Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
ка.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
555.4 Кб
Скачать

Буклеттар

Ким Әхмәтйәнов: Буклет / Төҙөүсе-мөхәррир Р.Низамов. – Өфө: ДУП “Башҡортостан” нәшр.типографияһы, 2007.

Ким Әхмәтйәнов: Буклет / Төҙөүсеһе Ф.Хәмитова. – Асҡар. – 2007.

Лауреаты Абзелиловской районной премии имени Кима Ахмедьянова. /Составитель Ф.М.Хамитова. – Аскарово, 2003.

Әҙип тураһында ҡәләмдәштәре, замандаштары

Ким Әхмәтйәновтың бары үҙенә генә хас яҙыу стиле лә бар. Ул теоретик мәсьәләләрҙе яҡтыртҡанда, артыҡ ҡатмарлы терминдар ҡулланмай, башҡортса ябайыраҡ, тормошсаныраҡ тиеп әйтеп, аңлатып бирергә тырыша. Шуның менән күп яҡлап ота ла: стиле лә ябайлаша, аңлатылышы ла еңелләшә.

/Ғайса Хөсәйенов, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, академик.

Ким Әбүзәр улы, ғалим, әҙәби тәнҡитсе булараҡ, ҡыҫҡа ғына ғүмерендә үлсәүҙәргә һыймаҫ бай әҙәби , ҡомартҡы ҡалдырҙы, халҡыбыҙҙың бөйөк арҙаҡлы шәхесе булып танылды. Әҙәбиәт тәнҡитселәренең иң күренеклеләренең береһе булып, туҡһанға яҡын ф!нни хеҙмәт ҡалдырған шөһрәтле, мәшһүр, арҙаҡлы шәхес булып тарихта ҡалды.

/Сәлимә Өмөтбаева, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы,

Сибай ҡалаһының почетлы гражданы

Фән донъяһына йәш ғалим фундаменталь хеҙмәт-монография менән килеп инде. Бындай хәлдең башҡорт әҙәбиәте ғилемендә әлегә итклем булғаны юҡ ине... Ким Әхмәтйәновберенсе монографияһында башҡорт шиғриәтенең йәшәйешен, ҡабатланмаҫ булмышын уның образлы асылынан сығып тикшерҙе. Образлылыҡ, һүҙ оҫталығы ғалимдың тәүге хеҙмәтендә иң -ҙә–тә булды һәм ошо талап уның тикшеренеүҙәрендә артабан да эҙмә-эҙлекле үҫтерелә, тулылана һәм нығына барҙы.

/Рауил Бикбаев,Башҡҡортостандың халыҡ шағиры

Ким ағай оло йөрәкле, тәрән хисле һә эстән борсолоп, янып йәшәгән замандашыбыҙ булды. Бәлки, шул сәбәпле лә ул үҙенең фәнни ғүмерендә генә түгел, ә бөтә тормошонда шиғриәттең матурлығын һә батырлығын аңлау методологияһын тыуҙырыуға һәм уны уҡыусыларға ла, шағирҙарҙың үҙҙәренә лә еткерергә тырышты. Ким ағайҙың тормош китабының тышы ла, эсе л бик матур, һоҡланғыс булды...

/Вил Өмөтбаев, техник фәндәр докторы, профессор

Он поражал умением глубоко анализировать художественные произведения, особенно поэтические…В Критическом изучении поэтических жанров К.Ахмедьянову не было равных – об этом можно утверждать и сегодня. Если б не ранний уход – быть бы ему академиком в башкирской Академии наук…

Мурат Рахимкулов, писатель,

заслуженный деятель науки рБ

Ким Әбүзәр улы Әхмәтйәнов әҙәбиәт ғилемендә һәм тәнҡиттә йәштәрҙең кәңәшсеһе һәм остазы ла булды. Был уның ғилем һәм әҙәби ижад донъяһында тәүге аҙымдарын яһаусыларға айырыуса иғтибарлы булыуында ла асыҡ күренде…

Ким Әбүзәр улы Әхмәтйәнов оло йөрәкле шәхес, ҙур ғалим ине. Беҙгә у лҡалдырған тәрән эстәлекле хеҙмәттәр уның ҙур маҡсаттар, уй-ниәттәр, теоретик проблемалар менән йәшәгәнлеген, юғары кешелек сифаттарына эйә булғанлығын асыҡ күрһәтеп тора…

/Ғиниәт Ҡунафин, филология фәндәре докторы,

БДУ профессоры

К.Әхмәтйәнов арҙаҡлы шағирҙарға уҡыусы күңеленә үтеп инергә булышлыҡ итеүсе серҙәрҙә асыу өҫтөндә күп эшләне. Көндәлек әҙәби процесҡа анализ яһаусы тәнҡитсе булараҡ, К.Әхмәтйәнов ижади оҫталыҡтыкүтәреү проблемаларына күп көс һалды. Мәҡәләләренең берәүһен ул “Тәнҡитсе – шиғри!т һаҡсыһы” тигән баш аҫтында сығарҙы. Әҙәби-тәнҡит сығыштарының барыһында ла ул шиғриәттең ысын һаҡсыһы, ысын мәғәнәлә шиғриәт өсөн көрәшеүсе булды. Оло, танылған шағирҙар ижадына ҡағылып, башлап яҙыусы йәштәрҙең китаптарына анализ яһап, К.Әхмәтйәнов уларға иң юғары критерийҙарҙан сығып баһа бирҙе. Юғары идеялылыҡ менән йөкмәткелелек һәм художестволы образдар берҙәмлеген талап итеү К.Әхмәтйәновтың әҙәбиәтсе һәм тәнҡитсе эшмәкәрлегендә төп методик приинцип булды.

/Суфиян Сафуанов, яҙыусы,

Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре

Ҡәләмдәшебеҙ башҡорт әҙәбиәте ғилемендә ҡабатланмаҫ ғалим-теоретик булып танылды… Ижадына Ким Әхмәтйәновтың йылы һүҙе йәки тәнҡите ҡағылмаған башҡорт шағирын табыуы ҡыйын…Әҙәбиәт ғилемендә лә , көндәлек оператив әҙәби тәнҡиттә лә Ким оригиналь фекер йөрөтөүсе. Үҙенең ижад йөҙө һәм үҙ тауышы булған әҙип ине…

/Ғилемдар Рамазанов, шағир,

филология фәндәре докторы

Ете ҡабат үлсәп, бер киҫеп кенә ҡуйыусыны эҙләһәң, һис шиғһеҙ. Ким ағай Әхмәтйәновты осратырһың. Яғымлы тауышы менән тыныс өндәшә. Һинең, күңелде өйкәп торған һорауҙарҙы биреп, уның менән йәнә һөйләшәһең, серләшәһең килеп тора. Шундай уҡытыусылар була: берәүҙәренең дәресе бөтөү менән тиҙерәк таяһың килә, икенселәре менән, ваҡыт тиҙ үткәнен дә тоймайса, һөйләшеп һүҙең бөтмәй. Ысын педагог, ышаныслы кәңәшсе, яҡын дуҫ тигәндәре тигәндәре тормошта Ким ағай Әхмәтйәнов һымағыраҡ булыуына иманым камил...

Үҫеп килеүсе йәштәргә ижади секцияларҙа уның кәңәшен ишетеп тыңлау – үҙе бер бәхет ине! Поэзия секцияһындағы фәһемле сығыштары, нәшриәттәге иң ҡатмарлы һәм бәхәсле ҡулъяҙмаларға яҙған эске рецензиялары уның тапҡыр аҡылын, тәрән фекерҙәренең яҡты эҙен, йөрәк йылыһын һаҡлай.

/Ғәлим Дәүләтов, шағир

Ул һәр ваҡыт шиғри һулыш менән йәшәне, ул бөтөн күңеле менән шағир ине. Әгәр ҙә ул шундай шиғри тәбиғәте менән көтмәгәндә шиғыр яҙып китһә, насар шиғыр ҙа яҙмаҫ ине. Ләкин ул үҙенең шағир булып тыумағанлыын аҡыллы булараҡ аңлағанлыҡтан, ул юлға баҫманы, сөнки ул тыумышы менәң шиғриәт өсөн тыуған тәнҡитсе ине.

/Назар Нәжми, Башҡортостандың халыҡ шағиры

Ул үҙғүмерендә шиғыр ҙа, хатта хикәйә лә яҙманы шикелле(бәлки яҙғандыр ҙа). Әммә шағир һынлы шағирҙар уны үҙе тереүендә үк шағир тип йөрөткәндәр икән, бында бер ни тиклем хаҡлыҡ бар: башҡорт шиғриәтенең асылын фәнни нигеҙҙ ә тәүгеләрҙән булып ул асты.

Бөгөн һәр әҙип һә әҙәбиәт һөйөүсенең китап кәштәһендә уның ғилми хеҙмәттәренең ғәҙерлә һаҡланыуы, филология факультеты студенттары өсөн ысын мәғәнәһендә дәреслек булып китеүе – яҡташыбыҙҙың сәләхиәтле һәм бәрәкәтле ижадына оло баһа ул.

/Әмир Моратов, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы