Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Кусяпова Гульназ Новосубхангулово.doc
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.03.2025
Размер:
23.1 Mб
Скачать

Ҡушымта № 3

Рәхмәт һиңә,уҡытыусым!

Һәр кемдең яратҡан уҡытыусыһы була. Уҡыусыһы уның йөҙөндә киләсәккә өлгө күрә,уға оҡшарға тырыша. Ошондай ихтирамға эйә булыу – уҡытыусы өсөн бик ҡыуаныслы хәлдер, моғайын. Минең дә яратҡан уҡытыусым булды. Ғәйшә Ниатша ҡыҙы Галина бынан 7-8 йыл элек беҙҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡайны. Гел генә уның дәрестәрен түҙемһеҙлек менән көтөп ала торғайным. Бигерәк тә Ғәйшә Ниатшевнаға уҡыусыларҙы мауыҡтыра белеүе хас ине, хатта ҡайһы саҡта мин үҙемде әҙәби геройҙар менән йәнәш хис иттем. Аҫҡар урта мәктәбен тамамлағас, мин һис икеләнеүһеҙ  әҙәбиәт уҡытыусыһы һөнәрен һайланым һәм Башҡорт дәүләт педагогия институтына һынау бирергә киттем. Бөгөнгөләй хәтеремдә , беренсе имтиханды башҡорт теле һәм әҙәбиәт дәреслектәренең авторҙары алғайнылар. Тәүгә әллә нишләп улар алдында ҡаушаным да ҡалдым. Шулай ҙа нисектер барлыҡ фекеремде, батырлығымды туплап үҙемде күрһәтергә көс таптым,һөҙөмтәлә - бишле билдәһе. Шунан минән: « Ҡустым,әҙәбиәтте һөйөүгә нимә сәбәп булды? ›› - тип һоранылар һәм мин ғорурлыҡ менән : «Уҡытыусым – Ғәйшә Ниатшевна ››, - тип яуап ҡайтарҙым. Мин Ғәйшә Ниатшевнаға тормошта дөрөҫ юл күрһәткәне өсөн сикһеҙ бурыслымын һәм уға иң изге теләктәремде белдерәм.

Иршат Теләүемәтов

Башҡортостан ” гәзите 2008 йыл №3

III бүлек.

    1. Бәхет Ҡояшы.

«Нимә ул бәхет ?»тигән һорауға тиҙ һәм тәғәйен генә яуап биреп булмай. Үтә киң дә, ҡатмарлы ла ,оло ла төшөнсә ул…Эйе, һәр кем бәхетте үҙенсә аңлай: берәүҙәр - эш бөтә аҡсала, бәғзеләр- һаулыҡта, ҡайһылары доньяла барлығында һ.б Бәхетте һәр кем үҙенсә белә, үҙе туҡый , хасил итә , баһалай, ҡәҙерләй һәм ниһәйәт, һәр кем бәхеткә өмөт итә.

Был муйыл күҙле ҡара һылыуҙың донъяға килеүе бәхет булғандырмы, ғилем эҙләп белем артынан белем яулауы бәхет төшөнсәһелерме , уның ҡулында белем тауҙарында үрләгән төрлө быуын балаларына мөғөллимәләре йөҙәндә бәхет йылмайғанмылыр, Миндеғәле атлы ир –уҙамандың юлына тәл булып , 4 бала, 4 етемғә ”әсәй „ тип ауыҙ тултырып әйтеү мөмкинлеген бирғән Ғәйшә инәй - мөғөллимә үҙе бәхет төшөнсәһен илтеүсеме –тәғәйен ғенә әйтеүе лә ҡыйын.

Әммә нисек кенә булмаһын , Йомағолова Ғәйшә Ниатшә ҡыҙының тотош тормош юлын бәхетле тип ҡылыҡһырларға ,үҙен баш хәрефтән «Бәхет ҡояшы» тип нарыҡларға мөмкин .

Ғәйшә Ниатша ҡыҙы Йомағолова әсәйһеҙ ҡалған 4 сабыйға бына тигән әсәй ҙә була әле ул.Ул килгәндә сабыйҙарҙың иң өлкәне Гәрәй 16-сы йәше менән барһа , кесеһе 8-се йәш менән барған була. Бәғзе берәүҙәр үҙ балаларына ла тейешле тәрбиә биреп, тәртипкә өйрәтә алмағанда Ғәйшә Ниатша ҡыҙы Миндеғәлеһенең 4 балаһын да үҙенекеләй күреп ярата, күңел йылыһын биреп тәрбиәләй, үҫтерә, киәсәккә әҙерләй.Балалар ҙа унан ситләшмәй –тиҙ үк ылығып китәләр, әсәй тип өҙөлөп торалар. Йомағоловтарҙың әсәйһеҙҡотһоҙ ҡалған өйөнә ҡот булы яғыла, был нигеҙҙә таштай бата Ғәйшә инәй.

Яҙмамды бәхет һүҙе менән башлағайным, ул һорауҙы мин мәҡәләм геройына ла бирмәй ҡалманым, әлбиттә;

-Ғәйшә инәй , һеҙ бәхетлеме?

Ҡушымта № 4

(Видео яҙма тәҡдим ителә)

Эйе,бәхет төшөнсәһен оло йәштәғе оло уҡытыусы ана шулай аңлай һәм аңлата.Ә был осраҡта , күреүенсә, өйгә эшкә , ата -әсәләрҙән һорарға урын ҡалмай.