Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:

Башортостан-мжизлр

.docx
Скачиваний:
14
Добавлен:
17.05.2015
Размер:
23.16 Кб
Скачать

Башҡортостан-мөғжизәләр иле

Проект эше

Проекттың төрө: тикшеренеү,ижади.

Педагогик йөкмәткеһе : үҙаллы белем алыуға, үҙ-үҙеңде тәрбиәләүгә әҙерлек.

Проекттың маҡсаты: Тыуған ергә һөйөү,һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү,тарихын өйрәнеү.

Проекттың бурыстары: райондағы тәбиғәт ҡомартҡыларының тарихын,уларға бәйле легендаларҙы, ундағы үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын өйрәнеү,уларға бәйле материалдар йыйыу,һығымталар яһау.

Күҙаллаған һөҙөмтәләр:

-уҡыусыларҙың танып-белеү эшмәкәрлеген үҫтереү;

- информация сығанаҡтары табырға өйрәнеү;

-проект өҫтөндә эште планлаштырырға өйрәтеү;

- проект өҫтөндә эш барышында бергәләп эшләү,башлаған эште аҙағына еткерә алыу;

Проектта ҡатнашыусылар:

Уҡытыусы, тәрбиәсе

Уҡыусылар

Ата-әсәләр

Проекттың үтәлеү ваҡыты: 3 йыл

Проекттың актуаллеге:

Районыбыҙҙың тәбиғәте иҫ киткес матур. Торатау тауы,Күк-Ҡарауыҡ шарлауығы,Хажы, Салауат,Ыласын мәмерйәләре,Туғар-Салған күле,Берғамыт йылғаһы, Кәлим осҡан,Ҡыҙыл таш ҡаялары тәбиғәт ҡомартҡылары тип иғлан ителгән. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ районына ингән Йөрәктау, Ҡуштау шихандары район территорияһына яҡын урынлашҡандар.

Балалар менән ошо тәбиғәт ҡомартҡыларын төрлө яҡлап:

-тарихын,уларға бәйле легенда-риүәйттәрҙе өйрәнеү;

-ундағы флора һәм фаунаны өйрәнеү;

-төҙөлөшөн,составын тикшереү;

-уларҙың тирә яғын сүп-сарҙан таҙартыу эше тора.

Проект эше өҫтөндә эшләү балаларҙы үҙаллы фекер йөрөтөргә,белем алыуға әүҙемлеген үҫтерергә,төркөмләп эшләргә өйрәнергә,ижади-эҙләнеү эшмәкәрлегенә йәлеп итергә,предмет-ара бәйләнеште нығытырға,тормошто танып-белеү,ҡыҙыҡһыныу һәләтен үҫтерергә булышлыҡ итә.

Проекттың этаптары:

1.Балаларҙы проект эшенең бурыстары менән таныштырыу.

2. Айырым уҡыусыларға һәм төркөмдәргә эш төрҙәрен бүлеп биреү.

3.Практик эш.

4.Фәнни-ғәмәли эштәрҙе яҡлау.

5.Йомғаҡ яһау.

Эш планы

Үткәреү ваҡыты

Тема

Кем яуаплы

1

Ноябрь 2012 й

Класта “Башҡортостан-мөғжизәләр иле” исемле фотокүргәҙмә ойоштороу

Класс етәксеһе, ата-әсәләр комитеты

2

Декабрь 2012й.

Фотокүргәҙмәнең презентацияһы

Класс етәксеһе

3

Ғинуар-февраль 2013й..

Райондың тәбиғәт ҡомартҡылары менән бәйле легендалар, риүәйттәр өйрәнеү

Төркөмдәр:

1-се төркөм- Торатау

2 –се төркөм- Йөрәктау

3- сө төркөм- Салауат мәмерйәһе

4-се төркөм- Күк-Ҡарауыҡ шарлауығы

5-се төркөм - Хажы мәмерйәһе

4

Март 2013 й.

Төркөмдәрҙең эштәрен яҡлауы

Оҙайтылған көн төркөмө тәрбиәсеһе

5

Апрель-май 2013 й.

Ата-әсәләр менән берлектә Торатауға һәм Йөрәктауға экскурсиялар

Класс етәксеһе,тәрбиәсе, ата-әсәләр комитеты

6

Июнь-август 2013й.

Проект эше өсөн материалдар йыйыу

Уҡыусылар

7

Сентябрь –октябрь 2013 й.

Йыйылған материалдарҙы системаға һалыу.Хажы мәмерйәһенә экскурсия.

Класс етәксеһе, тәрбиәсе, ата-әсәләр комитеты

8

Ноябрь 2013 й.

Эштәрҙе презентациялау

Класс етәксеһе

9

Декабрь 2013 й.

Ҡала-район кимәлендә үткән « Торатау йыйыны” фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыу

(һүрәттәр, фотографиялар,ҡулдан эшләнгән әйберҙәр, фәнни-ғәмәли эштәр)

Класс етәксеһе, тәрбиәсе

10

Ғинуар-март 2014 й.

Мәктәптең башланғыс класс уҡыусыларына йыйылған материалдар,фотографиялар буйынса экскурсиялар үткәреү.

Класс етәксеһе

11

Апрель-май 2014 й.

Шахтау музейына,Салауат мәмерйәһенә, Күк-Ҡарауыҡ шарлауығына экскурсиялар.Экологик өмәләр.

Класс етәксеһе,тәрбиәсе, ата-әсәләр комитеты

12

4-се класта эште дауам итеү

Һәр бала-индивидуаль шәхес, шунлыҡтан эш төрҙәре һәр кемдең үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып бүлеп бирелде. Был эштәр өҫтөндә эшләү балалар өсөн генә түгел,ата-әсәләр өсөн дә бик мауыҡтырғыс булды. Бергәләп экскурсияларға йөрөү,материалдар эҙләү балаларға ижад шатлығы бирҙе.

Торатау һәм Йөрәктау тауҙарына экскурсия барыһына ла оҡшаны.Күп ата-әсәләр был һоҡланғыс тауҙарҙа беренсе тапҡыр булыуҙарын белдерҙеләр. Балалар бында диңгеҙ хайуандарының эҙҙәрен һаҡлаған таштар таптылар һәм был тауҙарҙың килеп сығышына фәнни дәлилләү таптылар.Башҡортостандың “Ҡыҙыл китапабы” на ингән үҫемлектәр менән таныштылар,һирәк осрай торған апполон күбәләген күреп шатландылар. Экскурсия аҙағында тауҙарҙың тирә-яғын сүп-сарҙан таҙарттылар.

Быйыл сентябрь айында Хажы мәмерйәһенә барҙыҡ. Мәмерйәнең эстән стеналары аҡ төҫтә ине, балалар , был мәмерйә карст мәмерйәһе, эзбизташтарҙан тора, тип фаразланылар.

Малайҙар тау башында һәм Шиҙе йылғаһы буйында диңгеҙ ҡабырсаҡтарының эҙҙәре ҡалған таштар таптылар. Йәйге каникулдар ваҡытында кластан бер уҡыусы Һайран ауылында ла шундай таштар табып килтергәйне. Балалар, бынан миллион йылдар элек беҙ йәшәгән ерҙә диңгеҙ булған, тигән һығымтаға килделәр.

Проект эшенең киләһе этабы булып материалдарҙы эшкәртеү, системаға һалыу тора. Быны дәрестән тыш ваҡытта ғына түгел,рәсем,хеҙмәткә өйрәтеү,тирә-яҡ донъя,Башҡортостан мәҙәниәте һәм тарихы дәрестәрендә лә эшләргә мөмкин. Практик эштәр балаларға дәрес материалдарын тәрәнерәк һәм ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнергә булышлыҡ итә. Бында бер генә уҡыусы ла ситтә ҡалмай, һәр кем мөмкинлекенән сығып, дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индерә. Һөҙөмтәлә, балала үҙ-үҙенә ышаныс арта, коллективта үҙ тиҫтерҙәре менән һәм ололар менән эшләргә өйрәнә. Иң мөһиме-был эште тик балалар ғына түгел, ә ата-әсәләр ҙә башҡара. Шулай уҡ ата-әсәләргә һәм балаларға экологик тәрбиә лә бирелә.

Ата-әсәләр менән берлектә эшләү балаларҙы тәрбиәләүҙә генә түгел, ә уҡыу процессында ла ыңғай һөҙөмтәләрен бирмәй ҡалманы. Балаларҙа уҡыуға ыңғай ҡараш барлыҡҡа килде, улар Тыуған ер, Тыуған ил төшөнсәләрен тәрәнерәк аңлай башланылар. Ата-әсәләрҙә лә балаларҙы тәрбиәләүгә, белем биреүгә йүнәлтелгән дөйөм ҡыҙыҡһыныуҙары барлыҡҡа килде. Ғаиләлә бит шәхес кенә түгел, ә илдең гражданины ла тәрбиәләнә. В.А. Сухомлинский әйткәнсә: “Әгәр бала ата-әсәһен яратмаһа, ул Тыуған илен дә ярата алмаясаҡ”.

Кинйәбаева З.Ф.,башланғыс кластар уҡытыусыһы

Садиҡова Р.Ә.,оҙайтылған көн төркөмө тәрбиәсеһе