Тиң киҫәктәрҙең үҙ-ара бәйләнеше
1 хәҙерге башҡорт теле-башҡорт халҡының милли теле.Ул төрлө ырыу ҡәбилә телдәренең берләшеүе нәтижәһендә барлыҡҡа килгән.
Башҡорт теле төрки телдәр ғаиләһенең көнбайыш ҡыпсаҡ йәки Волга-Урал буйы төркөмсәһенә инә.Грамматик төҙөлөшө,һүҙлеге буйынса баш.т татар,ҡаҙаҡ,ҡырғыҙ,ҡарағалпаҡ,ҡумыҡ,нуғай,ҡарасәй,балҡар һ үзбәк т ҡәрҙәш һанала. Башҡорт теле күп кенә ҡәбилә телдәренең(төрки,иран,фин-уғыр,монгол) үҙ-ара аралашыу һөҙөмтәһендә бароыҡҡа килгән.башҡорт һөйләү т өс диалекттан тора.Башҡорт теле морфологик тибы буйынса аглютинатив телдәр иҫәбене ҡарай.башҡорт теле боронғо яҙма теләдәр рәтенә инә. XI б башлап башҡорттар ғәрәп яҙмаһын ҡулланған.Иң тәүге яҙма ҡомартҡылар XIV б ҡарай, XVI б уртаһынан алып,Башҡорт-р урыҫ дәүләтенә ҡушылғандан һуң,был ҡомартҡылар телеяҙма тел функцияһын үтәй башлай. Башҡорт милли теле 19 б а7а4ында формалаша. Баш.т юридик статусы БашЦИК- тың 1922 й 6 июль ҡарары менән билдәләнә,бында башҡорт теле менән бер рәттән,дәүләт теле итеп таныла.
2. Башҡорт әҙәби теле. Әҙәби тел дөйөм халыҡ теленән үҫеп сыға, ул телдең оҫталар (сәсәндәр, яҙыусылар, ғалимдар) тарафынан эшкәртелгән, шымартылған һ ҡанунлаштырылған формаһы. Октябрь революцияһына тиклем башҡорт халҡы ғәрәп алфавитына нигеҙләнгән боронго төрки яҙма теле менән файҙаланды,ошо телдә 16-17б башлап яҙылған шәжәрәләр,төрлө тарихи документтар,эш ҡағыҙҙары,әҙәби әҫәрҙәр бар.был яҙма тел ябай халыҡ теленә нигеҙләнгән,әлбиттә, шулай ҙа ул,рәсми тел булараҡ,уҡымышлы кешеләр тарафынан гел генә ҡулланылған.С.Юл. шиғырҙары,бойороҡтары,мөрәжәғәттәре ошо телдә яҙылған.Батша хөкүмәтенең әмерҙәре лә был телгә тәржемә ителә торған булған. 19 б Мөхәмәтсәлим Өмөтбев,М.Аҡм һ башҡа мәғрифәтсе ғалимдар,шағирҙар ошо телдә ижад иткән. Башҡорт әҙәби теленең милләт булып ойошҡанға тиклемге дәүере 4 осорга бүленә:1)13б алып16 б уртаһына тиклем.Ул саҡта әҙәби тел сифатындаУрал-Волга буйы төрки теле ҡулланылган;2)16б урт алып18б тиклем;3)19б 1-се яртыһы.Ул саҡ әҙәби телдең халыҡ һөйләү телмәре һ фольклор теле менән үҙ-ара йоғонто көсәйә барыуы менән характерлана;4)19б 2-се яртыһы.Был осорҙа телдә башҡорт элементтарының арта барыуы,яңы стильдәрҙең барлыҡҡа килеүе күҙәтелә. Башҡорт әҙәби телең милли үҫеше 4этапты үҙ эсенә ала:1)19б аҙағынан алып20б 20-се йылдарына тиклем.әҙәби тел сифатындаУрал-Волга буйы төрки теле ҡулланылыуын дауам итә(матбуғат теле булараҡ иҫке төрки теленә яҡын тороусы иҫке татар теле йөрөй);2) 20-30-СЫ йылдар.Был осор халыҡ һөйләү телмәре менән фольклор теле ҡушылыу нигеҙендә хәҙерге башҡорт әҙәби т барлыҡҡа килеү менән характерлана;3) 30-50-сы й.Был йылдарҙа башҡорт әҙәби теленең йылдам үҫеше,стильдәрҙең нығыныуы күҙәтелә;4) 50-се йылдарҙан алып90-сы й аҙағына тиклемге осор.Был йылдар әҙәби телдең камилашыуы һ ижтимағи функцияларының киңәйеүе менән характерлы.
3. Хәҙерге башҡорт алфавиты рус графикаһына нигеҙләнгән. Бөйөк октябрь социалистик революцияһына тиклем башҡорттарҙың үҙ алфавиты юҡ ине. Россиялағы төрки халыҡтарҙың күбеһе, шул иҫәптән башҡорт халҡы ла? 15-16 б уҡ рәсми яҙма тел функцияһын үтәп килгән иҫке төрки телендәге ғәрәп графикаһына нигеҙләнгәняҙыуҙы файҙаланалар.Ләкин ҡайһы бер башҡорт мәғрифәтселәренең (Мирсалих Биксурин, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев) ғәрәп алфавитын камилаштырырға, баш.т ҡулаайлаштырырға ынтылыштарына ҡарамаҫтан, 20б баштарына тиклем ҡулланып килгән был алфавит башҡорт теленең фонетик системаһына тулыһынса яуап бирә алмаған;ундағы хәрефтәрҙең дүрт төрлө һыҙылышы һ.б. уңайһыҙлыҡтар тыуҙырған. Шуның өсөн Октябрь революцияһы еңеп,Совет власы урынлашыу менән,Баш-н территорияһында Советтарҙың II бөтө Башҡор-т сьезы (1920й Стәрлет-ҡ)ҡарары нигеҙендә башҡорт телен ғәмәлгәашырыу башлана.Был эштәр менән етәкселек итеү өсөн үҙәк комисия төҙөлә (ШәһитХоҙайбирҙин). 1923й камиссия тарафынан ғәрәп графикаһына нигеҙләнгән беренсе башҡорт алфавиты һ орфографияһы иғлан ителә. 1924 й латин алфавитына күсеү башлана,1925 й латин теленә нигеҙләнгән алфавит д.к. Был алфавитта Был алфавитта 36 хәреф була.
А.Бессоновтың “Букварь для башкир”1907, В.Катаринский “Букварь для башкирского языка”1908, Н.Ф.Катановтың “Азбука для башкир”. Бигерәктә башҡорт врачы тел белгесе М.С.Ҡулаев (Основы звукопроизношения и азбука для башкир, казань1912й); ”Альпей” (1919) рус графикаһына нигеҙендә төҙөлгән башҡорт алфавиттары киң билдәле.Мөхәмәтхан (Мстислав) Cәхипгәрәй улы Ҡулаев (1873-1959) Хәҙерге Ырымбур губернияһыҠыуандыҡ ауылында д.к.
4. Фонетика – тел ғилеменең телмәр өндәрен тикшерә торған фән. Ф телмәр өндәренең яһалышын, акустик һ артикуляцион үҙенсәлектәрен, уларҙың телмәр ағышында үҙгәрешен, ижек баҫым интонацион мәсьәләләрен тикшерә. Бынан тыш башҡорт теленең түбәндәге мәсьәләләрҙә хәл ителә: төп башҡорт өндөренең шулай уҡ сит телдәрҙән үҙләштерелгән өндәрҙең әйтелешен билдәләү; баҡорт теленең алфавиты һ орфоғрафия ҡағиҙәләрен камилаштырыу. Хәҙеоге башҡорт телендә 9 һуҙынҡы фонема. Һуҙынҡы фонемаларҙы артикуляцияһы буйынса өс принцип:Телдең ветикаль торошо,Т горизонталь торошо,Ирендәрҙең ҡатнашлығы ярҙамында классификация. Телдең вертик торошо буйынса(телдең вертикаль буйынса аңкауға күтәрелеү кимәле һ шул саҡта ауыҙ ҡыуышлығы үҙгәреү иҫәпкә алына: Өҫкө күтәрелеш (и ы у ү),Урта к(о ө ы е э),Түбән к(а ә).Телдең горизонталь торошо. Алғы рәт(е э и ә)Артҡы рәт(о о у)Урта рәт(а ө ү ы ы). Ирендәрҙең ҡатнашлығыБыл принцеп буйынса һуҙынҡы фонемаларҙың яһалышында лабилизацияның(латинса ирендәр) булыуы йәки булмауы иҫәпкә алына. Иренләшкән һ(о ө у ү). Баҫымһыҙ ижектәрҙәге һуҙынҡыларҙың көсһөҙләнеүе, йәғни юғалыуы,РЕДУКЦИЯ,тип атала.Сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең әйтелешен еңеләйштереү өсөн ҡайһы бер һүҙҙәргә һуҙынҡы өн өҫтәлә. Һүҙ башында ПРОТЕЗА (стол-өҫтәл,смола-ыҫмала),ЭПЕНТЕЗА һүҙ уртаһында (бревно-бүрәнә).ЭЛИЗИЯ беренсе һүҙ һуҙынҡыға бөтөп икенсе һүҙ һуҙынҡыға башшланып паузаһыҙ әйтелгән ваҡытта ике һуҙынҡы оҡшап береһе ҡыҫырыҡлап сығарыла(Яңы ауыл- Яңауыл,Оло атай- олатай)
6.Башҡорттелендә сингорманизм законы.Сингорманизм грек һүҙе ул ярашыу,яңғырау яғынан бер береһенә оҡшашыу тигән мәғәнәне белдерә.Башҡорт теле сингорманизымлы телдәр системаһына ҡарай.Сингорманизымдың түбәндәге төрҙәре бар.1. Һуҙынҡы өндәрҙең гармонияһы(Аңҡау).Төп башҡорт һҙҙәрендә һүҙҙең тамырында йә ҡалын, йә нәҙек һуҙынҡылар ғына була, шунлыҡтан ялғауҙарға ла йә ҡалын, йә нәҙек һуҙынҡы ҡулланыла (балалар-баланың) 2Ирен гормонияһы Төп башҡорт һүҙҙәренең тамырында иренләшкән о,ө өндәре яҙыла (Ҡоролоштоң) Ялғауҙарҙың береһендә а,ә,у,ү гармонияһы урын алһа,был өндәрҙән аҙаҡ ирен гармонияһы һаҡланмай (Йөҙөүҙәге). 3.Һуҙынҡы өндәр менән тартынҡы өндәрҙең гармонияһы. Башҡорт һүҙҙәрендә тамырҙа йә нигеҙҙә нәҙек һуҙынҡылар йәки ҡалын һуҙынҡылар ҡулланыла. Нәҙек һуҙынҡылар янындағы тартынҡы өндәр йомшаҡ әйтелә,ҡалын һуҙынҡылар эргәһендәге тартынҡылар ҡаты яңғырай.Башҡорт һүҙҙәрендә нәҙек һуҙынҡылар эргәһендә К,Г өндәре,ҡалын һуҙынҡылар янында Ҡ,Ғ өндәре ҡулланыла(ҡалаҡ-ҡалағы,төргәк-төргәге
5. Өн һәм хәреф. Башҡорт телендә тартынҡы өндәр системаһы (консонантизм). Тартынҡы өндәрҙең классификацияһы. Тартынҡы өндәрҙең комбинаторлы үҙгәрештәре (ассимиляция, диссимиляция, метатеза, диэреза, сиратлашыу).
5 Башҡорт телендә 29 тартынҡы өн бар б, п, в, ф, г, ғ, ҙ,ҡ,ң,ҫ,һ,д,т, к,с, ш,й, м, н, л, р,v, ж, з, ц,ч, щ,х,[ `](замма).Тартынҡы өндәр 3 төргә бүленә:1)артикуляция рәүеше. Улар шартлаулы, ҡуш, ышҡыулы,танау, тел эргәһе, ҡалтыраулыға бүленә.Шартлаулы өндәр б, п, д, т,к, ҡ, г,ғ,[`], ышҡыулы в, ф, ҫ,ҙ,з, с, ж, ш, щ, х,һ, й,v;танау м, н, ң һәм тел эргәһе л;ҡуш ц, ч, т;ҡалтыраулы, р.2) артикуляция урыны 3 төргә бүленә:ирен, тел, тамаҡ.Иренб, п, в, ф,б,м,v.пассив формалары ике ирен v,б, п, м,ирен-теш в,ф. тел тартынҡылары 3 төргә тел алды д, т, з, с, ҫ,ҙ,ж,ц, ч, щ, л, н, р, тел уртаһы й, к, г, тел арты ғ,ҡ, х,ң.фонемаларына бүленә.тел тартынҡылары ике төркөмгә теш һәм аңҡауға бүленә.Теш тартынҡылары д, т, з, с, ң,н,л, теш араһы ҫ,ҙ.Аңҡау тартынҡылары:алғы аңҡау ж, ш, щ, р; урта аңҡау й, к, г, артҡы аңҡау ғ, ҡ, х, ң.Тамаҡ тартынҡыһына һ.3) Тауыш һәм шау ҡатнашлығы.Шаулы Т б, п, в, ф, г, ғ, ҙ,ҡ,ҫ,һ,д,т, к,с, ш,ж, з, ц,ч, щ,х,[ `](замма),талғынТ й, м, н, л, р,ң,v.Яңғырау һәм һаңғырауға, парлы һәм парһыҙға.бүленә. Ассимиляция- эргәлә торған тартынҡы өндәрҙең артикуляцион һәм акустик яҡтан бер-береһенә оҡшашыуы.Ул 4төргә бүленә Тулы булмаған а- эргәлә торған тартынҡы өндәрҙең бер-береүенә тулы килеш оҡшашмауы, (алты). Тулы А- эргәлә торған тартынҡы өндәрҙең бер-береһенә тулыһынса оҡшашыуы(атты).Прогрессив А- эргәлә торған тартынҡы өндәрҙең алдан артҡа ҡарай йоғонто яһауы арҡаһында килеп сыҡҡан оҡшашлыҡ(алда).Регрессив- эргәлә торған тартынҡы өндәрҙең кирегә йоғонто яһауы арҡаһында килеп сыҡҡан оҡшашлыҡ.Тулы булмаған регрессив А-тартынҡы өн үҙенән алда торған тартынҡы өндө үҙенә акустик һәм артикуляцион урыны буйынса оҡшата.(иртән- иртәңге) тулы регрессив А- тартынҡы өн алда торған тартынҡы өндө тулыһынса үҙенә оҡшата(һөйләп бир- һөйләббир)
Диссимиляция-артикуляция буйынса бер төрлө йәки яҡын өндәрҙең оҡшашмауына, оҡшашлыҡ боҙолоуға әйтәләр.һүҙ яһаусы ялғауҙар.1)исем яһаусы –лыҡ, -лек, лоҡ,лөк (берлек);2)сифат яһаусы –лы, ле, ло,лө, һыҙ, һеҙ(боҙло, боҙһоҙ).3)ҡылым яһаусы-ла, лә(көйлә, шаула)
Метатеза-һүҙҙәрҙәге өндәрҙең урындары алмашмауы.ямғыр- яғмур, мөрйә- мөйрә.
Диэреза-ассимиляция һәм диссимиляция һөҙөмтәһендә һүҙҙең берәй өнө йәки ижеге төшөп ҡалыу.булмаҫ-бумаҫ, булһа- буһа,тултыр-тутыр.
7.Орфография- һүҙҙәрҙе һ уларҙың өлөштәрен дөрөҫ яҙыу өсөн ҡабул ителгән ҡағиҙәләр системаһы. Орфограффия әҙәби телдең дөрөҫ яҙыу ситемаһын тәшкил итә һ түбәндәге ҡәғиҙәләрҙе үҙ эсенә ала;1) хәрефтәрҙең дөрөҫ яҙылышы. 2.морфемаларҙың (тамыр, аффикстарҙың) яҙ.3.Һүҙҙәрҙең айырым,бергә,дефис һ һыҙыҡ ашаяҙ. 4.ҡушма һ ҡыҫҡартылған һҙҙәрҙең бергә яҙылышы.5.һүҙҙәрҙең баш хәреф менән яҙ.6.һүҙҙәрҙе юлдан юлға күсереү.7.һүҙҙәрҙе графиҡ ҡыҫҡартыу. Принциптары.Телдә ҡабул ителгән орфографик ҡағиҙә билдәле бер принциптан сығып төҙөлә. Хәҙерге баш.т орфографияһының төп принцибы булып фонетик принцип һанала(морфологик,тарихи-традицион,график һ дифференцаль) өҫтәлмә принцип булып тора.фонетик пр. Ф пр буйынса һүҙҙәр нисек ишетелә шулай яҙыла. Морфологик пр.Тамыр һүҙҙәр һ уларҙың ялғауҙары,төрлө фонетик шарттарҙа төрлөсә әйтелһә лә,бер генә төрлө яҙыла.Рус.т морфологик пр нигеҙләнгән.Тарихи-традицион пр.Һүҙҙәр бер төрлө әйтелә икенсе төрлө яҙыла. Дифференцаль прӘйтелеше буйынса бер төрлө йәки бер-береһенә яҡын булған ике һүҙәрҙе айырыу өсөн ике төрлө яҙып йөрөтөү.Туған(тел,туғандаш)-тыуған(ил,ауыл).График прСит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең нигеҙ телдәге графикаға һ орфографияға ҡағиҙәләре буйынса яҙылыштарына әйтәләр.
Төп орфографик нормалар.
Морф пр. клуб,флаг,сьезд, завод,гараж,газ һаңғырау тартын ишетелһә лә, б г ж з д хәреф яҙыла.
Ике һүҙҙән торған һ бер мәғәнә аңлатҡан һүҙҙәр бергә яҙыла: ҡыҙылғанат, ҡарағош, аҡтамыр.
Парлы һүҙҙәр һыҙыҡса аша яҙыла;бала-саға, ағай- эне.
Маршрут, рейстар, ике сик араны белдергән һүҙҙәр һыҙыҡса аша я: Уфа-Екатеренбург.
Тарих. Башҡорт әҙәби теленең орфографияһы тәү башлап Башҡ-н Мәғәриф ХалыҡКомиссарлыҡы эргәһендәгеҒилми мәркәз тарафынан 1923й ғәрәп ғрафикаһына нигеҙләнеп төҙөлә.Унда һуҙынҡы һ тартынҡы өндәрҙе белдереүсе хәрефтәрҙең яҙылышы билдәләнелә. Был орфография башҡорт яҙыуына фоонетик принципты нигеҙ итеп ала. 1928й раҫлана.
Башҡорт алфавиты латин графикаһына күскәндән һуң, 1930й яңы орфография төҙөлә.
Хәҙерге алфавит осоро 1940й башлана.Мәктәптәрҙә уҡыу-уҡытыу һ грамотоға өйрәтеү өсөн РУС графикаһына нигеҙләнгән алфавит индерелә. Баш.теле өсөн өҫтәлмә хәрефтәр алына;Ө Ә Ү Ҫ Ҙ Һ Ң Ҡ Ғ.
8. башҡорт телендә һүҙ баҫымы үпкәнән килгән тындың көсөнә бәйләнгән.Шуның өсөн экспираторлы йәки динамик баҫым тип йөрөтәләр.Баш.т. баҫым һүҙҙең аҙаҡҡы ижегенә төшә.Һүҙгә ялғау ҡушҡан һайын баҫым һүҙҙең аҙаҡҡы ялғауына күсә.
Хәбәрлек ялғауҙары менән ҡылымдың зат ялғауҙары баҫымһыҙ була.(риза-мын,уҡый-быҙ,бир-мәнек)
Бер такт эсендәге баҫымһыҙ әйтелгән һүҙ баҫымы һүҙ алдында торһа проклитика тип атала. Башҡорт телендә ҡайһы бер сифаттар,алмаштар, һандар йыш ҡына,үҙенән һуң килгән баҫымлы һүҙгә эйреп, проклитика булып киләләр. Әгәр баҫымһыҙ һүҙҙәр баҫымлы һүҙҙең аҙағынан киләләр икән, ул саҡта бындай һүҙҙәр энклитика тип атала.
9. Башҡорт теленең орфоэпияһы һәм уның орфографияға бәйләнеше.
Башҡорт орфоэпияһы ҡағиҙәләрҙе хаҡлап дөрөҫ һөйләү,ә орфография яҙыу нормалары.Башҡорт теленең яҙылышы башҡорт йәнле һөйләү теленең әйтелеш принцибенө, йәғни орфоэпик нормаларға ҡоролған.ҡай бер һүҙҙөр нисек ишетелә шулай яҙыла:төлкө, ҡариҙел, ағиҙел, олатай, ҡарағас.һүҙҙәрҙең өйтелешенән сығып уларҙың дөрөҫ яҙылышын билдәләгән саҡта орфография һәр ваҡыт һөйләмдөн һәм телмәр ағышынан айырып ала һәм яңғыҙ бер һүҙҙең һәм уның ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышын ғына билдәләй: ҡоро утын.Әйткән ваҡытта ҡорутын булып ишетелә, сөнки о өнө төшөп ҡала, яҙығанда ҡороутын тип яҙыла. Шулай итеп, дөрөҫ яҙылышын билдәләгәндәһәм законлаштырғанда орфография һәр ваҡыт һүҙҙәрҙең һәм формаларҙың яңғырауынан сығып эш итә һәм билдәле бер система буйынса һүҙҙең айырым әйтелешен дөрөҫ яҙыу өсөн закон итеп нығыта.ярғанат, балғалаҡ.һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын билдәләү өсөн,орфография уларҙың айырым саҡтағы әйтелешен нигеҙ итеп ала, ә орфоэпия дөрөҫ әйтелешен билдәләү өсөн йәнле телмәрҙә айырым һүҙҙәрҙең әйтелешендәге типик үҙгәрештәрҙе лә,бер интонация менән әйтелгән бер нисә һүҙ эсендәге типик үҙгәрештәрҙе лә нигеҙ итеп ала.Шул рәүешлеорфоэпия менән бер һүҙ эсендәге өндәрҙең үҙгәрештәрен ҡарау менән генә сикләнмәй, өндәрҙең үҙгәрешен,һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр эсендә, йәғни телдең динамикаһын да алып өйрәнә.
10. Лексика. Башҡорт телендә күп мәғәнәлелек (полисемия), уның төрҙәре (метафора, метонимия, синекдоха).
Лексика-билдәле бер телдең һүҙ байлығы.Башҡорт теленә һүҙҙәр бер һәм күп мәғәнәле була.шулай уҡ тура һүм күсмә мәғәнәләре лә була.( ут –яҡтылыҡ-тура, йөрәк уты-күсмә).Метафора-мәғәнәләр күсешендә предметтарҙың, күренештәрҙең оҡшашлығы.ҡуян-йәнлек, ҡуян- бик ҡурҡаҡ кеше.Метонимия-бер һүҙ мәғәнәһе менән яҡын булған икенсе һүҙ урынына ҡулланыу ҡаҙан ҡайнаны, пушкинды һатып алдым,шомло урман, ҡурғаш яуа.Синекдоха-өлөш урынына бөтөндөң, бөтөн урынына өлөштөң атамаһын ҡулланыу.Тәҙрәнән эшләпә күренде.
11. Башҡорт телендә синонимдар, антонимдар, омонимдар. Актив һәм пассив лексика.
11 Синонимдар-мәғәнәләре яғынан яҡын булған һүҙҙәр.Лексик-фразеологик С-1) идеографик-бер береһенән мәғәнә төҫмөрҙәре менән айырыла.шәбәйеү, терелеү,таҙарыу, төҙәлеү.2)стилистик С-төрлө телмәрҙә ҡулланыу менән айырылған С.ашау, туҡланыу, аҙыҡланыу, тығыныу,тамаҡ ялғау.3)эмоцианаль-экспрессив С-тойғо биҙәге булыу менән айырыла.нәфис, гүзәл, матур.4)контекстуаль С-эт кеше, әрһеҙ.Грамматик С-грамматик мәғәнәне ялғауҙар, һөйләмдәр менән аңлатыу, улар формаһы,төҙөлөшө менән айырыла.1) тамырҙаш-тамырға төрлө ялғауҙар ҡушылыу ярҙамында яһала.телдәр- телсән, аҡһыл-ағылйым.2)грамматик категорияларҙағы С-һүҙ төркөмдәренең грамматик категорияларында ҡуллланыла күплек ялғауының берлек мәғәнәһен биреүе.саҡырғас киләләр уны;килеш формаларының синонимлығы.юл менән барыу- юлдан барыу, ошо айҙа- ошо айҙы; бәйләүестәр, сағыштырыу ялғауҙары менән-ат шикелле эшләй-аттай эшләй; ҡылым формалары С-олатайым иртә тора торғайны-олатайым иртүк торор ине.Синтаксик С-бер конструкцияны икенсе төр конструкция менән алмаштырыу.ғайса әле 25 йәштә генә булыуға ҡарамаҫтан- ғайса әа әле 25 йәш кенә булһа ла.Антонимдар-бер береһенә ҡапма ҡаршы берәмектәр.ауыр-еңел.1) лексик фразеологик А-исемдә аслыҡ-туҡлыҡ, сифаттар еүеш-ҡоро, ҡылымдар алыу-биреү, рәүештәр иртә-һуң, алмаштар анау- бынау.2)грамматик формалары.-лы, -ле,-ло, һыҙ, -һеҙ ялғауҙары ярҙамында тоҙло-тоҙһоҙ,көслө-көсһөҙ.юҡлыҡ формаһы –ма, -мә.алыу-алмау.3) семантик А мәғәнә араһында тыуған ҡапма-ҡаршылыҡ.ул һөйләм эсендә генә аңлашыла.арыу буләан- кемгәлер насар булғанын аңлата.Төркөмсәләре:1) урын-ер бейек- тәпәш, ҡыйыш- тура.2)ваҡыт-иртәнсәк- кис 3)тәбиғәт күренештәре ҡоро-еүеш 4)кешенең тышҡы күренеше йәш-ҡарт 5)кешенең эске доньяһын уҫал- йыуаш 6)эш-хәрәкәт барыу-ҡайтыу 7)тәбиғәт күренештәрең предметтарҙың сифатын белдергән иҫке-яңы.
Омоним.төрҙәре:1) лексик-әйтелеше менән яҙылышы тап килеп,мәғәнәләре айырылған һүҙҙәр борсаҡ, май.2)лексик грамматик йәки омографтар ҡылған-үлән, ҡылған ҡыл ҡылымының 3 зат ялғауы.3)омофондар-яҙылышы тап килмәй ҡарлуғас-кеше исеме, ҡарлуғас- ҡош атамаһы,4)омографтар һалма( лапша)- һалма (һал ҡылымының юҡлыҡ формаһы).Актив һәм пассив лексика.пассив һүҙҙәр: терминдар(фән , техника,һ.б өлкәләргә ҡараған һүҙҙәр, атом, нейтрон); аврхаизм-иҫкергән ҡулланылыштан төшөп ҡалған һүҙҙәр( һабаҡ, даръя),историзм-юҡҡа сыҡҡан ( ҡарымта, барымта),неологизм- яңы һүҙҙәр( купон, сертификат), профессионализмдар, жаргондар(студент жаргоны автомат, академик, шпаргалка), варваризм- һирәк осраған сит телдән ингән һүҙҙәр(окэй, сәпсим)