
XIX быуаттағы башҡорт мәғрифәтселәре һәм уларҙың эшмәкәрлеге.
М.Аҡмулла, М.Өмөтбаев, Р.Фәхретдин- халыҡты мәғрифәткә, ғилемгә өндәгән әҙиптәр.
Шағир Мифтахетдин Аҡмулла XIX быуаттың икенсе яртыһындағы башҡорт әҙәбиәтенең иң күренекле вәкиле. Шиғырҙарында наҙан муллаларҙан, байҙарҙан көлә.
Аҡмулла, үҙ заманының улы һәм шағиры булараҡ, үҙе йәшәгән заманда халыҡтың ауыр тормошон, белемгә эйә булмауын күреп, бар михнәттәр наҙанлыҡтан тип уйлап, халыҡты уҡырға, белемле булырға саҡыра. Белем, мәғрифәт юлы менән яҡтылыҡҡа, бәхеткә ирешеп булыр тип уйлай. Шул яғы менән ул мәғрифәтсе шағир.
Ул иң беренсе башлап туған халҡына “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” тип мөрәжәғәт итә. Ошо исем менән йөрйгән шиғыр Аҡмулла поэзияһының ғына түгел, бәлки мәғрифәтсе башҡорт әҙәбиәтенең иң характерлы әҫәрҙәренәң береһе.
Аҡмулла кешене яҡшылыҡ өлгөһөндә тәрбиә итеү, әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләрен ҡуя. Яҡшы холоҡ, әҙәплелек, аҡыллылыҡ ҡына кешене кеше итә, һәйбәт, бәхетле йәшәүгә илтә ала тип ҡарай. Ул әле кешеләрҙең бәхете, тигеҙ йәшәүе бары кеше тәбиғәтенең үҙенән килә тип уйлай, бының ижтимағи тормош, социаль хәлдәр менәнг туранан-тура бәйле икәнен төшөнөп бөтмәй.
Р.Фәхретдин халыҡтың аң-белемен, мәҙәниәтен күтәреү өсөн мәктәп-мәҙрәсәләрҙә уҡыу-уҡытыу системаһын, методтарын үҙгәртергә, дини дәрестәр менән бергә донъяуи фәндәр уҡытыуҙы- алгебра, геометрия, астрономия, химия, физика, ботаника буйынса дәрестәр -индерергә саҡыра.
Ризаитдин Фәхретдин- ислам дине белгесе, тарихсы, фәйләсүф,мәғрифәтсе.
Ул 1859 й. Һамар губернаһы Бөгөлм өйәҙе Кисеүсат (Юлдаш) ауылында тыуған. Атаһы мулла булған. Һигеҙенсе бала була. Башланғыс белемде атаһынан ала. 1869-1889 й. күрше Шилселе ауылында белем ала. Ғәрәп, фарсы, төрөк телдәрен бик яҡшы үҙләштерә. 1889 й. Өфөләге Диниә назаратында имтихан тота һәм имам-хатип (мулла) дәрәжәһенә шәһаҙәтнамә (аттестат) ала. Илбәк ауылында мулла булып, мәҙрәсә сып уҡыта. 1906 й. Ырымбурҙағы “Ваҡыт” гәзитендә эшләй. 1908-1917 й. “Шура” журналының баш мөхәрире була. 1922 й. мөфтөй итеп һанала.1936 й. вафат була.
М.Өмөтбаевтың тормош һәм ижад юлы.
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев – мәғрифәтсе-шағир, ғалим, башҡорттарҙан беренсе булып илде өйрәнеүсе, тиелә Башҡортостандың ҡыҫҡаса эциклопедияһында. Анығыраҡ әйткәндә, ул – ХIХ быуаттың бөйөк мәғрифәтсе-демократы, ғалим һәм шағир. Уға тиклем йәшәгән бөтә ғалимдарҙан айырмалы рәүештә, ул фарсы һәм ғәрәп телдәрен яҡшы белеү менән бер рәттән, рус теленә лә камил эйә булған; донъя мәҙәниәтенең иң яҡшы өлгөләре менән таныш кеше.
Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы Өмөтбаев 1841 йылдың 21 авгусында кантон начальнигы ғаиләһендә тыуған. Башланғыс белемде мәҙрәсәлә алып, 1852 йылда Ырымбур кадет корпусына уҡырға инә, унда, урыҫ, фарсы, төрки телдәрҙе, математика, география, тарих, архитектура, сәнғәт, каллиграфия һәм хәрби эште өйрәнә. Әммә офицер булмай – атаһының ҡушыуы буйынса һигеҙ йыл уҡығандан һуң кадет корпусын ҡалдырып, Йомран-Табын кантонының Башҡорт ғәскәр идаралығына тәржемәсе булып инә. 1864 йылда Ҡырмыҫҡалы улусының мировой посреднигы, писары итеп тәғәйенләнә, ә 1869 йылдан алып 10 йыл буйына улус старшинаһы булып хеҙмәт итә.
Һуңынан ике йыл тирәһе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһендә урыҫ теле уҡытыусыһы булып эшләй. Ошо ваҡытта ул үҙенең тәүге ҙур эшен тамамлай – фарсы-татар-урыҫ һүҙлеген төҙөй. 1880 йылда Өмөтбаев Өфөгә күсә һәм Ырымбур Диниә назаратында эшләй башлай.
1883 йылда уҡ Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев Урыҫ география йәмғиәтенең Ырымбур бүлеге ағзаһы итеп һайлана. Өфөнөң 300 йыллығын, А.С. Пушкиндың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы байрам итеү комиссияһында ағза була. Ул мосолман закондарын, татар теле грамматикаһын, Ырымбур дини йыйылышы тарихын өйрәнеүгә арналған китаптар баҫтыра, Пушкиндың “Баҡсаһарай фонтаны”н тәржемә итә.
Өмөтбаевтың төп китабы – “Йәдкәр”, уға шиғырҙары, тарихи һәм публицистик, тарихи очерктары, лингвистика, фольклор, этнография буйынса хеҙмәттәре ингән. Үҙ шиғырҙарында автор, ғәҙәттә, шағир-тарихсы, шағир-этнограф булараҡ сығыш яһай. Поэтик әҫәрҙәренең күпселеге тыуған яҡҡа, башҡорт халҡының тормошона һәм көнкүрешенә арналған. Ғилми хеҙмәттәрендә, публицистик мәҡәләләрендә үҙ заманының актуаль проблемаларын күтәрә: социаль, ер мәсьәләләре, башҡорт халҡының хоҡуҡи хәле, мәғариф, мәҙәниәт, матбуғат һәм китап баҫтырыу. Өмөтбаев башҡорттарҙың үҙ туған телендә уҡыу хоҡуғын яҡлай. Ул башҡорттарҙың көнкүреше, йолалары, ғәҙәттәре, педагогикаһы һәм халыҡ медицинаһы тураһында бай материал йыя. Тарихи очерктарында ил тарихы, башҡорт һәм урыҫ халыҡтарының бәйләнештәре һәм мәҙәниәттәренең бер-береһенә йоғонтоһо яҡтыртыла.
Лев Толстойҙың замандашы булараҡ, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев үҙенең педагогик, фәлсәфәүи һәм этнографик яҙмаларында күп тапҡырҙар бөйөк гуманист мираҫына мөрәжәғәт итә.
Ғөмүмән, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, башҡорттар араһында белем, мәҙәнилек таратыу яҡлы булған Ризаитдин Фәхретдин һәм Мифтахетдин Аҡмулла менән бер рәттән, Башҡортостандың күренекле мәғрифәтселек вәкилдәренең береһе була.
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев 65 йәшендә, 1907 йылдың 28 июнендә, тыуған ауылы Ибраһимда, (Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы) вафат була. Бында танылған башҡорт мәғрифәтсеһе, ғалимы һәм яҙыусыһының мемориаль музейы урынлашҡан.
Салауат Юлаевтың тормош юлын һөйләгеҙ.
Салауат Юлаев (1754 — 1800) — башҡорт халҡының милли батыры, шағир. Пугачевтың арҡадашы, 1773 — 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе. Юлай Аҙналиндың улы. 1754 йылдың 16-сы июнендә Ырымбур виләйәте, Өфө провинцияһы, Шайтан-Көҙәй улысы, Тәкәй ауылында тыуған. Тәкәй ауылы 1775 йылда яубаҫыусылар тарафынан яндырылған, хәҙерге выҡытта урыны Башҡортостандандың Салауат районына тура килә. Атаһы Юлай Аҙналин Шайтан-Көҙәй улысы старшинаһы, халыҡ араһында ихтирам яулаған, ваҡытына күрә алдынғы ҡарашлы кеше. Салауат бала сағында уҡ төрки телендә уҡырға һәм яҙырға өйрәнгән. Көслө, ҡурҡыу белмәгән 14 йәшлек үҫмерҙең айыу менән көрәшеп, ябай бысаҡ ярҙамында ғына еңеп сыға алыуын хәтирәлер бәйән итә. Йәтәштәре араһында әйҙәүсе башлыҡ булараҡ билдәле. Тартып алынған ырыу ерендә урынлашҡан Еҫем (Сим) заводын беренсе тапҡыр, йәштәштәре менән үҫмер сағында туҙҙыра һәм яндыра. Крәҫтиәндәр һуғышы Ырымбур далаларында 1773 йылдың 17 сентябрендә, әбей батша – Екатерина II-гә ҡаршы, халыҡ ихтилалы күтәрелә. Ихтилалды, Петр III исемен ҡулланып, казак Емельян Пугачев етәкләй. 1773 йылдың 12 ноябрендә ихтилалсыларға, йәш поход старшинаһы Салауат етәкселегендә, бер төркөм башҡорт йәүгирҙәре килеп ҡушыла. Улар батша ғәскәрҙәре менән беренсе тапҡыр 1773 йылдың 12 ноябрендә, Ырымбур ҡәлғәһе янында, алышҡа инәләр. Салауат ноябрь – декабрь башында Пугачев етәкләгән яуҙарҙа, шул иҫәптән Ильин ҡәлғәһен алыуҙа, ҡатнаша һәм яралана. Ырымбур ҡәлғәһе тирәһендәге яуҙарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы һәм һуғыш оҫталығы өсөн, егерме йәше лә тулмаған Салауатҡа, Петр III исеменән полковник дәрәжәһе бирелә. Артабан Салауат етәкләген айырам корпус Красноуфим-Көнгөр яҡтарына китә. 1774 йылдың ғинуар айында Көнгөр ҡәлғәһе ҡамауға алына. Апрель айында Салауат ғәскәре менән кире Әй-Йүрүҙән буйҙарына ҡайта. 1774 йылдың 3-сө һәм 5-се июнендә Әй буйында урынлашҡан Ҡыйғы ауылы янында батша ғәскәрҙәре менән көслө алыштар була. Был алышта ихтилалсылар ҙур еңеү яулай һәм артабанғы алыштар Көнгөр һәм Оса ҡәлғәләре тирәһенә күсә. Оса ҡәлғәһен 14-се июндә ҡамауға алалар, 21-се июндә ҡәлғә ихтилалсылар ҡулына күсә. Пугачев ғәскәренең төп өлөшө Ҡазан тарафтарына юллана, Салауат Юлаев етәкселегендәге төркөм Башҡортостан биләмәлерендә ҡалаған батша ғәскәрҙәре менән көрөшеүен дауам итә. Август айында Өфө ҡәлғәһе ҡамауға алына. Төнъяҡтан Салауат Юлаев төркөмө, көнъяктан – Ҡасҡын Һамаров, көнъяҡ-көнбатыштан – Ҡәнзәфәр Усаев, төнъяҡ-көнсығыштан – Туктамыш Ишбулатов төркөмдәре ҡамауҙа тора. Даими хәрби әҙерлек үтҡән ғәскәрҙәрғә ҡаршы көрәш алып барыуы еңел бармай. Теүәл 1 йыл 15 көн дауам иткән һуғыш юлында, Салауат Юлаев 28 хәрби алышта ҡатнаша, шул иҫәптән 11 алашты үҙе етәкләй. Батша ғәскәрҙәре менән һуңғы алышы, 1774 йылдың ноябрь айы аҙағында, Ҡатау-Ивановск заводы тирәһендә була. Салауат Юлаев 1774 йылдың 24 ноябрендә ҡулға алына. Салауат Юлаев, атаһы Юлай Аҙналин, арҡадашы Иван Зарубин-Чика Өфө ҡәлғәһенең Троицк сиркәүенең иҙән аҫты зинданында ябып тотола. Тикшереү, һорау алыу, яфалау, хөкөм итеү эштәре Өфөлә, Ҡазанда, Мәскәүҙә 339 көн дауамында алып барыла. Хөкөм ителгәндән һуң Салауат Юлаевты, атаһы Юлай Аҙналинды, Ырымбурға, Өфөге һәм башҡа көсөргәнешле алыш барған урындарға алып барып язағы тарттыралар. Һәр урында 175 тапҡыр ҡамсы менән һуҡтырылғандан һуң, уларҙың танау япраҡтарын йырталар, маңлайҙарына һәм биттәренә «В», «У» (вор, убийца) тамғалары баҫалар. Икенсе сығанаҡтар буйынса «З», «Б», «И» (злодей, бунтовщик, изменник) тамғалары баҫылған тигән мәғлүмәт бар. 1775 йылдың 2 ноябрендә Салауат Юлаев, атаһы Юлай Аҙналин менән бергә, мәңгелеккә һөргөнге ебәрелә. Юлдары Өфөлә башлана һәм Минзәлә – Ҡазан – Түбәнге Яңыҡала – Мәскәү – Тверь – Бөйөк Яңыҡала – Ревель аша үтеп, Рогервик ҡәлғәһендә тамалана. Хәҙерге ваҡытта был ҡәлғә Эстонияның Палдиски ҡалаһы. Салауат Юлаев 1800 йылдың 8-се октябрендә (иҫкесә 26 сентябргә тура килә) һөргөндә Балтик диңгеҙе буйындағы Рогервик крепосында вафат була.
Салауат Юлаевтың ижад юлын һөйләгеҙ. Башҡорт халҡының Салауат Юлаевҡа ҡарата булған мөнәсәбәте, уны шағир – сәсән итеп таныуында, шиғри әҫәрҙәрен быуындан-быуынға тапшырып һаҡлыуында яҡты сағыла. Салауат Юлаевтың 500-ҙән ашыу шиғыр юлдары билдәле. Башҡорт халҡын кәмһетеүселергә ҡаршы көрәшкә саҡырыу «Яу», «Уҡ», «Егеткә» исемле шиғырҙарында яңғырай. «Уралым», «Тыуған ил», «Һандуғас» исемле шиғырҙары тыуған ергә ҡарата изге тойғолар менән һуғарылған. Ҡатын-ҡыҙға булған мөхәбәте «Зөләйха» исемле шиғырында яҡты сағыла.
Халыҡ ижадында, әҙәбиәттә һәм сәнғәттә Салауат образы.
Башҡорт батыры Салауат Юлаев халҡыбыҙ тарафынан ҙур ихтирамға лайыҡ. Батырҙың һуңғы «Юҡ, мин үлмәнем, башҡорттарым!» тигән ораны дөрөҫкә сыҡты, Салауат Юлаев әле һаман башҡорт халҡы менән бергә йәшәй. Салауат Юлаевтың исеме башҡорт, урыҫ, татар һәм башҡа милләт ғалимдары, яҙыусылары, шағирҙары, рәссәмдәре, скульпторҙары, композиторҙары әҫәрҙәрендә мәңгеләштерелгән. Башҡортостанда Салауат ҡалаһы, Салауат районы, Өфө ҡалаһында Салауат Юлаев проспекты, спорт һарайы, «Салауат Юлаев» хоккей клубы, башҡа ҡала һәм ауылдарҙа урамдар, ойошмалар Салауат Юлаев исемен йөрөтә. Батырҙың тыуған яғында, Малаяҙ ауылында Салауат Юлаев музейы, Әлкә ауылында (элекке Юлай ауылы) музей бүлексәһе эшләй. 1967 йылдың 17 нояберендә Өфө ҡалаһында Салауат Юлаевҡа (скулпьтор Тавасиев) беренсе һәйкәл ҡуйылған. Һәйкәлдең рәсеме Башҡортостан гербында урын алған. Бөгөнгө көндә башҡорт батырына һәйкәлдәр бик күп. 1967 йылда БАССР Хөкөмәте әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәрҙе билдәлеү өсөн Салауат Юлаев исемендәге премия булдырҙы. Был премия 1992 йылдан Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы тип атала. 1999 йылда Башҡортостан Республикаһының иң юғары бүләге – Салауат Юлаев ордены булдырылған. 2005 йылдан башлап, июнь айының икенсе яртыһында, республика күләмендәге халыҡ байрамы – «Салауат йыйыны» үткәрелә. Халыҡ хәтере уның үҙе һәм исеме менән бәйле бик күп иҫтәлекле, тарихи урындарҙы һаҡлай.
Р.Фәхретдиндең “Әсмә” әҫәренең идея-тематик йөкмәткеһе. Әсмә образына характеристика.
1903 йылда Р.Фәхретдиндың “Әсмә” тигән романы донъя күрә. Тулы исеме “Әсмә, йәкми ғәмәл вә яза”.Революцияға тиклем милли башҡорт романы.
Сюжеты: Бер башҡорт ауылында Ғәббәс мулла тигән имам мәҙрәсәлә яңы ыҫул менән шәкерттәрҙе уҡыта. Уның Ғәйшә тигән ҡатыны һәм Әсмә тигән ҡыҙы була. Уларҙы ауылда бик хөрмәт итәләр. Хатта ауылдың серегән байы Хикмәт хажи ҙа үҙенең бер ҡыҙын Ғаббас муллаға бирмәксе. Ғаббас кире ҡаға. Хажи уның дошманыны әйләнә. Хажи Муса тигән яһилде ҡотортоп ялған ялалар яҡтырып Ғаббасты төрмәгә ултыртмаҡсы була. Ғаббас мулла үҙенең дөрөҫлөгөн иҫбатлар урынына ул хажға китә. Үлгән тигән хәбәре килә. Ғәйшә ҡатыны ла оҙаҡ тормай үлә. 9 йәшлек Әсмә етем ҡала. Ғаилә тарҡала. Ауыл аҡһаҡалы Йософ менән ҡатыны тәрбиәгә ала. Ҡарттар наҙан булһаларҙа Әсмәне эш һөйәр итеп тәрбиәләйҙәр, Ҡыҙға әкиәттәр, ҡиссалар һөйләйҙәр. Бер көндә Йософтарға Ғәйшәнең әхирәте тип Хәмиҙә исемле ҡатын килә. Әсмәне үҙе менән алып китә. Аҙаҡ Әсмә тифтан үлде тип алдап яҙа. Хәмиҙә Әсмәне Зәйнүш тигән ҡатынға тапшыра. Зәйнүш етем ҡыҙҙарҙы йыйып теләнселек иткән. Аҡсаһына үҙе йәшәгән. Зәйнүш уны фәхешханаға һата. Әсмә унда хеҙмәтсе була. Аяғын һындырып хәстәханаға эләгә. Етем балалар өсөн тәрбиәханаға эләгә. Уны бөтөрөп шунда бик мөхәрәмә мөғәллимәгә әйләнә. Ғәли хәлфәгә кейәүгә сыҡмаҡсы. Ғәли бала сағынан яратып йөргән егет булып сыға. Тәрбиәхәнала эшләгән Юныс ҡарт атаһы булып сыға.
Әсмә образы: идеаль образ, тәрбиәле, матур, белемле, эш һөйәрсабыр, ауыр һынауҙарҙа һынып ҡалмай.
Ғаббас мулла: Уҡымышлы, динле.
Романдың идеяһы: Тәрбиәле кеше, ниндәй генә ауырлыҡтар күрмәһен, сабыр холҡо, сыҙамлығы менән бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығасаҡ.
Боронғо һәм урта быуаттар әҙәбиәте.
Башҡорт әҙәбиәтенең тамырҙары боронғо һәм урта быуаттарҙан уҡ килә.
Башҡорт халҡының әҙәбиәтен түбәндәге осорҙарға бүлеп өйрәнеп була: