Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Кусяпова Гульназ Новосубхангулово.doc
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.03.2025
Размер:
23.1 Mб
Скачать

1.1. Һуғыш ғәрәсәте йылдарым…

Йомағолова Ғәйшә Ниатша ҡыҙы 1935 йылда Нәби ауылында Зөһрә һәм Ниатша Галиндарҙың ғаиләһендә донъяға килә .1914 йылғы Ниатшаға ҡәһәрле һуғыш ниәттәрен тормошҡа ашырырға – балаларын ир еткереп, башлы – күҙле итергә ирек бирмәй – 1941 йылда уҡ һуғышҡа алынып,шул йылда уҡ дәһшәтле яу ҡорбаны булып, яу ҡырында ятып ҡала. Ниатшаның ике балаһын яҙмыш ғәрәсәте үҙ ҡосағына ала. Ә Ғәйшә инәй икенсе синыфта уҡып йөрөгәндә үк Мырҙағолова Бикә Сәләх ҡыҙы тәрбиәһенә ала һәм етенсе синыфты бөткәнсе үҙе бәпләп үҫтерә. Хәйбуллаға киткәс , 8-10 синыфтарҙа Ғәйшә инәй үҙенә -үҙе тәрбиәсе булып ҡала.Тормош һынауҙарын бик иртә татыған йәш үҫмер бәләкәйҙән беше ,уҙаллы, ныҡышмал булып үҫә; ҡыш бөтә күңелен уҡыуға һалһа йәй атаһының туғандарын да төйәк таба.Юҡ, яҙмыш төпәләүенән бәғре ҡатып ,туң, буш , бөтә донъяға үсле булмай ул,киреһенсә, бәләкәй генә сатҡынан да күгел ҡояшын ҡабыҙырға ,кес кенә шатлыҡты ла оло итеп ҡабул ҡылып тормоштоң үҙе менән гармонияла йәшәй ул.

Ҡушымта №1 Ҡанаттар нығынғанда

Уҡытыусы!

Ниндәй гүзәл исем!

Кеше итеп һине әҙерләй,

Тормоштоң ул көрәшсеһе итә,

Кескенәнән һөйә,ҡәҙерләй!

Атаһы яу ҡырында ятып ҡалыу сәбәпле,Ғәйшәгә заманына күрә аҙ булһа ла пенсия түләнә.Урта мәктәпте уңышлы тамамлағас, бер йыл эшләп, артабан уҡырға инеүенә ике мең аҡса туплай. Һаҡсыл ҡыҙ ике мең аҡсаһы, степендияһы менән Стәрлетамаҡтың уҡытыусылар әҙерләү институтын ‹‹5››ле билдәләренә генә тамамлай. Уҡырға ынтылышы ҙур булған Ғәйшә бының менән генә сикләнеп ҡалмай, БДУ - ның филология факультетына уҡырға инә.Остаздарҙан да уңа – күренекле ғалим, профессор Жәлил Кейекбаев уның ғилми етәксеһе була. Телсе ғалим булдыҡлы уҡыусыһына ҙур өмөттәр бағалай,уның диплом эшенә ҙур баһа биреп - „Был диплом эше генә түгел , диссертация,“- тип атай һәм артабан университетта , аспирантурала ҡалырға кәңәш итә. Тик Ғәйшә тыуған яғына , Бөрйәнгә ҡайта.

Артабан яҙмыш елдәре , яҙмыш юлдары уны Аҫҡар

мәктәбе, Яңы Собханғол мәктәбе менән бәйләй. Ғәйшә Ниатша ҡыҙының дөйөм педагогик стажы ғына 39 йылдан ашыу. Бер уйлаһаң , тотош кеше ғүмере. Нисәмә быуын балаларға төплө белем, ныҡлы тәрбиә биреп , ҙур өмөттәр бағлап үҫтергән , кеше иткән ул.

Ҡушымта 2

II бүлек.

    1. Халыҡ–Шәхесте, Шәхес - халыҡты үҫтерә.

Ғәйшә Ниатша ҡыҙының дөйөм педагогик стажы ғына 39 йылдан ашыу .Бер уйлаһаң, тотош кеше ғүмере.Әммә ошо йылдар арауығында ниҙәр генә күрелмәгән дә , нимәләр юғалтылмаған, нимәләргә ирешелмәгән…Ә Ғәйшә Ниатша ҡыҙының хеҙмәт юлы бәрәкәтле, яҡты, юлдыҡлы. Нисәмә быуын балаларға төплө белем, ныҡлы тәрбиә биреп, гонаһһыҙ сабыйҙар күңеленә бихисап туҡ орлоҡтар һибеп, күпме шытымдарҙы наҙлап -бәпләп, ҙур өмөттәр бағлап үҫтерғән, кеше иткән ул.Ә уҡытыусы эшенең ауырлығын , яуаплығын,уның тышҡы күҙгә күренеп торған эштәренән тыш күпме күҙгә күренмәгән,баһаланмаған ваҡ – төйәк эш-көшөнөң осһоҙ ҡырыйһыҙ икәнлеген фәҡәт ошо «уҡытыусы »тигән исемгә башкөллө сумып ҡарап алған кеше генә аңлай ,әйтә алалар.. Балаларға белем,тәрбиә биреүҙәге тырышлыҡтарын,хеҙмәтен хөкүмәтебеҙ ваҡытында һәм дөрөҫ баһалай.Ғәйшә Ниатша ҡыҙына 1966 йылда«БАССР-ҙың атҡаҙаған уҡытыусыһы»тигән исем бирелә.1982 йылда -«Өлкән уҡытыусыһы»исеменә,1985 йылда «РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы»тигән иң оло дәрәжәле исемгәлайыҡ була.Ә 1987 йылда «Уҡытыусы-методист» исеме лә өҫтәлә был теҙмәгә,ә инде райком, РУНО, Халыҡ мәғарифы министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙары бихисап..

Ҡушымта №3