Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
яңы тәрбиәүи эш планы — копия.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
68.37 Кб
Скачать

I. Мәктәптең тәрбиәүи проблемаһы:

Әхләҡи,эш һөйәрлек,физик яҡтан һау һәм ижади яҡтан һәләтле шәхес формалаштырыуҙа уңайлы мөхит тыуҙырыу өсөн яңы педагогик технологияларҙы үҙләштереү

II. Тәрбиәүи сараларҙың маҡсаттары һәм бурыстары:

1.Уҡыусыларҙы заман менән тәрбиәләү.

2.Уҡыусыларҙа уҡыуға яҡшы ҡараш тәрбиәләү.

3.Тәртипле,әҙәпле,тыйнаҡ уҡыусылар булырға булышлыҡ итеү.

5.Мәктәп тормошондә әүҙем ҡатнашыу.

6.Тыуған яҡҡа,тыуған тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбәләү.

7.Мәктәп милкенә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

8.Ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу.

III. 2016-17 уҡыу йылының тәрбиәүи эшенә анализ

2 класта бөтәһе 24 уҡыусы белем алды.Класс бик актив,шаулы булды.Дәрескә уҡыусылар ҙур теләк менән йөрөнөләр.Сәбәпһеҙ дәрес ҡалдырған уҡыусылар булманы тиерлек,ауырып ҡалдырған уҡыусыларҙың справкалары бар.Уҡыу һәм кластан тыш эштәрҙә бик әүҙем ҡатнаштыҡ,районда үткәрелгән конкурстарҙа актив ҡатнашып бихисап “Маҡтау ҡағыҙ “ҙары менән бүләкләндек.Гәзит-журналдарға ла ихласлап синыф менән яҙылдыҡ.Класс менән “ Аҡбуҙат “ журналына ла яҙылдыҡ һәм республика күләмендә 2-се урын алып ҡыуандыҡ. Ниндәй генә ярыштар булһа ла алдынғылыҡты бирмәнек.Мәҫәлән:Яңы йыл байрамында синыфтар араһында үткәрелгән ярышта икенсе урынды алды.Бигерәк тә Барлыбаева Алтынай,Моталлапова Әминә,Моталлапова Зөлхизә,Вәлитова Гөлкәй,Мәхмүтова Нилә,Иҫәнғолова Миләүшә,Хисмәтуллина Лилиана,Рыскужин Рәсим һәм Азаматова Әдилә тик үҙҙәрен яҡшы яҡтан ғына күрһәттеләр.Интернет селтәҙәре аша үткәрелгән конкурстарҙа ла актив ҡатнашҡан уҡыусылар бихисап. Йыл буйына уҡыусыларға уҡыуға ыңғай ҡараш булдырыу өсөн күп көс һалынды: психолог менән әңгәмәләр, ата-әсәләр менә эш, индивидуаль әңгәмәләр, предметниктар менән әңгәмәләр үткәрҙем.Уҡыу йылы буйына бак күп кластан тыш саралар үткәрелде. Класта яңы йыл байрамы,23 февраль, 8март байрамдары бик күңелле үтте: презентациялар ярҙамында байрамдың әһәмиәтен аңлаттым. Бындай саралар кластағы уҡыусыларҙың бер-беренә ыңғай мөнәсәбәт булдырыуға бик ныҡ ярҙам итә.Тәртип яғынанда һынатмаҫҡа тырыштыҡ.Был беҙҙең бер-беребеҙҙе хөрмәт итеүҙәлер,шулай уҡ синыф сәғәттәренең күбеһенең тәрбиәгә ҡағылғанының файҙаһылыр.Киләһе уҡыу йылында тырышып уҡып һәм синыфтан эштәрҙә әүҙем ҡатнашырбыҙ тигән теләктә ҡалабыҙ.

IV. 3 класс уҡыусылырына характеристика

Класта 23 уҡыусы: 8 малай, 15 ҡыҙ белем ала. Класта актив бар, сирек һайын алмашынып тора.Уҡыу яғына килгәндә класс өс төркөмгә бүленә.Иң шәптәре,уртаса,яй уҡыған уҡыусылар бар.Уларҙың һәр береһе менән эшләргә тырышам.,бер кем дә ситтә тороп ҡалмай.Мәктәптә, класта үткәрелгән бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнашалар. Мәктәпте, класты яраталар. Малайҙар менән ҡыҙҙар һәр саҡ- мәктәптә лә, тышта ла бергә йөрөйҙәр. Бер –береһен яҡлашалар, ярҙам итергә тырышып торалар. Үҙебеҙҙең класс өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләргә әҙерҙәр. Кәрәк саҡта үҙҙәре лә ойошторалар. Класс активының һүҙенә ҡолаҡ һалалар, әйткәндәрен эшләйҙәр. Шулай уҡ бер –береһенә иҫкәрмә яһарға ла ҡурҡмайҙар. Класс намыҫы өсөн тырышып уҡырға, төрлө сараларҙа ҡатнашырға өндәйҙәр.Класта үткәрелгән бөтә сараларға ла анализ яһап барыла. Етешмәгән ерҙәрен иҫкәртеп, яҡшы яҡтарына иғтибар күп бүленә.Уҡытыусыларға ихтирам менән ҡарайҙар.Ҡушылған һәр эште еренә еткереп башҡаралар.