
Башҡортостан республикаһы Мәғариф министрлығы
Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта
дөйөм белем биреү мәктәбе
Яңы Собханғол филиалы
Фәнни- тикшереү эше.
‹ Бәхет ҡояшы ›
VIII синыф уҡыусыһы
Көҫәпова Гөлназдың ижади эше
Етәксеһе: тарих уҡытыусыһы
Ҡолдобаева Гөлдәр Рәхимйән ҡыҙы
«Рсфср-ҙың басср-ҙың атҡаҙаған уҡытыусыһы»
Йомағолова Ғәйшә Ниатша ҡыҙы
Йөкмәткеһе.
Инеш
Тикшереү өлөшө
I бүлек.
1.1. һуғыш ғәрәсәте йылдары…
1.2 Ҡанаттар нығынғанда .
II бүлек.
1.1. Халыҡ-Шәхесте,
Шәхес халыҡты үҫтерә.
1.2. Әйтер һүҙем бар. Иршат Теләүембәтов
III бүлек
1.1. Бәхет Ҡояшы.
1.2. Ижад миҙгеле.
1.3 Кешене аңлауы бер ҡыйын …
Һығымта_
Ҡушымта.
Ҡулланылған әҙәбиәт
Инеш.
Һәр заман үҙе туплаған аҡыл , тәжрибә нигеҙендә үҙен алмаштырасаҡ быуынды һәйбәтерәк, зиһенлерәк , аңлыраҡ юғарыраҡ , зауыҡлыраҡ итеп тәрбиәләргә тырышҡан, уның өсөн бөтә көсөн , ғилемен һалған. Шул нигеҙҙә кешелек доньяһы үҫә, камиллаша, алға бара. Үҙ халҡы, милләте, тарихы менән ғорурлана алған, халҡының йыр- моңон күңеленә һеңдергән, тыуған ерен ғәзиз әсәһе кеүек күргән, халҡының рухы, маҡсаты, уй –хыялдары, үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән йәшәгән һәм туған теленең ҡәҙерен белеп, уның тотош байлығына эйә булып, шул телде уйлаған, хыялланған, ижад иткән , үҙенең бар булмышын халҡына бағышлаған кеше генә Шәхес була ала.Халыҡтың көсө лә, бөйөклөгө лә шәхестәр һаны менән билдәләнә. Халыҡ-Шәхесте, Шәхес халыҡты үҫтерә. Республикабыҙҙа ноябрь башында «Берҙәм Рәсәй » партияһының «Яҡташтар» проекты старт алды.Уның маҡсаты: район, ауылдарҙың тарихын, конкрет шәхестәр йөҙөндә яҡтыртыу.Был проектта ҡатнашыусының йәше сикләнмәгән.Ошо сараға мин дә үҙ өлөшөмде индерергә булдым.
Яңы Собханғол мәктәбенең тарихын өйрәнгәндә бик мауыҡтырғыс, бихисап уңыштарға өлгәшкән уҡытыусы тураһындағы мәғлүмәткә тап булдым.
1955-1991 йылдарҙа беҙҙең мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып Йомағолова Ғәйшә Ниатша ҡыҙы эшләгән. Республикала юғары урындарҙы биләгән ауылдаштарымдың , райондаштарымдың күбеһе Ниатша ҡыҙының уҡыусылары.Халҡым үҙенең талантлы ҡыҙын бик күп наградалар менән бүләкләгән. Әлеге көндә мәктәптә юғары категориялы, Ғәйшә Ниатша ҡыҙының уҡыусыһы, тәүгеләрҙән булып Рәсәй президентының 100 меңлек грантына лайыҡ булған уҡытыусы Әлимә Ибраһим ҡыҙы Ғәлиуллина дәрес бирә. Компьютер, проектор, бихисап методик ҡулланмалар менән үткәрелгән мауыҡтырғыс дәрестәрҙән һуң мин уйлана төшәм :
Заман технологияларын ҡулланмайынса, илаһи бейеклеккә үрләргә, юғары уңыштарға өлгәшергә һәм һәр яҡлап абруй ҡаҙанырға нисек мөмкин булған ? Кем һин, Ғәйшә Ниатша ҡыҙы?
Тынғыһыҙ һорауҙарға яуап табыу өсөн мин ветеран уҡытыусы менән яҡындан осрашырға һәм уның тормош юлын өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙым, үҙемдең эҙләнеү эшемде ошо һорауға яуап эҙләүҙән башланым. Уҡыған әҫәрҙәр йөкмәткеһе буйынса , ветеран менән әңгәмәләшеүҙәрем һөҙөмтәһенән, фекерләүҙәрем аша мин тырыш хеҙмәт, рух ныҡлығы, маҡсатлы йәшәү менән генә ҙур уңыштар яулап булыуын иҫбат итергә тырыштым.
Эш маҡсаты һәм бурыстар:
Ҡуйған һорауыма яуап эҙләү һәм уны төплө дәлилдәр ярҙамында иҫбатлау , Һорауҙың тарихын өйрәнеү. Ветеран уҡытыусының йәшәү рәүешен өйрәнеп маҡсатҡа ирешеү . Фәнни мәғлүмәттәр өйрәнеү, был һорау буйынса белешмә туплау. Ғәйшә Ниатша ҡыҙы менән осрашыу һәм әңгәмәләшеү.
Актуаллек.
«Берҙәм Рәсәй » партияһының «Яҡташтар» проектында ҡатнашыу.
Тикшереү өлөшө.
Һорауымдың дөрөҫлөгөн иҫбатлау маҡсатында мин тикшереү эштәре башланым. Бының өсөн төрлө сығанаҡтарҙы өйрәндем, тарихи һәм әҙәби китаптар ҡулландым. Мәҫәлән: Иршат Теләүембәтовтың Ғәйшә Ниатша ҡыҙы тураһында мәғлүмәте. “Рәхмәт һиңә уҡытыусым “ “Башҡортостан гәзите” , “Башкортостан республикаһындағы Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусылары” Л.К. Ғәлинурова.”Таң” гәзите.
I бүлек.